«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
САЛАУАТТАР КИЛӘ!
+  - 

Салауат башҡорт дәүләт драма театры өсөн яңы миҙгел иҫтәлекле датаға - театрҙың 90 йыллыҡ юбилейына арнала. Ошо ваҡиға уңайынан 19 октябрҙә театр коллективы Өфөгә юллана. Был юлы М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә Мөнир Ҡунафиндың "Кешелеккә тоғролоҡ" хикәйәһе буйынса "Тоғролоҡ" драмаһы күрһәтеләсәк. Инсценировка авторы - Зөһрә Бураҡаева, ҡуйыусы режиссеры - Лиана Ниғмәтуллина, ҡуйыусы рәссам - Юлиә Сиражетдинова, композиторҙары - Мәскәү ҡалаһынан Диләрә Ғәбитова, Лариса Субботина, хореографы - Өфөнән Ольга Даукаева. Баш ҡала тамашасыларының спектаклгә ҡағылышлы һорауҙарына яуап табыр өсөн театрҙың баш режиссеры Лиана НИҒМӘТУЛЛИНА менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Ни өсөн баш ҡалаға сәфәрегеҙҙә тап ошо әҫәрҙе һайланығыҙ һәм унда нимә тураһында һүҙ бара?

- Тәү сиратта әҫәрҙең темаһы ҡыҙыҡһындырҙы. Гонаһһыҙ кеше бармы икән был донъяла? Юҡтыр, моғайын. Әҫәрҙә лә тап ошо турала һүҙ бара. Уҡып сыҡҡас та әҫәрҙәге бик көнүҙәк фекер күңелде йылытты. Хикәйәлә Нәфисә һәм Иҙристең ғаилә тарихы бәйән ителә. Ситтән ҡараһаң, өлгөлө ғаиләлә барыһы ла яҡшы кеүек. Әммә уларҙың бер оло хәстәре бар: тиҫтә йыл бергә ғүмер кисерһәләр ҙә, балалары юҡ. Асыҡланыуынса, балаһыҙлыҡ сәбәбе ҡатынында түгел, ә ире Иҙристә. ЭКО эшләтеү ҙә файҙаһыҙ икәне асыҡлана.
Ағасһыҙ йортҡа ҡош ҡунмаҫ, балаһыҙ йортҡа ҡот ҡунмаҫ, тиҙәр. Был хәҡиҡәттең әсеһен үҙ башынан үткәндәр яҡшы аңлай. Ғаиләлә сабый тауышы сыҡһын өсөн әҙәм балаһы ниндәй генә аҙымға бармаҫ. Нәфисә лә бик борсола һәм ошо хәлдән сығыу юлдарын эҙләп, бер генә тапҡыр хыянат итергә иренән рөхсәт һорай. Тейешле кандидатураны - йәш, әммә телһеҙ Рәсүлде табып та ҡуя. Серҙәрҙең барыһын да асып бөтмәйем, юғиһә, ҡыҙығы ҡалмаҫ. Нәфисәнең был аҙымға барамы-юҡмы икәнен, ҡылған гонаһтары өсөн уны ниндәй яза көтөүен спектаклде килеп ҡарағас белерһегеҙ.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк: бындай темалар буйынса тыуған һорауҙарҙа аныҡ ҡына яуап юҡ, бары тик уйланырға ғына ҡала. Кемделер нимәгәлер өйрәтергә тигән маҡсат ҡуйылмаған, әммә уйланырға урын бар. Автор уҡыусыларға бер генә гонаһтың да язаһыҙ ҡалмауын, уның өсөн үҙенә булмаһа, балаларына яуап бирергә тура киләсәген аңғартырға теләй.

Спектаклдә ниндәй үҙенсәлекле образдар сәхнәгә сығарыла һәм улар нисек һынландырыла?

- Әҫәр тормошсан булғанға күрә, әллә ниндәй айырым костюмдар тегеү талап ителмәне. Әммә кешеләрҙән тыш, спектаклдә уларҙы яңылышлыҡҡа, ялғанлыҡҡа этәреүсе ен-пәрейҙәр, "ҡара көстәр" ҙә бар. Тап бына улар өсөн ғәҙәти булмаған костюмдар тегелде. Дөйөм алғанда, спектаклдә ҡатнашыусылар артыҡ күп түгел. Тамашасылар өсөн Нәфисә ролендә - Башҡортостандың халыҡ артисы Нәүфилә Яҡупова, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Наҙгөл Иҫәнбаева, Минзилә Ҡотошева, Иҙристе - Рамир Дәүләтбаев, Юнир Мансуров, Рәсүлде - Әмир Үтәбаев, Сара инәйҙе - Башҡортостандың халыҡ артисы Гөлфирә Сафиуллина, Хәсән ҡартты Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рөстәм Фазылов уйнай. Беҙҙең труппабыҙ яңы артистар менән тулыланды. Күмәк сәхнәләрҙә тап улар ҡатнаша ла инде: Лилиә Байгилдина, Элвира Йәрмөхәмәтова, Нәфисә Мәжитова, Йәнгүзәл Хәликова, Гөлфинә Ибәтуллина.

90 йыллыҡ тарихы булған Салауат башҡорт дәүләт драма театрының Өфө ҡалаһында үтәсәк спектакленә килеп, фекер алышып, күңелдәрегеҙгә ял алып ҡайтығыҙ.

Динә БӘШИРОВА,
театрҙың әҙәбиәт бүлеге мөдире.

"Киске Өфө" гәзите, №40, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.10.22 | Ҡаралған: 161

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru