«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺҮҘҘЕ САБЫЙ ҠАБАТЛАҺА, БӘЛӘНӘН ТЕЛ ҠОТОЛОР...
+  - 


ҺОРАУ: Ғаиләлә атай, олатайҙың туған телгә һөйөү тәрбиәләүҙәге роле ниндәй?

Юнир ҺАҒЫНБАЕВ, ҡурайсы, йырсы:
Туған телгә һөйөү нисек һалына һуң? Барыһы ла ябай ғына - ғаиләлә үҙегеҙ туған телдә һөйләшегеҙ, шул саҡта балаларығыҙ ҙа башҡортса һөйләшәсәк. Беҙҙең Баяс һәм Ғайсар исемле ике улыбыҙ үҫеп килә. Уларҙың теле башҡортса асылды, мин уларға ҡурайҙа көйҙәр уйнаным, башҡортса йырҙар йырланым һәм улар өсөн ошондай мөхит ғәҙәти күренеш булды. Быны аңлы рәүештә эшләнек тип тә әйтә алмайым, башҡорт ғаиләһенә быларҙың барыһы ла хас булырға тейештер. Әсәләре лә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Өфөнөң 103-сө мәктәбендә белем бирә һәм уның да бала тәрбиәләүгә ҡарашы минеке менән тура килә. Шуға ла беҙгә еңелерәк булғандыр. Йыраҡ тип торманыҡ, башҡорт балалар баҡсаһына йөрөттөк, хәҙер улар уҡыусы, ҡаланың 20-се Башҡорт гимназияһында уҡыйҙар.
Үҙем дә ауылда, саф башҡорт мөхитендә үҫтем. Өйҙә лә, мәктәптә лә башҡортса аралаштыҡ, уҡытыусыларыбыҙ Зарифа менән Фәттәх Аралбаевтар беҙҙе йырға, бейеүгә, ҡурайға ылыҡтырып, күңелдәребеҙгә рух һалды. Спорт менән дә әүҙем шөғөлләндек. Шулай уҡ ваҡытында шәхсән миңә, тормош иптәшең үҙ милләтеңдән булһын, тип кәңәш биреүселәр булды. Балаға быныһын да әйтергә кәрәктер, сит милләт һинең үҙеңде лә, ата-әсәйеңде лә, милли үҙенсәлектәреңде лә тулыһынса ҡабул итә алмай. Шуға ла кәләш һайлағанда ла уның буласаҡ балаларыңды тәрбиәләйәсәк кеше икәнен аңларға кәрәк, егеттәр. Үҙ милләтеңә бала үҫтерәм тиһәң, бер ниндәй икеләнеүҙәр булмаҫҡа тейеш. Хәҙер улдарым башҡорт сәнғәтенә тартыла, ҡурайҙа уйнарға өйрәнәләр, әсәләре лә был шөғөлдәрен хуплап, дәртләндереп кенә тора.
Әле яңы ғына баш ҡалала концерт эшләнем. Унда халыҡ зал тултырып килде. Өфөлә башҡорт мөхите бар бит ул, ошо миҫал да шуны күрһәтеп тора. Ҡалала тыуып үҫкәндәр араһында ла рухлы йәштәр күп, райондарҙан да күсеп киләләр, йорт һатып алалар, балаларын башҡорт мәктәптәрендә уҡыталар. Хәҙер урамда башҡортса һөйләшкәнгә берәү ҙә аптырамай. Халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың шундай шиғыр юлдары бар:
"Телде тере тел һаҡлаһа,
Һүҙҙе сабый ҡабатлаһа,
Бәләнән тел ҡотолор.
Телдән төшкән тел юҡ булыр,
Телдәге тел ныҡ булыр".
Беҙ күп, беҙ үҙебеҙҙең телдә һөйләшәбеҙ, балаларыбыҙ ҙа ошо юлдан тайпылмаҫ, моғайын.

Урал МОРТАЗИН, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы: Атайым Хәйрулла Хәбибулла улы билдәле ғалим, математик булһа ла, иҫ киткес йыраусы ла, өҫтәүенә, бына тигән бейеүсе лә ине. Ул телгә лә иғтибарлы булды. Беҙ бәләкәй саҡта шундай шарт ҡуйҙы: өйҙә тик башҡортса ғына аралашабыҙ. Шуға ла беҙ башҡортса һөйләшеп үҫтек. Башҡорт йырҙары, башҡорт бейеүҙәре лә беҙгә үҙенсәлекле мөхит булдырҙы. Мин физик-математик һөнәрен алһам да, бейеүгә булған һөйөүем бөтөнләй икенсе юлдан алып китте. Сибай филармонияһына эшкә килдем, унда иһә барыһы ла тик үҙебеҙсә һөйләшә ине. Мин туған телемде бар камиллығында һәм нескәлегендә Сибайҙа ныҡлап өйрәндем. Ҡыҙыбыҙ ҙа Сибайҙа тыуҙы, шуға ла уның да теле башҡортса асылды. Өфөгә күскәндә ул хатта русса белмәй ҙә ине. Рус телен балалар баҡсаһы өйрәтте. Хәҙер ул инглиз телендә лә иркен аралаша.
Улдарыбыҙ иһә баш ҡала егеттәре, уларға ундай уҡ мөхит эләкмәне, әммә үҙемдең ғаиләмдә лә атайым беҙгә ҡасандыр ҡуйған талапты ҡуйырға тырышабыҙ. Телдәре башҡортса асылды, бына ошоноһо мөһим тип иҫәпләйем. Әле 20-се Башҡорт ҡала гимназияһында белем алалар, унда ла шул үҙ башҡорттары, үҙ менталитеттарына яҡын булғандар араһында булһындар тигән уй менән биргәнбеҙ. Шулай ҙа хәҙер хәл яҡшырҙы, беҙ үҫкәндә урамда башҡортса һөйләшһәң, ҡырын ҡарай торғайнылар. Бөгөн рәхәтләнеп һөйләшеп йөрөйбөҙ.
Беҙ үҫкәндә ике яҡҡа ла ауылға каникулға ҡайтып йөрөй торғайныҡ. Хәҙер балаларҙы улай оҙаҡҡа ауылға ҡайтарып та ҡуймайҙар. Ҡайтарһалар ҙа, ул балалар өләсәләрен русса өйрәтеп ала. Ә беҙҙең ауылда телмәребеҙ үҙенән-үҙе башҡортсаға күсә лә китә торғайны. Бына ошоға ла иғтибарлы булырға, өләсәй-олатайҙарға ныҡ торорға кәрәк. Бала башҡорт мөхитенә эләкһә, шунда уҡ һөйләшә лә китә ул, сөнки унда уның милли булмышы асыла. Мәрйәм апай Бураҡаева ойошторған "Йәйләү" йәйге лагерына ла балаларын ебәрергә тырышыусылар күп, сөнки унда ана шул мөхит бар. Милли мәҙәниәт аша ла телгә һөйөү һалына, мәҙәниәт аша хатта еңелерәк тә әле.
Ғөмүмән, бөтөн нәмә лә бала саҡта һалына. Атайым үҙе фән эшмәкәре булһа ла, ауылды яратты, ҡайтып йөрөр ине. Һарыҡ һуйыу кеүек ир-егеттәргә хас эштәрҙе лә яратып башҡарыр ине, беҙ ҡарап торор инек. Әле бына "Злой город" тигән тарихи нәфис фильмға төшөп йөрөйөм. Бер көндө төшөрөү командаһы "Кем һарыҡ һуя белә?" тип һораны. "Мин", тием быға тиклем һуйғаным булмаһа ла. Бер ҡалмыҡ егете менән һарыҡты бәйләнек тә, ҡиблаға ҡаратып һалып, бисмилламды уҡыным да, салдым. Уныһын киноға төшөрмәнеләр, Батый хан осорон һүрәтләгән тарихи фильмда былай ҙа ҡан күп тигән фекергә килделәр, ә бына элеп тунаған сағым эләкте. Ҡалала үҫһәм дә, ауыл менән бәйләнеш булғас, мин быны эшләй алдым. Бына шулай үҙ мәҙәниәтеңде, ғөрөф-ғәҙәттәреңде, телеңде белһәң, бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмаясаҡбыҙ.

Таһир КҮЗБӘКОВ, IT-белгес: Ғаиләлә барыһы ла мөһим. Балаңды тәрбиәләмә, үҙеңде тәрбиәлә, ти халыҡ, һәм бик дөрөҫ әйтә. Шуға ла телгә һөйөү тәрбиәләп алайым әле, тип кенә китап уҡыу, башҡортса йәнһүрәт ҡарауҙан эш ыңғайға үҙгәрмәйәсәк. Үҙең өлгө булырға тейешһең. Өйҙә башҡортса аралашайыҡ, балаларҙың теле туған телендә асылһын, атай менән әсәй үҙ-ара үҙ телендә һөйләшһен - былар һәр кемебеҙҙең хәленән килә торған эш. Бәләкәйҙән ишетеп, һөйләшеп үҫмәһә, ҙурайғас, ул теләһә лә башҡортса аралаша алмаясаҡ. Өс ул үҫтергән йәш атай булараҡ шуны ла әйтер инем: ир бала өсөн атай айырыуса өлгө. Атанан күргән уҡ юнған, тип халыҡ юҡҡа ғына әйтмәй, уларҙың киләсәктә ниндәй шәхес булып китеүҙәре минән дә тора икәнен аңлап ҡабул итәм һәм был яуаплылыҡтан мин үҙем дә үҫәм.
Нисек кенә булмаһын, кеше үҙе тәрбиә алған ғаиләһендәге йола-ғәҙәттәрҙе үҙ ғаиләһенә лә күсерә. Мин баш ҡала шарттарында үҫкән ҡала егете, бәлки, ул саҡта Өфөлә үҙебеҙ теләгән милли мөхит булмағандыр ҙа. Әммә был мөхит өйҙә булды. Беҙ тик башҡортса ғына аралаштыҡ. Милли әҙәбиәт, мәҙәниәт, йолалар тигән төшөнсә, башҡорттарға ғына хас туғандар менән яҡындан аралашып йәшәү беҙгә ят булманы. Минең башҡортса һөйләшкәнемде ишеткән өлкән апай-ағайҙарҙың: "Ҡалала йәшәп, нисек улай башҡортса яҡшы һөйләшә һуң?" - тип аптырауҙарына үҙем аптырай инем. "Ҡала балаһы ни эшләп телде белмәҫкә тейеш икән?" - тип эстән генә ғәжәпләнәм. Үҫә биргәс кенә телен белмәгән башҡорттар ҙа булғанын күрҙем. Бөгөн үҙемдең балаларым менән башҡортса аралаша алғаным өсөн атай-әсәйемә ныҡ рәхмәтлемен. Улдарымдың олатай, өләсәй тип өҙөлөп тороуҙарынан да кинәнес кисерәм. Хәҙер инде улар ейәндәрен тәрбиәләүҙә әүҙем ҡатнаша. Балалар бәләкәй саҡта әлегә өйҙә төп талап - улар менән башҡортса аралашыу. Кәләш менән был мәсьәләлә күптән килешеп ҡуйғанбыҙ. Артабан балалар баҡсаһында, мәктәптә үҙ телебеҙҙә тәрбиә алыуҙарын, уҡыуҙарын тәьмин итеү ҙә ҡулдан килгән эштер, тип уйлайым. Үҙебеҙ телде белеү, һаҡлау өсөн ныҡышмалылыҡ күрһәтмәһәк, быны беҙҙең өсөн бер кем дә эшләмәҫ.

Фәнил БҮЛӘКОВ, шағир, З. Биишева исемендәге 140-сы Башҡорт гимназияһы директоры: Әсә теле, туған телгә әсәй өйрәтергә тейеш, тиһәк тә, был мәсьәләлә атайҙың роле лә ҙур. Әсәй генә түгел, атай теле лә ул. Ғаиләлә атайҙың абруйы бар икән, ул телгә ихтирам менән ҡарай икән, баланың да телгә ҡарата хөрмәте ҙур буласаҡ. Минең кәләшем Силәбе өлкәһендә тыуып-үҫкән, башҡортса уҡымаған, әммә ул, минең балалар башҡортса белергә тейеш, тигән ҡарашымды ихтирам итеп, үҙе лә телде бар камиллығында өйрәнде. Ике өлкән ҡыҙыбыҙ районда йәшәгәндә тыуҙы, бәләкәсе ҡала мөхитендә үҫте, өсөһө лә башҡортса һөйләшә, башҡорт булыуҙары менән ғорурлана һәм был тап ғаиләнең тәрбиә һөҙөмтәһе. Өйҙә тик башҡортса ғына аралашабыҙ, тигән шарт ҡуймайым, ике телдә лә иркен, таҙа һөйләшәләр.
Шулай ҙа бала, башҡорт теле өйҙә генә кәрәк икән, тигән фекергә килмәҫкә тейеш. Был йәһәттән барлыҡ мөмкинлектәрҙе ҡарарға кәрәк. Мәҫәлән, Өфөлә башҡорт теле үҫешенә ҙур өлөш индереүсе "Тамыр" студияһы бар. Ул башҡорт телен бөтөнләй икенсе кимәлгә күтәрә, телевизор аша башҡортса һөйләшеп тороу баланы ла үҫтерә. Бәләкәсе вокал төркөмөнә лә йөрөй, телде йыр-моң аша ла өйрәнә, туған теленә хөрмәт тойғоһо арта. "Атай, әйҙә, тик башҡортса ғына һөйләшеп алайыҡ", тип үҙе өндәшә ул ҡайһы саҡта. Башҡорт теленән өйгә эште бергәләп әҙерләйбеҙ, уҡып ултыра, үҙе руссаға тәржемә итеп ҡарай. Йәғни, беҙ башҡорт телен көсләп, талап итеп өйрәтмәйбеҙ, уларҙың үҙҙәренең ҡыҙыҡһыныуы бар. Ошоларҙы бергәләп эшләү, атайҙың да тәрбиә эшендә әүҙем ҡатнашыуы уға телде тағы ла нығыраҡ өйрәнеүгә ынтылыш бирә. Унан һуң, билдәле, туған телен яратҡан бала халҡын, республикаһын яратып үҫә, телде, мәҙәниәтте белгәндең күңеле байыраҡ була, күп телдәр белгән һайын фекерләү ҡеүәһе лә нығыраҡ үҫешә. Баланың арҡа һөйәге ғаиләлә нығына, тормошҡа ла ҡарашты ғаилә тәрбиәләй. Туған тел - ул ҙур байлыҡ, ошоно ла атай менән әсәй аңлап, ғаиләлә үҫтерергә тейеш.

Ләйсән ВӘЛИЕВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №48, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.12.23 | Ҡаралған: 135

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru