«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӘКИӘТИ ҠАЛА
+  - 

Башҡортостандың баш ҡалаһында ағастан скульптуралар эшләү буйынса беренсе асыҡ конкурс тамамлана. Уның башланғысында ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев тора һәм ул ошо көндәрҙә эш барышы менән танышты.

- Һис шикһеҙ, эштәр бик матур. Уларҙың һәр ҡайһыһында тәрән мәғәнә ята. Скульптураларҙың форматы төрлө, иң ҡыҙығы - уларҙы эшләү бик ҡатмарлы. Был онотолған сәнғәт төрө. Шуға күрә бурысыбыҙ - ҡырҡып ташланған ҡарт ағастарҙы ташламаҫҡа, ә улар менән ҡулланырға өйрәнергә кәрәк. Беҙ был материалға икенсе ғүмер бирергә тейеш, - тип билдәләне Ратмир Рәфил улы.
Конкурста 13 кеше - профессионалдар ҙа, һәүәҫкәрҙәр ҙә ҡатнаша. Улар үҙҙәренең эшендә Һыу инәһе, Арыҫлан менән бәләкәй Урал батыр, Һомай ("Урал батыр"), Зөһрә ҡыҙ ("Алдар менән Зөһрә"), Шүрәле, Азамат, Зәлиә һәм сихырсы ("Ҡаҙ тәпәйе") кеүек башҡорт эпостары, әкиәттәре һәм легендалары геройҙарына мөрәжәғәт итә. Шулай уҡ ҡатнашыусылар ағастан тутыйғош Кешаны, тау бөркөтө, урмандағы айыу балалары, һыуһар, балыҡ тотоусы малай, "өс шөрөп" һәм Ильф менән Петровтың "12 ултырғыс" әҫәре буйынса скульптуралар эшләгән.
Оҫталарҙың эше тиҙҙән ҡаланың йәмғиәт урындарын биҙәйәсәк. Уларҙы "Өфө муйынсағы" маршрутына урынлаштырыу планлаштырыла. Конкурсҡа йомғаҡ 12 июндә яһаласаҡ һәм еңеүселәр бүләкләнәсәк. Киләһе йылдарҙа ла был бәйге дауам итәсәк һәм ул тағы ла киңерәк ҡолас алыр тип күҙаллана.

"Киске Өфө" гәзите, №22, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.06.22 | Ҡаралған: 213

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru