«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТУҒАН МӨХИТЕНДӘ ТӘРБИӘЛӘНГӘНДӘР БӘХЕТЛЕ БАЛА САҠ ИЛЕНДӘ ЙӘШӘҮСЕЛӘР УЛАР!
+  - 


Ниндәй була ул бәхетле бала саҡ? Хәҙерге заман ата-әсәләре ошо һорауҙы үҙҙәренә күп тапҡырҙар бирәлер һәм балаларына бер мохтажлыҡһыҙ тормош бүләк итеп, һәр теләктәрен бойомға ашырып, бәхетле итергә теләйҙер. Ә бына Шамонино ауылының "Ысыҡҡай" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре Айтуған Баймырҙин, Әминә Ҡужина, Наҙгөл Вәхитова һәм Наил Кашапов менән әңгәмәнән һуң, бәхетле бала саҡ - ул һәр баланың үҙ туған мөхитендә тәрбиә алып үҫеүе, тип тә аңланыҡ. Һүҙ - кескәйҙәргә.

Һөйләшеүебеҙҙе һеҙ йөрөгән балалар баҡсаһы тураһында башлайыҡ әле. Бында һеҙгә оҡшаймы, күңеллеме?

Айтуған:
Эйе, бында Эмиль һәм Таһир исемле дуҫтарым булғанға бик күңелле. Әммә ял көндәрендә өйҙә ял итеп алам - тик кенә ятып торам, төшкөһөн йоҡламайым.
Наил: Минең дә дуҫтар бар бында, Кәрим менән Данил мәктәпкә әҙерлек төркөмөнә йөрөй, ә мин әле өлкән төркөмдә генә шөғөлләнәм.
Әминә: Мин дә яратам балалар баҡсаһын. Бында тәмле итеп ашаталар, бигерәк тә бутҡалары телде йоторлоҡ. Шулай ҙа балалар баҡсаһына килһәм, өйгә ҡайтҡым килә, өйҙә булғанда, ҡасан балалар баҡсаһына барам инде, тип теләйем.
Наҙгөл: Миңә лә оҡшай бында. Бәләкәй Әминә лә йөрөй беҙҙең төркөмдә, ул бында сәй менән икмәк кенә ашай, башҡа бер нәмә лә ашамай. Шул аптырата.
Айтуған: Эйе, мин дә аптырайым уға. Ашаһа, яҡшыраҡ булыр ине. Сөнки бер ваҡыт беҙҙә физкультура дәресе булды һәм икмәк менән сәй генә эскән малай иҫен юғалта яҙҙы. Шуға, ашаһаң, иҫеңде юғалтмаҫ өсөн яҡшыраҡ.

Тәрбиәсе апайҙар һеҙҙе нимәләргә өйрәтә?

Әминә:
Әсәйҙәр көнөнә үҙ ҡулдарыбыҙ менән матур бүләк эшләргә өйрәндек. Әсәйҙәр шул тиклем шатланды беҙҙең бүләктәргә.
Айтуған: Тәрбиәселәр беҙҙе үҙеңде ипле тоторға өйрәтәләр... Ә һеҙ былай тип һорағас, үҙегеҙ балалар баҡсаһына йөрөмәгәнһегеҙҙер инде, ивет? Балалар баҡсаһын уйлап тапмаған саҡ булған тип атайым һөйләгәйне шул.
Наҙгөл: Һүрәт төшөрөргә лә өйрәнәбеҙ бында.

Белемегеҙҙе тикшереп ҡарайыҡ әле улай булғас. Ҡоштар, йәнлектәр тураһында ниҙәр беләһегеҙ?

Әминә:
Ҡоштарҙан мин бөркөттө беләм. Өйҙә ҡуяным бар, уның исеме Ҡупшыҡай. Тағы тиҙҙән этебеҙ буласаҡ, атайым әйтте.
Наил: Минең Мухтар тигән этем һәм Ҡарағат тигән бесәйем бар, ә бәләкәй балыҡтарҙың исемдәре бөтөнләй юҡ. Бесәйем ҡап-ҡара ғына, шуға ла ул - Ҡарағат. Ә ҡоштарҙан һарытүш менән ҡыҙылтүш тигәндәрен әйтә алам өҫтәп.
Әминә: Минең бер дуҫымдың бесәйе гел уның менән бергә ятып йоҡлай. Беҙҙең дә Мурка һәм Малыш тигән бер иш кенә бесәйҙәр булғайны элек.
Айтуған: Ә мин бесәй менән йоҡларға теләһәм, ул гел ҡасып китәсе. Ҡыҙылтүш ҡыш еткәс килә. Тыныслыҡ күгәрсене була тағы.

Ниндәй әкиәттәр беләһегеҙ?

Айтуған:
Мин "Йомро икмәк" һәм "Сыбар тауыҡ" тигән әкиәттәрҙе беләм. Әкиәттәрҙе миңә әсәйем һөйләй. "Йомро икмәк" һәм "Өс айыу" тигән әкиәттәрҙе бигерәк яратам. Шуныһы ҡыҙыҡ: йомро икмәк ҡаса ла ҡаса, ә уны барыбер тотоп ашайҙар. Наил: "Шалҡан" тигән әкиәтте беләм, унда бабай шалҡан ултырта. "Алтын балта" тигән әкиәт бик оҡшағайны миңә, әсәйем өйҙә булмағанда Хая апай уҡығайны уны беҙгә китаптан, бик матур, ҡыҙыҡ әкиәт. Унда бер ҡарт балтаһын һыуға төшөрөп ебәрә. Һыуҙан бер балыҡ сығып, бөтә балталарҙы күрһәтә лә, ҡарттыҡы табылмағас, уға алтын балта бүләк итә. Быны ҡарттың күршеһе белеп ҡала, йылғаға барып, үҙе һыуға балтаһын ташлай. Аҙаҡ ул бөтөнләй балтаһыҙ тороп ҡала. Тағы ла "Ҡамыр батыр" әкиәтен беләм.
Әминә: Балалар баҡсаһында йоҡларға ятҡас, тәрбиәсебеҙ Земфира Даяновна беҙгә әкиәттәр һөйләй. Урал батырҙы ла беләм, ҡартинәй менән ҡартатайҙарҙа уның һүрәте лә эленеп тора.

Йәнһүрәттәрҙе лә күп ҡарайһығыҙҙыр әле, ниндәйҙәрен яратаһығыҙ?

Айтуған:
"Өс бесәй" тигәне оҡшай, мин уны башҡортсаға әйләндерә беләм.
Әминә: Мин "Маша и медведь" тигәнен ҡарайым.
Наҙгөл: Ә мин йәнһүрәттәр ҡарамайым, телефон һәм компьютерҙа ла уйнамайым. Өйҙә булғанда һүрәт төшөрәм. Сәскәләр төшөрөргә бик яратам.
Наил: Бына бер йырлай торған йәнһүрәт бар, уны телефондан да, телевизорҙан да күрһәтәләр. Шуны яратып ҡарайым. Тағы ла "Майнкрафт" уйнарға яратам, унда атышмайҙар, уйнауы ҡурҡыныс түгел. Тағы ла машиналар ярыштырып уйнайым.
Әминә: Мин дә ҡайсаҡ телефонда уйнайым, тик атамаларын иҫләмәйем. Сөнки атайымдың телефоны һәр ваҡыт Солтан бабайҙың ҡулында була.

Балалар, ә ниндәй байрамдарҙы яратаһығыҙ?

Айтуған:
Яңы йылды яратам. Көҙ байрамында бейегәйнек, атайым да килгәйне һәм беҙҙең һымаҡ бейегәйне.
Әминә: Ҡышҡы һәм йәйге байрамдарҙы яратам. Балалар баҡсаһында һәр саҡ төрлө байрамдар үткәрәләр. Яңыраҡ "Һылыуҡай" байрамында беренсе урын алдым, бейеп күрһәттем.
Наҙгөл: Унда мин дә ҡатнаштым, йырланым.
Наил: Миңә һабантуй һәм Яңы йыл байрамы оҡшай. Бер һабантуй ауылда ҡартатайҙарҙа үткәйне, бик ҡыҙыҡ булды.

Ҡыш бабай бүләктәр килтерәме һеҙгә?

Наҙгөл:
Эйе, миңә алып килә былай. Гел балконда ҡалдырып китә.
Наил: Бүләк алып килә лә ул, тик балалар баҡсаһына килгәне - ысын түгел. Кейенгән кеше генә ул, ысын Ҡыш бабай юҡ, ул әкиәттә генә. Быны мин уның бөтәһенә лә бер төрлө бүләктәр алып килеүенән белдем, оҡшаманы миңә. Быйыл лего Майнкрафт Эндер мир һорайым әле үҙенән, смартфон һораһам, алып килмәҫ инде ул...
Айтуған: Ҡыш бабай бар ул. Мин уны Яңы йыл алдынан ҡаршы алам һәр ваҡыт, хатта йоҡламайым. Өйгә килә. Теге юлы Ҡарһылыуһыҙ ғына килгәйне, уныһы ауырып киткән, тинеләр. Ҡарһылыу һыуыҡты ярата ла инде, нисек ауырыны икән тип, аптыраным инде шул ваҡытта. Бәлки, коронавирус эләктергәндер...
Әминә: Ҡыш бабайҙы мин дә гел көтәм, ул бүләкте шыршы төбөндә ҡалдыра. Үткән Яңы йылда слайм һорағайным, шыршы төбөндәге коробкала бер түгел, ике слайм булды! Ағайым Яңы йылға самокат һорай, тик өс тәгәрмәсле түгел, ә ике тәгәрмәслене.
Наҙгөл: Минең ҡурсаҡтарыма өй алып килгәйне. Тик ул өйҙә уйнатырлыҡ ҡурсаҡтарым юҡ.

Яңы йыл иртәлегендә нимә эшләйһегеҙ?

Айтуған:
Өйрәнгәндәребеҙҙе күрһәтәбеҙ: шиғыр һөйләйбеҙ, бейейбеҙ, йырлайбыҙ. Бер ваҡыт Кеше-үрмәксе булып кейенгәйнем, хәҙер улай кейенмәйем, үҙемдең матур күлдәгемде кейеп киләм.
Әминә: Матур күлдәктәр кейеп киләбеҙ. Миндә Ҡарһылыу күлдәге бар. Башҡа байрамдарға башҡорт күлдәген кейеп киләбеҙ, минеке - йәшел, ул элек инәйемдеке булған.

"Башҡорт теле көнө" тигән байрамды беләһегеҙме? Унда нимә эшләргә була икән?

Наил:
Мин белмәгәйнем, һорашырмын әле.
Әминә: Ул көндә тик башҡортса ғына һөйләшеп йөрөргә булалыр.

Балалар, ә һеҙ тәртиплеме ул? Тәртипле кеше ниндәй була?

Айтуған:
Эйе, ул насарлыҡ эшләмәй, яҡшы күңелле кеше була инде.
Әминә: Тәрбиәле, аҡыллы була.
Наҙгөл: Ул яҡшы кеше, әсәһен тыңлай. Мин дә әсәйемде тыңлайым, бешеренергә ярҙам итешәм уға.
Әминә: Әсәйемә ҡоймаҡ ҡойорға ярҙам итергә яратам.
Наил: Мин дә әсәйемә ярҙам итәм, әле яңыраҡ билмән бөрөштөм, ҡоймаҡ һәм печеньелар бешерештем. Үҙем ҡоймаҡ ашарға ныҡ яратам.

Тиҫтерҙәрегеҙгә ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?

Наил:
Бөтә ерҙә лә күңелле булһын өсөн үҙҙәренә дуҫтар тапһындар.
Айтуған: Насар һүҙҙәр һөйләмәһендәр, артыҡ ныҡ шаярмаһындар.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Балалар менән олатай-өләсәйҙәре, атай-әсәйҙәре, ағай-апайҙары, һеңле-ҡустылары тураһында ла һөйләштек. Һәр кеме яҡындарын теҙеп-теҙеп һанап әйтеп үтте, барыһы ла туғанлыҡ терминдарын бик яҡшы белә, яҡындары тураһында ғорурланып һөйләнеләр. "Беҙ - ауыл балалары!" - тинеләр, һөйләшеүгә йомғаҡ яһағандай.

Теманы дауам итеп...

Был йәнле әңгәмәнән һуң, "Ысыҡҡай" балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Миңзәлә Рәсүл ҡыҙы Ғәйнуллина менән аралашыу форсаты тейҙе. Ул "Ысыҡҡай"ҙа алып барылған эшмәкәрлек тураһында һөйләп, былай тине: Бөгөнгө көндә балалар баҡсаһына 330 бала йөрөй, 8 төркөм формалашҡан: өсөһөндә - уҡытыу-тәрбиә эштәре башҡорт телендә алып барыла, береһе - ике телдә, дүртеһендә - рус телендә. Беҙҙең балалар баҡсаһына Шамонино ауылы менән бер мәлдә нигеҙ һалынған, 2011 йылда үҙ ишектәрен асты. Бында балаларҙың әхлаҡи һәм илһөйәрлек тәрбиәһенә бик ҙур иғтибар бүленә, башҡорт милли байрамдары, йолалары, халыҡ педагогикаһына йыш мөрәжәғәт итәбеҙ. Ноябрь айында "Һылыуҡай" конкурсын ата-әсәләр менән берлектә бик матур итеп үткәреп ебәрҙек: ҡыҙҙар милли кейемдәрҙә күркәм сығыштар әҙерләне, башҡортса йыр-бейеүгә маһирлыҡтарын күрһәтте.
Ауылыбыҙҙың "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзалары бик әүҙем эшләй, улар менән яңыраҡ "Өләсәйем һандығы" тигән сара сиктәрендә башҡорт өләсәйенең һандығында һаҡланған әйберҙәр тураһында бик мәғлүмәтле, мауыҡтырғыс осрашыу үткәрҙек. Ағинәйҙәр башҡорт аш-һыуҙарын да үҙҙәре бешереп алып килде. Ә балалар үҙ сиратында күстәнәскә башҡортса шиғырҙар, йырҙар, бейеүҙәр башҡарып, өлкәндәрҙең күңелдәрен күрҙе.
Ғөмүмән, "Ысыҡҡай" балалар баҡсаһында фольклор байрамдарына баштан уҡ ҙур иғтибар бүленә. Йыл да әҙерлек төркөмөнә күскән балалар менән "Сөмбөлә", "Ҡаҙ өмәһе", "Исем ҡушыу", "Кәкүк сәйе" кеүек йола байрамдарын үткәреп торабыҙ. Башҡорт төркөмдәрендә барлыҡ саралар, дәрестәр башҡорт телендә уҙғарыла. Ул төркөмдәрҙә предмет-үҫеш мөхите лә башҡаларҙан үҙенсәлекле булыуы менән айырылып тора: бөтә ерҙә лә башҡорт орнаменттары, башҡортса яҙыуҙар, Башҡортостандың иҫтәлекле урындары төшөрөлгән. Балаларға барыһын да күрһәтеп өйрәтәбеҙ, сөнки улар һөйләүҙе генә ҡабул итеп бармай. Ә бына үҙ күҙҙәре менән күргән, тотоп ҡараған нәмә хәтерҙәрендә ҡала. Шуға балалар баҡсаһында республикабыҙға арналған махсус мөйөшөбөҙ бар, унда барлыҡ кәрәк-яраҡ, көнкүреш әйберҙәре менән йыһазландырылған тирмә лә тора: кәрәк булһа, тәрбиәселәр шунан әйберҙәрҙе алып тора, йәки балалар менән килеп, шунда дәрес үткәрәләр. Әйтергә кәрәк, беҙгә балалар ике йәшлек сағынан, әле теле лә асылмаған көйө килә. Ата-әсәләр башҡорт төркөмдәренә бик теләп яҙылалар. Әлбиттә, бик һирәктәре генә, теле асылғансы бер телдә генә (ғәҙәттә, рус теленә өҫтөнлөк менән) һөйләшеп тороғоҙ, тигән логопедтар фекеренә ҡолаҡ һалыпмы, шикләнеүҙәрен белдергәне бар. Әммә балалар баҡсаһының бына инде тиҫтә йылдар уңышлы эш тәжрибәһен күреп, был шик-шөбһәләре лә юҡҡа сыға.
Өсөнсө йыл билингваль төркөм эшләй. Тәүге йылда уға өлкән әҙерлек төркөмөндә йөрөгән, тәрбиәне рус телендә алған балаларҙы йәлеп иткәйнек. Улар менән береһе урыҫ, икенсеһе башҡорт милләтенән булған тәрбиәселәр эшләне. Төркөмдәге бөтә нәмә русса-башҡортсаға тәржемә ителде, саралар ҙа, дәрестәр ҙә ике телдә алып барылды. Башҡорт телен белмәгән ата-әсәләр ҙә бик теләп йөрөнө, башҡорт конкурстарында еңгән балалар булды. Ул төркөмгә барып инеп, "Здравствуйте!" тиһәң, балалар "Һаумыһығыҙ!" тип яуап ҡайтаралар, йә - киреһенсә. Ә быйыл иң кескәйҙәрҙән йыйҙыҡ был төркөмгә, уларҙың әле телдәре асылмаған. Шулай ҙа хеҙмәттәштәребеҙҙең тырышлығы, ата-әсәләрҙең теләктәшлеге менән ике телде лә камил белгән балалар үҫеп етер, тигән инаныстабыҙ.
Беҙҙең балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре үҙебеҙҙә, ауылда, Өфө районы һәм республика кимәлендәге сараларҙа, конкурстарҙа бик әүҙем ҡатнаша. Матур ғына еңеүҙәребеҙ ҙә бар, һөйөндөрөп кенә торалар. "Ысыҡҡай"ҙа бөтә белгестәр ҙә бар: 2 музыкаль етәксе, 1 физинструктор, 2 логопед, 1 психолог, 12 тәрбиәсе, уларҙың 8 ярҙамсыһы, шәфҡәт туташы эшләй балалар менән. Балалар баҡсаһының мөдире - Гөлнара Роберт ҡыҙы Ғәбиҙуллина.

Сәриә ҒАРИПОВА
яҙып алды.

"Киске Өфө" гәзите, №48, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.12.23 | Ҡаралған: 140

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru