«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЫЛ ЙОРТТА ХЕҘМӘТ БАҺАЛЫ ЛА, ХӨРМӘТЛЕ ЛӘ
+  - 

Ауыл ерендә ғаиләнең бер төптән тырышып донъя көтөүен билдәләү ауыр түгел. Уларҙың йорт-ҡураһына күҙ һалыу ҙа етә. Фәғилә һәм Азат Байназаровтарҙың ихатаһына аяҡ баҫыу менән үҙеңде, ысын мәғәнәһендә, әкиәт донъяһына килеп ингәндәй тояһың. Дөрөҫ, тәү ҡарамаҡҡа уларҙың йорто башҡаларҙыҡынан бер нәмәһе менән дә айырылмай. Шулай ҙа... Ауылға йәм өҫтәп, әллә ҡайҙан балҡып, саҡырып ултыра ул. Улай ғына ла түгел. Килеп инеү менән ихаталағы һәр ҡаралты, өйҙәге һәр йыһаз уңған хужа һәм хужабикәнең күңел йылыһын, күҙ нурҙарын һаҡлауын тояһың һәм үҙең дә һиҙмәҫтән, ошо йылы һәм нурлы мөхиткә сумаһың.

Байназаровтарҙың ауылға ҡайтып, нигеҙ яңыртыуҙарына ике йыл ғына. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Хәсән ауылының иң уңған һәм татыу ғаиләләренең береһе булараҡ ихтирам яулап өлгөргәндәр.
- Тыуған тупраҡтың тартыу көсө бар, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер. Олоғая килә беҙҙе лә атай-олатайҙарҙың кендек ҡаны тамған, уларҙың эҙен һаҡлаған изге төйәк үҙенә тартты, - ти Азат ағай.
Ғаиләһен етеш тормошта йәшәтеү, улдарын үҙаллы тормош юлына лайыҡлы баҫтырыу маҡсаты менән оҙаҡ йылдар сит тарафта эшләргә тура килгән уға. Камчаткаға тиклем барып еткән ул.
- Өйләнгәс, ғаиләмде Ноябрьскиға алып киттем. Ваҡытлыса, тип кенә уйлаһаҡ та, ун ике йыл йәшәп ташланыҡ. Аҙаҡ Мәләүезгә ҡайтып, Емеш-еләк питомнигы ҡасабаһында йорт һалып индек. Үҙем вахта ысулына күстем, - тип дауам итә ғаилә башлығы.
Тылы ныҡлы булғанға ла тыныс күңел менән хаҡлы ялға сыҡҡансы Себерҙә эшләй ул. Эйе, ҡатынынан уңа Азат Солтанғәли улы. Ғөмүмән, бер-береһен һайлап яңылышмағандар. Улар араһында бер ҡасан да "Был - ҡатын-ҡыҙ эше, быныһы ир-егеттеке" темаһына бәхәс тыумай. Байназаровтар ғаиләһендә ата абруйы ла, әсә наҙы ла, балалар һәм туғандар ҡәҙере лә бар.
- Мохтажлыҡ күрмәй, етеш йәшәһәк тә, улдарыбыҙҙы бәләкәйҙән эшкә өйрәтеп үҫтерҙек, - тип һүҙгә ҡушыла Фәғилә апай. - Бер ҡасан да тик ултырманы улар. Баҡса ла үҫтерештеләр, мал-тыуарҙы ла ҡараштылар, ашарға бешкәнде лә көтөп ултырманылар. Тиҙ генә кем нимә менән ярҙам итә ала, шуны эшләй һала ине. Ҡулынан килмәҫтәйҙе ҡушып, ҡаты талап ҡуйып, эштән биҙҙермәҫкә тырыштыҡ. Әммә эшләгәндәре беҙҙең өсөн булһа, өйрәнгәндәре үҙҙәре өсөн ине. Бөгөн Азамат һәм Илдар улдарыбыҙ - үҙаллы тормош юлында ышаныслы баҫып торған уҙамандар.
Йорт-ҡураның төҙөклөгө, етеш тормошта йәшәүҙәре, әлбиттә, ғаиләнең дөйөм тырышлығы һөҙөмтәһе. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, ауылдаштары әле лә уларҙың ҡул ҡаушырып ултырғанын күргәне юҡ. Йәйен баҡсалары еләк-емеш һәм йәшелсәнең мул уңышы, аллы-гөллө сәскәләре менән һөйөндөрә. Иткә "иҙелбай" һарыҡтары аҫраһалар, чех тоҡомло кәзә һөтөнән ҡымыҙын, сырын, ҡуйыртылған һөтөн, ҡатығын эшләйҙәр. Ҡупшы һаҡаллы, итекле фавероль тауыҡтары йорт-ҡураның йәме генә түгел, һыуыҡ климатҡа сыҙамлы ҡоштар йыл әйләнәһенә йомортҡа менән дә тәьмин итә. Умартасылыҡ менән дә шөғөлләнәләр.
- Ҡортсолоҡ Байназаровтарға быуындан-быуынға күсеп килә, тип әйтһәм, бер ҙә арттырыу булмаҫ. Килен булып төшкәндә ҡәйнәм дә умарта тота ине. Хәҙер Азаттың һәм башҡа туғандарының да яратып башҡарған эшенә әйләнде. Аталарынан күрмәксе, улдарыбыҙ, ейәндәребеҙ ҙә умартасылыҡ серҙәренә төшөндө, - ти Фәғилә апай.
Хужабикәнең дә яратҡан шөғөлдәре бик күп. Шулар араһында ғаиләһен тәмле ризыҡтар менән һыйлауҙы, гөл үҫтереүҙе һәм бәйләүҙе әйтмәһә лә, әллә ҡайҙан беленә. Улар тураһында Фәғилә апай сәғәттәр буйы һөйләһә лә арымай. Үҙе генә белгән рецептары, үҙе генә бәйләгән биҙәктәре һәм гөл үҫтереү серҙәре бар. Белгәне менән, әлбиттә, һәр ваҡыт ихлас бүлешергә әҙер.
Сығышы менән Күгәрсен районы Ҡалдар ауылы ҡыҙы ул. Ә был тарафта элек кәзә тотмаған ҡатын-ҡыҙ бик һирәк ине. Бәләкәйҙән яратып башҡарған шөғөлөн хужабикә ташларға уйламай әле. Заказға ла бәйләй. Күҙ нурын һалып дебеттән бәйләгән палантин, кардиган, жилет, шәл һәм косынкалары бик күптәрҙең күңелен йылыта.
Хәҙер ауылда ла ҡаланыҡынан кәм йәшәмәйҙәр. Бөтә уңайлы шарттар ҙа булдырырға тырышалар. Ә Байназаровтар матурлыҡ тыуҙырыуға айырыуса иғтибар биргән. Эйе, өйҙәрен ярата улар. Ә өйөңдө яратыу, тәү сиратта, унда йәшәгән кешеләрҙе һөйөүҙе, ихтирам итеүҙе аңлата. Уңайлы шарттар ҙа, зауыҡ та, тәмле ризыҡтар ҙа тап яҡын кешеләрең өсөн бит.
Бына шулай, ҡырҡ йыл иңгә-иң терәшеп йәшәгән Байназаровтар бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, ҡәҙерләп йәшәй. Татыулыҡтарының сере ябай ғына: бер-береһен хөрмәт итә улар. Ә ихтирам бар ерҙә яратыу ҙа, ышаныс та, тоғролоҡ та була.

Лена АБДРАХМАНОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №17, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.04.22 | Ҡаралған: 354

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru