«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠОШСОЛАР, ҺЫҘҒЫЛАР, ӨПӘЙҘӘР - ТӨНЬЯҠ БАШҠОРТТАРЫНАН БУЛАБЫҘ
+  - 


Этнолог Р.Ғ. Кузеев һыҙғы һәм өпәй ырыуҙарының килеп сығышын башҡорт этносы формалашыуының боронғо, тәү этаптарында төрки һәм фин-уғыр (башлыса, уғыр) этник төркөмдәренең тығыҙ аралашыуы һәм ҡатышыуы менән бәйләп аңлата. Уның ғилми фаразының ысынбарлыҡҡа тап килеү-килмәүен әлеге ваҡытта ла тулыһынса раҫлап булмай, әммә ошондай ҡараштар этнология фәнендә XIX быуаттан бирле тарихи әҙәбиәттә сағылыш тапҡан. Ул былай тип яҙа: "Һыҙғы, өпәй, һеңрән, терһәк, бәкәтин ҡәбиләләре төньяҡ-көнсығыш Башҡортостанға көньяҡ-көнбайыш Урал алдынан - боронғо башҡорт этносы формалашҡан төп райондан килеүселәр булып тора. Сығыштары буйынса улар урындағы ҡәбиләләрҙән, фин-уғырҙарҙан (һыҙғы, өпәй) йәиһә, моғайын, Көнбайыш Себерҙә үк төркиләшкән уғырҙарҙан (һеңрән, терһәк, бәкәтин) була. Беҙҙең эраның I мең йыллығы аҙағында ошо ҡәбиләләрҙең барыһы ла боронғо башҡорт этносы формалышыуы процесында ҡатнаша һәм II быуаттың тәүге быуаттарында ҡатай һәм әйле ҡәбиләләре менән дөйөм хәрәкәт барышында төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш Башҡортостанға күсеп килеп, яңынан урындағы халыҡ менән ҡушылыу этабын кисерә".
Һыҙғы һәм өпәйҙәрҙең этник сығышында уғыр компоненты булыуына инанған ғалим Көнбайыш Себер уғырҙарының (боронғо мадъяр-венгрҙарҙың) IV-V быуаттарҙа Кавказға табан дөйөм күсеше барышында Көньяҡ Урал территорияһы аша үтеүен билдәләп китә. Урта быуаттарҙа Көнбайыш Европа әҙәбиәтендә боронғо венгрҙар (һунгарҙар) хаҡындағы мәғлүмәттәр Magna Hungaria ("Бөйөк Венгрия") йәиһә Ungaria Major ("Өлкән Венгрия") исемдәре аҫтында теркәлеп ҡалған. Ошо боронғо мадъяр берләшмәһенең ниндәй территорияла урынлашҡан булыуы әлегә тиклем бәхәсле булып ҡала. Әммә, Р.Ғ. Кузеев иҫәпләүенсә, уғыр ҡәбиләләренең көнбайышҡа табан миграцияһы тарихи Башҡортостан территорияһында эҙҙәрен ҡалдырған, уларҙы ҡуштирәк, кушнаренко, ҡараяҡуп археологик мәҙәниәттәре аша күҙаллап була. Археологик тикшеренеүҙәр кушнаренко-ҡараяҡуп тибындағы мәҙәниәт башланғысын IV-VI быуаттар арауығындағы Тобол-Исәт төбәге менән бәйләй, һуңынан ошо мәҙәниәтте барлыҡҡа килтереүселәр Өфө (Ҡариҙел) йылғаһы бассейнына күсенә, унан Ағиҙел һәм Кама йылғалары буйлап көнбайышҡа табан тарала. Мадъяр-һунғарҙарҙың ата-бабалары ла ошо уғыр берләшмәһенә ингән ҡәбиләләрҙән була. Тимәк, тарихи сығанаҡтарҙа күрһәтелгән Magna Hungaria иленең тәү ватанын Кама буйҙарынан йәиһә Урта Волга тарафтарынан эҙләргә була. IX быуатта боронғо венгрҙар бынан Ҡара диңгеҙ яғына күсенә, ә унан Үҙәк Европаға тиклем барып етә. Археолог В.Ф. Генинг боронғо мадъяр төйәгенең Кинель һәм Һамар йылғалары бассейнында урынлашҡан булыуын тоҫмаллай. XIII быуатта ата-бабаларының боронғо ватанын юллап килгән венгр монахы Юлиан тап ошо территорияла был яҡтарҙа тороп ҡалған мадъяр-уғырҙарҙың вариҫтары менән осраша.
Шул уҡ ваҡытта кушнаренко-ҡараяҡуп мәҙәниәтенә хас булған керамика өлгөләре Көньяҡ Урал аръяғы далаларында һәм Көнбайыш Ҡаҙағстанда ла табылған. Был инде Көнбайыш Себер протомадъярҙарының Көнбайыш Төрки ҡағанаты (VII быуат) күскенселәре менән тығыҙ бәйләнештә булыуын дәлилләй. Һуңғараҡ осорҙарҙа, төрки ҡәбиләләре биләгән оло далалар территорияһында барған киҫкен, хәүефле процестар байтаҡ ҡына ҡәбиләләрҙе Тарихи Башҡортостандың төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш тарафтарына табан күсеп китергә мәжбүр итә. Ошо тарихи күсеш эҙҙәре IX быуат аҙағына ҡараған ҡаҙылма ҡомартҡыларҙа һаҡланған. Кушнаренко-ҡараяҡуп тибындағы археологик ҡомартҡылар Уйылғы (Өйәлге) күле районында (Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районы), Синеглазово (Силәбе ҡалаһы) һәм Башҡортостандың Лағыр (Салауат районы), Ҡаранай (Мәсетле районы) ауылдары янында табылған.
Р.Ғ. Кузеев һыҙғы башҡорттары риүәйәттәрендә уларҙың ата-бабаларының әлеге төйәктәренә Бәләбәй тарафтарынан, йәғни Бөгөлмә ҡалҡыулығы районынан күсеп килеүе хаҡында бәйән ителеүен яҙып алған.
Һыҙғы һәм өпәй этнонимдарының килеп сығышы хаҡында аныҡ ҡына мәғлүмәттәр юҡҡа иҫәп. Р.Ғ. Кузеев, археолог В.Ф. Генинг һәм лингвист А.А. Камалов фекеренә таянып, "һыҙғы" атамаһының самодий телендәге "сыски" (кәмә), ә "өпәй" һүҙенең балтик ҡәүемдәре телдәрендәге "упе" (йылға) һүҙҙәренә ауаздаш булыуын билдәләп үтә. Ғалим былай тип яҙған: "Һуңғы осраҡта ("упе" һүҙе күҙ уңында тотола. - Ред. иҫк.) бер үк тамырҙан сығып, өпәй ырыуы атамаһының ғына түгел, ә шулай уҡ Өфө ҡалаһы һәм йылғаһы исемдәрен аңлатып була (сағыштырмаса Уфа - Өфө > Өпө > Өпәй; Уфалей - Өпәле)".
Ғалимдың ошо һығымтаһына ҡайһы бер рус сығанаҡтарында Өпәй улусының русса "Уфейская волость" рәүешендә теркәлеүе тура килә. Ә 1725 йылда Көнгөр бургомистры Юхнев, башҡорт улустары буйлап сәйәхәт ҡылып, улар хаҡында мәғлүмәт туплай. Ул төҙөгән реестрҙа Себер даруғаһында Өфө (Уфимская волость) улусы теркәлә, әммә Өпәй улусы күрһәтелмәй. Тимәк, бында Өпәй улусының русса икенсерәк аталыуына шик юҡ. Төрки телле документтарҙа Өпәй улусы Упәй иләве рәүешендә иҫкә алына.
Һыҙғы һәм өпәй ырыуҙары башҡорттарының боронғо тарихи тамырҙарының Көнбайыш Себер уғырҙарына барып тоташыуы ысынбарлыҡҡа тап килә. Күрәһең, боронғо уғырҙар (протомадъярҙар) билдәле бер сәбәптәр арҡаһында Көнбайыш Себерҙән Яйыҡ, Илек, Эмба йылғалары буйҙарына һәм Көньяҡ Уралға тиклем һуҙылған далаларға килеп етә. V-VIII быуаттарҙа улар Уғыҙ конфедерацияһына ингән күсмә төрки ҡәбиләләре менән тығыҙ аралашып йәшәй, һуңынан Көнбайыш Төрки ҡағанатының "ун һаҙаҡлы" төркиҙәре менән бәйләнештә көн итә. Әйткәндәй, ҡытайҙарҙың "Суй-шу" хроникаһында (643 йыл) Уғыҙ конфедерацияһына ингән төркиҙәр араһында башҡорттар ҙа (ҡытайса "ба-шу-ки-ли") иҫкә алына. Шулай итеп, уғыр сығышлы һыҙғы һәм өпәйҙәр VI-VII быуаттарҙан бирле боронғо башҡорт ҡәбиләләре, шул иҫәптән ҡошсоларҙың ата-бабалары менән тығыҙ этник бәйләнешкә инеп, башҡортлашыу процесын кисерә.

Арыҫлан ТАЙМАСОВ әҙерләне.
(Аҙағы. Башы 46-сы һанда).

"Киске Өфө" гәзите, №47, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.11.21 | Ҡаралған: 248

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru