«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИЗГЕ НИӘТТӘР МЕНӘН БЕРЛӘШӘЙЕК, ҺӘР ОСРАҠТА ЛА МАҠСАТ ЫСУЛДЫ АҠЛАЙ
+  - 


Ата-әсәһен, халҡын, туғандарын яратмаған кеше тыуған иленең патриоты була аламы? Юҡ, әлбиттә! Беҙҙең әңгәмәсебеҙ атаһының, әсәһенең тыуған ауылдарында олатайҙарының хөрмәтенә мәсет һалдырған. Өфө ҡала советы депутаты, Башҡортостан Республикаһының Диңгеҙ Йыйылышы (Морское Собрание) ойошмаһы рәйесе Юлай Азамат улы МОРАТОВ үҙенең тормош биографияһын хәрби-диңгеҙсе булараҡ башлаған. Уның менән патриотик тәрбиә хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.

Юлай Азамат улы, һеҙ урта мәктәпте тамамлағас, хәрби диңгеҙсе юлын һайлағанһығыҙ, ә беҙҙең Башҡортостан оло һыу юлдарынан, диңгеҙҙәрҙән, океандарҙан алыҫ урынлашҡан. Осраҡлы булдымы ошо хеҙмәтте һайлауығыҙ?

- Осраҡлылыҡ факторы 200 процентты тәшкил итә, тип әйтер инем. Өфөлә тыуып үҫтем, алты айлыҡ сағымдан Учалы районының Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылында йәшәнем. Шунда һигеҙ йыллыҡ мәктәптә уҡыным, урта белемде Уральск ауылы мәктәбендә тамамланым. Бөтә фәндәрҙән дә "бишле"гә өлгәштем, шулай уҡ көрәш, атыу, саңғыла йүгереү буйынса спорт төрҙәрендә яҡшы күрһәткестәргә өлгәштем. Мәктәптең военругы хәрби училищеға барырға тәҡдим итте. Ә әсәйем мине Өфөләге медицина институтына барырға әҙерләгәйне. Бынан тыш, мин бала саҡта һүрәт төшөрөү менән мауыға инем. Һөҙөмтәлә барыбер ҙә военруктың йоғонтоһо көслө булғандыр, Санкт-Петербургтағы хәрби диңгеҙ-медицина академияһына барырға ҡарар иттем. Бында әсәйемдең мине хирург булырға өндәүе лә эҙһеҙ үтмәгәндер.
Өфөлә комиссия үткәндә миңә ул уҡыу йортона инеүе үтә ауыр икәнен иҫкәрттеләр. Баҡтиһәң, унда медицина институтының икенсе курсынан һуң ғына алалар икән. Шул саҡ бергә уҡыған егеттәр мине Калининградтағы Юғары хәрби-диңгеҙ училищеһына барырға ҡоҙаланы. Улар менән киттем дә барҙым һәм һәммәбеҙҙең араһынан бер үҙем уҡырға инә алдым. Унда бер аҙ уҡығас, С.О. Макаров исемендәге Тымыҡ океан Юғары хәрби-диңгеҙ училищеһының мина-торпеда факультетына күсеп, ул уҡыу йортон 1988 йылда тамамланым. Училищенан һуң төрлө урындарҙа, Финляндия, Норвегия дәүләттәренең сигендә хәрби бурысымды үтәп, иң һуңынан Баренц диңгеҙендә хәрби хеҙмәтемде тамамланым.

Был хеҙмәт биографияғыҙҙың хәрби өлөшө, ә гражданкалағы артабанғы тормош юлығыҙ нисек башланды?

- Мин армияла СССР тарҡалғансы 1992 йылға тиклем хеҙмәт иттем. Миндә перспективалы офицерҙы күрҙеләр, ебәргеләре килмәне, шулай ҙа ҙур ҡыйынлыҡ менән булһа ла, отставкаға киттем. Байтаҡ ваҡыт гражданкала кәрәкле һөнәрҙәр өсөн уҡырға, белем тупларға тура килде. Өфөлә менеджмет буйынса халыҡ-ара академияға уҡырға барҙым. Унда запастағы офицерҙарҙы башҡа йүнәлештәге квалификация буйынса әҙерләйҙәр ине. Унда үҙеңдең эшеңде асмайынса, диплом бирмәйҙәр, шуға күрә үҙемдең предприятиены теркәнем. Ул әле булһын уңышлы эшләп килә. Параллель рәүештә Юридик институтта юрисҡа уҡыным. Артабан Башҡортостан дәүләт идаралығы академияһын тамамланым.

Һеҙ совет осоронда тәрбиәләнгән, ваҡытында октябрят, пионер, комсомол ойошмалары ағзаһы булараҡ, ул замандың тәрбиә алымдарына ниндәй баһа бирәһегеҙ? Нимә генә тиһәк тә, совет власы йәш быуынды тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүлде.

- Мин социализмды ла, үҫешкән социализмды ла, үҙгәртеп ҡороуҙы ла, СССР-ҙың тарҡалыуын да, кешеләрҙең йылдар буйына хеҙмәт хаҡы алмаған 90-сы йылдарҙы ла, яңыртылған Рәсәйҙең аяҡҡа баҫыуын да күрҙем. Бер ваҡыт хатта беҙгә Италиянан һатып алынған "һалҡын кейемде" эш хаҡы итеп бирҙеләр. Һуңынан асыҡланыуынса, ул кейемдәрҙе мәйеттәргә кейҙерер өсөн махсус теккәндәр икән. Аяҡ кейемдәре ике аҙнала, өҫ кейемдәре бер айҙа тирелеп төштө. СССР тарҡалғандан алып идеология бер төрлө генә булды: күберәк табыш алыу, байлыҡ туплау. Совет осоронда иһә хеҙмәт кешеһе дөйөм иғтибар үҙәгендә булды. Кадрҙар барыһын да хәл итте. Ул саҡта иң ябай хеҙмәткәрҙең проблемаһын урындағы партойошма кимәлендә хәл итеүе мөмкин ине. Үҫмер кеше хеҙмәткә һәм тыуған илен һаҡларға әҙер булып үҫеп етте. Былар барыһы ла дәүләт кимәлендә тормошҡа ашырылды. Советтар Союзы тарҡалғандан һуң тәрбиә эше менән ижтимағи ойошмалар, теге заманда тәрбиәләнгән оло быуын вәкилдәре генә шөғөлләнде, йәғни дәүләт кимәлендә был эш бөтөнләй алып барылманы.

Һеҙ Башҡортостан Республикаһының Диңгеҙ Йыйылышы ойошмаһы рәйесе булып тораһығыҙ. Йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә башлауығыҙ осраҡлы булмағандыр инде?

- Запастағы хәрбиҙәр, ғөмүмән, патриотик рухлы граждандар илебеҙҙе, уның граждандарын һаҡлау һәм яҡлау маҡсатында йәмәғәт ойошмаларына берегә башланы. Беҙҙең Диңгеҙ Йыйылышы ла элекке моряктарҙы ғына түгел, шулай уҡ барлыҡ хәрби көстәр ветерандарын, ябай граждандарҙы ла үҙенең сафына йыйҙы. Беҙҙең ойошмала Башҡортостандан сыҡҡан 12 Рәсәй Геройы, шулай уҡ генералдар ҙа, адмиралдар ҙа почетлы ағза булып тора. Дөйөм алғанда йәмғеһе хәрби диңгеҙ флотында 34 мең яҡташыбыҙ хеҙмәт итеүе билдәле. Уларҙың араһында 36 адмирал иҫәпләнә.
Ойошма барлыҡҡа килгәндә уның төп маҡсаты Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының мәнфәғәтен социаль планда яҡлау булды. Ни өсөн тигәндә, 90-сы йылдар аҙағында, яңы быуат башында хәрби ветерандарҙың пенсияһы бик аҙ ине. Был маҡсатта һәр ҡайһыбыҙ хәленән килгәнсә уларға аҡсалата ярҙам күрһәттек, спонсорҙар таптыҡ, ай һайын уларҙың йорттарына аҙыҡ-түлек кәрзиндәре алып барып торҙоҡ. Артабан Владимир Путин Президент булғас, хәрби ветерандарҙың пенсияһы күтәрелгәс, хәрби-патриотик йүнәлештәге эшмәкәрлегебеҙ әүҙемләште. Беҙҙең филиалдар яҡшы эшләй, актив эшләүселәр 500-ҙән ашыу кеше.

Баймаҡ районының бер хужалыҡ етәксеһенән интервью алып, Өфөгә юлланыр алдынан: "Машинаңа үҙебеҙҙең район заправкаһында бензин ҡой, тиндәре булһа ла үҙебеҙҙә ҡалһын", - тигәйне. Тыуған илде яратыу тураһында трибунанан юғары пафослы һүҙ һөйләүгә ҡарағанда, ошо етәксенең һүҙҙәрендә мин патриотизмды күберәк күрәм. Өфө ҡала советы депутаты, унда патриотизм менән шөғөлләнгән бүлекте етәкләгән кеше булараҡ, хәҙерге йәш быуында был тойғоно тәрбиәләү нисек булырға тейеш, тип иҫәпләйһегеҙ?

- 9 майҙа илебеҙ ҡалалары, шулай уҡ Өфөбөҙҙә "Үлемһеҙ полк"тар марштары үтте. Уларҙың күпселеген үҫмерҙәр һәм һалдат йәшендәге йәштәр тәшкил итте. Әлеге мәлдә тап шул йәштәрҙең быуындаштары Украинала махсус операцияға барҙы. Йәғни уларҙың быуыны тормоштоң ошондай ысынбарлығы менән йөҙмә-йөҙ осрашты. Көнбайыш Европа илдәре, АҠШ сәйәсмәндәре беҙҙең хаҡта нимә генә һөйләмәһендәр, "Үлемһеҙ полк" акцияһы уларҙы тулыһынса инҡар итте.
Үҫеп килгән быуында патриотик рух тәрбиәләү - ул мәктәптәрҙә үткән батырлыҡ, патриотизм дәрестәре генә түгел, ул ҡәҙимге тормошта, ғаиләлә башланырға тейештер. Әйтәйек, иртәнсәк уянып, улыңды, ҡыҙыңды ҡосаҡлап, уларға: "Мин һеҙҙе яратам, беҙ бер ғаилә, баш ҡалабыҙ Өфө, республикабыҙ Башҡортостан, ватаныбыҙ Рәсәй", - тип әйтеүҙән башлана патриотик тәрбиә. Икенсенән, мин магазинға барһам, башҡорт балы, үҙебеҙҙә үҫкән икмәкте, һөттө, башҡа ризыҡты һатып алам. Һиндтәр Англияның колонияһы булыуҙан нисек ҡотолғандар: магазиндарҙа уларҙың тауарҙарын һатып алыуҙан баш тартҡандар һәм инглиздәр был илдән үҙҙәре киткән. Беҙҙә лә санкциялар башланғас, көндән-көн сит ил тауарҙары кәмей бара. Кока-кола, башҡа зарарлы эсемлектәр юҡҡа сыға, бик яҡшы! Сит ил продукцияһынан ҡотолоп, беҙ үҙебеҙҙең тауарҙы етештереп, илебеҙҙең иҡтисадын күтәрә аласаҡбыҙ.

Мәктәптәрҙә 1-се кластан тарих дәрестәре уҡытыуҙы тәҡдим иттеләр, быға нисек ҡарайһығыҙ?

- Тарихын белмәгән халыҡты бер быуын эсендә икенсе халыҡ менән алмаштырып була. Мәктәптәрҙә тарих дәресен уҡытыуҙы индереү генә түгел, ҡасандыр булып онотолған башланғыс хәрби әҙерлек дәрестәрен дә тергеҙергә кәрәк. Мәктәп йәшендә хәрби кейем кейгән, ҡулында хәрби ҡоралдарҙың макетын тотҡан егеттәр һәм ҡыҙҙар бер ҡасан да үҙ иленә ҡаршы бармаясаҡ. Был йәһәттән беҙҙең йәштәр һоҡланғыс. Мин йәш үҫмерҙәр менән бик йыш аралашам, дәрестәр, әңгәмәләр үткәрәм һәм быға инанам. Беренсенән, улар хәҙерге технологияларҙы бик еңел үҙләштерә, икенсенән, улар 90-сы йылдарҙағы кеүек тәмәке тартмай, спиртлы эсемлектәр ҡулланмай. Әлбиттә, был йоғонтоға бирелгәндәр ҙә бар, әммә улар бармаҡ менән генә һанарлыҡ, өсөнсөнән, уларға нимәлер хаҡында аңлата башлаһаң, ыңғайы бер аңлап ҡабул итәләр.

Май байрамдары алдынан Өфөнөң Конгресс-холл бинаһында "Атайсал" проекты сиктәрендә "Яҡташлык көсө" форумы булып уҙҙы. Бик ваҡытлы башланғыс. Ни өсөн тигәндә, гражданлыҡ йәмғиәтен төҙөү актуаль булған хәҙерге заманда милләткә, дингә, фирҡәгә ҡарамаған, яҡташлыҡ принцибын алға һөргән граждандар йәмғиәтен төҙөү өсөн ошонан да ҡулайлыраҡ моделдең булыуы мөмкин түгел. "Патриот" һүҙе лә латинсанан "яҡташ" тигәнде аңлата. Был яңылыҡ хаҡында һеҙҙең ниндәй фекерҙәрегеҙ булыр?

- Әммә яҡташлыҡ яңы ғына тыуған күренеш түгел. СССР тарҡалып, сик буйҙары асылғас, яҡташтарҙы ситтә күреүҙе ҙур байрам һымаҡ ҡабул иттек. Әйтәйек, һин, Баймаҡтан Өфөгә килһәң, һәр яҡташыңды яҡын туғаның кеүек күрәһең, Костромала Башҡортостандан килгән кешене күрһәң, яҡын туғаның һымаҡ ҡосаҡлашаһың, сит илгә сыҡһаң, Рәсәйҙән килгән һәр кеше яҡын туғаныңдай. Гражданлыҡ йәмғиәтен төҙөүҙе төпкөлдән башлау - иң дөрөҫө.

Һеҙ тыуған яғығыҙҙа ике ауылда мәсет төҙөп, яҡташтарығыҙҙы ҡыуандырғанһығыҙ...

- Эйе, Зәйнәкәй, Сораман ауылдарында 2010, 2012 йылдарҙа мәсет төҙөү эштәрен ойошторҙом. Ауылдарҙың береһендә әсәйем, икенсеһендә атайым тыуған. Зәйнәкәй (Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол) ауылындағы мәсетте Хәкимйән олатайым хөрмәтенә төҙөттөм, ул Екатерина Икенсе дәүерендә ауылда указлы мулла булып торған. Ә атайым яғынан олатайым 15-се класлы дворян, кантон башлығы булған. Был мәсеттәргә намаҙға йөрөүсе яҡташтарым да шул уҡ граждандар йәмғиәтенең ячейкаһын тәшкил итә. Бының менән шуны әйтергә теләйем: кешеләрҙе бер-береһенә изге ниәттәр менән яҡынайырға булышлыҡ иткән һәр бер ғәмәл иғтибарға лайыҡ. Кемдәрҙер хәрби-патриотик эшмәкәрлек маҡсатында, кемдәрҙер айныҡ тормош алып барыу маҡсатында берләшә, кемдәрҙер ғәриптәргә ярҙам итеү маҡсатында йәмғиәт төҙөй, ҡыҫҡаһы, һәр осраҡта ла маҡсат ысулды аҡлай. Кешеләр ниндәйҙер маҡсатта берләшһә, дөйөм идеология формалаша.

Башҡорттарҙа шәжәрәңде яттан белеү, туғандарыңды һанлау принцибы ла патриотлыҡ нигеҙҙәренә таяна. Сөнки патриотизм һүҙенең тамырында "атай" төшөнсәһе ята.

- Башҡорттар был йәһәттән бәхетле халыҡ. Минең дә атайым яҡлап ун алтынсы, әсәйем яҡлап ун бишенсе быуаттан башлап шәжәрәм төҙөлгән. Яңыраҡ 28 йәшлек ҡыҙым шылтыратып, шәжәрәбеҙ менән ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе. Бик ҡыуандым, сөнки унда башҡа туғандарыбыҙ менән аралашыу ихтыяжы барлыҡҡа килгән.

Һеҙгә, диңгеҙгә, һыуға туранан-тура мөнәсәбәте булған кешегә, шундай һорау: йылдан-йыл йылғалар, шишмәләр, диңгеҙҙәр һыуы кәмей бара, киләсәгебеҙ был йәһәттән күңелһеҙ түгелме?

- Был бер циклды тәшкил иткән күренеш: һәр 12 йыл һайын һыуҙар китә һәм кире әйләнеп килә. Бына быйыл ямғырҙар норманан артыҡ яуа, ауылдарҙа ла был йәһәттән зарланырлыҡ түгел. Ғөмүмән, хәүефле хәл барлыҡҡа килеүгә кеше үҙе булышлыҡ итмәһен ине. Мәҫәлән, Өфө янындағы йылғалар ярында бихисап соҡорҙар барлыҡҡа килгән. Әгәр ҙә ҡырсынташ алыу маҡсатында был эш шулай дауам итһә, йылғаларҙың һыуы кәмеүе лә аңлашыла...

"Әгәр ҙә тупраҡты һыу менән бутаһаң - балсыҡҡа, ҡан менән бутаһаң - тыуған илгә әүерелә" тигән бер аҡыл эйәһе. Быға ниндәйҙер комментарий бирә алаһығыҙмы?

- Донъяны һуңғы тапҡыр бүлеү 1945 йылда булды. Шул саҡта фашизмдан азат ителгән барлыҡ илдәр һәм дәүләттәрҙә беҙҙең һалдаттарҙың ҡаны түгелгән икән, тимәк, ул ерҙәр беҙҙең тыуған ил һанала. Шул уҡ ваҡытта илебеҙҙең сик буйҙарында НАТО-ның хәрби көстәре тороуына бер ваҡытта ла риза булмаясаҡбыҙ.

Фәһемле әңгәмәгеҙ өсөн оло рәхмәт, Юлай Азамат улы!


Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №23, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.06.22 | Ҡаралған: 205

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru