«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮҘӘК КЕНӘ ТҮГЕЛ СИТТӘГЕ БИҪТӘЛӘР ҘӘ ОНОТОЛМАҺЫН
+  - 

Уҙған быуаттың 90-сы йылдар аҙағында тәүге тапҡыр баш ҡалаға килдем. Үҙәктә эштәрҙе тамамлағас, атайым менән Инорс биҫтәһенә юлландыҡ. Беренсенән, райондың исеменә аптыраным. Икенсенән, Телеүҙәктән Инорсҡа тиклем юл шул тиклем оҙаҡ тойолдо, хатта яңылышып, Өфөнән бөтөнләй ситкә сығып китмәнекме икән, тигән уйҙар башҡа килеп бөттө. Ниһайәт, Инорс тип аталған районға килеп ингәс, кәрәкле туҡталышҡа тиклем тағы ла байтаҡ барҙыҡ. Шул ваҡытта уҡ әле Инорс биҫтәһенең ҙур район икәне күңелгә һеңеп ҡалған. Икенсе көнөнә БДУ-ға тиклем юл да оҙаҡ булды һәм мин "Башҡаса бер ҡасан да был яҡҡа килмәйем", тип уйлап ҡуйҙым.

Ләкин тап киреһе килеп сыҡты. Уҡыуҙы тамамлағас, ошо районға эшкә килдем һәм ошонда төпләндем. Хәҙер Инорс биҫтәһенән ситтә йәшәүемде күҙ алдына ла килтерә алмайым. Ҡайһы берәүҙәр беҙҙең районды һоро һәм күҙгә күренеп бармаған урын, тип әйтәләр, әммә минең өсөн ул иң яҡшы биҫтә. Бында күп ҡатлы йорттар менән бергә шәхси йорттар ҙа күп. Шуға күрә мин йәйге йылы кистәрҙә ошондай ағас йортло урамдарҙан үтергә яратам, был миңә үҙ ауылымды хәтерләтә. Беҙҙә, мәҫәлән, әле булһа урам буйлап урынлашҡан сауҙа-сервис комплексы эшләй. Бындай урын Өфөлә башҡаса юҡ, буғай. Шәхсән үҙем күргәнем юҡ һуңғы ваҡытта.
Баш ҡала буйлап арт-объекттар ҡуйыу бик модалы булып китте. Беҙҙе лә был яңы тенденция урап үтмәне. Ферин һәм Йәнәби урамдарын сикләгән скверҙа ҡанаттарын киң йәйеп торған бөркөт арт-объекты урын алған. Өфө моторҙар етештереү берекмәһе биналарының береһе янында ҡуйылған СУ-27 самолеты, "Ваҡыт машинаһы" скульптура композицияһы менән дә маҡтана алабыҙ. Ҡайһы райондың әле үҙ ваҡыт машинаһы бар!
Әлбиттә, башҡа райондарҙағы кеүек үк, беҙҙә лә эшләй торған эштәр бик күп. Мәҫәлән, Йылы күлде таҙартып, тирә-яғын төҙөкләндереү тураһында һүҙ бара, был халыҡҡа ял итергә матур урын булыр ине. Уның эргәһендә сквер, спорт объекты төҙөйҙәр, тип ишеттем. Бик яҡшы ниәт, балалар спортҡа ылығыр күпләп. Ләкин бер нәмә төҙөйөм йә төҙөкләндерәм тип, булғанын ватып-емермәһәләр ине. Күл буйында бик матур булып ағастар үҫә, уларға теймәҫтәр, тигән ышаныста ҡалам.
Шулай уҡ иҫке күп ҡатлы йорттар күптән тыштан да, эстән дә капиталь ремонт үткәреүҙе көтә. Йәйәүлеләр өсөн махсус юлдар юҡ тиерлек, велосипедта йөрөргә яратыусыларға махсус юлдар тураһында әлегә тик хыялланабыҙ ғына. Ғөмүмән, юлдар мәсьәләһе иң ҡырҡыуҙарҙың береһе беҙҙең өсөн, сөнки күптән яңы асфальт түшәлмәгән юлдар бик күп. Улар яҙғы-көҙгө миҙгелдәрҙә ямғырҙан һуң үтеп сыға алмаҫлыҡҡа әйләнә. Шулай уҡ урамдарҙы йәшелләндереүгә иғтибар күберәк бүленһә ине. Тотош ҙур ҡаланы ниндәй мәсьәләләр борсой, бәләкәй биҫтәнең дә хәл итәһе проблемалары шундай уҡ. Шуға күрә, түрәләр баш ҡаланы төҙөкләндереү, йәшелләндереү һәм тағы ла яҡшыртыу буйынса эшләгәндә үҙәктән ситтә ятҡан, әммә шул уҡ Өфөнө тәшкил итеүсе Инорс тураһында ла онотмаһындар ине.

Сәлим АҠБУЛАТОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №14, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.04.22 | Ҡаралған: 247

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru