«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺАЛЙОТ, ТЕРҺӘК, ҺЕҢРӘН, БӘКӘТИН, ҺЫРҘЫ, ШУРАН -
+  - 


оло башҡорт иленең кесе ырыуҙары улар

XVI быуат урталарында - XVII быуат баштарында, Мәскәү дәүләтенә ҡушылғандан һуң, башҡорт ырыуҙары биләгән аҫаба ерҙәр батша властары тарафынан административ берәмектәргә - улустарға (волостарға) бүленә. Һәр улустың атамаһы ошо ер хужалары - ырыуҙар исеменә тура килтерелеп билдәләнә. Урал һыртының көнсығыш яғынан Себергә табан йәйрәп ятҡан урманлы-далалы зонала Һалйот, йә иһә Һалйоғот/Салйоғот (Чалжаутская, Салжаутская, Салзигутская), Терһәк (Терсяцкая), Һеңрән (Сыгрянская, Синрянская), Бәкәтин (Мякотинская, Мекетинская, Бекатинская), Һырҙы (Чирлинская), Шуран (Шуранская) улустары теркәлә. Тарихи сығанаҡтарға ярашлы, Һалйот, Терһәк, Һеңрән, Бәкәтин ырыуҙары Ҡатай этник берләшмәһенә ҡараған, тип иҫәпләнә.

Этнолог Р.Ғ. Кузеев фекеренсә, һалйот/ һалйоғот этнонимы ошо башҡорт ырыуының монгол сығышлы булыуына ишара: "Һалйот башҡорттары, күрәһең, туранан-тура салжиуттарға - беҙҙең эраның II мең йыллығының тәүге быуаттарында төрки-монгол көрәшендә әүҙем роль уйнаған монгол ҡәбиләһенә барып тоташа". Ғалим шулай уҡ һалйот-ҡатай этник бәйләнешенә лә иғтибар иткән: "Башҡортостан территорияһында һалйот һәм ҡатай ҡәбиләләре һәр саҡта ла йәнәш ятҡан ерҙәрҙе төйәк иткән, был факт риүәйәттәрҙә һалйоттарҙың һәм ҡатайҙарҙың "туғандар" тип аталыуы менән бергә уларҙың тәрән традицион бәйләнештәренә дәлил булып тора".
Бынан ошо башҡорт ырыуҙарының генетик туғанлығы хаҡында һүҙ йөрөтөп буламы? Юҡ, әлбиттә. Боронғо салжиуттарҙың нәҫел тамырҙары монгол-нирундарға барып тоташа, улар Сыңғыҙ хан ырыуы - кият-борджигиндарға ла туғандаш була. Монгол риүәйәттәрендә ошо ике ҡәбиләнең төп бабаһының исеме Добун Мәргән булып, ә уның ҡатыны Алан Гоаның хори-тумаг ҡәбиләһе юлбашсыһының ҡыҙы икәнлеге хаҡында әйтелә. Уларҙың Бельгунотай һәм Бугунотай исемле улдары тыуа, ә һуңынан Добун Мәргән вафат була. Ошо хаҡта "Монголдарҙың йәшерен тарихы" йәиһә "Йәшерен хикәйәт" тип аталған әҫәрендә бына нисек бәйән ителә: "Күп ваҡыт үткәнме, аҙмы, Добун-Мәргән үлеп китә. Добун-Мәргәндең вафатынан һуң, Алан-гоа, ирһеҙ була тороп, өс ул таба. Бына улар: Бугу-Хадаги, Бухату-Салчжи һәм Бер ҡатлы Бодончар. Өлкән улдары һөйләнә башлай: "Бына беҙҙең әсәйебеҙ өс ул тапты, ә бит уның янында атайыбыҙҙың бер туған йә ике туған энеләре лә, ире лә юҡ ине. Өйҙә берҙән-бер ир - ул Маалих, Баяудай кешеһе". Улдарының һуҡраныуҙарына яуап биргәндә Алан-Гоа, аҡланырға теләп, үҙе менән булған мистик хәлдәр тураһында ошолай тип әйтә: "… һәр төндә тирмәнең төтөн сыға торған төнлөгөнән, эстә яҡтыртҡыс һүнгән мәлдә, миңә аҡ йөҙлө, һары сәсле кеше инә торған ине; ул минең эсемдән һыйпай, һәм уның яҡтылығы минең ҡарыныма үтеп инә".
Боронғо монгол риүәйәттәрендә Алан-Гоаның ире үлгәндән һуң тапҡан улдарының инә ҡарынынан түгел, ә әүернә һөйәгенән, йәғни һигеҙгүҙҙән тыуыуы хаҡында ла бәйән ителә. Алан-Гоаның тәүге ике улынан хасил булған ҡәүем дарлекин атамаһын йөрөтһә, уның атайһыҙ тыуған өс улынан таралып киткән тоҡомдары монгол-нирундар, тип атала башлай. "Йәшерен хикәйәт" яҙмаһына ярашлы, Бер ҡатлы Бодончар - Барын, Барлас, Манғыт, Борджигин ырыуҙарының төп бабаһы, ә уның ир туғаны Бухату-Салчжи салжиут ырыуына нигеҙ һалыусы баба, тип иҫәпләнә. Ошо боронғо монгол риүәйәтендә Алан-Гоа монгол халҡының төп инәһе сифатында ололана. Ул үҙенең кесе улдарына бөйөк яҙмыш юрай: "... ошо улдарым күктән төшөрөлгән мисәт менән билдәләнгән. Һеҙ нисек итеп улар хаҡында, ябай бер әҙәми заттарға тиңләп, һүҙ сығарҙығыҙ? Улар батшаларҙың батшаһы, бөтөнөһө өҫтөнән хан булғас, шул саҡта ғына ябай кешеләр быларҙың барыһына ла төшөнөр".
Ысынлап та, Алан-Гоаның күрәҙәлеге дөрөҫкә сыға: Борджигин ырыуы Алтын Урҙа империяһына нигеҙ һалыусы, йыһангир Сыңғыҙ ханды тыуҙырһа, тыумышы менән Барлас ырыуынан булған, ҡанһыҙлығы, илбаҫарлығы менән дан тотҡан Аҡһаҡ Тимер барса Евразия ҡитғаһын тетрәтә, ә төрки донъяһының легендар шәхесе, кенәз Иҙеүкәй (Едигей) манғыт нәҫеленән була. Табын һәм һалйоғоттар (салжиут) араһынан чингизид ханлыҡтарының билдәле сардарҙары һәм министрҙары сыға. XIX быуат лексикографы Владимир Даль, боронғо башҡорт риүәйәттәрендә монгол тарихы менән бәйле мәғлүмәттәр булыуына иғтибар итә: "…В сказках и песнях их поминают родоначальником дивного Чингис-хана, коего предок рожден девственницею от наития солнечного луча, а сам он, Чингис, вдовою Алан-гу, которую также посетил луч солнца…" Күрәһең, В.И. Даль "Ҡысса-и Сыңғыҙхан" исемле башҡорт дастаны менән таныша булғандыр. Әммә ошо дастанда монголдарҙың төп бабаларының исемдәре үҙгәртелеп бирелә: "Дуин Баяндың Алангунан өс улы тыуған. Беренсеһе Бүҙәнйәр (Буденджар) исемле, икенсеһе - Күгәнйәр (Кугенджар), өсөнсөһө - Салджут (Һалйот). Ҡыят ҡәбиләһе Бүҙәнйәрҙән, ҡатай (хатай) ҡәбиләһе - Күгәнйәрҙән, һалйот халҡы - Салджуттан хасил булған".
Академик Р.Ғ. Кузеев иҫкә алған һалйот һәм ҡатай ҡәрҙәшлеге хаҡындағы риүәйәттәр ҙә ошо дастандағы мәғлүмәттәр нигеҙендә барлыҡҡа килгәненә шик юҡ. Һалйот һәм ҡатай башҡорттарының генетик яҡтан ҡәрҙәш булыуы ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Күрәһең, тарихи Башҡортостан территорияһында, Алтын Урҙа барлыҡҡа килгәндән күпкә һуңыраҡ осорҙарҙа, тығыҙ аралашып йәшәү барышында ошо ырыуҙар араһында нығынып киткән этник бәйләнештәр ошондай ҡараштарҙың таралып китеүенә ерлек биргәндер. Монгол тарихын ентекләп өйрәнгән XIV быуат тарихсыһы Рәшид ад-Дин ҡатайҙарҙың төп бабалары булған ҡара хитайҙарҙы монголдарҙың дарлекин һәм нирун ҡәбиләләре иҫәбенә индермәгән.

Арыҫлан ТАЙМАСОВ әҙерләне.
(Дауамы бар).

"Киске Өфө" гәзите, №12, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.03.22 | Ҡаралған: 259

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru