«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УҠЫТЫУСЫЛАР ЕҢЕҮГӘ КӨЙЛӘНГӘН
+  - 


Ошо көндәрҙә "Башҡортостандың баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы -2023" һәм "Башҡортостандың баш ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2023" конкурстары үҙенең еңеүселәрен билдәләне. Был бәйгеләрҙә бөтәһе 58 кеше ҡатнашты, шуларҙың 18-е - йәш уҡытыусы.

Өфөнөң "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" конкурсында иһә 13 педагог үҙ көсөн һынаны. Ә 3 уҡытыусы "Педагогик өмөт" номинацияһында ҡатнашты, улар - эш тәжрибәһе 5 йылға тиклемге белгестәр. Араларында милләте менән ҡаҙаҡ егете, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлап, бөгөн башҡорт теле буйынса белем биреп йөрөүсе Сағынбәк Ильяс Жарҡымбәк улы ла бар ине.
Әйткәндәй, Ильяс Жарҡымбәк улы ошо номинацияның еңеүсеһе булды ла инде. "Мин баш ҡаланың 9-сы мәктәбендә 1-9-сы кластарҙа белем бирәм, башҡорт телен башҡа төрки телдәр, йышыраҡ үҙемдең туған ҡаҙаҡ телем менән сағыштырып уҡытам. "Атанан күргән уҡ юнған, инәнән күргән тун бескән", тигән мәҡәл бар беҙҙең халыҡтарҙа. Мәктәптә лә ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙ уҡытыусылар, белемдән тыш, йәш быуынға матур тәрбиә биреүҙе үҙ бурысы тип иҫәпләй. Мин дәрестәрҙә башҡорт халҡының Салауат Юлаев, Ҡаһым түрә, Шайморатов генерал кеүек батырҙары миҫалында башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгән төрлө милләт вәкилдәрендә халыҡҡа, уның тарихи үткәненә, телгә ҡарата ихтирам, һөйөү тәрбиәләргә тырышам. Был уҡыусыларҙа илһөйәрлек тойғоһо уятыуҙың да бер ысулы һәм бик мөһим бурыс", - ти йәш педагог.
Йылдан-йыл дәүләт теле булараҡ башҡорт теле дәрестәренең ҡыҫҡара барыуы тураһында күп һөйләнелә, шундай шарттарҙа йәштәр мәктәпкә эшкә киләме һуң, тигән һорау тыуыр ошо урында. Өфө ҡала хакимиәтенең Мәғариф идаралығындағы милли мәғариф бүлеге етәксеһе Сәриә Рәхмәтуллина әйтеүенсә, Өфө ҡалаһында йәш уҡытыусылар күп, ғөмүмән, баш ҡаланың башҡорт теле уҡытыусыларының уртаса йәше - 45 йәш. Бөгөнгө заман технологиялары әүҙем ҡулланылған ваҡытта тап йәш уҡытыусы балалар менән уртаҡ телде тиҙерәк таба ла инде. Етмәһә, ошондай бәйгеләр ҙә уларға тәжрибә тупларға булышлыҡ итә.



Билдәләнеүенсә, ярыш 5 этаптан торған, уҡытыусылар педагогик визитка менән сығыш яһаған, үҙенең эшендә әүҙем ҡулланған методик алымдары тураһында ла һөйләгән, дәрес тә күрһәткән, педагогик мәсьәләләр ҙә сискән. "Түңәрәк өҫтәл" тип аталған этап та уларҙы төрлө яҡлап асырға һәм ғәҙел баһаларға ярҙам итте. Баш ҡала шарттарында башҡорт телен уҡытыуға бәйле уңыштарҙы ла, проблемаларҙы ла уртаға һалып һөйләшеү бик йәнле килеп сыҡты һәм, йылдағыса, унда беҙҙең журналистар ҙа ҡатнашты. Конкурстың жюри рәйесе, "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы баш мөхәррире Салауат Кәримов хаҡлы билдәләүенсә, бик яуаплы был этапта мәғариф, уҡыу-уҡытыу, белем биреүҙе ойоштороу, закондар буйынса уҡытыусыларҙың белеме асыҡлана, уларҙың фекерләү ҡеүәһен тойомларға мөмкинлек була. Сөнки алдағы этаптарҙа уҡытыусының ярҙамсылары булһа, түңәрәк өҫтәлгә алдан әҙерләнеп булмай. Ике сәғәт дауамында барған сарала аҙ һөйләп тә фекерле һәм белемле икәнен күрһәтә алыусылар байтаҡ булды. Бигерәк тә дәүләт теле булараҡ уҡытылған башҡорт теле методикаһы менән уҡытыусыларҙың ҡәнәғәт булыуҙарына шатландыҡ. "Әммә ни өсөн йәмғиәттә башҡорт теле дәрестәренә, методикаһына, дәреслектәренә ҡарата кире ҡараш формалашҡан, ни өсөн инде нисә йылдар бер үк проблемалар ҡалҡып сыға?" тип һорауыбыҙға ла, былар дөрөҫлөккә тап килмәй, тип яуапланы улар. Уҡытыусыларҙың фекеренсә, телде белеүселәр әҙерәк булыуы һәм ошо арҡала ата-әсәләрҙең балаһына өйгә эш эшләтерлек тә белеме булмауы бының бер сәбәбе булып тора. Тик нисек кенә булмаһын, башҡорт теле уҡытыусыларының да абруйы ҙур роль уйнай. Шулай уҡ уларҙың милли әҙәбиәткә, милли баҫмаларға яҡыныраҡ булыуын, жюри ағзаларының: "Һуңғы арала ниндәй яҙыусыны уҡының?"- тигән һорауына Дауыт Юлтыйҙан тыш, тағы ла бөгөнгө заман яҙыусыларын миҫал итеп килтереп яуаплауҙарын бик тә теләр инек. Ошоларҙың барыһынан да туҡыла бит ул туған тел уҡытыусыһының күңеле, ошоно тоя тәүҙә уҡыусы һәм уның ата-әсәһе.
Йомғаҡтар буйынса, "Башҡортостандың баш ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2023" конкурсында "Айырым предметтарҙы тәрәнәйтеп өйрәнеүсе 114-се белем биреү үҙәге" педагогы Яҙгөл Сирбаева еңеүсе тип табылды. Ул 17 йыл уҡыта һәм был һөнәри ярышта икенсе тапҡыр үҙ көсөн һынай. "2016 йылда иң яҡшы бишәү исемлегенә ингәйнем, бөгөн еңеү тәтене. Конкурс бик көсөргәнешле генә барҙы. Шулай ҙа коллегаларым менән замандан ҡалышмауыбыҙҙы, үҫешебеҙҙе күрһәтә алдыҡтыр, тим", - тине Яҙгөл Айрат ҡыҙы.
Баш ҡаланың рус теле уҡытыусылары араһында 45-се мәктәптән Эмиль Сәғитов еңеүсе булһа, быйыл тәүге тапҡыр ойошторолған "Танылыу" номинацияһында М. Исҡужин исемендәге 136-сы Башҡорт лицейының башҡорт теле уҡытыусыһы Альбина Бикташева менән 96-сы лицейҙың тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы Дмитрий Мерклин "Бәйләнештә" селтәрендә иң күп тауыш йыйған. "Башҡортостандың баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы" конкурсында 93-сө физика-метематика лицейының немец теле уҡытыусыһы Алена Кнауб еңде. Ә бына А. Фәйзуллин исемендәге 39-сы гимназияның математика уҡытыусыһы Артем Баянов бөтә һынауҙарҙы лайыҡлы үтеп, был конкурстың абсолют еңеүсеһе тип танылды. Өфө намыҫын республика кимәлендәге һынауҙа яҡлау тап был ир уҡытыусы иңдәренә һалынды.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Баш ҡала педагогтарының һөнәри конкурстарында йылдан-йыл ир-егет уҡытыусылар йышыраҡ һәм һөҙөмтәлерәк ҡатнашыуын күреп-белеп торабыҙ. Тимәк, баш ҡала мәғариф системаһында уларға эш шарттары яйлап булһа ла яҡшыра, ылыҡтырғыс була бара. Быйылғы Педагог һәм остаз йылында быға айырыуса иғтибар бүленер, моғайын. Быны уҡытыусылар үҙҙәре лә түҙемһеҙлек менән көтә һәм тик ыңғай үҙгәрештәргә, үҫешкә, һөнәри үрҙәргә көйләнгәндәр.

Ләйсән ВӘЛИЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №6, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.02.23 | Ҡаралған: 167

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru