«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КАРТУФ ҮҪТЕРӘЙЕК!
+  - 

Ниһайәт, юғарыға ла барып етте, буғай, был аҡыл. Уңдырышлы ерҙәргә бай була тороп та, Рәсәйҙең Египет картуфы менән Израиль йәшелсәһенә ҡарап ҡалған көнө ине бит...

Ситтән килтерелгәндең сифаты яғына күҙҙе йомған хәлдә лә, санкция заманында йәшәүебеҙҙе лә оноторға ярамай: бөгөн бар - иртәгә юҡ улар. Иң мөһиме - үҙең етештереү, юғиһә, тиҙҙән рәсәйҙәр картуф сәсеп үҫтереүҙең ни икәнен дә онота башлаясаҡ! Рәсәй - ҙур ил, унда төрлө климат шарттарында төрлө халыҡ йәшәй - бәғзе берәүҙең картуф-йәшелсә үҫтерергә объектив мөмкинлеге лә, ваҡыты ла юҡтыр. Ә Башҡортостанды ни өсөн картуф менән Әзербайжан йә Төмән өлкәһе тәьмин итеп торорға тейеш? Ни өсөн республикабыҙ үҙ халҡын үҙендә үҫтерелгән "икенсе икмәк" менән туйындыра алмай? Үҙ ереңдә үҫтергәнгә етәме һуң!
Үкенескә, хәҙер ауылдарҙа ла ҡайһы берәүҙәр картуф сәсмәй башланы, уларҙың шәхси картуфлыҡ ерҙәрен ҡый баҫты, әрәм булып, буш ятҡан участкалар күбәйҙе. Баҡтиһәң, ғөмүмән, һуңғы 20 йылда Рәсәй халҡында йәшелсә-картуф үҫтереүгә ҡыҙыҡһыныу кәмей бара икән. Һуңғы биш йылда ғына ла кешеләрҙең шәхси ярҙамсы хужалыҡтарында картуф етештереү 19 процентҡа кәмегән. Бының төрлө сәбәптәре барҙыр, күрәһең. Ауылдарҙа йәшәүсе ҡайһы берәүҙәрҙең үҙ ихтыяжы өсөн дә картуф сәсмәүен аңлауы ҡыйын, әлбиттә. Ялҡаулыҡмы? Бәлки. Был айырыуса йәш быуын вәкилдәренә ҡағыла: уларҙың картуф сәсергә барымы ла, теләге лә, бая әйтелгәнсә, "ваҡыты" ла юҡ, өлкән быуындың иһә теләге булған хәлдә лә, элеккеләй көс-ҡеүәте юҡ.
Ә бына фермер һәм шуның кеүек эрерәк күмәк хужалыҡтар өсөн йәшелсәселек зыянлы шөғөл иҫәпләнә икән, сөнки үҫтергәнде һатып, табыш алыу - проблема. Алыпһатарҙар арзан хаҡ бирә, ә уңыш хужаларының үҙҙәренә туранан-тура сауҙа баҙарына сығыу юлдары ябыҡ. Хәтерләһәгеҙ, баҡса үҫтереүселәргә үҙҙәренән артҡан продукцияны һатыу "дача законы" тарафынан тыйылды. Артыҡ картуф-йәшелсәңде сығарып һатыу өсөн бит хәҙер эшҡыуар булып теркәлергә, картуф һатҡандан аҙмы-күпме генә килемеңдән һалым түләргә кәрәк тәһә!
Бына бит, кем әйтмешләй, закон ике яҡлы, айырыуса ул ентекле уйланылмай ҡабул ителгән булһа. Дөрөҫөн әйткәндә, закондың был пункты хеҙмәт кешеһенең намыҫына теймәй ҡалмағандыр, сөнки ул бит урлап һатмай, ә үҙе үҫтергәнде! Йылына бер тапҡыр шуны сығарып һатыу өсөн ниңә ул чиновник ҡағыҙ ығы-зығыһына дусар ителергә, эшҡыуар булып теркәлергә, өҫтәүенә, һалым түләргә тейеш әле? Ғәрлек бит! Был осраҡта иң һәйбәте- үҙеңә етерлек картуф үҫтер ҙә, башҡаһына төкөр, тигәнсә килеп сыға түгелме?
Ҡыҫҡаһы, властар халыҡты баҡсасылыҡ - шәхси ярҙамсы хужалыҡ шөғөлөнә ҡайтанан йәлеп итмәксе. Күптән кәрәк ине, сөнки күршең уңышына өмөт итеп ятыу - түбәнселек. Сит илдән килтерелгәндең дә йүне юҡ. Шулай итеп, РФ Ауыл хужалығы министрлығы илдә картуф һәм йәшелсә үҫтереүҙе арттырыу маҡсатында махсус федераль проект әҙерләй. Унда шулай уҡ етештерелгән уңышты һаҡлау һәм һатыу мәсьәләләре лә юлға һалынасаҡ. Был программаны бойомға ашырыу сараларына 5 млрд һум аҡса тотоноу ҡарала. Илдә етештерелгән бөтөн кафтуф һәм йәшелсәнең яртыһынан күберәге шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа үҫтерелә, шуға күрә киләһе йылдан фермер һәм башҡа күмәк хужалыҡ төрҙәре менән бер рәттән, шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға ла дәүләт ярҙамы күрһәтелә башлаясаҡ. РФ ауыл хужалығы министры Дмитрий Патрушев 10 ноябрҙәге хөкүмәт кәңәшмәһендә Рәсәй Президенты Владимир Путинға ошо хаҡта хәбәр итте. Картуф һәм йәшелсә етештереүҙе арттырыу буйынса бындай ашығыс саралар ошо ризыҡ төрҙәренә самаһыҙ хаҡтар артыу менән бәйле. Өҫтәүенә, үткән йәйҙәге ҡоролоҡ етерлек күләмдә картуф-йәшелсә туплау кәрәклегенә яҡшы ғына ишара ла булды, күрәһең.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №51, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.12.21 | Ҡаралған: 397

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru