«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИН НИ ӨСӨН СЫСҠАНДЫ ЙӘЛЛӘНЕМ, ЙӘКИ РӘХИМЛЕЛЕК ХАҠЫНДА БЕР ФӘЛСӘФӘ
+  - 


Үткән яҙ, өйҙә үҫтергән помидор үҫентеләрен, ғәҙәтемсә, баҡсама алып барып, парник түтәленә ултырттым һәм өҫтөн ябып ҡуйҙым. Әммә иртәгәһен асып ҡараһам, әлеге үҫентеләремдең бер-икеһен олононоң төбөнән үк ниҙер ҡырҡып, ашап киткән. Унан артабанғы көндәрҙә лә шул уҡ хәл ҡабатланды. Ҡырҡылған помидорҙар унға яҡынлашты. Аптырағас, кәңәш һорап, күрше-тирәгә мөрәжәғәт иттем. Ғүмер буйы баҡса үҫтереп өйрәнгән мәрйә халҡы ошо өлкәлә уны-быны күп белә бит инде…

Шуларҙың береһе киләһе ысулды өйрәтте. Күпмелер алебастр (гипс) порошогы алып, уны онға ҡушып бутарға кәрәк. Әлеге парник түтәленә шуны ҡуйып, йәнәшәһенә икенсе һауытҡа һыу ултыртыу тейешле икән. Кимереүсе ана шул он ҡатыш порошокты ашап алғас, һыу эсә һәм, күпмелер ваҡыттан, үҙе үлә, тинеләр. Тап улар өйрәткән рецепт буйынса ҡатнашма әҙерләп алдым да, баҡсама киттем. "Дарыуҙы" парник эсенә ҡуя-ҡуя, уның буласаҡ тәьҫире һәм әлеге "бурҙың" нисек үләсәге хаҡында (табип күҙлегенән сығып) уйланам. Эйе, ысынлап та, бик уңай ысул. Сысҡандың аш эшкәртеү трактына килеп эләккән алебастр тиҙ генә ҡатып, эсәктә бөтөнләйгә аш үтмәҫлек хәл тыуа. Медицина теле менән әйткәндә, "острая кишечная непроходимость" тип аталған бик ауыр, үлемесле сир барлыҡҡа килә. Һөҙөмтәлә, был кескәй януарҙың ғүмере өҙөлә…
Эсәк сейәлеү йәки унда берәй шеш барлыҡҡа килеү сәбәпле ауыр хәлдә госпиталгә килеп эләккән бәғзе кешеләрҙе күргәнем бар. Шуларҙың ғүмерен ҡотҡарып алып ҡалыу маҡсатында ашығыс операцияларҙа ла ҡатнашырға тура килгеләне. Ашаған ашы үтмәгән сирле кешенең операциянан алда нисек ныҡ яфаланғанын бер күргәс тә, ғүмерлеккә иҫтә ҡала. Ҡаҫҡа ваҡытҡа ғына (бер-ике минутҡа) тына биреп, унан ғәйәт ныҡ көсәйә барып, ыңғырашырға, хатта ҡысҡырырға мәжбүр иткән эс ауыртыу өйәнәктәре ауырыуҙы "стенаға менергә" мәжбүр итер һымаҡ! Сирле кешеләр үҙҙәре ана шул ауыртыуҙы "адские боли" тип атай, икенселәре ҡатын-ҡыҙҙарҙың бала тыуҙырыр алдынан булған тулғаҡ тотоуға тиңләй… Быуылып, ғәйәт ныҡ күбеп торған эсәктең шартлап китеүе лә ихтимал. Ваҡытында операция яһап, эсәктең үтеүен юлға һалмаған хәлдә, был сирҙән кеше мотлаҡ үлә…
Боронғо Ҡытайҙың ниндәйҙер бер дәүерендә үлем язаһына хөкөм ителгән тотҡондарға сәйер бер ысул ҡулланғандар. Уларҙы... һарыҡ ите менән һыйлағандар. Әйе! Фәҡәт бешкән ит кенә ашатҡандар һәм һыу эсергәндәр. Әммә, эсәкте эшләтеү (перистальтика кишечника) өсөн мотлаҡ кәрәк, үҫемлек күҙәнәклеге (растительная клетчатка) күп булған икмәк, йәшелсә һәм башҡа төр аҙыҡ бирмәгәндәр. Бер нисә аҙнанан кешенең эсәге буйындағы аш тотороҡланып, әлеге ҡаты сир башланған. Үлем язаһына хөкөм ителгән әсир, ғәйәт көслө ғазаптар кисереп, "үҙ үлеме менән" үлеп киткән…
Бәлки, кемгәлер сәйер ҙә тойолор, әммә бына ошо ауырыуҙың нисек барлыҡҡа килеүен, йәғни уның "механизмын" яҡшы күҙ алдына килтергән кеше булараҡ, әлеге сысҡан меҫкенде йәлләп киттем. Кескәй генә булһа ла, был йән эйәһенең дә нәҡ әҙәм балаһы һымаҡ ыҙа сигәсәген күҙалланым һәм… ышанаһығыҙмы-юҡмы: әлеге үҙем әҙерләп, парникка ултыртҡан дарыуҙы ҡабат ала һалдым!.. Урынына, магазиндан һатып алып, сысҡан ҡапҡаны (уға икмәк киҫәге бәйләп) ҡороп ҡуйҙым. Эләккән хәлдә лә, был йәнлек ғазапланмай, еңел генә үлһен тип уйланым (асыҡ түтәлгә ҡапҡан ҡуйыу ярамай, сөнки сәпсек-маҙар килеп эләгеүе ихтимал). Парникты ҡабаттан япҡас, "Түтәлдәге үҫемлектәрҙе сысҡандың зыянынан имен ҡыл" тип, Аллаһ Тәғәләгә доға ҡылдым…
Ә бит, ысынлап та, ошо көндән алып әлеге кимереүсе түтәлдәремә башҡаса яҡынламаны, шулай уҡ ҡороп ҡуйған ҡапҡаныма ла эләкмәне… Раббым минең доғаны ҡабул итеп, әлеге сысҡанға бесәй ебәргәндер, тип фаразланым. Сөнки ошонан һуң нәҡ тә юлбарыҫ һымаҡ хужаларса, әкрен генә баҫып, бер дәү бесәйҙең баҡса аша үтеп киткәнен күргеләй башланым. Кимереүсене бесәй тотоп ашауы - тәбиғи хәл һәм һис кенә лә үкенесһеҙ. Шуның өсөн Аллаһҡа шөкөр иттем. Ә быйыл ултыртҡан үҫентеләремә сысҡан бөтөнләйгә килмәне. Һирәк-һаяҡ әлеге "етди йөҙлө" ата бесәй баҡсамдан арҡыры үтеп киткеләй. Кешегә лә әллә ни яҡынлашып бармай, бер аҙ ҡырағайланған "мыраубай" булды ул, ахырыһы. Башҡа берәҙәк бесәйҙәр һымаҡ йонсоу ҙа түгел, киреһенсә, көр генә күренә. Ҡала баҡсалығында йылдар буйы йәшәп, сысҡан-маҙар менән туҡланырға ҡулайланған, тип фаразланым.
Аллаһ илсеһе "Мәй йәрхәм - йүрхәм" тип әйткән бер хәҙис бар (урыҫ теленә уны "помиловавший будет помилован" тип тәржемәләгәндәр). Кем дә кем Аллаһ Тәғәләнең берәй мәхлүген йәлләп, уны үлтермәй ҡалдыра, ул үҙе лә Раббыбыҙ тарафынан ҡотолоу күрер, тигән мәғәнәлә ул. Кем нисектер, әммә мин кескәй ейән-ейәнсәрҙәрем менән баҡсала йә ҡала аллеяларында йөрөһәм, уларға ҡырмыҫҡа (беҙҙең яҡта "ҡымыртҡа" тиҙәр), "ҡояшапай" ("божья коровка"), "һалҡынағай" ("солдатик") һәм башҡа бөжәктәрҙе йәлләп, тапамай, урап үтергә ҡушам. Үҙемә ҡан эсергә килгән серәкәйҙе лә үлтермәй, ҡыуып ҡына ебәрергә тырышам. Баҡсала торған һыу мискәһенә йығылып төшкән ҡуңыҙ-маҙарҙы ла алып, осороп ебәрәм. Балаларыма, ейән-ейәнсәрҙәремә әлеге хәҙисте һәр саҡ һөйләйем.
Ҡулын сапсығаны өсөн генә бесәйен бикләп, ас тотоусы бер ҡатындың Йәһәннәмдә янасағы хаҡында ла Бәйғәмбәребеҙҙән с.ғ.с. сахих хәҙис бар. Шулай уҡ, эҫе сүллектә ныҡ һыуһауҙан әлһерәп, әммә тәрән ҡоҙоҡҡа үрелеп, буйы етмәгән эткә һыу алып эсергән икенсе бер кеше тураһындағы риүәйәтте белеү ҙә кәрәк. Ҡылған шул мәрхәмәтлеге өсөн был әҙәм балаһына Аллаһ Тәғәләнән ниндәй ҙур әжер (вознаграждение) буласағы һөйләнелә унда.
Кемдер берәүҙең: "Ә һуғымға йә ҡорбанға китә торған хайуанды йәлләмәй нисек салаһың?" - тип һораясаған да күҙаллайым. Бала сағымда, атайым мал салыр булһа, ысынлап та, хайуанды йәлләп, йүгереп өйгә инеп киткәнемде хәтерләйем. Әммә әсәйем мәрхүмә һуғымлыҡ малды йәлләргә ярамауы хаҡында гел генә әйтә торғайны. "…Беҙгә Аллаһ Тәғәлә тарафынан аҙыҡ итеп бирелгән бит ул", тиер ине. Хәҙер инде үҙем "бисмилләһ" әйтеп, уларҙы һис кенә лә йәлләмәй, ифрат тыныс күңел менән боғаҙлайым. Балыҡҡа барғанда ла тотолған балыҡты кире һыуға ебәрә торған мәлдәрем булғыланы. Әммә үҙеңә аҙыҡ була торған был хәләл йән эйәһен дә йәлләү ярамай. Ә ниндәй генә хайуан булмаһын, уларҙы туҡмау, ғазаплау - ҡәтғи тыйыла. Малды ла алдан ныҡ үткерләп ҡуйылған бысаҡ менән салырға ҡушыла. Аяҡтарын бәйләп һалғандан һуң, уның янында бысаҡ ҡайрап тороу насар…
Һуңғы осорҙар ҡыр һәм йорт хайуандарына ҡарата мәрхәмәтлек мәсьәләһе хөкүмәтебеҙ тарафынан да йыш ҡына ҡуҙғатыла. Был хаҡта хатта законлаштырылған талаптар ҙа бар. Әлбиттә, әйтәйек, кешегә ташлана торған берәҙәк эттәр мәсьәләһен хәл итеү кәрәк. Бәләкәй балаларға һөжүм итеп, талап үлтергән осраҡтар ҙа булды бит. Ундай хайуандарҙың барыһын да тотоп, приют-фәләнгә бикләүҙәрҙең файҙалы нәтижәгә алып килеү-килмәүе хаҡында ниҙер әйтергә ҡыймайым. Әммә был мәхлүктәрҙе ғазапламай ғына зарарһыҙландырыу ысулын табыу кәрәктер, тип улайым.
Әҙәм балаларына зыян килтергән йәнлекте үлтереү ҡәтғи тыйылмай, әлбиттә. Мәҫәлән, ағыуына ҡаршы бер ниндәй ҙә антидот булмаған, кеше өсөн үлемесле кобраны (очкастая змея) Аллаһ илсеһе үлтерергә ҡушҡан хәҙис бар. Шулай уҡ чума, туляремия, тиф кеүек хәүефле сирҙәрҙе таратыусы йән эйәләренә лә ҡағылышлылыр ул, моғайын. Уларҙы ағыулау, йә ҡапҡан ярҙамында үлтереү - ғазаплау түгел бит инде, барыбер…
Ҡайһы берҙә артыҡ үрсеп китеп, ауыл малдарына һөжүм иткән бүреләр хаҡында ла ишетелеп ҡалғылай. Быныһы инде ауылдарҙа һунарсыларҙың һирәгәйеүенәндер, тип уйлайым. Икенсенән, һунар менән шөғөлләнгән ир-атты ҡыҙыҡтырыу ысулы ла юҡтыр. Атайым мәрхүм йәш сағында һунарсылыҡ менән шөғөлләнгән. "Элек һәр бер тотолған ата бүре өсөн фәләнсә, ә инәһе өсөн тағы ла күберәк премия бирелә торғайны", тип һөйләгәне хәтеремдә. Ауыл малына зыян иткән бындай кейектәрҙе аулау һис кенә лә насар түгелдер, тигән уйҙамын. Тик һәр нәмәлә сама белеү кәрәк. Мәҫәлән, ҡыҙыҡ өсөн йә дан ҡаҙаныу ниәте менән уларҙы күпләп юҡ итеү дөрөҫ түгел, минеңсә.
Гәзиттәрҙең береһендә бер ауыл тракторсыһы өңөндә йоҡлап ятҡан инә айыуҙы тракторы менән нисек иҙгеләгәне, хатта ана шул мәлдә айыубикәнең ауыры төшөүе (выкидыш) хаҡында уҡып тетрәнгәйнем. Ә телетапшырыуҙарҙың береһендә тайгала камаз водителенең бер айыуҙы ҡабат-ҡабат, унда-бында йөрөп тапатҡанын күрһәткәйнеләр. Айыуҙы йәлләп илар хәлгә еттем. Йыртҡыстарға ҡарата кешеләр тарафынан ҡылынған йыртҡыслыҡ - барыбер башҡа һыймаҫлыҡ шул… Әлеге баҡса мәсьәләһенә килгәндә, әлбиттә, колорадо ҡуңыҙын, зыянлы күбәләктәрҙе ағыулауҙың насар нәмәһе юҡтыр. Бындай ысул уларҙы язалап үлтереүгә тиң түгел бит инде… Бәлки, икенселәр башҡа төрлө фекерләйҙер?

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
отставкалағы хәрби табип.

"Киске Өфө" гәзите, №36, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.09.22 | Ҡаралған: 262

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru