«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯРТЫ БЫУАТТАН ҺУҢ ТАҒЫ БАШ ҠАЛҠЫТТЫ БЫЛ ЯУЫЗЛЫҠ
+  - 


Минең яратҡан ҡустым бар - Денис Камалетдинов. Уны дүрт айлыҡ сағынан беләм һәм шунан алып яратам. Бала сағыбыҙ бергә үтте. Ҡустыларым араһынан унан да яҡынырағы юҡ. Мәктәпте тамамлағандан һуң ул, мине аптыратып, Коломенск юғары артиллерия команда училищеһына уҡырға инде. Хәрби булырға мин хыяллана инем, әммә ҡустым хәрби булды, мин гражданкала ҡалдым. Хәрби хеҙмәтенең башынан уҡ үҙен рейтинглы курсант итеп күрһәтте. Ғәскәрҙәргә эләккәс, шунда уҡ профессионаллеге, һалҡын ҡанлылығы һәм үҙенсәлекле юмор хисе өсөн командирҙарының ихтирамын ҡаҙанды.

... 16 мартта, Украиналағы хәрби операция мәлендә ул танкыға ҡаршы минаға эләгеп шартлай: пулянан, ярсыҡтарҙан яралана, быуындары ҡаймыға, һөйәктәре бер нисә урындан һына һәм ауыр контузия ала. Шуға ҡарамаҫтан, 14 көн дауамында артиллерия дивизионы һәм 86 яугирҙан торған личный состав менән оҫта командалыҡ итә, хәрби бурысты үтәй һәм барлыҡ һалдаттарын да иҫән-һау алып сыға.
"Ҡайҙа бында юмор хисе?" тип һорар бәғзеләр. Ә ул ут аҫтынан сыҡҡас, беренсе шылтыратҡанында уҡ: "Мин ҡайттым. Ауыр яралы, әммә тере. Бәлки, орденға тәҡдим итерҙәр. Ә мин, атайымдың ауылын Ҡотойҙан Камалетдин тип үҙгәртеүҙәренә һәм тере саҡта уҡ тыуған Учалы ҡалаһында фамилиямды Хәрби дан аллеяһына яҙыуҙарына ла ҡаршы булмаҫ инем", - тип шаяртты.
Минеңсә, ябай тормоштағы граждан ҡарашынса, һәләк булған геройҙарҙы ғына тәбрикләүҙәре ғәҙел түгел. Хәрби хәрәкәттәрҙең тере ҡатнашыусыларына ла уларҙың тиңһеҙ ҡаһарманлығы ватандаштары өсөн мөһим булыуы һәм тейешенсә баһаланыуын белеү һәм аңлау мөһим.
Һуңынан шылтыратып һөйләшкәндә ҡустым һүҙҙәрен ентекле һайлап ҡына, ҡыҫҡа ғына, махсус операцияла үҙенең ҡатнашыуының үҙенсәлектәренә ентекле туҡтамай ғына һәм ниндәй ҡаҙанышы өсөн орденға тәҡдим итеүҙәрен һөйләне: "Икенсе дәрәжә Ватан алдындағы ҡаҙаныштар өсөн ордены. Ҡылыс һүрәттәре төшөрөлгән. Награда, тигәндәй. Беләһеңме, минең өсөн иң ҙур бүләк - ул минең яугирҙарымдың ата-әсәләренең, кәләштәренең, хәрби заданиены бергә үтәгән һәм 1 апрелдә ҡамауҙан бер юғалтыуһыҙ алып сыҡҡан ир-егеттәрҙең шылтыратыуҙары. Көн аша миңә һалдаттарымдың яҡындары шылтырата һәм күҙ йәштәре тоҙо һеңгән ирендәре менән улдарын, ирҙәрен, егеттәрен ҡотҡарған өсөн, сабыйҙар хаҡына аталарының ғүмерен һаҡлап ҡалған өсөн рәхмәт белдерә. Рәхмәт - ул, ағай, теләһә ниндәй дәүләт наградаһынан да юғарыраҡ..."

... Денис өсөн махсус операция 24 февралдә башлана. Командование улар алдына бик ҡатмарлы бурыс ҡуя: дошман тылына тәрәнгә үтеп инергә (фронт һыҙығынан 200 километрға эскә) һәм һиҙҙермәй генә дошман сәптәрен юҡ итергә. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: артиллерия дивизионы Баш разведка идаралығы (ГРУ) спецназының разведка дозоры түгел. Разведка дозоры егеттәре шығырлап торған тәрән ҡар ҡатламынан да шым ғына һаҡсы эргәһенә үтеп, уның хәрби комплектының барлыҡ патрондарын иҫәпләй ала. Ә артиллерия дивизионы - йөҙҙәрсә тонна гөрһөлдәп һәм шығырлап торған ҡорос. Күҙ алдына килтерегеҙ: ошо ажғырып торған "йыртҡыс" һиҙҙермәй (!) генә дошман тылына үтеп инергә һәм ай ярым хәрби бурыс үтәп, кире ҡайтырға тейеш!
Профессионаллеге һәм оҫта эш итеүе арҡаһында Денис алдына ҡуйылған бурысты үтәй. Махсус операцияла ҡатнашҡан ваҡытта уның дивизионы 2 танкыны, 2 танкыға ҡаршы батареяны, 4 терәк пунктын, 3 утты көйләүселәр позицияһын, 12 блокпосты һәм Украина ҡораллы көстәренең 50 хәрби хеҙмәткәрен юҡ итә. Дивизион үҙе 5 тапҡыр ҡеүәтле артиллерия уты аҫтында ҡала, мина баҫыуына эләгә һәм мина ҡыры аша үтә, бер нисә тапҡыр нацистарҙың эҙәрлекләүенән ҡаса. Ҡустым бер нисә ваҡиға тураһында ентекле һөйләргә рөхсәт итте.

... Ҡустымда корректировкалаусы капитан татар милләтенән була. Разведка отряды тапҡан сәптәрҙе раҫлау буйынса (доразведка) заданиеға сыға. Тапҡас, код менән уның характерын һәм координаттарын тапшыра. Әммә артиллерия дивизионы иҫәп эшләп ут асыуға сәп урынын алмаштырған була. Башта Денис дошманға уңыш йылмайҙы, тип уйлай, әммә дүрт тапҡыр шулай ҡабатланғас, дошмандың уларҙың һөйләшеүен ишетеп тороуы аңлашыла. Шунан Денис корректировкалаусы менән эфирҙа башҡортса һөйләшә башлай. Сәптәр бер-бер артлы юҡ ителә... Дошман аптырап ҡала... Ә полк командиры ҡустыма: "Башҡорттар, маладис!" - ти. Ҡустымдың ауыҙы касканың бер осонан икенсеһенәсә йырыла. Беренсенән, ул бала сағында балалар баҡсаһында уҡ өйрәнгән башҡорт халыҡ йыры "Любизар"ҙы иҫенә төшөрә, икенсенән, күҙе яраланған полк командиры Кутузов кеүек үк күҙен бәйләп йөрөгән була. Шулай итеп, 200 йылдан ашыу ваҡыт үткәс, полк командиры үҙе лә һиҙмәҫтән Кутузовтың һүҙҙәрен ҡабатлай. 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорттар 28 еңел кавалерия полкы бирә, улар Польшала хәрби хәрәкәттәрҙә, Берлинды алыуҙа ҡатнаша. Һуңынан Калишск союз килешеүенә ҡул ҡуйыла һәм ул француздарға ҡаршы коалиция төҙөүгә нигеҙ һала. Башҡорт полктары Нидерландтарҙы азат итә, Парижға етә. Уларҙы разведка йәки дошмандың тәрән тылына рейдтар өсөн файҙаланалар. Башҡорттар Наполеонды еңеүгә ҙур өлөш индерә һәм шуның өсөн Кутузовтың шәхсән: "Любезные вы мои башкирцы, молодцы", - тип маҡтауына лайыҡ була.

... 16 мартта дивизион колоннаһының алдында барған бронялы "Медведь" КамАЗ машинаһы танкыға ҡаршы минаға эләгеп шартлай. Денис күп һанлы ярсыҡ яралары ала, быуындары ҡаймыға, һөйәктәре һына, контузиялана. Ғәҙәте буйынса, тайған урындарын үҙе ултырта, шартлаған машинанан сығып, үҙенә беренсе ярҙам күрһәтә һәм кесе офицерға эвакуацияланырға ярҙам итә. Хәҙер артналет башланасағын аңлап, хатта төҙөлөштәге бригадир оялышынан ҡолаҡтарына тиклем ҡыҙарырлыҡ ҡатлы-ҡатлы һүгенеү һүҙҙәрен ҡулланып, личный составты тиҙ арала шартлау урынынан китергә мәжбүр итә. Хәл шуның менән ҡатмарлаша: артабан миналар ҡуйылған ялан буйлап хәрәкәт итергә тура килә. Миналар арлы-бирле генә йәшерелгән һәм яйлап барғанда уларҙы күрергә була. Әммә берәү ҙә беренсе булып барырға теләмәй. Дөрөҫөн әйткәндә, артдивизиондың личный составы ғына түгел, разведка бүлексәһе лә ҡурҡа. Денис тағы ла алдағы машинаға ултырып, водителгә, миналарға эләкмәҫ өсөн маневрҙар өйрәтеп, личный составты һәм разведчиктарҙы мина яланынан алып сыға...
Был ваҡытта ҡанында адреналин уйнағандыр, моғайын, сөнки шартлы рәүештә хәүефһеҙ һаналған урынға сыҡҡас, ауыр эҙемтәләр башлана: хәле бөтә, тәне һыҙлай. Ике тәүлек урынынан тормай ята ул, ашамай, яйлап һыу ғына эсә. Шул ваҡытта ла эргәһендә һәр саҡ телефонист була, уның аша гвардия майоры ҡул аҫтындағылар менән идара итә. Өсөнсө көнөнә аяғына баҫа, әммә ауыртыныу шул тиклем көслө була, ул хатта автоматын ҡулбашына аҫа ла алмай. Һалдаттар үҙҙәренең промедолдарын килтерә, әммә гвардия майоры уларҙы ҡабул итеүҙән баш тарта - уға айыҡ аҡыл һаҡлау мөһимерәк була. Ике аҙна Денис рух, ихтыяр көсө менән, ауыртыуҙы баҫа торған дарыуҙар ҡабул итмәйенсә, командалыҡ итә, һуңынан ғына ҡайтырға команда бирелә. Хәрби госпиталдә генә ул үҙенең ярсыҡтарҙан ғына яраланмағанын, ә пуля эләгеүен дә, тайған урындары булыуын да, эске ағзалары, башы контузияланыуын һәм ике ҡалаҡ һөйәгенең дә һыныуын белә...

... Яралары, һыҙланыуҙары тураһында госпиталдә ятҡанда ҡустым ошоларҙы һөйләгәйне: "Ағай, миңә таңда бик ауыр. Бөтә тән ауырта һәм һыҙлай. Ауыртыуҙы баҫыусы дарыуҙар ҡулланырға ярамай. Майҙар ғына һөртәм. Улар ярҙам итмәй. Уянам да, зарядка эшләргә үҙемде оҙаҡ көйләйем. Зарядкаһыҙ бөтөнләй насар. Ауыр һәм һыҙландыра. Беләһеңме, ағай, мин һис үкенмәйем. Әгәр мине ҡабат ошо бурысты үтәргә ҡуйһалар - ике уйлап тормай, уны үтәргә китер инем. Беләһең бит, был минең беренсе сирҡаныс алыу түгел. Әммә быға тиклем булғандары был махсус операциянан бик ныҡ айырыла. Унда мин бандформированиеларҙы һәм башҡаларҙы тар-мар итә инем. Ә Украинала башҡаса. Был - берләшкән Яуызлыҡҡа ҡаршы һуғыш. Шуға күрә мин ошо яуҙа булыуыма үкенмәйем. Һеҙгә, граждан тормошонда бындағы ҡәбәхәтлек хатта төшөгөҙгә лә инмәй. Был хаҡта һеҙ хәрби хәбәрселәрҙән түгел, ә хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙан белергә тейешһегеҙ. Был нацистик шаҡшылыҡ ярты быуаттан һуң ҡабат баш ҡалҡытмаһын өсөн, уларҙы ер өҫтөнән ҡырып-һепереп, ер аҫтына өс метр тәрәнлектә фугас һәм термобарик боеприпастар менән яндырып бөтөрөргә кәрәк..."

... Мин үҙем яңыраҡ бейек урындан төшкәндә алға һуҙылған ҡулыма ҡоланым. Бик ныҡ ауыртты, хатта ҡоҫҡо килде. Ҡулбашымды һындырғанмын икән тип уйланым. Көс-хәл менән машинаға барып етеп, үҙемә беренсе ярҙам күрһәттем. Бәрелгән урынды зеленка менән эшкәртеп, ҡулымды косынкаға элгәндә ҡустым тураһында уйланым: уға ниндәй ауыртыныу кисерергә тура килгән, ул ҡайҙан үҙендә үҙенә беренсе ярҙам күрһәтерлек, янған машинанан сығып, хеҙмәттәшенә ярҙам күрһәтерлек көс тапҡан икән? Башҡа һыйырлыҡ түгел... Бары тик мейене: "Гвозди бы делать из этих людей, не было б крепче в мире гвоздей", - тигән юлдар ғына сүкене.
Был поэманы юҡҡа ғына иҫләмәнем. Бер нисә көндән ҡустым шылтыратты һәм хәрби психологта булыуы тураһында һөйләне. Табиптың бурысы - махсус операциянан һуң яугирҙарҙың рухи торошон тотороҡландырыу. Әммә ҡабул итеү һуңында хәрби табип үкһеп илай, ә ҡустыма уны тынысландырырға тура килә. Ҡабул итеү ҡалып буйынса башлана: "Махсус хәрби операцияға ҡасан индегеҙ? Ниндәй бурыстар башҡарҙығыҙ? Күпме снаряд аттығыҙ?" Ҡустым: "Белмәйем, иҫәпләмәнем", - ти. Табип:"50-нән ашыумы?"- тип ныҡыша. Ҡустым: "800-ҙән ашыу..."- ти.
Табип: "Нисә тапҡыр артиллерия уты аҫтында ҡалдығыҙ?" - ти. Ҡустым: "Биштән артыҡ..." - тип яуаплай. Табип: "Нисә тапҡыр һәм нисә көн ҡамауҙа булдығыҙ?" - тип һорай. Ҡустым: "Ҡамауҙа һәр ваҡыт булдыҡ. 24 февралдән 1 апрелгә тиклем фронт һыҙығынан 200 километр төптә, дошмандың тәрән тылында бер һаҡһыҙ хәрби бурыс үтәнем..." - ти.
Бер нисә һорауҙан һуң махсус өйрәтелгән хәрби психолог үкһеп илай, ә ҡустым, артиллерия гвардия майоры, уны тынысландыра...
Табип ҡатын тынысланғас, ҡабат һорауҙар бирә башлай: "Хәҙер ҡапыл яңғыраған тауыштарҙы нисек ҡабул итәһегеҙ? Ҡурҡаһығыҙмы?" Ҡустым тыныс ҡына ултыра, "Юҡ, ҡурҡытмай", тип яуаплай... Һәм шул саҡ ел тәҙрә форточкаһын шапылдатып яба... Ҡустым нисек өҫтәл аҫтында ултырғанын үҙе лә һиҙмәй ҡала. Табип уға ҡарап, күҙ йәштәре аша көлә һәм: "Минең һорауыма яуап бирҙегеҙ инде", - ти. Бына шулай беҙҙең яугирҙарҙы хәрби психологтар эмоциональ йөктән арындыра. Форточка ла ябай түгелдер, ә махсус, дәрәжәле, вазифалы һәм Оборона министрлығында эшләнгәндер, тип уйланыла хәҙер.

... Шулай итеп, борон-борондан шундай рухи ихтыярлы офицер һәм һалдаттар хәрби низағтарҙа Рәсәйгә Еңеү яулай ҙа инде. Аллаһы Тәғәлә һиңә көс бирһен һәм тиҙерәк һауыҡ, ҡустым. Һин башҡорт халҡының ғәййәр яугир-батырҙарының лайыҡлы улыһың, ҡаһарманлығыңды атай-олатайҙарыбыҙҙың хәрби ҡаһарманлығы менән бер рәткә яҙыуға лайыҡлыһың!

Ренат ХИЛАЖЕВ.
"Киске Өфө" гәзите, №20, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.05.22 | Ҡаралған: 275

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru