«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Алдаҡсылар заманында йәшәйбеҙ. Һинең улар тоҙағына эләккәнең булдымы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
РӘСӘЙ ПРЕЗИДЕНТЫ ХУПЛАНЫ!
+  - 

Был аҙнала Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Кремлдә Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашты. Ил Президенты менән әңгәмә республикала тормошҡа ашырылған инвестиция проекттарынан башланды. "Хөкүмәт линияһы буйынса булған күп кенә программаларҙа ҡатнашырға тырышабыҙ. Бөгөн Башҡортостан инвесторҙар йәлеп итеү йәһәтенән алдынғы урындарҙа - беҙҙә ер ҙә, хеҙмәт ресурстары ла бар, шуға ла кешеләр ҙә, предприятиелар ҙа күпләп килә", - тине Радий Фәрит улы.

Республика Башлығы билдәләүенсә, инвестициялар, тәү сиратта, нефтехимия өлкәһендә. "Күп кенә проекттар өҫтөндә әлеге мәлдә эш бара. Беҙҙең 5 социаль-иҡтисади зонабыҙ бар, эре предприятиеларға ғына түгел, бәләкәйҙәренә лә мөмкинлектәр бирәбеҙ. Республикала хәҙерге көндә инвестор - мөһим кеше, сөнки уның артынан аҡса, эш урындары һәм, дөйөм алғанда, иҡтисад үҫеше килә", - тип билдәләне Р. Хәбиров.
Осрашыу барышында махсус хәрби операцияға ярҙам күрһәтеү мәсьәләһе лә ситтә ҡалманы. "Яугирҙарға ярҙам күрһәтеү - төп урында, яу эсендә Башҡортостан егеттәре күп кенә. Махсус хәрби операция башланғас та, ирекмәндәр отрядтары төҙөү тураһында тәҡдимдәр күп булыу сәбәпле, Шайморатов менән Достовалов исемендәге ирекмәндәр батальондары барлыҡҡа килде. Былтыр Оборона министрлығы менән бергә хеҙмәттәшлек итеү һөҙөмтәһендә "Башҡортостан" полкы төҙөлдө. Был полк башта Кременная йүнәлешендә бәрелештә үҙен батырҙарса тотоуы менән дан ҡаҙанды, һуңынан дошман оборонаһын йырып сығыуҙа ҡатнашты". Радий Хәбиров Донецк Халыҡ Республикаһында хәрби бурыс үтәүсе Росгвардияның ике батальоны тураһында ла һөйләне. "Батальондар тулыһынса комплектланып китте, хатта хәрби бронировкалы техника ла алдыҡ. Беҙҙең мобилизацияланыусыларыбыҙ ҙа, Оборона министрлығы менән контракт төҙөүселәр ҙә, ирекмәндәр ҙә күп. Уларҙың ғаиләләре беҙҙең ҡарамаҡта. Республикала аҡсалата ярҙам күрһәтеүсе 39 сара ҡаралған. 2 йыл эсендә 7 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленде", - тине әңгәмә барышында Радий Фәрит улы. Ул шулай уҡ Луганск Халыҡ Республикаһы территорияһында республика шефлыҡ алып барған Красный Луч тураһында ла бәйән итте.
Төбәк иҡтисады үҫеше тураһында әйтеп, Радий Хәбиров федераль линия буйынса килгән бөтөн ярҙамды әүҙем ҡулланыу тураһында һөйләне.
Башҡортостан аграр төбәк тә. "Былтыр өлкәне техник йәһәттән модернизациялау өсөн 56 миллиард һум һалынды. Ауыл хужалығы менән шөғөлләнеүселәрҙе техника һатып алырға өндәйбеҙ. "Росагролизинг" ярҙамында башлыса Белоруссия техникаһы һатып алына", - тине республика Башлығы.
Владимир Путин республикала торлаҡ төҙөлөшө үҫеүен дә билдәләне. "Һеҙҙең ҡушыуығыҙ буйынса 2030 йылға 4 миллион квадрат метр төҙөргә тейешбеҙ, әммә республика бөгөн үк 3 миллион 300 мең квадратҡа етте. Алданған өлөшсөләргә ярҙам өсөн айырыуса рәхмәт. 10 мең кеше ошо хәлдә ҡалғайны. 130 объекттың яртыһын төҙөп бөттөк, өлөшсөләрҙең яртыһына аҡсалата түләнек", - тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы.
Тышҡы баҙар партнерҙары - Беларусь һәм Ҡаҙағстан республикалары тураһында һүҙ булды. "Рәсәй Минпромы менән Башҡортостан-Беларусь сәнәғәт кластеры формалаштырабыҙ. 9 ай эсендә орлоҡ киптерә торған машиналар төҙөүсе предприятие төҙөнөк. Ошо уҡ компания ярҙамында йыл аҙағында экскаваторҙар, грейдерҙар, тейәүсе машиналар, 40 тонналыҡ бульдозерҙар сығара башлаясаҡбыҙ. Ҡаҙағстан менән дә яҡшы хеҙмәттәшлек булдырылды. Өфөлә быйыл "Рәсәй-Ҡаҙағстан" ХХ Төбәк-ара форум үтәсәк. Унда һеҙҙең ҡатнашыуығыҙҙы ла көтәбеҙ".
Республикала социаль-иҡтисади күрһәткестәр ҙә яҡшы. "Үткән йылда уртаса ғүмер оҙайлығы 73,17 йәшкә етте. Йөрәк сирҙәре, онкология, тышҡы факторҙар, сабыйҙар үлеме буйынса күрһәткестәр түбәнәйҙе. Тыуым кимәлен күтәрә алмайбыҙ, әммә күп балалы ғаиләләр һаны арта. Булған матди саралар һөҙөмтәле эшләй", - тине Радий Фәрит улы. Ошо темаға ҡушылып, Владимир Путин тиҙ ярҙам табиптары һанына иғтибар итергә ҡушты.
Радий Хәбиров ил Президентына Капиталь ремонт программаһына балалар баҡсалары һәм колледждар темаһын индергән өсөн рәхмәтен белдерҙе. "Колледждар мөһим урында буласаҡ, сөнки иҡтисадҡа хеҙмәт итергә теләгән һөнәр эйәләренә мохтажлыҡ бар. Шул уҡ Өфө моторҙар төҙөү берләшмәһенә 2 меңгә яҡын хеҙмәткәр кәрәк. Шуға ла колледждарға ярҙам итеү программаһын ҡабул итеп, йыл һайын ярты миллиард бүлә инек. Хәҙер федераль саралар ярҙамында ятаҡтарҙы, оҫтаханаларҙы, уҡыу корпустарын тәртипкә килтерергә мөмкин буласаҡ". Республикала юғары белем биреүгә лә иғтибар бүленә, тип, Радий Хәбиров кампус төҙөлөшө хаҡында ла мәғлүмәт бирҙе.
Һөйләшеү аҙағында Башҡортостан Башлығы Рәсәй Президенты Владимир Путинға пландарҙы тормошҡа ашырыу өсөн республикала артабан да эшләргә ышаныс белдереүен һораны. Владимир Путин Радий Фәрит улының 2024 йылдың сентябрендә үтәсәк Башҡортостан Башлығы һайлауҙарында ҡатнашырға теләүен хупланы. "Мин Һеҙгә теләктәшлек белдерәм, ә һайлау халыҡ иркендә. Улар менән күберәк аралашырға, уларҙы тыңларға кәрәк. Дөйөм алғанда, һөҙөмтәләр яҡшы, пландар ҙа күп. Шуға ла уңыштар теләйем", - тине Владимир Путин осрашыуҙы йомғаҡлап.

Азат ҒИЗЗӘТУЛЛИН.
"Киске Өфө" гәзите, №14, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.04.24 | Ҡаралған: 49

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru