«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЫЛ БӘЙГЕ ҠУРАЙСЫЛАРҘЫҢ КИМӘЛЕН ҮҪТЕРӘ
+  - 


Башҡортостанда БАССР-ҙың халыҡ артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғата Сөләймәновтың 110 йыллығы айҡанлы Октябрьский ҡала мәҙәниәт һарайында уҙған XXI Республика ҡурай байрамы еңеүселәре иғлан ителде.

Гран-приҙы Учалынан Тәфтизән Зәйнишев яуланы, ә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының Әҙеһәм Исҡужин исемендәге ҡурайсылар ансамбле (Өфө), Буранбай сәсән исемендәге ҡурайсылар ансамбле (Баймаҡ районы), "Яйыҡ" халыҡ ҡурайсылар ансамбле (Учалы), Рөстәм Хәбиров (Туймазы), Иршат Дауытов (Ғафури районы), Айнур Собханғолов (Федоровка районы) һәм Вилдан Дәүләтбирҙин (Өфө) I дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. "Ҡурай символ булараҡ башҡорт халҡының традицияларын ихтирам иткәндәрҙең һәм һаҡлағандарҙың һәммәһен дә үҙе тирәләй йыя. Республикабыҙ гербында һәм флагында ла ҡурай сәскәһе төшөрөлгән. Ул, элекке кеүек, ата-бабалар хәтерен һәм Башҡортостандың күп милләтле халҡының дуҫлығын аңлата", - тип билдәләне мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова. Был күркәм сара тураһында унда ҡатнашыусыларҙың фекерҙәрен гәзит уҡыусыларыбыҙға ла еткерәбеҙ.

Мөхәмәт Түлебаев, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, конкурстың жюри рәйесе: Быйыл Октябрьский ҡалаһында Ғата Сөләймәнов исемендәге Республика ҡурай байрамы, шөкөр, егерме беренсе тапҡыр уҙғарылды. Унда йыл да йөҙәрләгән ҡурайсы ҡатнаша һәм ярыштың кимәле күтәрелә генә бара. Шул тиклем ныҡлы әҙерләнеп киләләр, хатта жюри ағзаларына улар араһынан һанаулы ғына кешегә иң юғары баһа биреүе лә еңелдән түгел. Шулай ҙа лайыҡлылар араһында лайыҡлыны һайлап, төп призды Учалынан Тәфтизән Зәйнишевҡа бирҙек. Ул бик күптән эшләгән данлыҡлы ҡурайсы, яҡшы педагог. Әйтергә кәрәк, башҡа район-ҡалаларҙан йыйылған йыр-моң һөйөүселәр ҙә һынатманы, бик ҡәнәғәт ҡалдыҡ. Балалар яңы үҫеп килгән сәскәләр һымаҡ бит ул. Йә береһе өҫкә сығып китә, йә икенсеһе. Шуға конкурста ҡатнашыусылар араһында бер үк йөҙҙәр булмай һис, улар шул тиклем ярышып үҫәләр. Һәм гел бер кешеләр генә лә еңеүсе булып тормай. Сөнки һәр уҡытыусы ҡыҙыҡһына, тәрбиәләнеүселәрен дәртләндереп әҙерләй. Был инде беҙҙең конкурстың төп маҡсатына - йәш ҡурайсыларҙы үҫтереүгә ауаздаш. Ҡурайҙа уйнаған балаларға ҡурайсының әхлаҡи ҡиммәттәре тураһында ла аңлатабыҙ, уларға тәртипле һәм тәрбиәле булырға өйрәтәбеҙ, был иһә башҡорт халҡы өсөн оло әһәмиәткә эйә. Сөнки ҡурайсы - ул милләтебеҙ ғорурлығы. Борон да, бөгөн дә һәм киләсәктә лә абруйлы, халҡыбыҙҙың йолаларын һаҡлап ҡалыр кеше булырға тейеш ул. Шуға иң бәләкәй ҡатнашыусыларҙы ла йәлеп итергә тырышабыҙ, конкурсҡа 6-7 йәшлек ҡурайсылар килә. Улар ҡурайын өрөп, көй сығара беләләр, әллә ни булдыра алмаһалар ҙа, килеүҙәре шарт. "Бына ниндәй ҡурайсы килгән!" - тип маҡтап, ҡанатландырып торабыҙ. Беҙҙең арттан алмаш үҫеп килеүен күреп шатланабыҙ. Бер аҙҙан нәҡ улар сәхнәләрҙә профессиональ ҡурайсы булараҡ сығыш яһап йөрөйәсәк бит. Әммә бына был конкурсҡа республикабыҙҙың күп кенә райондарынан ҡатнашыусылар һирәгәйеүе күңелде ҡыра. Бөгөн Күгәрсен, Бөрйән, Әбйәлил, Йылайыр, Ейәнсура райондарынан ҡатнашыусылар булмауы бик йәл. Ҡасандыр гөрләп торған шул райондарҙың ал-ял бирмәй эшләгән матур ансамблдәре була торғайны. Бының төп сәбәбе, әлбиттә, аҡса мәсьәләһенә бәйле. Урындағы етәкселек был йәһәттән тейешле хәстәрлек күрһен ине, тигән теләктә ҡалам. Ә шулай ҙа был юлы Октябрьский ҡалаһының мәҙәниәт һарайын дер һелкетеп, өс йөҙҙән ашыу ҡурайсы "Урал" башҡорт халыҡ йырын ҡурайҙа яңғыратып ҡайттыҡ әле...

Эльвира Әхмәтйәнова, Республика халыҡ ижады үҙәгенең халыҡ ижады бүлеге етәксеһе, конкурстың баһалама ағзаһы: Быйыл конкурста Башҡортостандан һәм Силәбе өлкәһенән 334 музыкант, шул иҫәптән 93 солист һәм 22 ижади коллектив ҡатнашты. Сибайҙан 8 йәшлек Арыҫлан Хәсәнов "Иң йәш ҡатнашыусы" тип, ә Баймаҡ районынан килгән 65 йәшлек Риф Ҡәйепҡолов иң олоһо тип табылды. Был конкурста йыл һайын ҡатнашыусылар һаны төрлөсә була, ҡайһы ваҡытта 200-ҙән ашыу, ҡайсаҡ 400-500 дәғүәсе лә йыйыла. Күпме кеше ҡатнашыуға ҡарамаҫтан, шул тиклем матур итеп әҙерләнеп киләләр барыһы ла. Учалы, Миәкә, Туймазы, Бәләбәй, Әлшәй, Баймаҡ, Ҡырмыҫҡалы, Хәйбулла райондары, Сибай ҡалаһы йыл да әүҙем ҡатнаша. Быйыл Дыуан районы беренсе тапҡыр ҡатнашты, улар бер йәш кенә ансамбль төҙөгәндәр. Өфө ҡалаһынан да ҡурайсылар күп килә конкурсҡа, бигерәк тә Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының Ә. Исҡужин исемендәге ҡурайсылар ансамбле йыл да үҙ оҫталыҡтарын һынай. Ғөмүмән, Башҡортостандың егермегә яҡын төбәгенән ҡатнашыусылар була, сит өлкәләрҙән дә милләттәштәребеҙ килеп, үҙ маһирлығын күрһәтә, тәжрибә уртаҡлаша. Быйыл Силәбе өлкәһенән ансамбль һәм бер айырым сығыш яһаусы ҡурайсы булды.
Конкурс Башҡортостандың көнсығыш райондарында ҡурайсыларҙы, был милли уйын ҡоралында уйнау оҫталығын үҫтереү, уны киң таратыу йәһәтенән бик әһәмиәтле ярыш. Октябрьский ҡалаһының етәкселеге лә быны аңлап, йыл да уны үткәрергә ҡуш ҡуллап ризалыҡ биреп кенә тора. Шуны билдәләп китергә кәрәк: ошо ике тиҫтәнән ашыу йыл эсендә конкурс бик күп яңы таланттарҙы асыҡланы, күптәрҙең ижади ялҡынын ҡабыҙҙы, оҫталығын арттырҙы. Унда балаларҙың күп ҡатнашыуы иң ҡыуаныслы күренеш һәм мин уларҙың үҫеп етеп, күбеһе үҙ киләсәген сәнғәт, ҡурай менән бәйләүенә лә шаһитмын. Тимәк, конкурс уларға яңы үрҙәргә ынтылырға көс биргән, рухтарын уятҡан.

Тәфтизән Зәйнишев, конкурста Гран-при яулаған профессиональ ҡурайсы: Ғата Сөләймәнов исемендәге Республика ҡурай байрамы башланып киткән тәүге йылдарҙа уҡ ҡатнашыу теләгем, ынтылышым булһа ла, төрлө сәбәптәр менән конкурсҡа бара алмай ҡалына ине. Әммә бына һуңғы ун йылда үҙем эшләгән С. Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының "Яйыҡ" ҡурайсылар халыҡ ансамблен әҙерләп, йыл да ҡатнашып киләбеҙ. Был конкурс башҡаларынан айырыуса етди әҙерлек талап итеүе менән айырылып тора. Сөнки профессиональ ҡурайсыларға талаптар бик ҡаты: әгәр 100 көйҙө төрлө варианттары, кемдәр башҡарыуы, тарихы менән белмәһәң, һынауҙан үтмәйһең. Шуның өсөн сәхнәләрҙә сығыш яһаған күп кенә ҡурайсылар ҙа ҡатнаша алмай унда. Ярыш ҡурайсыларҙың кимәлен үҫтерә. Был минең студенттарымда уҡ асыҡ сағыла, унда ҡатнашып, күҙгә күренеп үҫеп ҡайталар. Быйыл ансамблебеҙ составында 11 бала сығыш яһаны һәм тырышлыҡтарының һөҙөмтәһе булып, беренсе урын яулап ҡайттылар. Улар өсөн тағы бер ҡыуанған нәмә шул булды: сара сиктәрендә Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың халыҡ артисы, ҡурайсы һәм фольклорсы Юлай Ғәйнетдиновтың бик мәғәнәле оҫталыҡ дәресен тыңлау бәхетенә ирештеләр.
Ә үҙемдең еңеүем тураһында һөйләгәндә инде, бик етди әҙерләндем. Хатта конкурстан ике ай алда йәшәү рәүешемә үҙгәрештәр индерҙем: көн дә сәғәт таңғы дүрттә тороп, белергә тейешле көйҙәрҙе ебәреп, алтыла эшкә сығып киткәнгә тиклем тыңлап, көйләп йөрөргә ғәҙәтләндем. Шуға һәр йөҙ көй хәтерҙә, ниндәй билетты тартып алһам да, унда күрһәтелгән йырҙың барлыҡҡа килеү тарихы, кем башҡарыуы, ниндәй төрҙәре барлығы күҙ алдына баҫып ҡына торҙо. Конкурста мин "Түрәкәй" тигән башҡорт халыҡ йырын яратып башҡарҙым, "Ашҡаҙар"ҙы уйнаным һәм тартып алынған билет буйынса "Һыр" көйөн яңғыраттым. Үҙ өҫтөмдә эшләүҙең дә, педагог булараҡ та хеҙмәтемдең, тырышлығымдың һөҙөмтәләрен күреп, ҡыуанырға яҙҙы, шөкөр.

Сәриә ҒАРИПОВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №20, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.05.22 | Ҡаралған: 209

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru