«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИЛЛИ КЕЙЕМДӘРЕБЕҘ ТӨП НӨСХӘҺЕНДӘ ТЕРГЕҘЕЛӘ
+  - 

Ошо көндәрҙә баш ҡалала "Тамға" II халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсының финалы уҙҙы. Оҫталар көс һалып, күҙ нуры түгеп, күңел йылыһы биреп эшләгән сағыу кейемдәре менән Ә.-З. Вәлиди исемендәге Милли китапханала таныштырҙы.

Быйыл конкурстың йомғаҡлау турында 36 кеше ҡатнашты. Улар эштәрен "Башҡорт халыҡ кейеме - реконструкция", "Заманса автор костюмы", "Балалар кейеме", "Башҡорт милли ювелир биҙәүестәре", "Башҡорт традицион костюмы аксессуарҙары" номинацияларында күрһәтте. Эштәрҙе Башҡортостандың Милли әҙәби музейы директоры Гөлдәр Моратова, Рәсәйҙең Дизайнерҙар, ЮНЕСКО-ның Рәссамдар союздары ағзаһы Александр Кирдякин, Р. Кузеев исемендәге Этнология тикшеренеүҙәре институты ҡарамағындағы Археология һәм этнография музейының өлкән ғилми хеҙмәткәре Елена Нечвалода, Өфө художество-гуманитар колледжында ювелир һөнәре буйынса уҡытыусы Миңлегөл Дәүләтова, Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса баш белгесе Гөлгөнә Баймырҙина һәм башҡа жюри ағзалары баһаланы.
Конкурсҡа быйыл да сағыу, үҙенсәлекле эштәр тәҡдим ителде. Бигерәк тә боронғо фотоһүрәттәргә ҡарап тергеҙелгән кейемдәр зауыҡлы булыуы менән айырылып торҙо. Был юлы оҫталар балалар кейеменә лә ҙур иғтибар бүлгән: малай-ҡыҙҙар ҡурсаҡтай кейенеп, сәхнә түренә уҙҙы. Милли кейемдә йөҙ-ҡиәфәттәре бөтөнләй башҡа бер төрлө үҙгәреп, күҙҙәре балҡып, һындары турайып киткән балаларҙы күреүе шатлыҡлы булды. Ғөмүмән, конкурста төрлө йәштәгеләр, төрлө социаль статустағы боронғо башҡорт кешеләренең кейемдәре күрһәтелде: урта йәштәрҙәге ир-уҙамандарҙың байрам кейеме, байбисәләр, һөнәрмәндәр, бала-саға, яугирҙар, туй кейемдәрендәге йәш кәләш менән кейәү һ.б. Улар араһында тимер юл хеҙмәткәре булған башҡорт кешеһе образы айырылып торҙо. "Реконструкция булғас, уның тәүсығанағы - гравюраламы, рәсемдәме, фотоһүрәттәме сағылдырылған өлгө булырға тейеш. Шуға күрә, мин "Башҡорт халыҡ кейеме - реконструкция" номинацияһында ҡатнашыу өсөн билдәле рус фотографы Сергей Прокудин-Горский 1910 йылда төшөргән "Башкиръ стрелочникъ" фотоһына мөрәжәғәт иттем. Ул Уралда экспедиция барышында Ҡатаутамаҡ эргәһендә башҡорт милләтле тимер юл хеҙмәткәрен төҫлө фотоға төшөргән. Әйткәндәй, был башҡорттарҙың беренсе төҫлө фотоһы. Ул өҫтөнә сәкмән, аяғына сабата, башына кейеҙ ҡалпаҡ кейгән. Тимер юл хеҙмәткәренең билдегенә сигнал бирә торған бәләкәй флагтар, борғо, карбид фонарь эленгән. Ул осорҙа махсус кейемдәрҙә эшләгән тимер юл хеҙмәткәрҙәре араһында көндәлек кейемендә эшкә сыҡҡан башҡорт кешеһен осратып, фотоға төшөрөп алған булһа кәрәк рус фотографы", - тип таныштырҙы эше менән Артур Батыршин. Әйткәндәй, жюри ағзалары ла башҡорт ир-атын, ғәҙәттә, яугир, батыр образында кәүҙәләндерергә һәм шуға ярашлы кейемдәрҙе тергеҙергә тырышыуҙарын, ә бындай ябай эшсән халыҡ вәкилдәрен күрһәтеү яңылыҡ булыуы хаҡында телгә алды.
Италия, Төркиә, Ҡаҙағстан илдәренән, Мәскәү, Ҡурған, Силәбе, Ырымбур, Һамар өлкәләренән, Пермь крайы һәм Башҡортостандан 200-гә яҡын ҡатнашыусынан "сүпләп" алынған бәхетлеләр араһынан төп еңеүсе декабрь айында оло байрам сараһында билдәләнәсәк, тип көтөлә.

"Киске Өфө" гәзите, №48, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.11.21 | Ҡаралған: 274

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru