«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АУ-3
+  - 


- Миңә автобус туҡталышынан район үҙәгенә ун ике саҡрым тигәйнеләр. Кисәнән бирле шул араны өс мәртәбә атлағанымдыр, ә һеҙ йәнә ун тип тораһығыҙ.
- Ниндәй туҡталыш? Был тирәлә бер ниндәй ҙә туҡталыш юҡ. Һин һораған район үҙәгенә шул сама, - көтөүсе тауышында йәнә ҡәнәғәтһеҙлек сыңланы. Үҙенә ҡаршы әйткәнде яратмағаны күренеп тора ине. Бәлки, йоҡоһо ла бөтмәгәндер, кисә ныҡ ҡына төшөргәнгә лә оҡшай - йөҙө шеш. Мал менән йөрөп үҙе лә малға әйләнеп бөткән, күрәһең. Ул ҡулын ҡарайып, шуға ла шомло булып күренгән урман яғына һелтәне лә урынынан ҡуҙғалды һәм һайт-һайтлап байтаҡ йыйылған мал-тыуарҙы ҡыуа ла башланы. Шунан ҡапыл туҡтаны ла:
- Һин тилберерәк атла, әтеү өлгөрмәүең бар. Эй, былай ҙа һуңланың инде, - тип өҫтәп ҡуйҙы.
- Нимәгә һуңланым?
- Бәй, районға тиһең дә? Судҡа китеп бараһың түгелме ни?
- Эйе..
- Шулай булғас...
- Ә һеҙ уны ҡайҙан беләһегеҙ? - Әсләмдең аптырауының сиге юҡ ине.
- Был донъяла, егет кеше, һәр кем ете ҡат ер аҫтында йылан көйшәгәнен белеп тора. Бөтә айырма шунда: берәүҙәр был хаҡта һөйләй, икенселәр белһә лә өндәшмәй, - көтөүсе мыҫҡыллы ғына йылмайҙы, йәнәһе, көтөүсе генә булһам да донъялағы серҙәргә мин дә хәбәрҙармын. - Әммә һин үҙеңдекен иҫбатлай алмаясаҡһың. Ҡара көстәр берҙәм, ә ғәҙеллек тарҡау. Ғәҙеллек юҡ ул, ул барҙыр, ләкин түрә-ҡара, аҡсалы бәндәләр уны тыуыу менән йотоп тора. Ай, хаҡлыҡҡа юлың алыҫ, егет кеше, - көтөүсе һүрән генә йылмайҙы ла һайт-һайтлап көтөүе артынан ҡуҙғалды.
Әсләм ергә ҡаҙаҡланған бағана кеүек ҡатты ла ҡалды. Ҡайҙан белә икән һуң был ҡартлас: радио йәки телевизор аша хәбәр иткәндәрме, әллә эҙләүҙәре тураһында иғлан биргәндәрме? Унан шул тиклем дә ҙур яңғыраш алған эшме ни инде? Алдан берәйһе хәбәр иткәндер тиһә, уны юлда уҙыусы булманы. Ул ғына түгел, бөтә донъя хәбәрҙар, ти ҙәһә. Туҡталыштағы ҡағыҙҙы уҡығандыр, тиһәң? Хәйер, ул туҡталыш ҡайҙа ҡалды, Әсләм үткән урман юлы аша көтөүсе шул яҡҡа барып йөрөй буламы? Улай тиһәң, бетон ҡоролма эсе мал-тыуар тиҙәге менән туп-тулы ине. Берәйһе генә килеп әйтмәһә. Уныһы ла бик икеле. Минең судҡа барырға тейешлегем кемгә кәрәк тә, кемгә ҡыҙыҡ? Һәр кем үҙенең донъяһында ғына көн иткәндә, кемдеңдер ҡайҙалыр китеп барыуы бер кемгә лә хәжәт түгел.
Көтөү баҡырыша-баҡырыша ауыл осона китте, малдарын алып килгән бала-саға, әбей-һәбей, ҡатын-ҡыҙ яйлап таралышты. Нишләргә, көтөүсе күрһәткән тарафҡа ҡуҙғалырғамы, әллә кире боролорғамы, тип йәнә икеләнеп торҙо Әсләм. Унан иртәнге ысыҡтан лыс һыу салбар балаҡтарына, йүкә ағасының нәҙек ботаҡтары менән уратып бәйләгән туфлиҙарына ҡараны ла, үҙен бер меҫкен итеп тойҙо. Бөгөн бит-йөҙөн йыумаған да хатта. Ә бармағы һыҙлай, һыҙлай ғына түгел, бөтә аяғы зәңкей хәҙер. Тиреһе һыҙырылып сей ите ҡыҙарып тора. Ҡулъяулығын да бәйләп ҡараны, еңеллек килмәне барыбер. Шешеп ҡуймаһа ярар ине лә. Көтөүсе район үҙәгенә кәзә һуҡмағынан алты-ете саҡрым тиһә лә, йырағыраҡ булыуы ла ихтимал - Әсләм хәҙер был яҡтағы саҡрымдарға һис ышанмай. Үлсәү берәмектәре бөтөнләй икенсе. Автобустан төшкәс тә күпме атланы, ун уҡ булмаһа ла әлеге алты-ете генә йыйылғандыр, ә был көтөүсе шул сама тип тора. Кемгә ышанырға?
Ауылдың икенсе осона сығып еткәнсе, көтөүсе әйткән кәзә һуҡмағын урамда осрағандарҙан һорай-белешә атлаһа ла, барыбер ҙә теүәл белеүсе булманы. Берәүҙәр, шул тирәлә инде, тип урман яғына иҙәне, икенселәр ат юлынан башҡа юл юҡ ул, тип иҫбатланы, өсөнсөләр тәүгә ишетәмсе, тип яурын йыйырҙы, дүртенселәр бөтөнләй өндәшмәне, хатта туҡтаманы ла. Белмәүҙәренә иҫе китә Әсләмдең, ышанмай, иҫәрҙер былар, бөгөн, егерме беренсе быуат башында, шундай кешеләр ҙә булыр икән, тип аптырай. Әйтерһең дә, урыҫ староверҙары һымаҡ ил сигендәге тайгала йәшәп яталар. Уның ҡайҙа китеп барыуын ошо ауыл көтөүсеһе лә белгәс, былар ҙа беләлер, шуға һөйләшкеләре килмәй, тип тә уйлай. Ә күрше ауылды, үҙҙәренең район үҙәген, нисек белмәҫкә мөмкин икән һуң? Бынау заманда бер ҡайҙа сыҡмай, йөрөмәй, ҡыҙыҡһынмай, хәбәрҙар булмай үҙ ауылдарында ғына бикләнеп йәшәргә буламы икән ни?
Алты-ете саҡрым тиһә лә, ғәжәп, ара көтөүсе әйткәндән яҡыныраҡ булып сыҡты. Әммә ул иртәрәк шатланған: ауылға ингәс тәүге осраған кеше - әбейҙән ауылдың исемен белешкәйне, юҡсы, нишләп улай булһын, беҙҙең ауыл шулай тип аталасы, тип бөтөнләй икенсе атаманы әйтте ҡуйҙы! Саҡ йығылып китмәне Әсләм. Ниһайәт, килеп еттем, тип нисек шатланғайны! Ә шул район үҙәге ҡайҙа һуң, бынан йыраҡмы, тигәнгә, бәй, белмәйемсе, тәүгегә ишетәм, был тирәлә ундай үҙәк юҡ, беҙҙең икенсе район, тип һалмаһынмы! Мөғжизә, тек мөғжизә. Ниңә, ундай атамалы ауыл бөтөнләй юҡмы әллә? Һәм ул бушҡа эҙләп йөрөй булып сығамы?
Артабан нишләргә икән һуң, район үҙәген эҙләп һаман барырғамы, әллә кире боролорғамы? Эҙләһәң, табылырына бер ышаныс юҡ, ҡайҙа барып төртөлһәң дә белмәйемдән һалдырасаҡтар, кирегә боролһаң - юлды хәтерләмәй, аҙашасаҡ. Шунан йөрө ҡара урмандан сыға алмай.
Ҡапыл ҡайҙандыр бер йәш егет пәйҙә булды ла иҫәнләшеп тә тормай:
- Эй, тартырға бир әле! - тип өндәште.
- Тартмайым, - тип яуапланы Әсләм, көлөмһөрәп. - Һиңә лә шуны теләйем.
- Миңә һинең теләгең кәрәкмәй, миңә тәмәке кәрәк, - тине егет дорфа ғына. Унан ҡулдарын кеҫәһенә тығып бөршәйҙе. - Тартҡы килә, баш та сатнай. Тәмәкең юҡ икән, давай яртылыҡ аҡса бир. Кисә артығыраҡ тейәлгән, срошны төҙәтер кәрәк. - Тек һиңә тәмәке кәрәкме, әллә яртылыҡ аҡсамы?
- Икеһе лә. Тәмәкең юҡ, уныһын әйттең, давай, аҡса. Уныһы бар.
Әсләм уйға ҡалды. Әлбиттә, аҡсаһы бар, юлға аҡсаһыҙ сығамы кеше, тик бынау оятһыҙ бәндәгә нишләп бирергә тейеш һуң әле?
- Ниңә өндәшмәйһең? Аҡсаң юҡмы әллә? Воопще, һин кем ул? Бер ҙә беҙҙең яҡ кешеһенә оҡшамағанһың, - егет ишараты ҡулдарын кеҫәһенән сығарҙы, күҙҙәрендә асыу шәйләнде. - Аҡса, тим! Ниңә аңшайҙың? Йәһәт бул! Юҡһа, иптәштәрҙе саҡырам. Бер һыҙғырыуым етә. Улар минең һымаҡ һорап тормаясаҡ, аҡыртып талап аласаҡ.
Егет шаярмай ине. Бәләһенән баш аяҡ, тип уйланы ла Әсләм, салбар кеҫәһенән ике йөҙ һумды сығарып, һондо. Егет рәхмәт тә әйтмәй дуға кеүек кәкре аяҡтары менән өйрәк ише алпан-толпан баҫып китеп тә барҙы.
Әсләм бараһы ерен ҡарай-ҡарай килә ине, ауыл осона ла килеп сыҡты. Теүәл генә береһе лә әйтә алманы район үҙәгенең ҡайһы тарафта икәнен. Ғәжәп ине ауыл халҡының уны белмәүе. Ошо район биләмәһендә йәшәйҙәр, ә үҙәкте әйтә алмайҙар. Йомош-фәләнгә юлдары төшмәйме икән ни? Әйтәйек, магазин, справка, туған-тыумаса. Автобус бәйләнеше лә тойолмай, кеше лә осрамай. Үҙ өйөңдән сыҡмай, кеше менән аралашмай көн ит инде ошо заманда...
Арба юлынан атлап ташландыҡ ырҙынға еткәйне, туҡта, эй, туҡта, тип һөрәнләгән тауыштар ишетеп артына боролдо. Боролғайны, өс егеттең кемуҙарҙан үҙенә ҡарай йүгереүен күрҙе. Ҡул болғайҙар, һөрлөгөп йығылып та китәләр, ҡалҡынып йәнә йүгерәләр. Аҡса алған егеттең этлеге. Тимәк, барыбер ҙә өлкәнерәк иптәштәрен ҡотортоп ебәргән! Әсләм аҙымдарын ҡыҙыулатты, әммә арыған, туфлиҙары аяуһыҙ ҡыҫҡан аяҡтарын һөйрәп шәп китә алманы - йөҙ-йөҙ илле метр үтә алдымы, юҡмы, иҫерек егеттәр уны ҡыуып та етте.
- Ҡайҙа ҡасаһың? - тине береһе, бышлыға-бышлыға. - Кем һин?
Күлдәге салбары тышына сыҡҡан, сәстәре тирләгән маңлайына йәбешкән, кәм тигәндә аҙна самаһы ҡырынмаған был кешенән мәрхәмәт көтөрлөк түгел. Эсеүҙән йөҙө кәкрәйеп, салшайып бөткән.
Әсләм өндәшмәне. Нимә тиһен? Ҡурҡыта алмай, тиргәшә алмай, һуғыша алмай. Былар өсәү, ул бер үҙе. Шул ауылдан, эш менән район үҙәгенә китеп барам, тине.
- Ҡайҙа? - тип хихылданы егеттәрҙең береһе, аптырағандай итеп.
- Ниңә алдайһың? Был тирәлә ундай район үҙәге юҡ. Беҙҙең район үҙәгенең исеме шулай. - Егеттәрҙең икенсеһе исем атаны. - Ул бөтөнләй икенсе яҡта.
- Нисек... икенсе яҡта? Миңә ошо юлды өйрәттеләр, - хәҙер Әсләм аптырай.
- Алдағандар. Был тирәлә ундай ауыл юҡ.
- Ә ҡайҙа һуң? - Әсләм йәнә район үҙәгенең исемен атаны. Ғәжәпләнеүенең сиге юҡ ине.
- Давай, һин беҙгә допрос ойошторма. Ҡайҙа китеп барыуың беҙгә кәрәкмәй, хет Ҡаф тауҙары аръяғына кит, беҙгә яртылыҡ аҡса бир. Юҡ, тимә, барлығын беләбеҙ, - егет ҡәнәғәт көлдө, әйтерһең дә, оло серҙе асҡан күрәҙәсе. Үҙе ярамһаҡланып иптәштәренә ҡараны.
Вәт, сволочь, теге алкаш егет ҡотортоп ебәргән, ысынлап та. Бирмәһә, барыбер талап аласаҡтар. Нишләһен, ҡалған аҡсаһын һонорға мәжбүр булды.
- Бүтән юҡ, бөтә аҡса шул, берәүегеҙгә биргәйнем бит инде. Шул етмәнеме ни?
- Беҙ уны күрмәнек, беҙ үҙебеҙ башҡа, - егет ҡулындағыһын һананы. - Бында күпме?
- Яртыға етә, - тип яуапланы Әсләм. - Һеҙгә бит эсергә кәрәк.
- Эсергә түгел, баш төҙәтергә, - тип бүлдерҙе бәләкәй кәүҙәле юлбаҫар.
- Барыбер инде.
- Барыбер түгел шул, барыбер булһа бармаҡ менән эшләрҙәр ине, - егет хихылдап көлдө, йәнәһе, осҡор хәбәр әйтте.
- Ике яртылыҡ аҡса менән юлға сыҡмайҙар. Район үҙәгендәге ашханала итһеҙ кәбеҫтә өйрәһе генә лә шул хаҡ тора, - быныһын таҡыр баш әйтте.
- Тентейемме? - тип әтәсләнде теге бәләкәй, Әсләм яғына ынтылып-ынтылып.
- Ҡырағайланма, бында ике шешәгә етә, ысынлап та, - тип яуапланы таҡыр баш ҡәтғи генә. Намыҫы ҡуҙғалды, ахыры, - булмаған район үҙәгенә китһен әйҙә.
Егеттәр бер-береһенә серле генә һирпелде лә еңеүсе ҡиәфәтендә ашыҡмай ғына китеп барҙы. Әсләм улар артынан байтаҡ ҡарап торҙо, үҙенең меҫкенлегенә, көсһөҙлөгөнә, ҡаршылашмай-нитмәй күҙ асып күҙ йомған арала ике тапҡыр таланыуына йәне көйҙө. Бирмәй ҙә булмай ине шул - туҡмауҙары бик ихтимал ине. Өсәүгә яңғыҙы нисек ҡаршы торһон? Имгәтеп-нитеп ҡуйһалар, судьяларға нисек күренә? Улар бит бер ғәйепһеҙгә юлбаҫарҙарҙан туҡмалған, аҡсаһын алдырған тип түгел, килгәндә ҡайҙалыр, кемдәр менәндер һуғышып йөрөгән, тимәк, үҙе һуғыш суҡмары, тип ҡабул итәсәк. Улай уйлауҙары Әсләмгә һис кәрәкмәй, был уның файҙаһына түгел, һөйләшеүҙәренә ныҡ ҡамасаулаясаҡ - төп эшен асыҡлайһы урынға, быныһына бәйләнеп йонсотасаҡтар. Төшөрөп ҡалдырманыммы, тип Әсләм туҡталыш будкаһынан йолҡоп алған ҡағыҙҙы тотоп ҡараны. Урынында, әммә лыс һыу ине ҡағыҙ, гәзиткә йәки полиэтиленға төрөп һалырға башы етмәгән.
Нишләргә белмәй, берсә урманға, берсә ауыл яғына ҡарап аптырап торған арала талаусы егеттәрҙең туҡтағанын һәм ҡулдарын һелтәй-һелтәй бер-береһе менән бәхәсләшкән, ҡысҡырышҡандарын шәйләне. Тәүҙә, быларға аҡса етмәне, ахыры, йәнә миңә килергә ниәтләнәләр, тип уйлағайны ла, береһе, таҡыр башлыһы, уның яғына ишаралап, нимәлер ҡысҡыра, һөрәнләй башлағас, бәхәстең сәбәбе аҡсала түгеллеген аңланы. Әлеге егет Әсләмгә ҡулы менән, туҡта, китмәй тор, тигән ишара яһаны ла ҡабаланмай ғына уның яғына атланы. Ҡасыуҙан мәғәнә юҡ, бараһы юлын асыҡ ҡына белмәй, аҡсаһы ла ҡалманы, шуға уны тыныс ҡына көтөргә булды.
- Ҡарале, иптәш, һинең унда барыуыңдан мәғәнә юҡ, - тине таҡыр баш Әсләм янына килеп еткәс. Ҡапыл әйтмәне, көттөрөп әйтте, Әсләмгә берауыҡ һынсыл ҡарап торғандан һуң ғына әйтте. - Кире әйлән лутсы. Үҙеңдең ғәйепһеҙ икәнеңде барыбер иҫбатлай алмаясаҡһың.
Әсләм тәүҙә бер нәмә лә аңламаны, хәбәренең мәғәнәһе аңына барып еткәс, тамам шаңҡыны - бөтөнләй таныш булмаған эскесе егет уның ҡайҙа, ниндәй йомош менән китеп барыуын белә! Баш етмәҫлек хәл, торғаны бер мөғжизә! Был да көтөүсе ҡарт әйткәнде ҡабатлап тора.
- Ҡайҙа барыуҙан?
- Ҡайҙа-ҡайҙа? - егет шырпы һымаҡ ҡапыл тоҡанып китте. - Ниндәй маҡсат менән китеп барыуыңды беләм, бәй.
- Ҡайҙан беләһең? Мин бер кемгә лә һөйләп йөрөгәнем юҡ та.
- Уны бөтәһе лә белә, һинең һөйләп йөрөүең кәрәкмәй ҙә.
- Ҡайҙан белгәндәр һуң?
- Кеше йөрөп ята, телефон бар, башҡаһы.
- Улайһа бөтәһе лә мине ғәйепле тип иҫәпләйме?
- Бер кем дә һине ғәйепләмәй. Киреһенсә. Ул егеттең атаһы районда ҙур түрә, ағаһы баш ҡалала, ә һине яҡларлыҡ бер кемең юҡ, шуға ла үҙеңдең ғәйепһеҙ икәнеңде иҫбатлай алыуың бик икеле. Шәп адвокат тап эшеңде отҡоң килһә. Табаһың да доверенность яҙып бөтә эшеңде уға тапшыраһың да ҡуяһың. Нимә тип үҙең йөрөйһөң? Юрист түгелһең, закондарҙы белмәйһең. Ҡабалан, иптәш, мин һиңә ихлас әйтәм, - һәм егет иптәштәре артынан китте. Бер аҙ барғас боролдо ла һөрәнләне: - Эй, аҡсаңды кеҫәңә һалдым. Ғәфү!

(Дауамы. Башы 46-сы һанда).
"Киске Өфө" гәзите, №48, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.12.23 | Ҡаралған: 95

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru