«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТОСТАН - МӘСКӘҮҘӘ!
+  - 

Мәскәүҙә 4 ноябрҙә "Рәсәй" халыҡ-ара күргәҙмә-форумы асылғайны. Ул 161 көн - 2024 йылдың 12 апреленә - Халыҡтар берҙәмлеге көнөнән Космонавтика көнөнә тиклем дауам итәсәк. Үткән ялдарҙа күргәҙмәлә Башҡортостан көнө үтте. Республика менән танышырға теләүселәргә бай мәҙәни һәм күңел асыу программаһы тәҡдим ителде. "Рәсәй" күргәҙмәһендә төбәктең сәнәғәт, инвестиция, мәҙәни, туристик мөмкинлектәрен күрһәтәбеҙ. Бында халыҡ байрамдары үтә - барыһы ла бик сағыу һәм матур", - тине Радий Хәбиров сара тураһында.

Башҡортостандың урам ихатаһында көнө буйы "Терра Башҡортостан" һәм "Терра Ҡыш" фестивале барҙы. Башҡорт балы, шифалы үләндәр продукцияһы, республика оҫталары яһаған әйберҙәрҙән күргәҙмәләр эшләне. Шулай уҡ самауырҙар күргәҙмәһе лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Республика Башлығы Радий Хәбиров 100 Ҡарһылыу парадына старт бирҙе. Башҡорт Ҡыш бабайының йортон күрергә теләүселәр ҙә күп булды. "Ҡышҡы һабантуй" тип аталған программала иһә олоһо ла, кесеһе лә әүҙем ҡатнашты, бар ҡунаҡтарға ла башҡорт сәйе тәҡдим ителде. Радий Хәбиров Беларусь Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Дмитрий Крутой менән башҡорт туйы йолаһын да ҡараны. Космонавт булып кейенгән башҡорт артистары легендар "Чайка" автомобилендә Мәскәүҙең билдәле урындарында булып, халыҡ менән аралашты һәм уларҙы Башҡортостан көндәрендә ҡатнашырға саҡырҙы. Республика үҙенең экспозицияһын футурик стендта космик аппарат формаһында ҡорғайны. Унда республиканың төрлө өлкәләрҙәге төп ҡаҙаныштары сағылыш тапты. Стендтың дөйөм майҙаны - 124 квадрат метр. Ул был сарала юғары технологиялар ҡулланып эшләнгән һәм тулыһынса 3D-принтерҙа баҫылған берҙән-бер стенд. Майҙансыҡтың ҡунаҡтарына медицина, мәғариф, ауыл хужалығы, мәғлүмәт технологиялары өлкәләре буйынса виртуаль сәйәхәт тәҡдим ителде.
Башҡортостан көнөн ҙур мәҙәни программа тамамланы. Уның бер өлөшөн "Ел тыуҙырған көй" этник музыка һәм милли фольклор концерты тәшкил итте. Ә ВДНХ-ның бер павильонында "Арғымаҡ" төркөмө, "Бишбармаҡ" оркестры, Zainetdin, Ринат Мөхәмәтйәнов еткселегендәге милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов сығыш яһаны. Асҡар Абдразаҡов оркестрға ҡушылып "Урал" һәм "Ирәндек" халыҡ йырҙарын, Башҡорт опера һәм балет театры солистары Рәсил Сәғитов менән Гөлсинә Мәүликәсова Заһир Исмәғилевтың "Торналар йыры" балетынан адажио, БР халыҡ артисы Әлфиә Кәримова "Һандуғас" һәм "Элмәлек" йырҙарын башҡарҙы. Ҡурайсылар ансамбленең "Төньяҡ амурҙары" композицияһы ла бик йылы ҡабул ителде.
"Бында Рәсәйҙең бөтөн төбәге лә күрһәтелгән. Башҡортостан киләсәккә, юғары технологияларға төбәлгән республика икәнен күрһәтергә тырыштыҡ. Яңы йыл каникулдарында балаларығыҙҙы алығыҙ ҙа, ВДНХ-ға килегеҙ. Оло кешегә лә, балаға ла бында күрер, тотоп ҡарар, уйнар өсөн нәмә күп. "Башҡортостан оҙон ғүмерлелек" программаһы буйынса 2000 ветеранды бында ебәрергә килештек тә инде. "Мәктәп туризмы" программаһы буйынса 50 уҡыусы күргәҙмәне ҡараны ла; бындай уҡыусыларҙың һаны 2500 буласаҡ, каникулдарҙа, шулай уҡ күргәҙмә ябылғанға тиклем уларға тап ошо сәйәхәтте тәҡдим итәсәкбеҙ. Килегеҙ, күрегеҙ, эстетик ҡәнәғәтләнеү алығыҙ, илебеҙҙең ни тиклем бай һәм төрлө булыуын күрегеҙ", - тине Радий Хәбиров.

"Киске Өфө" гәзите, №48, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.12.23 | Ҡаралған: 69

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru