«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Алдаҡсылар заманында йәшәйбеҙ. Һинең улар тоҙағына эләккәнең булдымы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДИНГӘ ОСРАҠЛЫ КИЛМӘЙҘӘР
+  - 

Яңыраҡ Башҡорт дәүләт академия театрында спектакль ҡараным. Ифтар тамаша барған ваҡытҡа тура килде. Янда ултырыусыларға мәшәҡәтләмәй генә ауыҙ асырға тура килде. Янымда миңә ҡушылыусылар ҙа табылды. Бер үк ваҡытта партерҙың һул яҡ рәтендә ултырыусы мәктәп балалары араһында ифтар ғәмәле башҡарыусыларға иғтибар иттем. Спектакль башланыр алдынан урындарына ултырған саҡта уларҙың ҡулдарындағы һыулы шешәләрҙе, моҡсайҙарға һалынған ризыҡты күреп өлгөргәйнем. Залда кескәй ураҙалаштарым барлығын тойоу йәнгә аңлатып булмаҫлыҡ кинәнес алып килде. Әммә... Балаларҙың күпләп дингә килеүенә, намаҙ уҡыуына, ураҙа тотоуына шатланырға ғына булыр ине, әммә был күренештең балалар тормошонда төрлөсә сағылыш табыуы ҡайһы ваҡыт күңелһеҙ уйҙарға ла алып килә. Атап әйткәндә:

А) Бынан бер нисә йыл элек күптәнге танышым үҙенең нисек итеп дингә килеүен бәйән иткәйне. Бигүк күңелле булмаған тарих. Уның улы ауыр булмаған енәйәт ҡылғаны өсөн ҡыҫҡа мөҙҙәткә төрмәгә барып эләккән. Төрмәлә дин юлында булыусылар менән бергә ултырып, шул юлға килеп, намаҙ уҡый башлаған улы. Һуңынан иреккә сыҡҡас, атаһы уның өлгөһөнә эйәреп намаҙлыҡҡа ултырған, дингә килгән. "Мин намаҙ уҡыһын өсөн улым төрмәгә эләгергә тейеш булғанмы икән? Аллаһы Тәғәлә улыма һәм миңә шундай һынауҙы махсус бирҙеме икән, әллә был осраҡлы тап килеүме?" - тип һүҙен тамамлағайны атай кеше. Бәндәнең төрмәгә барып эләгеүе осраҡлы булыуы ла мөмкин, нимә генә тимә, һаҡһыҙлыҡ, дыуамаллыҡ йә спиртлы эсемлекте артыҡ ҡулланып тәртип боҙоу арҡаһында ла рәшәткә артына барып юлығалар. Шул уҡ ваҡытта кешенең намаҙ уҡый башлауы һис тә осраҡлы булмайҙыр ул, тип тә уйланыла. Күп кенә кешеләрҙең ауырлыҡтар аша дини юлға килеүен иҫәпкә алғанда маҡсат ысулды аҡлайҙыр ҙа, тигән фекергә лә киләһең. Маҡсат ысулды аҡлайҙыр ҙа ул, әммә әҙәм балаһы намаҙ уҡый башлар өсөн төрмәгә ултырмайҙыр ул.

Б) Хәҙер инде мәсьәләгә икенсе күҙлектән ҡарайыҡ: ни өсөн киреһенсә килеп сыҡмаған, йәғни был бала атаһына эйәреп дингә килмәгән һуң? Уның дингә килеүе, был юлға атаһын күндереүен "Бер олоно, бер кесене тыңла" тигән әйтем менән дә аңлатып булыр һымаҡ. Ошо урында республикабыҙҙа киң билдәле бер шәхестең: "Хәҙер донъялар шул тиклем үҙгәрҙе, беҙҙең өйрәткән аҡыл, биргән кәңәштәр балаларыбыҙға бөтөнләй яраҡһыҙ. Уларға нимәлер әйтә, өйрәтә башлаһаң, тыңлаған кеше булалар ҙа, барыбер ҙа үҙҙәренсә эшләп ҡуялар", - тигән һүҙҙәре иҫкә төшә. "Атайым һаҡал ебәрмәйенсә, мин мыйыҡ үҫтермәйем", тигән мәҡәл дә бар. Әгәр ҙә ошо һүҙҙәрҙе дини лөғәткә бороп ҡараһаҡ, атаһы улына эйәреп дингә килһә, "Улым һаҡал ебәрмәйенсә, мин мыйыҡ үҫтермәйем", булып сыға түгелме? Был осраҡта дини йола менән милли йола бер-береһенә ҡаршы килә. Был ниндәйҙер кимәлдә "Иң тәүҙә тауыҡ булғанмы, әллә йомортҡамы?" тигән мәңгелек дилемманы иҫкә төшөрә. Шул уҡ ваҡытта һуғышсан атеистик дәүерҙә шәхесе формалашҡан атайҙың улы дингә килгәнсе ситтә йөрөүен ғәйепләп тә булмай.

В) Бала күңеле аҡ ҡағыҙ, унда нимә яҙһаң, шул була, тиҙәр. Үкенескә күрә, балаларын дини юлға өндәгән ата-әсәләр үҙҙәре дөрөҫ юҫыҡта булмаһалар, мәктәптә уҡыған балаларын да күп кенә мәрхүмлектәргә дусар итә. Әйтәйек, телевизор, кино, спектакль ҡарарға ярамай, Яңы йыл, 8 март, 23 февраль байрамдары, йырларға, бейергә, музыка ҡоралында уйнарға, тыуған көн үткәрергә ярамай, Ҡыш бабай бүләге хәрәм һ.б.
Мин дин юлында булған балаларҙың барыһы хаҡында ла быларҙы әйтмәйем, әммә мәктәп программаһында һәм кластан тыш эштәрҙә ҡаралған байтаҡ ҡына фәһемле сараларҙан мәхрүм ителгән балалар хаҡында ишеткәнем, ундайҙарҙың ата-әсәләре менән һөйләшкәнем дә бар.
Спектаклгә килеп ауыҙ асҡан балаларҙың диндең дөрөҫ юҫығында йөрөүҙәренә һис тә шикләнмәйем. Улар сама менән етенсе-туғыҙынсы кластарҙа уҡыған балалар. Башҡа тамашасылар нисек кейенгән булһалар, шулай кейенгәндәр, баштарына йоҡа ғына яулыҡ ябынғандар. Иплеләр, тәртиплеләр. Уларға ҡарап йән шатланды былай...

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
"Киске Өфө" гәзите, №13, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.04.24 | Ҡаралған: 67

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru