«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЮҒАРЫҒА ҠАРАП ФЕКЕРЛӘРГӘ ӨЙРӘТӘ
+  - 

"Киске Өфө" гәзитен даими рәүештә яҙҙырып, уҡып барам, бик оҡшай. Халҡыбыҙ тарихы, туған тел мәсьәләләре, күп балалы өлгөлө башҡорт ғаиләләре, билдәле шәхестәр, заман башҡорттары хаҡындағы мәҡәләләр бик фәһемле һәм ундай материалдарҙы башҡа мәғлүмәт сығанаҡтарынан табыуы ауыр, сөнки күп гәзиттәр ваҡ-төйәк хәбәрҙәр, ниндәйҙер ғәҙәттән тыш ғибрәтле, сенсацион хәлдәр хаҡында яҙырға әүәҫләнде, ә ҡайһы бер баҫмалар күбеһенсә бигерәк ҡоро тел менән яҙылған рәсми әйберҙәрҙән тора.

Шуға күрә мин үҙем өсөн тематикаһы, маҡсатлы йүнәлеше буйынса иң оҡшаған һәм күңелемә яҡын ошо "Киске Өфө"нө уҡыйым. Әлбиттә, ҡайһы бер материалдар ябай уҡыусы өсөн ҡатмарлыраҡ та, уҡыуы, аңлауы ауырыраҡ та булып киткеләй, мөхитебеҙгә юғары кимәлдә ҡараш ташлап алыу, донъяуи фәлсәфәгә төшөп киткеләгән урындары ла була, ләкин мин быны аңлап ҡабул итергә тырышам, сөнки редакция коллективы шундай юғарылыҡ ҡуйып ижад итә икән, тимәк, юғарыға ҡарап фекер итергә әйҙәй уҡыусыны - был насармы ни? Киреһенсә, донъя ваҡлыҡтарынан арынып, исмаһам, гәзит уҡығында булһа ла рухи хәлебеҙ, кешелек донъяһы кимәле хаҡында уйланып алыу ҙа кәрәк, тип иҫәпләйем.
"Киске Өфө" гәзитенең йүнәлеше, дө-йөм маҡсаты хаҡында һөйләгәнендә, уның баш мөхәррире Гөлфиә Янбаеваның "Уйлана белгәндәр өсөн ул "Киске Өфө" тигән һүҙҙәре хәтеремә уйылып ҡалған. Ысынлап та, был, бер яҡтан, гәзитте уҡымаған, хатта бар тип тә белмәгән һәм беҙҙең арала һәүетемсә йәшәп ятҡан маңҡорттар, моңһоҙҙар баҡсаһына тос ҡына таш ул, аңлағанға - ишара.
Милләттәштәребеҙҙең рухи донъяһына юл ярыусы, күңелен үҫтереүсе булараҡ, гәзитебеҙ дин темаһын да даими һәм системалыраҡ алып барһа ине, тигән теләгем бар, сөнки һуңғы осорҙа иман юлына килгәндәрҙең арта барыуы ҡыуаныслы хәл, гәзитебеҙ уларға ла терәк, белем сығанағы булырға тейештер. Ауыл халҡының хәле үҙегеҙгә яҡшы мәғлүм, төрлө гәзиткә яҙылыу форсаты юҡ, шуға күрә бер гәзиттән мөмкин тиклем төрлө яҡлы мәғлүмәт алғы килә.
Мин шуныһына ғәжәп итәм: әйтеп китеүемсә, "Киске Өфө"нө мәғлүмәтле халыҡтың, интеллигенцияның гәзите тип әйткәндәрен ишеткәнем бар, тик бына ауыл-ҡала интеллигенцияһының алғы сафында барыусы ҡайһы бер уҡытыусыларҙың бөгөн гәзит уҡымауын аңлай алмайым. Гәзиттең сыға башлауына - 20 йыл. Был үҫеп етеп, йәш кеше ҡорона ингән бала ғүмеренә торош. Тәрбиә мәктәбе, тигәндән, исмаһам, ике йөҙ уҡытыусы булһа ла үҙ уҡыусыларын ошо гәзитебеҙ мәҡәләләре нигеҙендә тәрбиәләй һәм уларҙа милли рух осҡоно ҡабыҙа алғанда ла, телһөйәр һәм илһөйәр, үҙ тарихы менән ҡыҙыҡһынған әллә күпме йәш кеше тәрбиәләнер ине!

Фәннүр СОЛТАНҒОЛОВА.
Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылы.

"Киске Өфө" гәзите, №47, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.11.22 | Ҡаралған: 153

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru