«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҪЫЙЫРҒА ҪАЛАМ ҪАЛҒАНДА, ЙӘКИ "ҪӨЙЛӘШ" ФЕСТИВАЛЬ-МАРАФОНЫ ТУРАҺЫНДА
+  - 

"Үҙебеҙсә рәхәтләнеп ҫөйләшәйек әле бөгөн! Әтеү ғүмер буйы ҫаҡау Дим буйҙары, тигәнгә ҡыйынҫындыҡ. Ә бит оялырға түгел, ҫөйләшебеҙ үҙенсәлекләрен ғорурланып ҡулланырға булған!" "Ҫөйләш" фестиваль-марафоны башланғандан алып ошондайыраҡ фекерҙәрҙе күп ишетергә тура килде. Башлыса оло быуын вәкилдәренең әйткәне күңелгә инә. Уларҙың берсә мәрәкәле, берсә аптыратырлыҡ хәтирәләрен тыңлап, тарихҡа күҙ һалабыҙ, телебеҙҙең һәм тыуған яҡ яҙмыштарының айырылғыһыҙ икәненә тағы бер инанабыҙ.

"Ҫөйләш" фестиваль-марафоны 14 сентябрҙә Дәүләкән районында старт алды. Уның сиктәрендә башҡорт ауыл биләмәләрендә төрлө форматтағы саралар үткәреү ҡаралғайны. Араһында ғилми йүнәлештәге "Ҫөйләшемдә - үткәннәр" түңәрәк өҫтәле; "Йолаларҙа - ил яҙмышы", "Туған яҡ моңнары" музыкаль-саралары; "Нәнәйем әкиәттәре" кисәһе. Шулай уҡ "Сәхнә теле", "Шиғри һүҙ" һ.б. осрашыуҙар. Исемдәренән үк күренеүенсә, был саралар башҡорт теленең Дим һөйләшенә төрлө яҡлап күҙ һалыуға йүнәлтелгән. Шул уҡ ваҡытта Дим-Өршәк, Асылыкүл буйы башҡорттарының рухи ҡомартҡыларын барлау, фольклор материалдарын туплау, мәҙәни мираҫыбыҙ менән йәш быуынды таныштырыу ҙа проекттың төп маҡсаттары иҫәбендә. Башҡорт теленең Көньяҡ диалектына ҡараған Дим һөйләше буйынса махсус фестиваль беренсегә үтә. Был проект - телебеҙҙе һаҡлау эшендә мөһим аҙым, тиһәк тә хата булмаҫ. Әйткәндәй, Дим һөйләше Башҡортостан Республикаһының Әлшәй, Архангел, Ауырғазы, Бәләбәй, Бишбүләк, Дәүләкән, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Миәкә, Нуриман, Өфө һәм Шишмә райондары территорияһында таралған. Мең, көҙәй, ҡобау ырыуҙары, шулай уҡ өлөшләтә - ҡаңлы һәм ҡаршин ырыуы башҡорттары Дим һөйләшендә аралаша. Йәғни, ул башҡорт теленең иң ҙур һөйләштәренең береһе.
"Ҫөйләш" фестиваль-марафоны старт ала, тигән хәбәр ишетелгәс тә, ул ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Радио, телевидениела, социаль селтәрҙәрҙә фекер алышыуҙар ойошторолдо. Башлыса: "Һөйләш үҙенсәлектәре бөгөн һаҡланамы һуң?" - тигән икеләнеүҙәр күп булды. Проектты башлар алдынан ойоштороусылар ҙа ошо һорау өҫтөндә уйланды. Һәм беҙ бер ни тиклем күҙәтеү һәм тикшеренеү эше алып барҙыҡ. Уның сиктәрендә төрлө йәштәге кешеләр менән аралашыу ойошторолдо, аудио-видеояҙмалар ҡулланылды, шулай уҡ һуңғы йылдарҙа ошо төбәктә әҙерләнгән радио-ТВ тапшырыуҙары анализланды. Һөҙөмтә күрһәтеүенсә, Дим һөйләше юғалмаған ғына түгел, әүҙем ҡулланыла ла. Бигерәк тә оло быуын вәкилдәренең телмәрендә фонетик, морфологик үҙенсәлектәр сағыу яңғырай.
Дим һөйлешенең төп үҙенсәлеге - ул әҙәби телдәге "һ", "с", "ш" өндәре урынына күпселек "ҫ" өнөнөң ҡулланылышы. Быға проекттың атамаһы ла ишаралап тора. Мәғәнәүи яғынан ҡарғанда ла "Ҫөйләш" һүҙе юҡҡа һайланманы. Ул тәү сиратта "Дим Ҫөйләше", икенсенән "Ҫөйләш!" - тыуған телеңдә аралаш тигәнде аңлата.
Белеүебеҙсә, әҙәби тел нормаларына ярашлы "ҫ" өнө һүҙ башында килмәй. Ә Дим һөйләшендә ул элек-электән хатта кеше исемдәрендә лә ҡулланылған (Ҫөләймән, Ҫибәт һ.б.). Быны төрлө йылдарҙа төбәктә тупланған экспедиция материалдары дәлилләй. Әйткәндәй, был үҙенсәлеккә бәйле бихисап мәрәкәле әйтем-лаҡаптар ҙа һаҡлана халыҡта. Фестивалде асыу тантанаһында, мәҫәлән, Минислам Солтанғәлиев ошондайын әйтте:
"Ҫыйырға ҫалам ҫалғанда
Ҫәнәк ҫабы ҫынып сыҡты.
Ҫәнәк ҫабын ҫаплағансы,
Ҫыйырым сығып ҡасты".

Икенселәр:
"Ҫыу буйында ҫуғаным,
Ҫыу ҫиптеңме, туғаным?" - тиҙәр.
Ә бәғзеләр көйләп үк ебәрә:
"Ҫары, ҫары, ҫап-ҫары,
Ҫары бәке ҫаплары.
Мин ҫарғаймай кем ҫарғайҫын,
Килмәй сәләм хатлары".

Һөйләштең лексик үҙенсәлектәре бигерәк тә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Мәҫәлән, тызый (бал ҡорто), сәпсек (турғай), кәкере (ваҡ бәлеш) һ.б. һүҙҙәрҙе күп яҡта аңлап та етмәйҙәр. Ҡыҙыҡ өсөн социаль селтәрҙәге "Ҫөйләш" төркөмөндә "кәлкүн" (качели) һүҙе, уның башҡа яҡтарҙағы атамаһы тураһында һораулама урынлаштырғайныҡ. Баҡтиһәң, республикабыҙҙың башҡа төбәктәрендә генә түгел, хатта күрше ауылдарҙа ла уны төрлөсә атайҙар икән. Был, әлбиттә, яңы һорауҙар тыуҙыра, киләсәктә эҙләнеү һәм тикшеренеү өсөн яңы офоҡтар билдәләй.
Проект сиктәрендә ойошторолған һәр сара телдең үҙенсәлектәрен барлауға ғына түгел, урындағы топонимдар, ауыл тарихтарын туплауға ла йүнәлтелде, киләсәктә ошо төбәктең топонимик һүҙлеген булдырыу мәсьәләһе лә ҡаралды. Фестиваль-марафон барышында Асылыкүл, Дим-Өршәк буйы башҡорттарының музыкаль әҫәрҙәре лә сәхнәгә сыға килә. Бында һаҡланған, һирәк яңғырашлы йырҙарҙың күплеге, йола элементтарының сағыулығы шулай уҡ төбәктең бай тарихы тураһында һөйләй.
"Ҫөйләш" фестиваль-марафоны 14 декабргә тиклем дауам итә. Был - ошоноң менән эш тамамлана тигән һүҙ түгел. Проект бик күп фекерҙәр, һорауҙар, хатта бәхәстәр тыуҙырҙы. Был ыңғай күрһәткес, әлбиттә. Ошондай аралашыуҙар һөҙөмтәһендә күптәр һөйләше менән ҡыҙыҡһына башлай, диалект үҙенсәлектәре менән таныша, алған мәғлүмәтте өлөшләтә булһа ла хәтеренә һалып ҡуя, башҡаларға еткерә. Туған телебеҙҙең тәрәнлеген, сағыулығын асыуға, уны һаҡлауға йүнәлтелгән "Ҫөйләш" проектына матур яҙмышлы, яҡты киләсәкле, иң мөһиме, "ҫөҙөмтәле" булыуын теләйек.

Олеся ӘХМӘТРӘХИМОВА,
филология фәндәре кандидаты, шағирә.

"Киске Өфө" гәзите, №48, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.12.23 | Ҡаралған: 165

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru