«Киске Өфө» гәзите
Баш бит Һуңғы номер Фототартма Яҙылыу Гәзиттә реклама УҠЫУСЫ ҺҮҘЕ Архив Редакция «Киске Өфө» блогы
Беҙҙең номерҙар
 
Сентябрь
  36   |   37   |   38   |   39
Октябрь
  40   |   41   |   42   |   43   |   44
Ноябрь
  45   |   46   |   47   |   48
Декабрь
  49   |   50   |   51   |   52
Ғинуар
  01   |   02   |   03   |   04
Февраль
  05   |   06   |   07
 
Фототартма
 
Баймаҡ районы
Баймаҡ районы
 
Киске Өфө» блогы
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ни өсөн бер-ике кеше ауыҙынан сыҡҡан хәбәр тиҙ таралыусан, ә меңдәр хәҡиҡәте ишетелмәй?

 
№7, 18 - 24 февраль, 2012

БАШҠОРТ БАТЫРЫ...
донъя чемпионы титулына дәғүә итә

Американың Лос-Анджелес ҡалаһында йәшәүсе, унда юғары белем алыусы, шулай уҡ эшләп тә, шоу-бизнес менән шөғөлләнеп тә өлгөрөүсе профессиональ боксер Силәбе өлкәһе Арғаяш районы башҡорто Хәбир Сөләймәнов еңеүҙәре менән беҙҙе ҡыуандырыуын дауам итә.

Күптән түгел яҡташыбыҙ тәжрибәле боксер - мексиканлы Роберто Лопес менән көс һынашты. Ярыш 6 раунд дауам итте һәм Сөләймәнов файҙаһына тамамланды. Боксерҙар араһында "Айбарлы рәсәйле" ("Crazy Russian") ҡушаматы алған Хәбир Лопесҡа тәүге раундта уҡ бик елле "ҡундырғас", тегеһе башҡа раундтарҙа тик ҡасыу яғын ҡараны. Әммә, ҡайҙа ғына ҡасһа ла, Силәбе егетенең "ҡорос" йоҙроғо уны ҡыуып етеп, мәрәйҙәр йыя тора. "Ярышты нокаут менән тамамлауға дәғүәсемдең, ҡәҙимге мексикан боксерҙарына хас булмағанса, үтә хәрәкәтсәнлеге ҡамасауланы", - тип, тәьҫораттары менән уртаҡлашты донъяның иң көслө ун боксеры исемлегенә ингән яҡташыбыҙ. Хәбир Сөләймәновтың һәр ваҡыт рингҡа башҡорт милли кейемендә килеп сығыуы Америкала ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра икән. Егеттең әйтеүе буйынса, милли кейем кейгән саҡта уның ҡанында башҡорт айбарлығы ҡабына. Донъя чемпионы титулына дәғүә итеүсе талантлы яҡташыбыҙ берәй мәл тыуған яҡҡа ҡайтыр, төбәк спорты үҫешенә үҙ өлөшөн индерер, тип кемдер өмөт итә икән, был - тәбиғи. Әммә ул бөгөн үҙ өлгөһөндә "ситтән тороп" милләттәштәрҙә спортҡа һөйөү тәрбиәләй, йөрәгендә остоҡ ҡына ғәм булғандарға милләткә ихтирамлы мөнәсәбәт өлгөһө күрһәтә, быны ла оноторға ярамай. Шуға күрә, мөмкинлектәр күберәк ерҙә үҙеңде ас, киң офоҡтар ҡос, батыр! Башҡорттарың һинең менән ғорурлана!

Илгиз ИШБУЛАТОВ.



өфө ғәҙәттәре күркәм
ЙӘЙӘҮЛЕЛӘРГӘ...
урам кәрәк!

Һеҙ Өфөлә йәйәүлеләр өсөн урам барлыҡҡа килеүен теләйһегеҙме? Әгәр шулай икән, килтерелгән варианттарҙың ҡайһыһын һайлайһығыҙ?


милли идеяға торош
ЕГЕТ КЕШЕГӘ...
етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ...

Һөнәрҙәремде теҙеп һанауым, нисектер, маҡтаныу һымаҡ килеп сыҡты. Әгәр ҙә маҡтаныуҙы ла һөнәргә һанаһағыҙ, 99-сы һөнәрем "баймаҡланыу" була инде.


афарин!
БАШҠОРТ ҠУРАЙЫ...
хәрби хеҙмәттә

Ҡурайымдың да әрмегә "алыныуы" ҡыҙыҡ ҡына булды. Әрмегә барғас та анкета тултырттылар һәм минең ҡурайҙа уйнауымды белеп ҡалған бер полковник тиҙ арала тыуған яҡтарҙан ҡурай килтертергә ҡушты.


йән әрнеүе
БӘЛТЕРӘГӘН ЕГЕТТӘН…
рәтле һалдат сыҡмай шул...

Шулар ҙа булдымы ил һаҡсыһы! Турникта ике тапҡыр күтәрелеп, метр ярымға ла һикерә алмаған ошо егет йораттарынан ни көтәһең...


тарихыңдан дан тап!
ЮРМАТЫЛАРМЫ?
Шул уҡ сарматтар улар!

Юрматылар үҙҙәренең бик боронғо сарматтарға барып тоташыусы башҡорт ырыуынан икәнлектәрен белеп, бының менән ғорурланып йәшәһендәр ине, тип әйткем килә һүҙемде йомғаҡлап.


диалог
ЯЛҒАНҒА ҠАРШЫ ТОРҺАҢ,
дөрөҫлөктө яҡлаһаң - һин көслө ир

Ғаилә ҡороп, ғүмерлеккә бергә ҡала алыу ҙа сыҙамлыҡ һәм аҡыл талап итә, сөнки быға тиклем идеал булып күренгән ишеңдең бик үк ыңғай булмаған сифаттары ла асыла башлаясаҡ бит.


тура эфирҙа...
"ҮӘТ ӘЙ, ТҮБӘТӘЙ"ҘЕ...
радио төбөндә көтөп кенә ултыралар әллә...

Күптән түгел бер башҡорт теле уҡытыусыһы "Ҡара йөҙҙәр" повесының авторы кем?" тигән һорауға "Зәйнәб Биишева" тип яуап бирҙе. Үҙебеҙ генә түгел, микрофондар ҡыҙарып киткәндәй булды хатта.


ғаилә ҡоро
ҠЫҘЫ БАР -НАҘЛЫ,
улы бар – терәкле

Малайҙар әсәйҙәргә яҡын була, тиҙәр, быны мин ҡәйнәмә ҡарап та әйтә алам. Уның ике улы кеүек, олоғайған көнөмдә улдарым минең өсөн өҙөлөп торһа, минән дә бәхетле кеше булмаҫ ине.


милләт балҡышы
ЕРҘЕҢ ТЫН АЛЫШЫН...
йыһанға ишеттереүсе моң

Ошо көндәрҙә баш ҡалабыҙҙа өс мәҙәниәт, өс бөйөк моң осрашты. Бөтә донъяға билдәле ҡурайсы Роберт Юлдашев һәм уның "Ҡурайсы" төркөмө Тываның "Хуун-Хуур-Ту" өзләүселәр ансамбле һәм Санкт-Петербургтың рус халыҡ көйҙәрен оҫта башҡарыусы "Терем-квартет" төркөмдәрен ҡунаҡҡа саҡырып, ике көн дауамында Өфө тамашасыһын тере тауышлы йырҙар менән шатландырҙы.



PDF форматында күсереү (1.61 mb)



Киске Өфө
 

Аҡыллы кеше ниндәйҙер күңелһеҙ хәлгә тарығанда: "Барыһы ла Хоҙай ихтыярында. Тимәк, мин Уның ҡушыуы буйынса бындай хәлгә тарырға тейеш булғанмын", тип үҙ-үҙен йыуата. Ахмаҡ кеше: "Бындай хәл башҡалар менән дә булып тора. Ә минең менән бындай хәл башҡаса булмаясаҡ, уны кисектереү үҙемдең ихтыярымда", тип йыуана. Һеҙ кем - аҡыллымы, ахмаҡмы?

 
Беҙҙең дуҫтар
 

БР Президенты Рөстәм Хәмитовтың блогы

Ты верно попал! ;)

Мәскәү башҡорттары сайты

Башҡортостан журналистар союзы сайты

Башкирский Курултай - Челябинская областная общественная организация

 
Беҙҙең төймә
 

Коды:
 
Баш бит Һуңғы номер Фотоатартма Яҙылыу Гәзиттә реклама УҠЫУСЫ ҺҮҘЕ Архив Редакция «Киске Өфө» блогы
© 2012 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ
файҙаланыу мәсьәләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.


Сайтты төҙөнө zahir, дизайн һәм алып барыу BArt