«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КҮҢЕЛ ИХТЫЯЖЫ
+  - 

Бала бишектә ята. Ата-әсәһе, олатай-өләсәйҙәр, туғандары сәңгелдәк тирәләп балаға спектакль күрһәтә. Актерҙар күп, тамашасы берәү генә. Бала үҫә, тәпәй баҫып атлап китә, көн дә һөнәр арттыра. Ата-әсәһе, олатай-өләсәйҙәр, туғандары ҡыҙыҡһынып баланы күҙәтә. Актер берәү, тамашасылар - күп. Тормош дауам итә! Бушҡамы ни, бөйөк Шекспир, тормош - театр, кешеләр - актерҙар, тип әйтмәгән. Ысынлап та, кешеләрҙә төрлө тамашалар ҡарау ихтыяжы бар, улар шул күңел талабын ҡәнәғәтләндермәһә, буш һауыт һымаҡ буласаҡтар.

Сибайҙарға күңел ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн бөтә мөмкинлектәр бар: сағыштырмаса ҙур булмаған ҡалала ике театр эшләй! Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры йәше буйынса ҡаланың үҙенән дә оло, "Сулпан" балалар театры республикала берҙән-бер балалар театры. Ҙур рухи байлыҡ бит был!
Байрамдары яҡынлашыуын иҫәпкә алып, күптән түгел драма театрының баш режиссеры итеп тәғәйенләнгән Денис Нурғәлингә уларҙың тын алышы тураһында һорашып мөрәжәғәт иттем:
- Мәскәүҙә Михаил Щепкин исемендәге юғары театр институтын тамамлағас, 2007 йылда Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрына эшкә килдем. Хеҙмәт юлын башлаған театрыма, яҙмыш юлдары ситкә алып китһә лә, кире әйләнеп ҡайтыу артыҡ уйланыуҙар тыуҙырманы. Бай тарихлы театрҙың ижади юлы уңышлы ваҡиғаларға бай булырға тейеш, тип уйлайым. Ваҡыт бик тиҙ үтә, әле генә театрыбыҙҙың 90 йыллығы булғайны, киләһе юбилей ҙа тау артында түгел. Төп иғтибарҙы репертуарға йүнәлтеп, эш планын аныҡ, үҙенсәлекле итеп төҙөп, театрҙың эшмәкәрлеген йәнләндереү - төп маҡсат. Драма театры булыу гел генә драма әҫәрҙәрен сәхнәләштереү тигәнде аңлатмай, репертуарҙа төрлө жанрлы спектаклдәр булырға тейеш.
Театрҙың баш режиссеры булараҡ беренсе спектаклем Наил Ғәйетбайҙың "Һинән - фатир, минән - ир" комедияһы буласаҡ. Режиссер ҡарамағынан сығып, әҫәрҙе гротеск алымдары аша сағыуыраҡ итергә тырыштым, ысын тормошта булмаҫтай ваҡиғаларҙы ҡуйырттым. Комедияның сюжетында хәҙерге замандағы төп проблема сағыла. Бөгөнгө көндә уңышлы бизнес алып барған ҡатын-ҡыҙҙар күп. Эштәре көйлө, йәшәр урыны, машинаһы, аҡсаһы - бөтөн нәмәһе бар, ҡайҙалыр барып ял итеп килә алалар, ә һөйөү бәхете, бала бәхете күрә алмайҙар. Шулай уҡ кейәүгә сығып, бала табып, йәшәр урын тапмай, бер мөйөштән икенсеһенә күсеп йөрөргә мәжбүр булғандар ҙа бихисап. Ҡыҫҡаһы, әлеге спектаклдә социаль контрасты торлаҡ проблемаһының киҫкенлегенә баҫым яһап һүрәтләргә тырышабыҙ. Комедия булғас, әлбиттә, уйын-көлкө аша, гротеск булғас, башҡа һыймаҫлыҡ ваҡиғалар юҫығында күрһәтәсәкбеҙ. Бөтәһен дә алдан асып һалмайым, тамашасылар килеп ҡарарҙар, баһа бирерҙәр. Премьера 27 мартҡа - Халыҡ-ара театр көнөнә планлаштырылған. Рәхим итегеҙ!

Урал ЙОСОПОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №11, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.03.23 | Ҡаралған: 107

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru