«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"ИҪКЕРГӘН БУЛҺА ЛА, ЙӨРӨЙ..."
+  - 

Үткән аҙнаның йәкшәмбеһе Украинала алып барылған Махсус хәрби операция башланыуының 767-се көнө булды. 31 мартҡа ҡарай төндә Рәсәй армияһы Украинаның хәрби һәм инфраструктура объекттарын утҡа тотто, тип хәбәр итте "Военное обозрение" баҫмаһы. Төн урталарында Рәсәй пилотһыҙ осоу аппараттарының удар төркөмө һәм тактик авиация төрлө йүнәлештәрҙә һөжүм итте.

Унан алдараҡ, Интерфакс мәғлүмәттәре буйынса Рәсәй хәрбиҙәре Украинаның энергетика һәм һауа һөжүменә ҡаршы объекттарына "Кинжал" тауыш тиҙлегенән шәберәк ракеталар яуҙырҙы. РФ Оборона министрлығынан белдереүҙәренсә, утҡа тотолған объекттар юҡ ителде. Бынан тыш, ведомство хәбәрҙәренән күренеүенсә, Рәсәй хәрби көстәре тәүлек эсендә дошмандың 175 пилотһыҙ аппараты менән 21 HIMARS һәм Yampire реактив снаряд системаларын бәреп төшөрҙө. Һәм, ғөмүмән, МХО башланғандан алып, беҙҙең көстәр тарафынан Украинаның 577 самолеты, 270 вертолеты, 17 658 пилотһыҙ аппараты, 489 зенит ракета комплексы, 15 642 танкы һәм бронемашинаһы, 8 573 артиллерия орудиеһы һәм минометы, 20 343 берәмек махсус хәрби машинаһы юҡ ителде, тип хәбәр итә Интерфакс .
ЦРУ директоры Роберт Бернс белдереүенсә, АҠШ тарафынан өҫтәмә хәрби ярҙам булмаһа, Украина тыныс килешеүҙәргә барыуы ихтимал. Ә бит тап 31 мартта Украинала ил Конституцияһына ярашлы президент һайлауҙары үтергә тейеш ине, ләкин илдәге хәрби хәлде һәм Зеленскийҙың вәкәләтлек мөҙҙәте 20 майҙа ғына тулыуын иҫәпкә алып, президент һайлауҙары, Украинаның көнбайыш партнерҙары ҡыҫтауына ҡарамаҫтан, билдәһеҙ ваҡытҡа кисектерелә. РФ Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, "Беҙ - Рәсәй менән" Запорожье хәрәкәте башлығы Владимир Рогов Украина президенты Зеленскийға тыныс килешеүгә барыу планы тәҡдим итте. Ә шул араларҙа АҠШ конгресы аҡса бүлеүҙән баш тартыуға ҡарамаҫтан, Washington Post гәзите яҙып сығыуынса, Пентагон "яҫтыҡ-матрастарҙы ҡаҡҡылап, кеҫәләрҙә һәрмәнеп", Киев өсөн 300 млн доллар аҡса табыуға өлгәште.
Ә АҠШ президенты Джо Байдендың үҙ хәстәре: Төньяҡ Дакотаның Демократик партияһы праймеризында ул 92,4 процент , ә 45-се президент Дональд Трамп Республикандар партияһынан бөтә булған делегаттарҙың 29 тауышын алды. Һәм тағы ла Франция тураһында. Илдең оборона министры Себастьян Лекорню Киевҡа йөҙләгән иҫке VAB бронетранспортеры ебәрергә әҙер булыуын белдерә. "Иҫкергән булһа ла, улар йөрөй әле..." ти ул. Шул уҡ ваҡытта француз армияһын яңы Griffon бронемашиналары менән тулыландырыу ҡарала. АҠШ та үҙенең ҡоралланыу программаһы тарихында иң ҡиммәткә төшкән проектын бойомға ашырырға булды: F-35 истребителенең тәүге өлгөһө беренсе осош яһағандан һуң... 20 йыл үткәс, әле килеп уны сериялы етештереүҙе башларға хәл ителә, ләкин истребителдең бынан алда сығарылған өлгөләре менән бөтәһе лә ал да гөл түгел икән шул: ҡайһы берҙәре менән авариялар булғылаған, өҫтәүенә, тауыштан юғарыраҡ тиҙлектә осоуҙы башҡарыу еңел бирелмәүе һәм тағы ҡайһы бер етешһеҙлектәр асыҡланған. Ҡиммәткә төшкән проекттың уңышһыҙлығын АҠШ властары үҙҙәре лә танырға мәжбүр, ләкин күрәләтә уны бойомға ашырырға хәл ителә.
Ә бына MBDA (ракеталар етештереүсе Европа транснациональ компанияһы) заказдар булмау сәбәпле, Германияла Taurus ракеталарын етештереүҙе туҡтатырға мәжбүр булды, тип хәбәр итә Der Spiegel журналы. Заказ юҡ икән, ракеталарҙы запас етештереү тыйыла. Немец компанияһы етәксеһе Томас Готшильд был хәлдең ил сәнәғәте өсөн яҡшы түгеллеген таный һәм Украинаға Taurus ракеталары ебәреүҙе изге бурыс тип иҫәпләй, ә ГФР канцлеры Олаф Шольц Киевҡа бындай ҡорал ебәреүгә ҡаршы, сөнки ул ракеталарҙың Рәсәй территорияһында шартлауын теләмәй. Икенсенән, Taurus ракеталарын белеп һәм һөҙөмтәле файҙаланыу өсөн Украинаға немец хәрбиҙәрен ебәрергә тура киләсәк, ә был мөмкин түгел, ти ул.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №13, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.04.24 | Ҡаралған: 69

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru