«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАҢ ҺӘЛӘТЕН ҮҪТЕРӘ БЕЛ!
+  - 


Уҡыусылар, өлкән синыфтарҙа уҡый башлау менән, үҙҙәренең буласаҡ һөнәре тураһында етди уйлана башлай. Әлбиттә, уларға ярҙам итеү маҡсатында мәктәптәрҙә һәм башҡа төрлө тәрбиә биреү учреждениеларында бик күп эштәр башҡарыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер уҡыусылар, барыбер, мәктәпте тамамлағансы үҙҙәренә һөнәр һайлай алмай. Уның бер сәбәбе - һәләттәренең асылмауында. Ғәҙәттә, һәләттәренә ярашлы һөнәр һайлайҙар бит.

Белеүебеҙсә, һәр бала был донъяға ниндәйҙер һәләттәр менән тыуа. Әгәр баланың тәбиғи үҫешенә бөтә шарттар ҙә ыңғай булһа, 13-14 йәштәрҙә улар асыҡ күренергә тейеш. Ә бөгөн шул йәштәргә еткән күп кенә балалар үҙҙәренә нимә кәрәк икәнен дә белмәй, бер нимә менән дә ҡыҙыҡһынмай. Ошо урында, мәктәптәрҙә етәрлек кимәлдә эшләп еткермәйҙәр, тип әйтергә мөмкиндәр. Мин быға ҡаршы түгелмен - уныһы ла барҙыр. Ләкин балаларҙың һәләттәре, бөтә шарттар ҙа ыңғай булһа, ғаиләлә үк асыла башларға тейеш. Шуға балаларҙың һәләтен үҫтереү, беренсе сиратта, ата-әсәләрҙең бурысы ул.
Ғаилә тәрбиәһендә нимәне күҙ уңынан ысҡындыралар һуң? Ҡайһы бер ата-әсәләр балаларға тәрбиә биргәндә, башлыса, әхлаҡи тәрбиәне күҙ уңында тота. Йәғни уларға, нимә яҡшы, нимә насар икәнен аңлаталар. Ә бына тәбиғи һәләттәрен үҫтереүгә бөтөнләй иғтибар итмәйҙәр. Киләсәктә бит әхлаҡи яҡтан тәрбиәле булыу ғына етмәй, ә ниндәйҙер һөнәргә лә эйә булырға кәрәк. Шуға балаларҙы үҙаллы тормошҡа әҙерләгәндә, әхлаҡи тәрбиә менән һәләтте үҫтереү бергә барырға тейеш. Ғаилә тәрбиәһендә һәләтте үҫтереү өсөн мәктәптәрҙәге һымаҡ ниндәйҙер үҙенсәлекле алымдар өҫтөндә эшләү кәрәкмәй. Ә тәрбиә барышында бала һәләтенең асылыуына һәм үҫешенә ыңғай йоғонто яһаған ҡайһы бер шарттарҙы булдырыу талап ителә. Мин шулар тураһындағы үҙ тәжрибәм менән уртаҡлашырға уйлайым. Башта һәләттәрҙең үҫеше тураһында бер нисә һүҙ әйтеп үтәйем.

Һәләттәрҙең үҫеш этаптары

Үрҙә әйтелгәнсә, тәбиғи һәләттәр балаға тыуғанға тиклем үк орлоҡ итеп һалына. Уларҙың "шытып" китеүенә ыңғай шарттар - "уңдырышлы тупраҡ" кәрәк. Баланың ете йәшкә тиклемге үҫеше үҙендә шундай "тупраҡты" барлыҡҡа килтереү осоро ул. Был осорҙа улар бик әүҙем уйнайҙар, үҙҙәрен уратып алған тормош менән ҡыҙыҡһыналар, төрлө һорауҙар бирәләр. Бына ошо эшмәкәрлектәр бөтәһе лә балаларҙың аңын, аҡылын, психикаһын "уңдырышлы тупраҡ" кимәленә еткерә лә инде. "Уңдырышлы тупраҡ" әҙер булғас, һәләттәре тамыр ебәрә башлай. Һәм артабанғы ете йыл эсендә улар "шытып сыға." Йәғни 13-14 йәштәр тирәһендә балаларҙың һәләттәрен асыҡ төҫмөрләргә була. Был осорҙа улар ниндәйҙер шөғөлдәр менән ҡыҙыҡһыналар, төрлө түңәрәктәргә йөрөй башлайҙар.
Тағы ла ете йыл дауамында, 21 йәштәргә тиклем була инде, шул һәләттәрен камиллаштырыу башлана: шуларға ярашлы предметтарҙы ҡыҙыҡһынып өйрәнәләр, профилле кластарҙа уҡыйҙар, артабан ниндәйҙер махсус уҡыу йортон тамамлап, үҙҙәренә оҡшаған профессияға эйә булалар.
Күреүебеҙсә, ете йыл һайын кешенең һәләттәре ниндәйҙер үҫеш кисерә бара. Әгәр бөтә шарттар ҙа ыңғай булһа инде. Ниндәйерәк шарттарҙы ыңғай тип атайым һуң? Хәҙер һүҙем шулар тураһында, йәғни мәҡәләмдең төп өлөшөнә килеп еттек. Шулай итеп, беренсеһе...

1. Балалар уйнарға тейеш

Балаларҙың һәләттәрен асыу өсөн иң һөҙөмтәле күренеш - ул уйындар. Уларҙы башҡа бер нәмә лә алмаштыра алмайҙыр. Егерменсе быуаттың беренсе яртыһында Европала бер төркөм ғалимдар уйнап үҫкән һәм уйын күрмәгән балаларҙың үҫештәрен күҙәткән. Һәм шундай күренештең шаһиты булалар: уйнап үҫкәндәр төрлө һөнәр эйәләре булып китә, ә икенселәре артыҡ оҫталыҡ талап ителмәгән ҡара эштәрҙе башҡарыусы эшселәр булып ҡала. Күреүебеҙсә, уйын балаларҙың һәләтен асыуҙа ҙур роль уйнай. Шулай уҡ башҡа сифаттарҙы ла үҫтерә. Артыҡ күп һөйләмәй генә, шуларҙың иң мөһимдәрен һанап үтәм. Балалар уйындарҙы үҙҙәре ойоштора икән - үҙаллы ҡарар ҡабул итеп, ниндәйҙер эште ойошторорға өйрәнәләр. Йәғни уларҙа үҙаллылыҡ тәрбиәләнә. Шулай уҡ үҙаллы ҡарар ҡабул итергә өйрәнгән балаларҙа яуаплылыҡ тойғоһо ла формалаша. Быныһы, беренсенән.
Икенсенән. Күмәк уйындар ҡайһы бер балаларҙа етәкселек сифаттарын тәрбиәләй. Сөнки ундай уйындарҙы кемдер башлап ебәрергә тейеш. Шуға балалар араһынан ойоштороусылар айырылып сыға башлай. Улар, ғәҙәттә, уйындың сюжетын уйлап сығаралар, артабан уйын барышы менән дә идара итәләр. Бына шул ваҡытта етәкселек һәләтенең орлоҡтары һалына ла инде.
Өсөнсөнән. Уйындар барышында балаларҙың ижади һәләттәре үҫә. Сөнки ҡайһы бер уйындарҙы үҙҙәре уйлап сығаралар, улар өсөн кәрәкле уйынсыҡтарҙы ла үҙҙәре эшләргә мөмкиндәр.
Дүртенсенән. Кеше менән аралашырға өйрәнәләр. Уйын барышында балалар йыш ҡына талашып та, һуғышып та китергә мөмкиндәр. Шул уҡ ваҡытта уртаҡ тел табып, ярашырға ла өлгөрәләр. Бына шулай, бәрелеп, һуғылып, илашып, көлөшөп бер-береһе менән ысын мәғәнәһендә һөйләшергә, үҙҙәрен яҡларға өйрәнә улар. Кеше менән һөйләшә белеү - йәшәү өсөн иң кәрәкле сифаттарҙың береһе ул.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер ата-әсәләр балаларын уйнауҙан тыя. "Буш менән булышҡансы, ваҡыттарын файҙалы үткәрһендәр", - тип ниндәйҙер эштәр ҡушалар. Шулай уҡ уҡытыусылар ҙа, уйнап йөрөгәнсе уҡыһындар, тип, өйгә эштәрҙе күп итеп бирәләр. Ғәҙәттә, шундай шарттарҙа тәрбиәләнгән балаларға профессияны ата-әсәләренә һайларға тура килә...

2. "Ярамай" тип әйтергә ярамай

Балаға, бигерәк тә ете йәшкә тиклем, "ярамай" тип әйтергә ярамай. Ул өйҙә нимәгәлер тейә йәки нимәнелер боҙа икән, уны яуызлыҡ уйлап эшләмәй. Ғөмүмән, ул осорҙа бала яуызлыҡ һәм изгелек төшөнсәләрен белмәй. Ә ҡыҙыҡһыныусанлығы уны нимәгәлер тейергә этәрә. Мәҫәлән, уйынсыҡ машинаны һүтә икән, уның эсендә нимә бар икән, тип ҡыҙыҡһына. Ҡыҙыҡһыныу - бик мөһим психологик күренеш ул. Сөнки тормошто танып белеү йәки нимәгәлер өйрәнеү һәр ваҡыт ҡыҙыҡһыныуҙан башлана. Икенсе төрлө әйткәндә, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ - белемгә этәреүсе көс.
Әгәр балаға әйләнгән һайын "ярамай" тип әйтә башлаһаң, уның ҡыҙыҡһыныусанлығы һүнә. Артабан үҙен уратып алған мөхиткә битарафлыҡ күрһәтә башлай. Мәктәпкә йөрөй башлағас, уҡытылған предметтар менән дә ҡыҙыҡһынмаясаҡ. Әлбиттә, ҡыҙыҡһынмаған баланың һәләттәре лә асылмай ҡала.
Шуға, өйҙәге ҡиммәтле һәм һаулыҡ өсөн ҡурҡыныс булған әйберҙәрҙе алыҫҡараҡ йыйырға ла балаларға тулы ирек бирергә кәрәк. Әйҙә, нимә теләй, шуны эшләһендәр: уйнаһындар, эҙләнһендәр, соҡонһондар, асып ҡараһындар, боҙһондар... Шул ваҡытта уларҙың төрлө яҡлап һәләттәре асылыр, үҫер, камиллашыр. Мәҫәлән, бала уйнаған уйынсығын боҙа икән, ҡыуанырға кәрәк - ул ҡыҙыҡһына башланы; әгәр уйынсыҡты боҙоп, кире йыйһа, икеләтә ҡыуанырға кәрәк - баланың фекерләү һәләте тамыр ебәрә; әгәр ике оҡшаш уйынсыҡты боҙоп, уларҙан бер уйынсыҡ йыйһа, баланың ата-әсәһе бәхетле - уның ниндәйҙер ижади һәләттәре асыла башланы. Әгәр инде бала уйнағандан һуң уйынсығын һәр ваҡыт шул килеш ҡалдырып китә икән, ул ваҡытта етди уйланырға кәрәк - уның башында нимәлер тәртиптә түгел...

3. Һорауҙарына яуап бирегеҙ

Бала 4-5 йәштәр тирәһендә әүҙем рәүештә һорауҙар бирә башлай. Мин уйлайым, был күренеш бөтә ата-әсәләргә лә таныштыр. Һәм нимә эшләргә кәрәк икәнен дә беләләрҙер. Тағы ла ҡайһы бер мәлдәргә туҡталып китәйек.
Балаларҙың һорау бирә башлауы - уларҙың интеллектуаль үҫешенең күрһәткесе ул. Шул осорҙа фекерләү һәм хәтерләү һәләттәре бик әүҙем формалаша башлай. Шуларға ярашлы, танып-белеүҙәре көсәйә һәм уларҙың күберәк белгеләре килә. Шуға ата-әсәләрен һорауҙар менән күмеп ташлайҙар.
Һорауҙарына яуап алалар икән - уларҙың интеллекты юғарыраҡ күтәрелә. Артабан шул кимәлгә ярашлы тағы һорауҙар тыуа. Бына шулай уларҙың аҡылы үҫә. Ундай шарттарҙа үҫкән балалар мәктәпкә барғас, тырышлыҡтары һәм белемдәре менән башҡаларҙан айырылып торасаҡ. Иң мөһиме: интеллект кимәле ни тиклем яҡшыраҡ үҫешә, шул тиклем һәләттәренең асылыуына шарттар яҡшыра. Үрҙә әйткәнсә, "уңдырышлы тупраҡ" барлыҡҡа килә.
Шуға ата-әсәләр балаларының һорауҙарына яуап бирергә тейеш. Мөмкин тиклем бөтәһенә лә. Әгәр яуабын белмәйҙәр икән: "Ҡайһы бер нәмәләрҙе асыҡлайым да шунан яуап бирермен," - тип әйтергә һәм ҡыйын булһа ла вәғәҙәне үтәргә кәрәк. Әйткәндәй, хәҙерге смартфондар, айфондар заманында яуапты үҙҙәре менән бергә эҙләргә лә була. Ул ваҡытта ундай кеҫә телефондары ниндәйҙер уйындар өсөн генә түгел, ә уларҙан кәрәкле мәғлүмәттәрҙе лә табырға була икәнен аңлаясаҡтар. Артабан ниндәйҙер һорауҙарына яуапты үҙҙәре лә табырға мөмкиндәр.
Әгәр инде һорауҙарына "Башты ҡатырма, кит бынан!" йәки "Бәләкәйһең әле ундай нәмәләрҙе белергә!" тигәнерәк яуаптар бирәләр икән, балаларҙың ҡыҙыҡһыныусанлығы аҡрынлап юҡҡа сыға. Һәм, әлбиттә, интеллектуаль үҫеше лә туҡтай. Был бигерәк тә мәктәпкә барғас ныҡлап һиҙеләсәк. "Балағыҙ бер нәмә менән дә ҡыҙыҡһынмай, йоҡлап тик ултыра", - тип әйтәсәк уҡытыусыһы уның ата-әсәләренә...

4. Балалар хаталанырға хоҡуҡлы

Бала нимәлер эшләгәндә хаталаныуҙан ҡурҡырға тейеш түгел. Уның өсөн әрләргә ярамай. Киреһенсә, хаталарын аңларға һәм төҙәтергә ирек бирергә кәрәк. Ғөмүмән, был осраҡта ата-әсәләр ситтән генә күҙәтеүсе һәм йүнәлеш биреүсе булып ҡалырға тейештәр.
Бер нәмәнән ҡурҡмаған бала ғына үҙ эшен рәхәтләнеп башҡара. Башта хаталарына артыҡ иғтибар итмәҫ. Күпмелер ваҡыттан һуң, шул хаталарҙан әҙерәк йонсоғас, уларҙың сәбәптәрен асыҡларға тырышасаҡ: анализлар, уйланыр һәм һығымта яһар. Артабан, үҙенең мөмкинлектәрен асыҡлағас, шуларға ярашлы дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итә башлар. Шул ваҡытта уның төрлө кимәлдәге һәләттәре үҫешә башлай ҙа инде. Шулай уҡ бала "сәйҙе өрөп ҡабырға" өйрәнә, "ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ" тигән һүҙҙәрҙең ысын мәғәнәһенә төшөнә башлай. Иң мөһиме: ундай тәрбиә алған балалар, үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫҡас, әҙерәк хаталанасаҡтар.
Күреүебеҙсә, хаталаныу, бер яҡтан, баланың һәләттәрен асырға һәм үҫтерергә булышлыҡ итһә, икенсе яҡтан, уның аҡылы ла үҫә башлай. Бына шуға ата-әсәләр:
- Балам, хаталаныуҙан ҡурҡма, хаталаныу яҡшы нәмә ул - тормош тәжрибәң һәм аҡылың артасаҡ. Тик шуны ҡолағыңа киртеп ҡуй: бер хатаны ике тапҡыр ҡабатлау - аҡылһыҙлыҡ, - тип өйрәтергә тейештәр.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаиләлә лә, мәктәптә лә хаталаныу йыш ҡына ҡаты язаға тарттырыла. Ундай тәрбиәнең ыңғай яҡтарына ҡарағанда кире яҡтары күберәк. Мәҫәлән, яза алыуҙан ҡурҡҡан бала алдарға өйрәнә башлай. Икенсенән, эҙләнеүҙән туҡтай - был һәләттәренең асылыуын тотҡарлаясаҡ. Өсөнсөнән, аҡылы үҫмәй ҡала. Әлбиттә, ундай балалар киләсәктә аҙым һайын ебәргән хаталары менән ата-әсәләренең сәстәрен ағартасаҡтар. Нимә сәсәһең, шуны ураһың була инде...

5. Һайларға ирек бирелһен

Үҫмер осорона еткәс, 11 йәштән 14 йәштәргә тиклемге ара була инде, балалар әүҙем рәүештә төрлө түңәрәктәргә, өҫтәлмә белем биреү учреждениеларына йөрөй башлай. Был тәбиғи, сөнки шул осорҙа уларҙың һәләттәре "морон төртә". Бына шул һәләттәренә ярашлы ниндәйҙер түңәрәктә шөғөлләнә башлай улар.
Тик ата-әсәләр ҡәтғи рәүештә ниндәйҙер бер түңәрәккә йөрөүҙе талап итергә тейеш түгелдәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ундай күренештәр менән йыш ҡына осрашырға тура килә. Мәҫәлән, миңә таныш бер ғаилә үҙҙәренең ҡыҙҙарын музыка мәктәбенең "Фортепиано" класына йөрөттө. Уның теләгенә ҡарап торманылар. Ҡыҙҙары көс-хәл менән музыка мәктәбен тамамланы һәм хәҙер фортепианоға әйләнеп тә ҡарамай. Өс йыл ваҡытын бушҡа үткәрҙе. Ә ул һүрәт төшөрөргә ярата ине... ...Балаларға һайланырға ирек бирергә кәрәк. Әйҙә, эҙләнһендәр, үҙҙәрен төрлө өлкәлә һынап ҡараһындар. Ҡайһы берәүҙәре шунда уҡ үҙҙәренә оҡшаған шөғөлдө табырҙар. Икенселәре үҙҙәренә нимә кәрәк икәнен башта аңлап етмәйҙәр. Шуға бер түңәрәкте һайлайҙар ҙа, күпмелер ваҡыттан һуң икенсе түңәрәккә яҙылалар. Артабан өсөнсөһөнә күсәләр. Ул шулай булырға тейеш. Бынан ҡурҡырға ярамай. Сөнки әле күренеп етмәгән һәләттәре уларҙы шулай эҙләнергә мәжбүр итә. Һәм, әлбиттә, улар табасаҡтар. Тик эҙләнергә ирек кенә бирһендәр...
Тағы бер мөһим күренешкә туҡталып китәйек. Мин 15 йылдан ашыу "Гитара" түңәрәген алып барам. Һәм шуға иғтибар иттем: минең түңәрәккә, башлыса, физика, математика, химия, грамматика, йәғни логик фекерләү талап ителгән предметтарҙан яҡшы өлгәшкән балалар йөрөй. Ә бит шул предметтар өлкәһенә ҡараған түңәрәктәр ҙә беҙҙә бар. Ләкин унда уларҙың йөрөгөләре килмәй. Ни өсөн икәнен дә аңлата алмайҙар...
Бының сәбәбе - кеше мейеһенең төҙөлөшөндә. Белеүебеҙсә, ул һул һәм уң яҡ ярымшарҙан тора. Һул яғы логик фекерләүгә һәм шуға бәйле күренештәргә яуап бирә. Ә уң яғы - ижадҡа, хис-тойғоға, интуицияға, хыялға, фантазияға, ритмды тойоуға һ.б. Кеше сәләмәт булып формалашһын өсөн мейенең ике яғы ла бер тигеҙ үҫергә тейеш. Беҙҙең мәктәптәрҙә, башлыса, логик предметтар өҫтөнлөк итә. Бына шуға балалар төштән һуң уң яҡ мейене үҫтереүсе түңәрәктәргә - бейеүгә, йырға, һүрәт төшөрөүгә (һ.б.) йөрөргә тырыша. Психология күҙлегенән сығып әйткәндә, уң яҡ ярымшарҙың ихтыяжын үтәйҙәр. Был бик яҡшы. Уның өсөн ҡыуанырға кәрәк. Әгәр бала иртәнән кискә тиклем логик фәндәр менән генә шөғөлләнһә, һул яҡ мейе ныҡ үҫешәсәк, ә уң яғы шул килеш ҡалыр. Был күренеш киләсәктә ниндәйҙер проблемалар тыуҙырыуы мөмкин.
Ғөмүмән, ата-әсәләр балаларының сәләмәт булып үҫеүен теләһә, уларға логика өлкәһенә лә, сәнғәт өлкәһенә лә ҡараған шөғөлдәр менән булышыу өсөн бер тигеҙ шарттар тыуҙырырға тейештәр. Киләсәктә бер шөғөлө уның профессияһына әүерелер, икенсеһе "хобби" булып китер...

Йомғаҡлау

Бына мин үҙемдең тәжрибәм менән уртаҡлаштым. Йәғни ғаиләлә бала һәләттәренең асылыуына һәм үҫеүенә булышлыҡ итеүсе шарттар менән таныштырып үттем. Әлбиттә, башҡа төрлө ҡараштар ҙа барҙыр. Улар ҙа үҙ фекерҙәрен яҙып үтерҙәр, тип ышанам.

Наил ЮЛДАШБАЕВ,
башҡорт теле уҡытыусыһы.
Ейәнсура районы.

"Киске Өфө" гәзите, №16, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.04.22 | Ҡаралған: 422

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru