«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АУЫРЛЫҠТАР КИЛЕР ҘӘ КИТЕР...
+  - 


"Макдоналдс", "КFC", тағы әллә күпме сит илдәрҙең тиҙ ҡабымлыҡ үҙәктәренең ябылыуына иң шатланған кеше мин булғанмындыр. Сөнки республикабыҙҙың баш ҡалаһында "Ҡунаҡһарай" урынлашҡан ерҙә шуларҙың ҡолас йәйеп сауҙа итеүенә ризаһыҙлыҡ белдереп, заманында матбуғат баҫмаларында сығыш та яһаным. Ләкин... ҡолаҡ һалыусы ла булманы. "Ҡунаҡһарай" бит баш ҡалабыҙҙың тарихи бер мөйөшө, милли мөхит үҙәге. Унда үҙебеҙҙең ризыҡтар - бишбармаҡ, ваҡ бәлеш, айран, буҙа, ҡымыҙ, бал, сәк-сәк, тағы әллә күпме ризыҡтар баш ҡалаға килгән ҡунаҡтарға тәҡдим ителергә тейеш. Ә бында Америка хот-догы, һәр төрлө бургерҙар.

Күпмеһе һаулығын юғалтҡандыр

Тап шул төбәктә бөтә юғары уҡыу йорттары урынлашҡан - Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Башҡорт дәүләт медицина университеты, Башҡорт дәүләт авиация техник университеты, Башҡорт дәүләт университеты, Өфө дәүләт сәнғәт институты... Башҡа техникум һәм колледждар. Күпме студенттар шундағы бер файҙаһы булмаған ризыҡтарҙы ашап, һаулығын ҡаҡшатҡан. Әллә нисә тапҡыр ҡулланып, көйөп, янып бөткән майҙарҙа ҡыҙҙырылған иттәрен (унда ит булыуы ла шикле әле!) булка киҫәгенә ҡыҫтырып, төрлө тәмләткестәр (унда ла нимә булыуын белерлек түгел) һалып, аппетитты ҡуҙғыта торған еҫтәр сығарып һатҡан нәмәләрен (ризыҡ тип әйтергә тел дә әйләнмәй) ашап, киләсәк быуын вәкиленең ғүмере күпмегә ҡыҫҡарғандыр - бер Аллаһ Тәғәләгә билдәле.
"Тәмләткес" тигәндән, унда бәйлелек тыуҙыра торған матдәләр һалынмайҙыр тип кем гарантия бирә ала? Юғиһә, йәштәр ҙә, балалар ҙа, хатта урта йәштәрҙәге кешеләрҙең дә шунда атлығып тороуын нисек аңлатырға? Балаларының тыуған көндәрен "Макдоналдс"та үткәреүсе атай-әсәйҙәр ҙә ишәйеп китте һуңғы ваҡытта. Йәштәр ҙә шунда ваҡыт уҙғарырға ярата. Әгәр ҙә балаларҙы, йәштәрҙе ылыҡтырырлыҡ үҙебеҙҙең милли кафеларыбыҙ булһа, бәләкәй саҡтарынан уларҙа милли рух тәрбиәләп, тәбиғи ризыҡтарыбыҙҙың файҙаһы тураһында һөйләп кенә түгел, өҫтәлдәребеҙгә ҡуйып өйрәтһәк, бәлки, ул тиклем сит ризыҡтарға әүрәмәҫтәр ине. Америка кешеләре ашаған ризыҡтарҙың химикаттарҙан ғына тороуына бер миҫал. Бәлки, был уйлап сығарылғандыр, әммә уны ла матбуғатта уҡығайным. Имештер ҙә, ҡәберҙә ятҡан мәйетте тикшерер өсөн асып ҡараһалар, уға бер нәмә лә булмаған, тере килеш кеүек ята, ти. Химикаттар менән генә туҡланған кешенең мәйете шулай консервацияланған...

"Кока-кола"мы, ҡымыҙмы?

"Кока-кола", "пепси-кола" компанияларының китеүе лә хәйерле. Тағы бер миҫал килтерәм. Уныһын да байтаҡ йылдар элек үҙәк гәзиттә уҡығайным. Тәжрибә үткәреү өсөндөр, күрәһең, кока-колалы һауытҡа ит киҫәген һалалар ҙа, күпмелер ваҡытҡа һыуытҡысҡа ҡуйып торалар. Бер нисә сәғәттән һуң ҡараһалар, иттән бер нәмә лә ҡалмаған, кока-кола уны "ашап" бөтөрөп, ниндәйҙер шыйыҡ массаға әйләндергән. Шунан күҙ алдына килтерегеҙ инде: кока-кола эскән кешенең ашҡаҙаны менән нимә була? Әйткәндәй, ул кока-кола тигәндәре машиналарҙың майлы алмаш өлөштәрен йыуырға хәтәр шәп ти водителдәр.
Санкцияларға ҡарата ла фекеремде еткергем килә. Ябай халыҡ өсөн, пенсиянан пенсияға йәшәгән өлкән кешеләргә, башкөлләй кредитҡа, ипотекаға батҡан йәштәргә, әлбиттә, бик ауыр. Рәсәй халҡы хәҙер нисә йыл инде санкция шарттарында йәшәй. Шуға, ниндәйҙер иммунитет та барлыҡҡа килгәндер. Әммә һәр нәмәнең насар яғы булған кеүек, яҡшы яғы ла бар. Ниһайәт, илебеҙ эске иҡтисадыбыҙға, сәнәғәткә, ауыл хужалығына, башҡа өлкәләргә иғтибарҙы нығыраҡ йүнәлтер. Халыҡ та, бәлки, ҡайһы бер нәмәләргә мөнәсәбәтен үҙгәртер.

Шәкәрме, балмы?

Һуңғы ваҡытта шау-шыу ҡуптарған шәкәрҙе генә алайыҡ. Бер ҡараһаң, унһыҙ ҙа йәшәп була ла баһа. Баҡсала үҫкән бөтә емеш-еләктәребеҙҙән ҡаҡ ҡойоп, ҡыш буйы ашарлыҡ татлы ла, файҙалы ла, иң мөһиме, тәбиғи ризыҡ әҙерләргә була. Туңдырғысҡа ла һалып ҡуйырға мөмкин. "Ә компот яһағанда?" - тиер кемдер. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың балан, ҡыҙыл, ҡара миләш, энәлек, гөлйемеш кеүек витаминлы емештәрҙән ҡышҡылыҡҡа һуттар әҙерләп ҡуйғанын беләм. Шәкәрһеҙ! Бына тигән! Табынында һыйланған булды. Шәкәр урынына бал ҡулланырға ла мөмкин бит: сәйгә лә, компотҡа ла, бәлешкә лә.
Шәкәр күп, етерлек, тиҙәр. Ә ниңә шулай булғас сит илдәрҙән ҡамыш шәкәре алына? Уның әллә татлылығы әҙ, әллә башҡа сәбәптәре бар, хужабикәләр ҡайнатма яһағанда ризыҡтарының тиҙ әсеүенә, боҙолоуына, ҡапҡастарының атылыуына зарлана. Мин тағы бер нәмәгә аптырайым: ниңә беҙ үҙебеҙҙә етештерелгән сөгөлдөр шәкәрен сит илгә сығарабыҙ ҙа, үҙебеҙ үк шуларҙан ҡамыш шәкәре алабыҙ? Тәүҙә үҙ халҡыңдың ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү мөһимерәк түгелме ни? Йәнә Мәләүездәге шәкәр заводының ябылыуы ла аңлашылмай. Күпме ара үтеп, көньяҡ райондар шәкәр сөгөлдөрөн Раевка һәм Шишмә заводтарына тапшырырға мәжбүр.

Мәсеттә - Ҡытай түбәтәйе

1981 йылда республикабыҙҙың бер төркөм интеллигенция вәкилдәре - яҙыусылар, журналистар, архитектор, рәссам, композитор, артистар Вьетнамға сәйәхәткә барҙыҡ. "Киске Өфө" гәзитенең баш мө-хәррире Гөлфиә Янбаева менән мин дә бар инем ул делегация составында. Ундағы ауыр тормошҡа, халыҡтың мохтажлыҡта йәшәүенә аптырап ҡайттыҡ. Күпмелер ваҡыт үткәйне, әлеге шул туҡһанынсы йылдар башында, беҙҙә Вьетнам баҙарҙары барлыҡҡа килә башланы. Ҡасан ғына тамағы дөгөгә туймаған, өҫтө кейемгә бөтәймәгән халыҡ ете диңгеҙ аша тигәндәй беҙгә килеп етеп, үҙ тауарҙарын һатып торһонсо әле! Бер аҙҙан ҡытайҙар ҙа килеп тулды. Улар инде бөтә донъяны яуланы. Ҡайҙа барма - ҡытай тауары. Мәсеткә инһәң - Ҡытай түбәтәйҙәре, тәсбихтәре, магазиндарҙа - ҡытай һауыт-һабаһы, баҙарҙа - кейемдәре. Бер ҡытайҙан ҡыҙыҡһынып һораным: "Һеҙ мосолмандар түгел, башҡа дин тотаһығыҙ, нисек шулай доғалар яҙылған мосолман һауыт-һабалары, түбәтәй һәм башҡа нәмәләр етештерәһегеҙ?" Ул миңә былай яуап бирҙе: "Беҙҙең Ҡытайҙың бер провинцияһында курдтар йәшәй, бөтә мосолман әйберҙәрен ана улар етештерә".
Ә ниңә беҙ ваҡ-ваҡ кәсепселек менән үҙебеҙ шөғөлләнмәйбеҙ? Йәнә бала сағыма әйләнеп ҡайтам. Ауылға ваҡыты-ваҡыты менән ҡырҡтартмасы бабай килә торғайны. Иҫке сепрәктәр ҙә, һөйәктәр ҙә йыя ине. Урынына малайҙар - ҡармаҡ, ҡыҙҙар - тараҡ, өлкән апайҙар, инәйҙәр үҙҙәренә булавка, энә кеүек кәрәк-яраҡ ала. Хәҙер тарағы ла, булавкаһы ла, ҡармағы ла - "Маде ин Чина". Хужалыҡтағы бөтә кәрәк нәмә Ҡытайҙыҡы. Бар донъяны Ҡытай ғына тәьмин итә кеүек. Урман ишелеп торған республикала йүкә йыуғысын да, массажерҙарын да, һеперткеләрен дә үҙебеҙҙә етештереп булмаймы ни? Беҙ уларға ағас һатабыҙ, ә ҡытайҙар беҙгә... теш соҡоғос таяҡсаларына хәтлем эшләп кире ебәрә.

Кемдәр алыр улар урынын?

Кемдәр килер "Макдоналдс"тарға алмашҡа? Үҙебеҙҙең "Ҡунаҡһарай"ға кемдәр хужа булыр? Аграр университет янындағы "КFC" урынын кем биләр? Бөгөн беҙгә шулар хаҡында уйларға кәрәк. Әйткәндәй, хәләл кафелар ҙа бар ул баш ҡалабыҙҙа. Тик, нишләптер, уларҙың барыһы ла Урта Азия халыҡтарыныҡы. Былтыр "Ихлас" мәсетендә ураҙа айында ифтар ашы әҙерләгән үзбәктәр менән танышырға тура килде. Ирле-ҡатынлылар Өфөлә дүрт кафе асҡандар. Минең аптырауыма улар: "Әгәр теләһәгеҙ, һеҙ ҙә аса алаһығыҙ, беҙ ярҙам итәбеҙ", - тип ғәрләндерҙеләр ҙә. Ситтән килгән кешеләр ерле халыҡҡа "ярҙам" тәҡдим итә! Быны нисек аңларға? Улар беҙҙә хужа булып бөткәндәр түгелме? Шул уҡ ваҡытта мин бер таныш ҡатындың нисә йылдар буйына шундай кафе аса алмай йөрөгәненә шаһитмын. Алдына мең кәртәләр ҡуялар. Һәр этапта әллә күпме ҡаршылыҡтарҙы еңер өсөн әллә күпме аҡсаһын бөтөрөп, ахыр сиктә, ҡул һелтәп ҡуйҙы...
Уйлай башлаһаң, уйылып китерлек. Был өлкәләр беҙҙең кеүек ябай халыҡ ҡына аңларлыҡ түгелдер инде. Әммә санкцияларға ҡарата ниндәйҙер яуап саралары күрелһен ине. Бәләкәй эшҡыуарлыҡтар үҫешһен. Кәсепселек менән шөғөлләнеүселәр артһын. Уларға дәүләт ярҙамы күрһәтелһен, мең кәртәләр ҡоролмаһын. Мәҫәлән, Башҡортостанда туризмды үҫтереү, сит илдәрҙән килгән кешеләргә ауыл туризмын күрһәтеү хаҡында ла күп йылдар элек "Башҡортостан" гәзитендә яҙып сыҡҡайным. "Ҡайҙа һин, Баштур агентлығы?" тигән мәҡәлә 1-се биттә баҫылғайны. Ул да ваҡытында иғтибарһыҙ ҡалды. Күрәһең, мәле етмәгән булғандыр. Етәкселектең алышыныуын, ярашлы ҡарарҙарҙың ҡабул ителеүен көткәндер. Мин яҙғанса, сит ил кешеләренә ауылда бер нисә көн йәшәп, бесән сабып, утын ярып, мунса инеп, ҡымыҙ эсеп, һыйыр һауып, һөт ризыҡтарының нисек әҙерләнеүен күреп, һыбай йөрөп, тирмәлә ҡуныу - үҙе бер экзотика ла баһа! Шөкөр, хәҙер был йәһәттән нимәлер эшләнә башланы. Беҙгә үҙ көнөбөҙҙө үҙебеҙ күрергә, үҙебеҙҙе башҡаларға танытырға өйрәнергә кәрәк. Санкциялар килер ҙә китер, беҙгә артабан йәшәргә. Бөгөн һәр кемде шул борсоһон.

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №15, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.04.22 | Ҡаралған: 379

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru