«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЮҒАРЫ ТҮБӘНСЕЛЕК БИТ БЫЛ!
+  - 


Бер кеше төшөндә Фәрештәне күргән. "Таң атыуға Ерҙәге һыу ағыулана, кем дә кем яңы һыуҙы эсә, аҡылдан тайпыласаҡ",- тип иҫкәрткән уны Фәрештә. Һыу таҙа саҡта күберәк итеп йыйып ҡалырға һәм ағыуланған һыу таҙарғансы шуны эсергә кәрәклеген иҫкәрткән төштәге тауыш... Йоҡоһонан уянғас, кеше тиҙерәк башҡаларҙы етеп килгән бәләнән ҡотҡарырға ташланған. Әммә таныштары уға ышанмаған. Улар ҡыуана-ҡыуана яңы һыуҙы эскәндәр һәм... аҡылдан яҙа башлағандар. Исмаһам, яҡындарын булһа ла ҡотҡарырға маташҡан әлеге кеше, ләкин улар ҙа унан баш борған, тыңларға ла теләмәгән. Донъяның күҙ алдында үҙгәреүенә был кешенең ҡото осҡан, әммә ағыулы һыуҙы эсеп өлгөргәндәр тирә-яҡтағы мәхшәрҙе күрмәгән, сөнки улар бөтәһе лә бер иштән алйотҡа әйләнгән. Ағыулы һыу тураһында урам буйлап ҡысҡырып йөрөгән кешегә иғтибар ҙа итмәгәндәр, элек тормоштоң бөтөнләй икенсе төрлө булыуы тураһында һөйләгәндәренә лә төкөрөп ҡарағандар. Ни эшләһен кеше, Фәрештә әйткәнсә, һаҡлап алып ҡалған һыуын эсеп көн күргән. Хәҙер алйотҡа әйләнгән башҡалар уның үҙен алйотҡа һанай башлаған. Әммә ул бар сыҙамлығын туплап, һыуҙың таҙарыуын көткән. Ваҡыт үтә торған, яңғыҙлыҡтан, мыҫҡыллауҙарҙан арыған кеше берҙән-бер көн башҡалар эскән ҡоҙоҡтан һыу алып эскән. Шул көндән алйотто аҡыллыға әйләндергән мөғжизәле ҡоҙоҡ тураһында хәбәр таралған...

Тәүге тапҡыр был кинәйәне "Великая тайна воды" (2006 й.) тигән документаль фильмды ҡарағанда ишеткәйнем. Ныҡ уйландырғайны. Уйланмаҫ ереңдән уйланырһың: Ер планетаһы һыу солғанышында йәшәй ҙә баһа! Кеше үҙе 90 процентҡа тиклем һыуҙан тора! Тәбиғәттә һыу күләменең кәмеүен аңлау, күреү, һиҙеү өсөн йөҙ йыл йәшәү кәрәкмәй - донъяны аңлау йәше лә етә. Кем нисә йәшендә аңлай - быныһы айырым мәсьәлә. Тирә-яғыбыҙҙағы һыуҙың бысраныуы, ағыуланыуы ҡурҡыныс түгелме ни? Ҡурҡыныс! Әммә тәбиғәттә бөтөн нәмә камил яратылғанға күрә, һыуҙың таҙара белә тоған ғәжәйеп сифаты бар - баяғы кинәйәләге кеүек урам буйлап ҡысҡырып йөрөү кәрәкмәй, ысынлап та алйотҡа һанауҙары бар. Һыу үҙен-үҙе таҙарта, бысранған һыу быуға әйләнеп, шифалы таҙа ямғыр йә ҡар булып, таҙа килеш ергә әйләнеп ҡайта, фильтр ҙа кәрәкмәй...
...Хәҙер һүҙҙе икенсегә бороп, интернет системаһы тураһында һөйләшеп алайыҡ. Ул да, һыу кеүек, организмыбыҙға үтеп инмәһә лә, бәлки, ингәндер ҙә, бөтөн Ер шарын солғап алған. Мәғлүмәт океаны Ер шары буйлап әйләнештә йөрөй. Таҙа, саф мәғлүмәт кенә тупланмаған унда, фильтрҙар ярҙамында ғына бысраҡ, ағыулы мәғлүмәттән арынып булмай. Социаль селтәрҙәр, һыу кеүек, үҙен-үҙе таҙартыу һәләтенә эйә түгел. Әлегә изге мәғлүмәттәр, изге ғилем күләме был балансты тигеҙләй, яуызлыҡтың өҫтөнлөк алыуына мөмкинлек бирмәй.
...Чайлдфри идеологияһы тураһындағы мәғлүмәтте уҡығас, баштағы кинәйә иҫкә төштө. Нимәне аңлата һуң был тел һындырғыс һүҙҙең мәғәнәһе? Әйтелеше ташҡа үлсәйем булһа ла, мәғәнәһе яп-ябай уның: төрлө сәбәптәр арҡаһында бала табыуҙан баш тартҡан кешеләрҙе шулай атайҙар. Һаулығына бәйле бала таба алмағандар был исемлеккә инмәй. Чайлдфри идеологияһы яҡлылар аңлы рәүештә үҙ иректәре менән балаларҙан баш тартыусылар була. Улар "тик үҙең өсөн генә йәшә" принцибына таяна. Беҙҙеңсә әйткәндә, үгеҙ үлһә - ит, арба онталһа - утын була инде. Битарафлыҡтың, мәғәнәһеҙлектең һуңғы сиге бит был! Әммә иң ҡурҡынысы нимәлә: тыумаған балаларҙан баш тартҡан кеше үҙе туранан-тура чайлдфри идеологияһы барлығын белмәҫкә лә мөмкин, белмәйенсә онталған арбаһын яғып, тамаҡ бешерергә мөмкин - ауыҙ яҡыныраҡ бит: иң тәүҙә үҙеңде ҡайғырт!
Ыстағәфирулла! Ағыулы һыу эсеп, алйый башланыҡмы әллә? Балалар һаны кәмеү йылдан-йыл көсәйә барған глобаль баш ауырыуына әйләнә бара: элекке менән бөгөнгө араһында айырма ҡот осҡос! Баҡтиһәң, был идеология тирмәненә һыу ҡойоусыларҙың күпселеген ирҙәр тәшкил итә икән. Нимәһе ҡыҙыҡ: чайлдфри тирмәненә ирҙәрҙең белем кимәле түбәнерәк, кеҫә яғы таҡырыраҡтары һыуҙы күберәк ҡойһа, ҡатын-ҡыҙҙар араһында юғары белемле, ҡырҡ кеҫәлеләр үҙҙәре өсөн генә йәшәүҙе хуп күрә икән. Америкала "үҙең өсөн генә йәшә" принцибын яҡлаусы ҡырҡтан ашыу йәмәғәт ойошмаһы барлыҡҡа килгән икән хатта. Рәсәйҙә иһә 18 йәштән 45 йәшкә тиклемгеләрҙең яртыһы тиерлек балаһыҙ йәшәргә риза икән. Мәҫәлән, мин үҙем йәшәгән Хәлил ауылында 2018 йылда ике бала ғына тыуған, 2019 йылда бер бала ла тыумаған. Ярай, ауыл ерендә йәштәр юҡ, ҡалаға күсеп бөткән, тип япһарырға була. Ҡалала йәшәүсе йәш ғаиләләр ҙә чайлдфрисылар иҫәбен арттыра түгелме?
Әле бер мәғлүмәт уҡып, изгелек менән яуызлыҡ араһындағы мыҫҡал изгелек яғына ауышмаҫмы икән, тигән өмөт сатҡыһы уянғандай булды. Башҡортостан балалар араһында чайлдфри идеологияһы таратыуҙы тыйырға йыйына. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары "Балаларҙы һаулығына һәм үҫешенә зыян килтергән мәғлүмәттән яҡлау тураһында" федераль законға үҙгәрештәр индерәсәк икән. Халыҡ һайланыусылары балалар һәм үҫмерҙәр араһында чайлдфри идеологияһын таратыуҙы тыйырға теләй. Яҡын арала тейешле закон проектын Дәүләт Думаһына индереү планлаштырыла. "Көнбайыштан килгән чайлдфри идеологияһы Рәсәй йәштәре араһында киң таралды, - ти Башҡортостан парламенты рәйесе Константин Толкачев. - Уның нигеҙендә - ғүмерҙең мәғәнәһен ғәмһеҙ, үҙ ихтыяжыңды ғына ҡәнәғәтләндереп йәшәүгә ҡайтып ҡалған гедонизм философияһы. Чайлдфри идеологияһының таралыуы илебеҙҙәге дәүләт сәйәсәтенә ҡаршы килә, йәмәғәт институттарының деградацияһына һәм депопуляцияға килтерә". Республиканың Дәүләт Йыйылышы рәйесе һүҙҙәренсә, төп маҡсат - йәмғиәттә ғаилә ҡиммәттәрен булдырыу һәм нығытыу. Федераль закон проекты Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы ҡарамағындағы Закон сығарыусылар советына ҡарауға тәҡдим ителде.

Шулай итеп...
Һүҙҙе ағыулы һыу тураһындағы кинәйәнән башлағайным. Ағыулы мәғлүмәт тә шул бысранған һыу кеүек бит ул: бына мине уҡы, күр, ишет, тип, артыңдан эйәреп йөрөмәй, тауыш-тынһыҙ ҙа, үтә күренмәле булып та аңыңа үтеп инә ала. Әҙәм балаларының бер-береһенә оҡшарға тырышыу һәләте бар. Йәшәйештең еңел ысулы: артыҡ көс түкмәй генә берәү башҡарған ғәмәлде уға эйәреп башҡарыу етә. Бигерәк тә еңел ғәмәлде башҡаларға эйәреп (конформизм) теүәл үтәүе еңелерәк. Башҡалар өсөн йәшәүгә (альтруизм) ҡарағанда, үҙең өсөн генә йәшәү (эгоизм) еңелерәк тә баһа! Бына ни өсөн чайлдфри - эгоизмдың иң юғары түбәнселеге яйлап-яйлап аңдарыбыҙҙы ағыулай.

Радик ӨМӨТҠУЖИН.
"Киске Өфө" гәзите, №13, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.04.22 | Ҡаралған: 289

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru