«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
Биттәр : # « 1 2 3 4 5 6 7 8 » #
ИЗГЕ ЭШ ТУРАҺЫНДА ИЗГЕ БАЙРАМ КӨНДӨ ӘЙТЕЛДЕ


Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Әр-Рәхим" йәмиғ мәсетендә төҙөлөштө тамамлауға арналған эшлекле осрашыу үткәрҙе. Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Алан Марзаев бинаны тотоп тороусы һәм һаҡлаусы конструкцияларҙың, шулай уҡ инженер селтәрҙәренә үткәрелгән тикшереүҙәрҙең һөҙөмтәһе менән таныштырҙы.

Уҡырға
12.04.24  
 
РӘСӘЙ ПРЕЗИДЕНТЫ ХУПЛАНЫ!


Был аҙнала Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Кремлдә Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашты. Ил Президенты менән әңгәмә республикала тормошҡа ашырылған инвестиция проекттарынан башланды. "Хөкүмәт линияһы буйынса булған күп кенә программаларҙа ҡатнашырға тырышабыҙ. Бөгөн Башҡортостан инвесторҙар йәлеп итеү йәһәтенән алдынғы урындарҙа - беҙҙә ер ҙә, хеҙмәт ресурстары ла бар, шуға ла кешеләр ҙә, предприятиелар ҙа күпләп килә", - тине Радий Фәрит улы.

Уҡырға
12.04.24  
 
ДУҪ ҠӘҘЕРЕ ЯУҘА БЕЛЕНЕР


Евроберләшмә Урсула менән Макрон, уларҙан ҡала НАТО альянсы етәкселәре йоғонтоһонан айный барғандай. Ыңғай фекер итеүсе, тыныслыҡ яҡлы һәм бөгөнгө ҡапма-ҡаршы донъяның айышына төшөнөп, Рәсәйгә теләктәшлек белдереүсе "шытымдар" яҙғы йылы ел иҫкәнен көткән, тиерһең.

Уҡырға
12.04.24  
 
АЛТАҠТАЛАР ДӨРӨҪ ЯҘЫЛҺЫН!


Беҙ республиканың төрлө райондарынан баш ҡалаға таксиҙа Үҙәк баҙар эргәһенә килеп төшәбеҙ һәм ошонан ултырып ҡайтып китәбеҙ. Шуға күрә был тирәләге хәл-торош иң беренсе күҙгә сағыла.

Уҡырға
12.04.24  
 
КИЛӘСӘККӘ ТӨБӘЛГӘН АҘЫМДАР


Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылында "Мәрйәм Бураҡаева уҡыуҙары- II" төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференция юғары кимәлдә үтте. Был сараның төп ойоштороусылары: Ейәнсура районы хакимиәте, райондың мәғариф бүлеге, "Аҡ тирмә" милли-мәҙәни үҙәге һәм Иҫәнғол ауылының Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Башҡорт гимназия-интернаты коллективына ҙур рәхмәт әйтергә генә ҡала. Шулай уҡ конференцияны юғары кимәлдә ойоштороуҙа БР Мәғариф һәм фән министрлығының, БР Мәғарифты үҫтереү институты милли мәғариф буйынса Ресурс үҙәгенең, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайының ярҙамы ҙур булыуын да билдәләргә кәрәк.

Уҡырға
05.04.24  
 
ИГЕЛЕКЛЕ БУЛЫУ КӘРӘК...


Үткән аҙнала Өфөлә театр ун көнлөгө уҙғарылды. Унда республиканың ижади коллективтары "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Кесе Ватан мәҙәниәте" проекты сиктәрендә сәхнәләштерелгән спектаклдәрен күрһәтте. Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһенең И. Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театры ла сығыш яһаны һәм Флорид Бүләковтың "Гөлнара" повесы буйынса ҡуйылған драманы тамашасы иғтибарына тәҡдим итте.

Уҡырға
05.04.24  
 
АҒАСТАРҘЫ ҠЫРҠЫУ МӘЛЕ


Март аҙағы-апрель башында беҙҙең төбәктә әле ҡар ята. Әммә йәй яҡшы уңыш алыу өсөн ошо мәлдә ҡайһы бер эштәрҙе башҡарып өлгөрөргә кәрәк.

Уҡырға
05.04.24  
 
ФИТЫР САҘАҠАҺЫ КЕМГӘ?


Байлығы булған һәр мосолманға фитыр саҙаҡаһы биреү вәжиб. Фитыр саҙаҡаһы ла, зәкәт шикелле үк, йылға бер мәртәбә бирелә.

Уҡырға
05.04.24  
 
БӘХЕТЕ ҮҘЕ МЕНӘН БЕРГӘ ТЫУҒАН


Яҡын күргән ҡалалаштарым араһында ваҡытты тоғро файҙаланған, игелектәр ҡылған, үҙ ваҡытында кәрәкле һүҙҙе әйтә белгәндәре байтаҡ. Шундайҙарҙың береһе - Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы, күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты, ә иң мөһиме - һуғыш осоро балаларын хәстәрләүсе, ҡурсалаусы, крайҙы өйрәнеүсе Фәниә Зәйнулла ҡыҙы Хәмитова тураһында булыр әйтер һүҙем..

Уҡырға
05.04.24  
 
БАЙҘАР ҘА ИЛАЙ – 4


* * *

Көндөҙгө өстә Джон Хайцман аҡһаңҡырап, ҡул таяғына таянып, йәшеллеккә күмелгән коттеджға табан яйлап ҡына атлай ине. Саллиҙы ул тәүҙә артынан күрҙе. Оло йәштәге ҡатын тәҙрә йыуа ине. Джон Хайцман сал бөҙрә сәсле ҡатынға ҡарап ҡатты. Сит кешенең ҡарашын тойоп, ҡатын уға боролоп ҡараны. Башта ул уға тексәйеп ҡарап торған бабайҙы иғтибар менән күҙәтте һәм ҡапыл уға ҡаршы йүгерҙе. Аҙымдары еңел генә, был ҡатын бөтөнләй оло кешегә оҡшамағайны. Джон Хайцманға бер метрҙай ара ҡалғас, ул тыныс тауыш менән тулҡынланып өндәште:

Уҡырға
05.04.24  
 
АПА - АТАЙҘАН ОЛО ИР ЗАТЫ, ЙӘКИ ӘЛЕГЕ ЛӘ БАЯҒЫ ДИАЛЕКТТАР ХАҠЫНДА


Гәзитебеҙҙең "Тел төбө - хазина" тип аталған рубрикаһында әленән-әле этнограф Зәкирйән Әминевтың ҡыҙыҡлы мәҡәләләре донъя күреп тора. Үткән һандарҙың береһендәге уның "Йоҡо сүлмәге" исемле яҙмаһын әллә нисә мәртәбә уҡып сыҡтым. Йоҡосо кеше хаҡында күптәребеҙ, бер ни ҙә уйламай ғына, "йоҡо сүлмәге" тибеҙ бит әле. Ә автор ошо мәҡәләһендә бик боронғо фәйләсуфтарҙың фекерҙәренә, башҡорт халыҡ әкиәттәренә нигеҙләнә барып, ана шул һүҙбәйләнештең иң кәмендә ике мең йыл ярымлыҡ тарихы бар, тип фаразлап ҡуя.

Уҡырға
05.04.24  
 
ХАЗИНА ҺАНДЫҒЫН КЕМ АСЫР, ЙӘКИ ТЕЛДӘРЕБЕҘ НИ ҺӨЙЛӘЙ, ЕРҘӘШТӘР?


Эй һеҙ, геовитян әфәнделәр, йәғни ҡәҙерле ерҙәш иптәштәр! Аптырамағыҙ, һеҙгә ошолай тип өндәшәйем әле: боронғо гректар Ерҙе тап "gе" тип атап йөрөтһә, латин халҡы йәшәйеште "vita" тип нарыҡлаған. Шулай булғас, ошо неологизмға ярашлы, беҙ - ерҙә тереклек итеүселәр, ер кешеләре булабыҙ инде. Һүҙ башында барығыҙҙы ла мосолмандарса әс-сәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ, тип тәбрикләйем - быныһы инде ғәрәпсәнән тыныслыҡ, Аллаһыбыҙ рәхмәтен һәм бәрәкәтен теләү, тип ҡабул итәбеҙ.

Уҡырға
05.04.24  
 
АЛДАУҘЫҢ ДА ТӨРЛӨҺӨ...


Ошо көндәрҙә бер яңылыҡ уҡып ғәжәпләндем. Ауылдағы ярлы тормош тураһында видеолар төшөрөп, интернетта билдәлелек яулаған Ван Хун исемле ҡытай ҡыҙын ҡулға алғандар. Баҡтиһәң, барлыҡ видеолары ла махсус әҙерләнгән сценарий буйынса төшөрөлгән, ҡыҙ ярлы тормошто "уйнаған".

Уҡырға
05.04.24  
 
ДИНГӘ ОСРАҠЛЫ КИЛМӘЙҘӘР


Яңыраҡ Башҡорт дәүләт академия театрында спектакль ҡараным. Ифтар тамаша барған ваҡытҡа тура килде. Янда ултырыусыларға мәшәҡәтләмәй генә ауыҙ асырға тура килде. Янымда миңә ҡушылыусылар ҙа табылды. Бер үк ваҡытта партерҙың һул яҡ рәтендә ултырыусы мәктәп балалары араһында ифтар ғәмәле башҡарыусыларға иғтибар иттем. Спектакль башланыр алдынан урындарына ултырған саҡта уларҙың ҡулдарындағы һыулы шешәләрҙе, моҡсайҙарға һалынған ризыҡты күреп өлгөргәйнем. Залда кескәй ураҙалаштарым барлығын тойоу йәнгә аңлатып булмаҫлыҡ кинәнес алып килде. Әммә... Балаларҙың күпләп дингә килеүенә, намаҙ уҡыуына, ураҙа тотоуына шатланырға ғына булыр ине, әммә был күренештең балалар тормошонда төрлөсә сағылыш табыуы ҡайһы ваҡыт күңелһеҙ уйҙарға ла алып килә. Атап әйткәндә:

Уҡырға
05.04.24  
 
"ИҪКЕРГӘН БУЛҺА ЛА, ЙӨРӨЙ..."


Үткән аҙнаның йәкшәмбеһе Украинала алып барылған Махсус хәрби операция башланыуының 767-се көнө булды. 31 мартҡа ҡарай төндә Рәсәй армияһы Украинаның хәрби һәм инфраструктура объекттарын утҡа тотто, тип хәбәр итте "Военное обозрение" баҫмаһы. Төн урталарында Рәсәй пилотһыҙ осоу аппараттарының удар төркөмө һәм тактик авиация төрлө йүнәлештәрҙә һөжүм итте.

Уҡырға
05.04.24  
 
"ГАЗ БИРЕҮҘЕ ТУҠТАТАБЫҘ!"


"Кисекмәҫтән плитәгеҙҙе алмаштырығыҙ, юғиһә, фатирығыҙға газ биреүҙе туҡтатабыҙ!" Ҡулланылған газ яғыулығы өсөн түләү ҡағыҙына ат башындай эре хәрефтәр менән ике-өс ай инде ошондай киҫәтеү ала башланым. Йоҡо ла, ҡот та осто, ашау аш түгел: иртән тороп сәйнүк ҡайнатырға ҡуйған һайын, "Туҡтатманылармы әле?" тип ҡурҡа-ҡурҡа ғына сәғәт кеүек эшләп торған, туҙан ҡундырмай таҙартып-һөртөп кенә файҙаланған плитәмде ҡабыҙам. Ярай, бөгөнгә бар, ә иртәгә ни булыр, тигән һорау күңел төбөнә юшҡын булып ултырҙы.

Уҡырға
05.04.24  
 
ЯРҺЫУЛЫҠ ХӘЙЕРЛЕГӘ БУЛМАЙ


Һәр заманда ил-йортҡа ауырлыҡ ишерелгәндә йә ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк булғанда майҙанға зыялылар сыҡҡан. Уларҙың аҡылы, ялҡынлы телмәре яуға күтәргән, урынһыҙ сәбәләнеүҙәрҙән төңөлдөргән, ярһыуҙарҙы баҫҡан йә тоҡандырған. Бөгөнгө еңел булмаған осорҙа замандаш зыялыларҙың үҙ халҡына әйтер һүҙе ниндәй булыр?

Уҡырға
05.04.24  
 
ҮҘ ҠАҘАНЫБЫҘҘА ҠАЙНАМАЙБЫҘ


Беҙҙең республика Рәсәй составындағы төбәктәр араһында иң алдынғылар рәтендә. Бер яҡтан, уникаль тәбиғи байлыҡтары менән данлыҡлы булһа, икенсенән, төрлө милләт вәкилдәренең берҙәм һәм татыу йәшәүе, һәр этносҡа ла үҙ телен, мәҙәниәтен һаҡлап ҡалырға мөмкинлектәр бирелеүе менән дә үҙенсәлекле беҙҙең Башҡортостан.

Уҡырға
05.04.24  
 
ХӘҮЕФТӘН АРАЛАУ ӨСӨН БАЛАҢ МЕНӘН НИСЕК ҺӨЙЛӘШЕРГӘ?


"Крокус Сити Холл" концерт залында булған ваҡиға ғүмерҙең ҡылдан ла нескә булыуын тағы ла бер тапҡыр хәтерҙәребеҙгә төшөрҙө. Концерт залы, атыш тауыштары, бер ғәйепһеҙ кешеләрҙең үлеме - беренсеһе булмаһа ла, кеше аңы шулай ҡоролған: ул бындай хәлдәрҙе тиҙерәк оноторға, был хаҡта уйламаҫҡа тырыша. Шул уҡ ваҡытта, үҙеңдән дә бигерәк, балаңды ошо хәтәрҙән нисек араларға һуң, тигән уйҙар ошо арала һәр әсәй һәм атай кешенең башынан йөҙәр тапҡыр үткәндер. Ғөмүмән, балалар менән был турала һөйләшергәме? Эйе икән, ниндәй юҫыҡта? Ошо һорауҙарға Өфө ҡалаһының "Үҫеш" психологик-педагогик, медицина һәм социаль ярҙам үҙәге директоры, психолог Гүзәл ФӘЙЕЗОВА яуап бирә.

Уҡырға
05.04.24  
 
КҮҢЕЛ ҺАЛЫП УҠЫТҠАНДАР БЫЛ БӘЙГЕЛӘ ЕҢЕҮ ЯУЛАНЫ


Ошо көндәрҙә баш ҡаланың "Башҡортостан" Дәүләт концерт залында йылдың иң күркәм сараларының береһе - уҡытыусыларҙың һөнәри конкурстарына йомғаҡ яһау тантанаһы үтте. Һәр яҙ һайын ҡабатланып тороуға ҡарамаҫтан, был сара байрамса күтәренке кәйеф, һөҙөмтәләрҙе көтөп тулҡынланыу, гөлләмәләргә күмелгән уҡытыусыларҙың шат йылмайыуы менән гел дә арбай. Был юлы ла тап шулай булды. Тантанала педагогтарҙың алты конкурсы буйынса еңеүселәрҙе тәбрикләнеләр.

Уҡырға
05.04.24  
 
Биттәр : # « 1 2 3 4 5 6 7 8 » #
Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru