«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИЛЛИ ЙӨҘӨН ҺАҠЛАҺЫН ИНЕ
+  - 

Моңло, аһәңле йырҙар башҡарыуы менән халыҡ һөйөүен яулаған йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Заһир Иҫәнсурин яҙҙың тәүге көндәрендә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында эстрада йырҙарынан торған концерт ҡуйҙы. Ошо айҡанлы Заһир Билал улына бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

Һеҙ тәүҙән үк халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы булараҡ танылыу яулағайнығыҙ. Бөгөн репертуарығыҙҙа халыҡ йырҙары өҫтөнлөк итәме, әллә эстрада йырҙарымы?

- Халыҡ йырҙарын һис иғтибарһыҙ ҡалдырғаным юҡ. Сөнки улар йырсыға үҙен формала тоторға ла ярҙам итә. Элек репертуарымда күптәр башҡарған "Абдрахман", "Уйыл", "Ҡаһым түрә", "Урал", "Сәлимәкәй", "Зөлхизә" һәм башҡа шундай башҡорт халыҡ йырҙары булһа, бөгөн һирәгерәк яңғыраған йырҙарыбыҙҙы өйрәнәм. Был шуға ла бәйле: яҡташым, билдәле йырсы Сөләймән Абдуллин менән бер осрашып, унан "Ир-егеткәй" тигән йырҙы өйрәнгәндә, ул минең ҡайһы бер халыҡ йырҙарын белеү-белмәүем хаҡында һорашып: "Белгәс, нишләп тыуған ереңдә сыҡҡан йырҙарҙы йырламайһың?" - тип һорағайны. Мәшһүр йырсының, беҙҙең өсөн остаз булған шәхестең ошо һүҙҙәре сәмгә тейҙе: әле бер нисә һирәк яңғыраған йыр өйрәндем һәм киләсәктә уларҙы тамашасыларыма ишеттерергә, яҙмаһын эшләргә уйлап йөрөйөм.
Ә бөгөн бик күп халыҡ йырҙарының сәхнәләрҙән яңғырамауының сәбәбе шул: улар йәш йырсылар өсөн "асыҡ" түгел, көйҙәре, һүҙҙәре иркен ҡулланыуҙа түгел, уҡыу программаларына инмәгән. Башҡарылмаған йырҙарыбыҙ һанап бөткөһөҙ, уларҙың бихисабы З.Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институты архивында ла һаҡлана. Шуға ла уларҙы өлкәнерәк быуын йырсылары репертуарынан өйрәнеп йырларға тура килә. Киләсәктә башҡорт халыҡ йырҙары, романстар, башҡорт арияларынан һәм башҡа классик композицияларҙан торған айырым камерный концерт ойошторорға ниәт итеп торам. Ә был юлы тамашасыға эстрада йырҙарынан ғына төҙөлгән кисә тәҡдим иттем. Сараның "яңыса шоу" тигәне күберәк үҙемә һәм репертуарыма ҡағылды, заманса техника мөмкинлектәрен файҙаланып эшләргә тырыштыҡ. Йәғни, был ике йүнәлештә лә берҙәй эшләргә тырышам, тип әйтергә теләйем.

Башҡорт эстрадаһында үҫеш бармы?

- Әлбиттә, бар. Әле беҙ бала саҡта өлкән йәштәгеләр йәшерәк йырсыларҙың саҡ ҡына икенсе төрлөрәк башҡарыуын ишетеп: "Эй, йырмы инде был! Беҙ йәш саҡта был йырҙы бына шулай йырлай торғайнылар", - тигән фекер-тәнҡит әйтелә ине мотлаҡ. Хәҙер ҙә шул һүҙҙәр ишетелеп ҡала, әммә йылдар үтә, донъя үҙгәреп тора һәм йыр сәнғәте лә артта ҡалмай. Әлбиттә, профессиональ йырсыларҙың тәү бурысы - һәр төрлө йырҙарыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу һәм һәр быуынға ишеттереү, беҙгә халыҡ йырҙарын да, инде күптән классикаға әүерелгән үҙебеҙҙең композиторҙарҙың ижадын да оноттормау мөһим. Мин бөгөнгө йәш йырсыларҙы һис тәнҡитләмәйем, улар йәш быуынды ылыҡтырған, күңеленә ятҡан йырҙар яҙа. Әммә киләсәктә башҡорт эстрадаһы милли йөҙөн юғалтып ҡуймаһын ине, тигән уй борсой барыбер. "Милли музыка" тигән төшөнсә бар һәм шуны һәр ваҡыт күҙ уңында тотоп ижад итеү мөһим. Әле йәштәр араһында ҡаҙаҡ йырҙарын башҡортсаға әйләндереп, йә үҙ йырҙарын ҡаҙаҡтарға, Көнсығыш халыҡтарына хас көйҙәр һалып башҡарыусылар байтаҡ. Берәй шәп яңы йырсы килеп сыҡһа, уның стилен ҡабатлауҙар, уға оҡшарға тырышыуҙар ҙа юҡ түгел. Бына былар барыһы ла беҙҙең башҡорт милли музыкаһын боҙоуға килтермәһә ярар ине, тигән фекер тыуҙыра. Миллилегебеҙҙе һаҡлап ҡалыу төп бурысыбыҙ булһын. Хатта бөгөн балалар, үҫмерҙәр урыҫ эстрадаһын, башҡа сит ил йырсыларын күберәк тыңлаһа ла, үҫә төшкәс, барыбер уларҙан алыҫлашасаҡтар һәм туған мөхитендә барлыҡҡа килгән, асылына яҡын булған йыр-моңға әйләнеп ҡайтасаҡтар. Бына шуны иҫәптә тотоп та ижад итергә кәрәктер. Үҙебеҙҙең башҡорт эстрадаһында ла быға миҫалдар байтаҡ. Мәҫәлән, үткән быуаттың 90-сы йылдарында, 2000 йылдарҙа әллә күпме йүнәлештәр барлыҡҡа килһә лә, халыҡ күңеленә яҡын, үҙ эсенә милли музыка һыҙаттарын йәки мәғәнәле йөкмәтке алғандарының ғына ғүмере оҙон булды.

Һеҙ ҙур сәхнәлә 15 йыл ижад итәһегеҙ...

- Эйе, 2007 йылда Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына "Каруанһарай" төркөмөнә эшкә саҡырғайнылар. Баҡтиһәң, 15 йыл да үтеп киткән был ваҡиғаға. Һәр ваҡыт сәхнәгә ҙур тулҡынланыу менән күтәреләм, һәр сығыштан һуң, тамашасы менән осрашҡандан һуң әллә күпме тәьҫорат алып төшәм. "Каруанһарай" төркөмө менән эш башлаған осор, гастролдәр, һуңғы йылдарҙа Башҡортостандың Милли симфоник оркестры менән берлектә тормошҡа ашырылған проекттар, һәр концертым - ҡабатланмаҫ минуттар, тәьҫораттар, тәжрибә һәм эшемдән кинәнес уята.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Заһир Билал улынан тамашасыларға әйтер теләктәре хаҡында һорағас: "Минең ижадыма битараф булмауҙары өсөн рәхмәтлемен. Йырсыны тамашасы бар итә", - тигәйне. Киләсәктә лә шулай тамашасыларығыҙ менән бер тулҡында булып, башҡорт милли музыкаһы өсөн ең һыҙғанып ижад итеп йәшәргә насип булһын!

Сәриә ҒАРИПОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №14, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.04.22 | Ҡаралған: 388

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru