«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨС ТАМЫР
+  - 

Картуфты һаҡларға, ҡый үләндәрен йолҡоп ташларға күнеккәнбеҙ. Ә улар картуфтан ҡиммәтлерәк булыуы ихтимал һәм бер көн килеп, кешегә дауа өсөн тап шулар кәрәгеүе бар. Бөтә был төбө-тамыры менән юҡ итеүе ауыр булған ҡый үләндәре Ерҙәге тереклек өсөн мөһим булыуҙарын иҫбат иткәндәр.

Бер ауырыуға ла бирешергә теләмәһәң, өс тамыр - дегәнәк, аҡтамыр һәм бәпембәне ҡаҙып алығыҙ. Ошо тамырҙарҙан әҙерләнгән дауаларҙы эсеү файҙалы. Ғөмүмән, билдәле үлән менән дауалаусылар 25 тамырҙы ҡаҙып алыуҙары тураһында һөйләй, әммә иң мөһим өсәүһе лә күп ауырыуҙарҙан һаҡланыу өсөн етә.

Аҡтамыр - был йолҡоп бөтөргөһөҙ ҡый үләнен Хоҙай үҙе аяҡ аҫтыбыҙға түшәп үҫтергән. Ул үҫмәгән бер ырҙын да юҡтыр. Ул дауаламаған бер ауырыу ҙа юҡ, күҙҙән башлап яман шешкә тиклем шифалы аҡтамыр. Был үләнде хайуандар ҙа урап үтмәй хатта. Ә кеше өсөн ул матдәләр алмашыныуын яйға һалырға ярҙам итеүе менән файҙалы. Тамырһабаҡ төнәтмәһен һәм ҡайнатмаһын һары һыу ауырыуы (водянка), төрлө сәбәптән шешенгәндә, цистит, бәүел тотмағанда, бөйөрҙәрҙә һәм үт ҡыуығында таштар булғанда, үпкә, бөйөр, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары, шәкәр диабеты, дауамлы бронхит, гипертония сирҙәренән дауаланғанда эсәләр. Был үләндең тамыры подагра, ревматизм, люмбаго, төрлө артрит ауырыуҙарынан һыҙланыуҙарҙы баҫыу өсөн ҡулланыла. Йәш үләндең һуты һәм ҡайнатмаһын йәй дауамында эсергә мөмкин, ул өлөшләтә күҙ күреү һәләтен юғалтҡанда ярҙам итә. Тамыры остеохондроз, ҡатын-ҡыҙҙарҙың түллек биҙе эшмәкәрлеге боҙолғанда, үпкә туберкулезы, экссудатив диатез, сиҡан сыҡҡанда дауа. Был үләнде ҡулланырға ярамаған осраҡ юҡ, шулай ҙа һәр кемдең организмы үҙенсә ҡабул итеүе бар.

Бәпембә лә ҡый үләне. Иртә яҙҙан бәпембә япрағын йыйырға һәм әселеге бөтһөн өсөн тоҙло һыуҙа 2 сәғәт ебетеп, салат эшләп ашау файҙалы. Урыҫтар уның япрағынан аш бешергән, ә тамырҙарын ҡыҙҙырып ашаған. Бәпембә тамыры аҙҡанлылыҡ, ашҡаҙан һәм бауыр яман шештәре, лимфа төйөрҙәре шеше, диатез, остеоартроз, артрит, остеохондроз, быуындарҙы дауалай. Көҙгөһөн сәскә атып өлгөрмәгән бәпембә күрһәгеҙ, шуны ҡаҙып алығыҙ.
Бөтә ауырыуҙарҙы ла дауалай алған академик бар. Был - дегәнәк, һәм ул кеше килеп ҡаҙып алып, дауалана башлауын көтөп ултыра. Хәҙерге көндә бөтә кешеләр ҙә тиерлек сырхау. Яман шеш бик күптәрҙең йәнен ҡыя. Ә дегәнәк барлыҡ онкология ауырыуҙарын дауалай. Шәкәр диабеты, бронхит, гайморит, ревматизм, подагра, артрит, остеохондроз, умыртҡа араһы бүҫере, атеросклероз, ҡолаҡ сирҙәрен, оҙайлы коронар етешмәүсәнлек булғанда, һынған һөйәктәрҙе уңалтыу өсөн төп ярҙамсы. Дегәнәк хатта гепатит сирен дә дауалай. Уның ярҙамында бауыр шештәрен, хатта бауыр циррозын, холецистит, бөйөр ауырыуҙарын, үт ҡыуығында таштарҙы бөтөрөргә була. Дегәнәкте тире ауырыуҙарын: яндырғанда, оҙаҡ ятыуҙан елһенгәндә, экзема, эренле яралар, псориаз булғанда ҡулланалар. Хатта сәсе күп ҡойолған оҙон толомло һылыуҙарға ла дегәнәк төп ярҙамсы.

Был тамырҙарҙан төнәтмә әҙерләү серҙәре түбәндәгесә. Иң ҡиммәтле тамырҙар иртә яҙ алына, әммә көҙгөһөн ҡаҙып алғанда ла була. Дегәнәк - ике йыллыҡ үҫемлек. Бер йыллыҡ дегәнәкте ҡаҙып алыу кәрәк, уның япраҡтары йәш, тамыры көслө була. Ә япраҡтары ҡороған һәм йәбешкәктәре булған дегәнәк файҙаһыҙ, был үлән бөтә көсөн сәскә атыуға сарыф иткән. Шулай ҙа уның йәбешкәктәрен йыйып алырға, төнәтергә һәм тештәрҙе сайҡарға була - һыҙлауҙы баҫа. Тамырҙарҙы ҡаҙып алып йыуырға һәм киптерергә. Дегәнәк тамыры йыуан була, шуға уны турарға кәрәк. Шунан бер ҡалаҡ ваҡлап киптерелгән тамырға 2 стакан ҡайнар һыу ҡойорға, 10 минут ҡайнатырға, 2 сәғәт төнәтергә. Шунан һөҙөргә һәм көнөнә 3 тапҡыр ашарҙан 10-15 минут алда яртышар стакан эсергә. Шифалы төнәтмәне ашарҙан алда эсеү мөһим, сөнки ул шунда уҡ организм буйлап тарала. Дегәнәк, аҡтамыр һәм бәпембә тамыры йыйылмаһын бер тигеҙ итеп алып эсергә, йәки һәр үлән менән айырым дауаланырға була: бер аҙна - дегәнәк, бер аҙна - бәпембә, бер аҙна - аҡтамыр.

"Киске Өфө" гәзите, №46, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.11.21 | Ҡаралған: 684

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru