«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХАЗИНА ҺАНДЫҒЫН КЕМ АСЫР, ЙӘКИ ТЕЛДӘРЕБЕҘ НИ ҺӨЙЛӘЙ, ЕРҘӘШТӘР?
+  - 


Эй һеҙ, геовитян әфәнделәр, йәғни ҡәҙерле ерҙәш иптәштәр! Аптырамағыҙ, һеҙгә ошолай тип өндәшәйем әле: боронғо гректар Ерҙе тап "gе" тип атап йөрөтһә, латин халҡы йәшәйеште "vita" тип нарыҡлаған. Шулай булғас, ошо неологизмға ярашлы, беҙ - ерҙә тереклек итеүселәр, ер кешеләре булабыҙ инде. Һүҙ башында барығыҙҙы ла мосолмандарса әс-сәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ, тип тәбрикләйем - быныһы инде ғәрәпсәнән тыныслыҡ, Аллаһыбыҙ рәхмәтен һәм бәрәкәтен теләү, тип ҡабул итәбеҙ.

Беҙ, әҙәм балалары, осһоҙ-ҡырыйһыҙ йыһан киңлегенең үҙебеҙ Ер шары тип йөрөткән бер нөктәһендә, ваҡыт тип нарыҡланып, башы-ахыры һис бер беленмәгән бөйөк океан ағыш-хәрәкәтенең тыуым менән үлем арауығында көн итмешбеҙ. Бән фәҡирегеҙ йәшәйешебеҙҙең билдәле бер мәленән башлап донъя халыҡтарының һәм уларҙың телдәренең нисегерәк хасил булыуы хаҡында уйлана башлағайны. Фекерле, уйсан әҙәм балаһы өсөн был бик тә ҡыҙыҡлы бер өлкәлер, сөнки тап донъя халыҡтарының телдәрен сағыштырмаса өйрәнеү аша беҙ әлеге гонаһлы еребеҙҙә йәшәүсе барса ҡәүемдәрҙең, үтә боронғо замандарҙа ҡәрҙәш үә телдәш булған кешеләрҙең бөгөнгө вариҫтары булыуына төшөнә алабыҙ. Икенсе төрлө әйткәндә, килеп сығышы, Ер шарында йәшәгән урыны, тышҡы төҫ-ҡиәфәте, ижтимағи-дәүләти үҫеш кимәле, үҙҙәренә генә хас холоҡ-сифаттары яғынан бер-береһенән ныҡ айырылып торған халыҡтарҙың туған телдәрен сағыштырмаса анализ ысулын ҡулланып өйрәнә башлаһаң, үҙең дә һиҙмәҫтән, ниндәйҙер бер яңы донъяны асҡан кеүек булһың. Был йәнеңде ылыҡтырғыс, күңел күҙҙәреңде астырып, бар зиһенеңде биләп алырлыҡ хикмәтле сәйәхәткә тиңдер: тап ошо рәүешле һис бер ҡасан барып етеп булмаҫлыҡ, үҙ күҙҙәрең менән күрә-белә алмаҫлыҡ тарих төпкөлдәренә үтеп инеп була.
Ҡәҙимге көн итмешебеҙҙә быуаттар буйына туплана килеп, аң-зиһенебеҙҙе томалаған хөрәфәттәр, уйҙырма ҡараштар, ғөмүмән, кешелек тормошоноң ысынбарлығын аса алыу, уның ысын асылына төшөнөү мөмкинлеген ҡаплап-ышыҡлап торған күҙгә күренмәҫ шаршауҙар етерлек әле. Төрлө социаль-психологик фобияларҙың, бәғзе бер ҡәүемдәрҙе самаһыҙ ҙурлап, икенселәренә кәмһетеберәк ҡарауҙың, Көнбайыш цивилизацияһын ғына өҫтөнлөклө һанап, Көнсығыш мәҙәниәтен һанға һуҡмау кеүек заман яңылышыуҙарының сәбәптәренең береһе - донъя халыҡтары телдәре тарихын белергә, өйрәнергә теләмәү, тип әйтергә баҙнат итәм.

Һөнәри белемем буйынса психолог булғас, балаларҙың тел үҫеше проблемалары менән даими ҡыҙыҡһынып, байтаҡ ҡына ғилми мәҡәләләр менән таныштым. Уҙған быуаттың 30-сы йылдарында ижад иткән күренекле совет психологы Лев Выготскийҙың бер мәҡәләһендә килтерелгән миҫал миндә ҡыҙыҡһыныу уятты. Донъя кимәлендә танылыу тапҡан биолог-эволюционист Чарльз Дарвин бәләкәй ейәненең нисек итеп һөйләшә башлауын теркәп барған икән. Малай ҡартатаһы менән күл буйында йөрөгән саҡта һыуҙа йөҙөп йөрөгән өйрәктәр баҡылдашҡан. Уларҙың тауышын ишеткән бала үҙе лә "Уа, уа!" тип әйтә башлаған. Һуңынан ҡартатаһы уға өйрәк рәсемен күрһәткәс тә, өҫтәлгә сәй түгелеп киткәс тә, хатта тәҙрә төбөнә күгәрсен килеп ҡунғас та, быларҙың барыһын да атар өсөн бер үк "уа" һүҙен ҡулланған. Бынан бер генә һығымта эшләп була: баланың теле формалаша башлағанда бер-береһе менән ниндәйҙер бер бәйләнеше булған нәмәләр бер үк тәү һүҙ менән нарыҡлана. Ә бығаса һүҙ ҡеүәһенә эйә булмаған балаларҙың телмәр үҫеше боронғо тәү кешеләрҙең телдәре яралыуы процестары хаҡындағы фекер-идеяларға билдәле бер кимәлдә нигеҙ була ала бит!
Ошо юҫыҡта тәүге аҙым - айырым һүҙҙәрҙең тәүге мәғәнәүи ерлеген психосемантик анализ юлы менән асыҡлай барып, ошондай уҡ мәғәнәләге башҡа телдәрҙәге (хатта бер үк телдәр ғаиләһенә ҡарамаған хәлдә лә) һүҙҙәрҙе барлау. Әлбиттә, туғандаш төрки телдәрендә, туған телебеҙҙәге кеүек үк, бер үк мәғәнәлә ҡулланылып йөрөтөлгән һүҙҙәр бихисап, әммә, фарсы һәм ғәрәп телдәренән һуңғараҡ осорҙа килеп ингән һүҙҙәрҙән башҡа, килеп сығышы асыҡланмаған һүҙҙәр байтаҡ: уларҙың хатта ки башҡа төрки халыҡтары телдәрендә булмауы ла мөмкин.

Һәр бер һүҙҙең төп мәғәнәһе уның тамыры аша бирелә. Иң ҡыҙыҡлыһы ла тап ошонда ул: башҡорт телендәге бәғзе бер һүҙ тамырҙары бөтөнләйгә сит-ят булған телдәрҙә лә бар. Мәҫәлән, "йар" йә иһә "йәр" тамырын ғына алып ҡарайыҡ. Телебеҙҙә һирәгерәк ҡулланыла торған "ярынға/йәренгә" һүҙе осрай. Мәғәнәһе - киләһе йылға. Тимәк, бында "йар" йә иһә "йәр" тамыры йыл тигәнде белдерә. Шул уҡ тамыр ҡайһы бер һинд-европа телдәрендә (мәҫәлән, немец, инглиз) "йыл" мәғәнәһендә ҡулланыла. Рус телендә ошо уҡ "йар" тамыры яҡтылыҡты белдерә (яркий), әммә "яровой" һүҙенең килеп сығышында "яҙ" миҙгеле мәғәнәһе сағылыш тапҡан, ә боронғо замандарҙа күпселек ҡәүемдәр тап яҙ еткән мәлдә генә яңы йылды (яңы йылыны) ҡаршылаған. Әлбиттә, ҡояш горизонттан билдәле кимәлдә күтәрелеү менән яҡтылыҡ ("яркость") күпкә арта, уның менән бергә йылылыҡ кимәле лә күтәрелә бара.
Әйткәндәй, шул уҡ боронғо славяндар яңы йылды март урталарында, ҡояш илаһы Ярило тыуған мәлдә (22 март - яҙғы көн-төн тигеҙләнеше) билдәләгән, һәм хәҙерге "год" һүҙе урынына күп халыҡтарҙың телдәрендәге уртаҡ тамырлы "йар" һүҙе ҡулланылған булыуы мөмкин. Лингвосемантик анализ рус телендәге шул уҡ "год" һүҙенең немец телендәге илаһ атамаһы "Gott" һәм яҡшы, һәйбәт тигәнде аңлатҡан "gut" һүҙҙәренең беҙҙең "ҡот" тигәнебеҙгә тап-таман булыуын күрһәтә: үтә боронғо замандарҙа ата-бабаларыбыҙ ҡотҡа табынған, ул үҙенә күрә бер илаһи зат итеп иҫәпләнгән. Башҡортса "ҡотлау", йәғни ҡот теләү быуаттар төпкөлөнән килгән алғыш булһа, немецса "Guten Morgen!" тип әйтеү шул уҡ ҡотло иртә теләүҙе аңлата, уларҙың "O, mein Gott!" тип әйткәндәрен башҡортсалап, "О, минең ҡотом!" тиергә була. Ә бит яҙ миҙгеле ата-бабаларыбыҙҙың үҫешә барған аңында, бер яҡтан, ергә яңынан йылы ваҡыт етеүе менән бәйле ысынбарлыҡты (яңы йыл башланыуын) сағылдырһа, икенсе яҡтан, яңы ҡот ҡайтыуы кеүек абстракт төшөнсәләр барлыҡҡа килеүенә сәбәп биргән.

Һәр бер айырым телдә зат алмаштары ҡулланыла, ошо һүҙ төркөмөнөң ни рәүешле барлыҡҡа килеүе хаҡында беҙ әлегә әллә ни мәғлүмәтле түгелбеҙ. Боронғо кешеләр үҙҙәрен уратып алған мөхиттәге предмет-күренештәрҙе билдәле бер һүҙ-атамалар менән билдәләй башлаған дәүерҙәрҙә үҙ-үҙҙәренә ҡарата ла ниндәйҙер бер айырым һүҙҙәр ҡуллана башлаған, тип фараз итергә була. Күп әйбер-предметтар араһынан ниҙелер айырып күрһәтә алыу өсөн әйтелештә һаҡланып, нығынып ҡалған уртаҡ атамалар кеүек үк, кешеләргә бер-береһен айырып күрһәтә алыу мөмкинлеген биргән һүҙҙәр ҙә хасил була барғандыр. Боронғо кешеләр бер-береһе менән аралашыу барышында тәүге мәлдәрҙә ым-хәрәкәт менән ҡуша ябай ғына, башлыса, бер ижекле ымлыҡтар ҡуллана башлаған. Ниндәйҙер бер предметты, йә иһә башҡа бер кешене айырып күрһәтер өсөн уң ҡулдың һуҡ бармағын (русса - указательный палец) шул тарафҡа төбәп, билдәле бер һүҙ йәки ымлыҡ ҡулланылған, мәҫәлән: "был", "шул", "ул" һ.б. Төрки телле ҡәүемдәрҙә 1-се зат алмашы сифатында "мин" ("бән") һүҙҙәре ҡулланылһа, рус телендә кеше үҙен үҙе бер генә ижекле "я" алмаш һүҙе менән атай. Бында тәү ҡарашҡа "мин" һәм "я" алмаштары араһында бер ниндәй ҙә бәйләнеш булмаған кеүек тойола. Әммә эҙләнеү инструменты сифатында психолингвистик анализ ысулын ҡулланһаҡ, ошо турала ҡыҙыҡлы ғына һығымта яһарға була.
Ҡыҙыҡһыныусан уҡыусыбыҙға бер һорау менән мөрәжәғәт итәйек: "Рус телендә төп килештә "я" һүҙе ҡулланылһа, башҡа килештәрҙә ул фонетик яҡтан бөтөнләйгә икенсе бер һүҙҙең төрлө варианттары формаһын ала - "меня", "мне", "меня", "мной", "обо мне". Бында "я" алмашының ни рәүешле икенсе төрлө фонетик яңғырауыш алыуы күҙгә күренеп, беленеп тора, шул уҡ ваҡытта ошо зат алмашының үҙ-үҙеңде атау мәғәнәһе һаҡланып ҡала. Әммә ошо төрлө килештәрҙе белдереүсе рус телендәге 1-се зат алмаштарын башҡортсаға тәржемә итһәк, үтә ҡыҙыҡлы сағыштырыуға ерлек хасил була: "я" - "мин", "меня" - "мине", "мне" - "миңә", "мной" - "минең менән", "обо мне" - "минең турала". Беҙ ошо рәүешле сағыштырып ҡарау аша рустарҙа ҡабул ителгән берлектәге 1-се зат алмаштарының уларҙың башҡортса варианттарына ни тиклем оҡшаш булыуын күрәбеҙ.
Бындай үтә яҡын фонетик ауаздашлыҡ нисек барлыҡҡа килгән икән? Йәнә, немецса "mein", русса "мой" һәм башҡортса (төркисә) "минең" һүҙҙәренең бер үк мәғәнәлә булып, шулай уҡ фонетик яҡтан тамырҙаш булыуын нисек аңлатып була? Ни өсөн рус телендәге "я" алмашы күплектә "мы" тигән һүҙ менән бирелә? Әйҙәгеҙ, ошо ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап эҙләп ҡарайыҡ.
Кешелек тарихын өйрәнеүсе ғалимдар - философтар, тарихсылар боронғо кешеләрҙең тарихҡа тиклемге осорҙарҙа үҙҙәрен тик тотош берләшмә (ырыу, ҡәбилә) форматында ғына танып белеүгә өлгәшеп, ошо берләшмә сиктәрендә үҙҙәрен айырым берәмек итеп ҡарамаған, тигән фекер яҡлы. Тимәк, үҙҙәрен йәмғиәттән (тәү социумдан) башҡа күҙ алдына ла килтерә алмаған кешеләр үҙҙәре йәшәгән һәм аралашҡан тотош бер ҡәүемде "мы" тигән ымлыҡ-һүҙ менән атай башлағандыр. Иң элгәре "мы" ("мынь") билдәле бер кешеләр төркөмөн белдерһә, һуңғараҡ осорҙарҙа уның төрки телдәрендәге "беҙ" варианты барлыҡҡа килгән. Тимәк, ошо уҡ күплекте белдергән атаманың тәү тел барлыҡҡа килгән замандарҙа айырым бер кеше затына ҡарата ла берҙәй ҡулланылған булыуы ихтимал.
"Я" һәм "мин", "мән", "бән" алмаштары йәмғиәти берләшмә составында айырым кешеләрҙе билдәләү маҡсатында күпкә һуңыраҡ дәүерҙәрҙә ҡулланыла башлай. Быны, әлбиттә, кешеләрҙең аң һәм үҙаң ҡеүәһе үҫә барыу менән бәйләп аңлатып була. Төрки телдәрендә 1-се зат алмашы булған "мин" һүҙенең төрлө фонетик варианттары осрай: "мән/бән", "мен/бен", был зат алмашы, күрәһең, "ман/бан" праформаһының бер аҙ үҙгәртелә биргән варианты булғандыр. Әйтергә кәрәк, күп кенә хәҙерге донъя халыҡтары телдәрендә "ман" йә иһә "мән" тамырҙары "ир" мәғәнәһендә ҡулланыла, һәм киңерәк мәғәнәлә ул "кеше" төшөнсәһен дә белдерә. Мәҫәлән, немец телендәге "der Mahn", инглиздәрҙә "man", "men" (ир кеше, ирҙәр) һүҙҙәрен, шулай уҡ "спортсмен", "бармен", "ирекмән", "һөнәрмән", "төркмән" кеүек атамаларҙы миҫалға алырға була. Бәлки, тәү телдәр дәүерендә аң кимәле үҫешә барған кеше ҡулы менән үҙен күрһәткәндә кеше затын белдергән "мын" һүҙен, тора-бара уның "ман", "бан" кеүек фонетик варианттарын башҡаларға ишетерлек итеп әйтә башлағандыр. Тап шуның арҡаһында рустарҙың "я" алмашы ҡулланылышҡа ингәнгә тиклем телдәрендә "мы" йә иһә "мынь", "мыня", "мыне" рәүешендә әйтелеп йөрөтөлгән зат алмаштарының хәҙерге варианттары формалашҡан, тип һығымта эшләргә була.

Лингвистар тәү алтайҙарҙың "би" рәүешендә әйтелеп йөрөтөлгән "мин" мәғәнәһендәге тамыр һүҙенә бөтөнләйгә икенсе бер тел ғаиләләренә ҡараған телдәрҙә тап-таман килгән фонетик варианттарын миҫалға ала: төрки телдәрҙә "бе", монгол, тунгус-манчжурҙарҙа - "би", япондарҙа -"ба". Әммә шуныһы ла иғтибарҙы йәлеп итә: әлеге үтә боронғо "би" тамыр һүҙе фонетик яҡтан үҙебеҙҙең башҡорт телендәге "беҙ" алмашына тура килә; тимәк, рустарҙың боронғо ата-бабалары (славян ҡәбиләләре) нисек итеп "мы" ("мынь") тамырын ҡулланһа, башҡорттарҙың да архаик ҡәбиләләрендә "беҙ" һүҙе ошолай уҡ "мин" мәғәнәһендә ҡулланылыуына ышанырға була.
Әйтергә кәрәк, тәү эскимостарҙа "ви" тамыры шул уҡ "мин" тигәнде аңлатҡан; һинд-европа телдәрендә лә ошо уҡ фонетик вариантар осрай. Болгар лингвисы С. Младенов болгар телендәге "мене" (мине) алмашы һәм латиндарҙың "ме" (мин), фарсыларҙың "мэн", сығатайҙарҙың "мен", төрөктәрҙең "бен" тигән һүҙҙәре араһында семантик һәм фонетик бәйләнеш булыуы хаҡында яҙып сыға. Шул уҡ ваҡытта немецтарҙың "wir" (беҙ) күплектәге зат алмашын копттарҙың (Мысыр) "wy" (мин, мине), нгизим ҡәүеменең (чад телдәре төркөмөнә ҡарай) "wа" (беҙ, беҙҙе, беҙҙең) һүҙҙәре менән сағыштырып була.
Йәнә, тағы ла бер ҡыҙыҡлы миҫал: сиркәү-славян телендәге "ve" һүҙе "беҙ икәү" тигәнде аңлатҡан. Америка индеецтары телендә лә "мин" зат алмашын белдергән боронғо тамырҙар булыуы ҡыҙыҡлы: цимшиан, иксиль ҡәбиләләрендә - "ma", мутсун телендә - "ме", "меn", хидатсаларҙа - "мi", дакотала - "mis" (миш), осейдж телендә - "wie". Шулай уҡ тамырҙарында һинд-европаса "ne" (беҙ) һүҙе менән бер рәттән, Америка континенты халыҡтары телдәрендә ошо "n" өнө ингән һәм "мин" мәғәнәһендәге һүҙҙәр бар: "n-" чинуктарҙа, "nu" - кламаттарҙа, "-n" - майя ҡәүмендә, "ni" - мапучеларҙа.
Тәү ҡарашҡа, өҫтә килтерелгән мәғлүмәттәр нигеҙендә, тел параллелдәрен дә иҫәпкә алып, ниндәйҙер бер ҡағиҙәгә тиң булырлыҡ һығымта эшләп булмаҫтай тойола. Әммә беҙ бында ҡасандыр бер үтә архаик дәүерҙәрҙә 1-се зат алмаштарының бер үк семантик һәм фонетик ерлектә хасил булыуы хаҡында бик ышаныслы итеп әйтә алабыҙ. Ситтән ҡарап фекер йөрөткәндә, бер-береһенән үтә алыҫ араларҙа көн иткән, ниндәйҙер бер тығыҙ иҡтисади һәм этник бәйләнештәре булмаған халыҡтарҙың телдәрендәге "мин" һәм "беҙ" төшөнсәләрен белдергән һүҙҙәрҙең төрлөсә ҡулланылыуын аңлата алыуы ҡыйын проблема кеүек ҡабул ителһә лә, логик яҡтан мәҡәләбеҙҙең тәүге өлөшөндә билдәләп үтелгән фекер раҫлана: боронғо дәүерҙәрҙә "мин" һәм "беҙ" төшөнсәләре, бер үк тәү тамырҙан яралып, бер үк берҙәм мәғәнәлә ҡулланыла килеп, халыҡтарҙың тарихи үҫеше шарттарында бәғзе бер телдәрҙә "мин", икенселәрендә "беҙ" төшөнсәләре рәүешендә нығынып ҡалған.

Тарихҡа тиклемге осорҙарға ошондай лингвистик-тарихи экскурс яһағандан һуң ҡыҙыҡһыныусы уҡыусыбыҙ ошондайыраҡ һорау бирә алыр ине: "Ә улай булғас бер үк һинд-европа телдәренә ҡараған рус телендәге "я", инглиздәрҙең "I", немецтарҙың "ich" тигән 1-се зат алмаштары атамалары нисек барлыҡҡа килгән һуң?" Был һүҙҙәрҙең тамырҙарында бер ниндәй ҙә фонетик күсәгилешлек тойолмай бит! Ошо ҡыҙыҡлы лингвосемантик феноменды ла аңлата алыу юлын табып булырмы? Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, ошондайыраҡ бер хәлде күҙ алдығығыҙға килтерегеҙ. Янығыҙҙан бер кеше үтеп киткәс, һеҙ уның кеҫәһенән ниҙеңдер төшөп ҡалыуын күреп ҡалдығыҙ, ти. Һеҙ артабан ана шул кешене туҡтатып, ни әйтер инегеҙ? Әлбиттә, тап бына ошолайыраҡ: "Эй, иптәш, бынау әйберегеҙҙе һеҙ төшөрөп ҡалдырманығыҙмы?" Рус кешеһе һеҙгә әйтәсәк: "Да, конечно, эту вещь потерял я! Спасибо вам!"; немец булһа: "Ja, ja, das ist meine Sache!" - тип әйтер; инглиз кешеһе: "Yeah, yeah, I have lost this thing", - тиер; ә башҡорттоң: "Эйе, эйе, был әйбер эйәһе мин!" - тип әйтерен беләбеҙ. Үҙегеҙ иғтибарлабыраҡ ҡараһағыҙ, немецтарҙың "ja"һы, инглиздәрҙең "yeah" тигәне, башҡорттарҙың "эйе"һе һәм рустарҙың "да, я" тигәне семантик яҡтан бер үк нәмәне аңлата икән.
Ошо текстағы "эй" лексемаһына иғтибар итәйек. Минеңсә, бына ошо үтә боронғо ымлыҡ нигеҙендә байтаҡ ҡына ҡәүемдәр телдәрендә берлек һанындағы 1-се зат алмаштарының - инглиздәрҙең "I", немецтарҙың "ich", рустарҙың "я" һүҙҙәре барлыҡҡа килгәндер, тип фараз итергә була. "Эй" ымлыҡ-киҫәксәһе яҡын-тирәләге бер нисә кеше араһынан кемдерҙеңдер иғтибарын йәлеп итеү маҡсатында киҫкен рәүештә, интонацияны күтәрә биреберәк әйтелә. "Эй!" тиеүҙе иғтибарға алып, әйләнеп ҡараусы кеше ошо тауыштың башҡалар араһынан тап үҙенә йүнәлтелеүен аңлап эш итә, ул был осраҡта үҙен башҡаларҙан айырып ҡарай. "Эй!" тигәнгә яуап та, ошо сигналды ҡабул итеүҙе белдереп, төрлө телдәрҙәге фонетик яҡтан оҡшаш һүҙҙәр менән билдәләнә: "ja", "yeah", "эйе", "да я". Рус телендәге "да" һүҙе айырылыбыраҡ торған хәлдә лә, уның артынса килгән "я"ны шул уҡ семантик рәткә индереп була.

Йәнә бер башҡорт һүҙен дә иғтибарға алырға мөмкин. Төрки-башҡорттарҙа әлеге "эйе" һүҙенә фонетик яҡтан бик оҡшаш "эйә" һүҙе бар, ул нимәгәлер хужа булыуҙы, ниндәйҙер бер әйбер-фәләндең кемдекелер булыуын аңлата. Эйә - үҙаллы, иркен, азат эш итә алыусы кеше, үҙ ғәмәлдәрен ҡыла алыусы субъект. Ә рустарҙың "я" тигәне лә шул уҡ "эйә булыусы", ниндәйҙер бер ғәмәлдәрҙе башҡара алыусы кеше өсөн 1-се заттағы алмаш һүҙе булыуы менән башҡорт телендәге "эйә" һүҙенә семантик һәм фонетик яҡынлығын белдерә. Телебеҙҙәге "эйә-ләшеү", "эйә-ртеү", "эйә-реү" һүҙҙәре шул уҡ "эйә - "я" тигәндәге субъектлыҡты белдерә. Шулай уҡ башҡорт телендәге "йә" киҫәксә-ымлығы ла икенсе бер кешегә - "эйәгә" - өндәшеү, ниҙелер талап итеү мәғәнәһендә шул уҡ семантик һәм фонетик нигеҙҙә хасил булғандыр, тип фараз итеп була.
Ошо тема буйынса әйтелгән фекерҙәребеҙҙе йомғаҡлап, Америка тел белгесе М. Сводеш белдергәнсә, теге йәки был телдәге зат алмаштарының ниҙелер күрһәтеүгә йүнәлтелгән хәрәкәт-ғәмәлдәр нигеҙендә, уларға ярашлы ымлыҡтар менән ҡуша килтерелеп хасил ителеүен нигеҙле, тип һанарға була. М. Сводеш ошолай яҙа: "Күрһәткес "ni" (демонстратив) "n-" өнөнә һуҙынҡы ҡушылып яһалған, уның, яҡын урынлашыу мәғәнәһендә ҡулланыла килеп, еңел генә беренсе затты белдереүсе һүҙгә әйләнеүе мөмкин, был, һинд-европалыларҙың "mi" һәм "wi" тигәндәренә, башҡа бер күрһәткес һүҙҙәр (элементтар) барлыҡҡа килеүгә ҡамасаулыҡ итмәй... Икенсе яҡтан, шул уҡ тамырҙар башҡа бер зат алмаштары өсөн ҡулланыла башлауы мөмкин". Әйткәндәй, туған телебеҙҙә әлеге лә баяғы "ней" тиеп һөйләшеүебеҙҙең дә үтә боронғо дәүерҙәрҙән бирле килеүенә ышанып булалыр.

Шулай итеп...
Донъя халыҡтарының туған телдәре хаҡындағы уйланыуҙарымдың бер ғилләһе булыуы хаҡында ла әйтеп үтергә кәрәк. Ул бик боронғо һәм ябай бер фекерҙән тора: дини тәғлимәткә ярашлы, шул уҡ Библия һәм Ҡөрьән-Кәримдә лә, кешелектең тәү атаһы итеп Әҙәм ғәләйһиәссәләм һәм тәү инәһе Һауа һүрәтләнгән. Йыһан менән бергә кешелек донъяһын бар иткән Аллаһы Тәғәлә әҙәми заттарға ер йөҙөндәге барса есем-күренештәрҙе атай алыу мөмкинлеген биргән. Тап шуға күрә иң боронғо архаик замандарҙа тәү тел хасил булып, кешелектең тарихи үҫеше барышында айырымлана барған һәр бер ҡәүем ошо уртаҡ ерлектә үҙ телен тыуҙыра алған. Шулай булғас, донъя халыҡтарының туған телдәрен иҫ киткес оло тарихи-мәҙәни хазина итеп ҡабул итеп, һаҡлау һәм үҫтеререү зарур.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №13, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.04.24 | Ҡаралған: 53

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru