«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕҘ – БАШҠОРТТАР
+  - 


МИЛЛӘТЕМДЕ ҠАЙТАРҘЫМ...

Һуңғы йылдарҙа мәғлүмәти киңлектә Альберт Исмаил исеме йыш яңғырай. Башҡортостанда тыуып үҫкән, бығаса күрше Татарстанда йәшәгән, татар милли хәрәкәтенең әүҙем ағзаһы булған музыкант үҙен башҡорт тип иғлан иткәс, уны милләтен алмаштырыуҙа ла, сәйәси уйындар уйнауҙа ла ғәйепләнеләр. Әммә Альберт Әҙип улы был хәлдә аптырарлыҡ бер ғәмәл дә күрмәй һәм бер ниндәй ҙә милләт алмаштырыу юҡ, тип билдәләй.

- Милләт алмаштырыу юҡ һәм булманы ла, - ти Альберт Исмаил. - Эҙмә-эҙлекле итеп аңлатҡанда, төрөктәрҙә бер мәҡәл бар: "Әгәр бушлыҡ күрһәң, уны тултыр". Мин 1995 йылда Ҡаҙанға килдем һәм бер йылдан Татар дәүләт гуманитар институтына уҡырға индем. Студент тормошом бик актив булды. Минең татар телле ижадым тап шул саҡта башланды. Ҙур булмаған төркөм өсөн кәрәкле, замандың иң көнүҙәк темаларына, мәҫәлән, тарих, хәтер көнө, Чечнялағы һуғыш, наркотиктар проблемаһына арналған йырҙар яҙҙым. Милләт, тарих, мәҙәниәт хаҡындағы бәхәстәр ҙә иғтибарымды үҙенә йәлеп итә ине. Барлыҡ был бәхәстәрҙә һәр саҡ дәлилдәр етмәй икәнен тойомлай инем. Тәржемәсе булараҡ, миңә бик күп тарихи материалдарҙы тәржемә итергә тура килде, был минең тарих һәм мәҙәниәт буйынса белемемде һиҙелерлек тулыландырҙы. Мин тарихтың тулыһынса факттарҙы констатациялау түгел, ә күбеһенсә уйҙырма булыуын аңлай башланым. Бер ваҡыт шәжәрәләр нигеҙендә ваҡиғаларҙы тарихи күҙлектән аңлатыу шаһиты булдым һәм был тап миңә кәрәк нәмә икәнен аңланым.
Йәшермәйем, шәжәрә төҙөү еңел булманы. Был эш менән оҙаҡ йылдар шөғөлләнеүселәр тәжрибәһе менән уртаҡлашырға бик теләмәй, барыһын да үҙемә аңларға тура килде. Шәжәрәмде төҙөгәс, атай-олатайҙарымдың башҡорттар: атайым яғынан - тамъяндар, әсәйем яғынан ҡырғыҙ ырыуы башҡорттарынан булыуын асыҡланым. Шунда тыныслыҡ таптым, сөнки бик мөһим һорауға яуап алдым. Мине "милләт алмаштырыуҙа" ғәйепләгән ҡайһы бер "аналитиктарҙың" адекват булмаған реакцияһынан һуң тикшеренеүемде артабан дауам итергә булдым. Сөнки милләтемде асыҡлау икенсе һорауҙар тыуҙырҙы: "Атай-олатайҙарым ҡасан татарға әйләнгән? Ғөмүмән, кемдәр улар татарҙар?" Бында бары тик беҙҙең Туймазы районы "татарҙары" тураһында ғына һүҙ алып барам: 1917 йылға тиклем үҙатама булараҡ бер генә татар тигән этнонимды ла тапманым. Һығымта күҙ алдында: районыбыҙҙа йәшәгән күп кенә халыҡ башҡорт, мишәр, нуғай, сыуаш, мари сығышлы. Йәғни мин милләт алмаштырманым, ә уны кире ҡайтарҙым.
Эйе, көнбайыш башҡорттарының телен ҡайһы берәүҙәр башҡорт теленең диалекты тип түгел, ә татар теле тип ҡабул итә ине. Хәҙер хәл-торош шундай. Ҡайһы берәүҙәр үҙен башҡорт, әммә саҡ ҡына "башҡараҡ" тип иҫәпләй. Был ТАССР идеологтарының күп йыллыҡ пропагандаһы һәм БАССР яғынан төньяҡ-көнбайыш һәм көнбайыш төбәк башҡорттарына ҡарата йомшаҡ сәйәсәте һөҙөмтәһе. Төньяҡ-көнбайыш райондарҙы бүленмәҫ башҡорт парадигмаһына индереү мәсьәләһе бер ваҡытта ла тынғаны юҡ. Быны беҙ ғалим-лингвистарҙың хеҙмәтендә лә күрәбеҙ. Был мәсьәләләр 1989 йылғы халыҡ иҫәбен алыу алдынан да күтәрелә: Д. Исхаҡов, М. Әхмәтйәнов һәм улар кеүек татар идеологтарының Башҡортостандың көнбайыш өлөшөндә татар һөйләштәре, башҡорт милләтенең булмауы, "ысын" башҡорттарҙың көнсығышҡа миграцияһы, мишәрҙәрҙең башҡорт булып яҙылыуы, башҡорттарҙың ҡатлам ғына булыуы һ.б. тураһындағы нигеҙһеҙ раҫлауы быға сәбәп була. Беҙҙең диалект, ысынлап та, айырылып тора. Бында мин бер ниндәй ҙә ғәҙәттән тыш нәмә күрмәйем. Диалектыбыҙ күптән инде ғилми донъяла яҙылған һәм раҫланған. Эволюция йәһәтенән ул иҫке башҡорт теленә яҡын һәм фонетикала, грамматикала һәм лексикала архаик формаға эйә. Һәм башҡорт теле берҙән-бер миҫал түгел. Дари теле, мәҫәлән, хәҙерге фарсы теленә ҡарата тағы ла боронғораҡ. Норвег теленең "бук моль" рәсми диалекты әҙәби телдән боронғораҡ. Беҙҙең диалект әҙәби татар теленә яҡын, әммә ул уны татар теле тип атарға сәбәп түгел. Минең һөйләшем миңә атайымдан күскән, уға - ул заманда Татарстан да, Башҡортостан да проектта ла булмағанда тыуған олатаһынан.
Мин әҙәби башҡорт телен яҡшы аңлайым һәм хөрмәт итәм, әммә ышаныслы итеп һөйләшә алмайым. Киләсәктә был бушлыҡты тултырырмын тип уйлайым. Был - беренсенән. Икенсенән, диалектыбыҙға күберәк иғибар йәлеп итергә уйлайбыҙ, сөнки ул бөтөнләй күҙ уңынан ситтә ҡалған. Һәм был мәсьәлә һауала эленеп ҡалырға тейеш түгел. Икенсе йыл инде диалектыбыҙҙы ҡулланып, башҡорт теленән диктант яҙабыҙ. Йәғни беҙ, ниһайәт, йәмәғиәттә танылыу таптыҡ. Хәҙер алға барырға кәрәк. Беҙ барыбыҙ ҙа - башыбыҙҙы юғары күтәреп, тотош республика менән бергә барабыҙ. Беҙ - ғорур башҡорттар, батырҙар, төньяҡ амурҙары вариҫтары.

Римма ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.
"Ватандаш" журналынан ҡыҫҡартып алынды.

ҺӨЙӨҮҘӘН БАШЛАНА...

Бөтә ғәмәлдәр ҙә тыуған илгә, телгә, тормошҡа, киләсәккә булған һөйөүҙән инеш ала. Беҙ ошо хәҡиҡәтте инҡар итмәй йәшәйбеҙ икән, тамырыбыҙ ныҡ, килер көндәребеҙ ышаныслы буласаҡ. Халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы барышында һәр милләт үҙенең тарихи йылъяҙмаһының сағыу биттәрен яҙа. Халҡы, шәхестәре, эштәре менән.

"Ижад - бәхет синонимы" тигән китапта билдәле сәнғәт әһеле, вокал буйынса педагог, профессор, СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы, РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Өфөнөң почётлы гражданы Миләүшә Мортазина менән әңгәмәләр килтерелгән. Унда түбәндәге юлдар бар: "Ауыр аслыҡ йылдарына тура килгән бала сағыма ҡарамаҫтан, һөйөү тойоп үҫтем. Минең Кесе Ватаным - Кушнаренко районының Баҡай ауылы. Әнүәр ағайым әйтмешләй, "Баҡай буйға һуҙылған ауыл, бер осонда -башҡорттар, икенсеһендә татарҙар йәшәй. Ә беҙ башҡорт өлөшөндә йәшәнек, беҙ - башҡорттар". Ә мин кем Башҡортостанда тыуған, барыһы ла башҡорттар тип иҫәпләйем, тик беҙ өс телдә - русса, башҡортса һәм татарса һөйләшәбеҙ. Архивтан нәҫел-нәсәбем тураһында мәғлүмәт һорағас, хатта бығаса татар тип иҫәпләнгән атайым яҡлап та бар туғандарыбыҙ башҡорт икәнлеге асыҡланды".

ТАҒЫ ЛА ӘҮҘЕМЛӘШТЕК

Туймазы районында үткән Башҡорт ырыуҙары йыйынынан һуң "Без башҡортлар" хәрәкәте етәксеһе Радик Бәхтиев тәьҫораттары менән бүлеште, ошондай саралар йәмәғәтселектең әүҙемлеген арттырыуын билдәләне.

"Мин төньяҡ-көнбайыш башҡорто булараҡ, төньяҡ-көнбайыш райондарында башҡорт әүҙемселәренең күбәйеүенә ҡыуанам. Башҡорт диалекттары - ул башҡорт теленең айырылғыһыҙ өлөшө икәнен аңлаған, үҙ диалектында һөйләшергә оялмаған милләттәштәр ҡушыла беҙгә. Ырыуҙар йыйындары менән бер рәттән, Рәсәй Фәндәр академияһынан башҡорт тарихына ҡағылышлы фәнни хеҙмәттәр баҫтырылды. Федераль кимәлдәге ғалимдар менән Салауат Хәмиҙуллин, Юлдаш Йосопов эшләне, материалдар һәм темалар тәҡдим итте, конференцияларға саҡырҙы. Иң мөһиме, әлеге ваҡытта беҙ халыҡ араһында аңлау һәм төшөнөү күҙәтәбеҙ. Оло йәштәгеләр туған телдәренең, ниһайәт, танылыуын, үҙ атамаһы менән аталғанын көтөп алды, уның яҙма текстарҙа ҡулланылыуын күрә. Был улар өсөн бик мөһим күренеш, ә бөтә башҡорт йәмәғәтселеге өсөн бик файҙалы процесс", - тип белдерҙе Радик Бәхтиев.

БЕҘ ҠЕҮӘТЛЕ НӘҪЕЛДӘН

Башҡорттарҙың Балыҡсы ырыуы вәкиле, Асҡын районының тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Әнзирә ҒӘНИЕВА һөйләй:

- Һәр үҫемлек, һәр ағас - тамырынан, һәр йылға шишмәнән сыҡҡан кеүек, беҙҙең Балыҡсы ырыуы ла ошо Асҡын еренә береккән. Хәҙер күптәрҙә нәҫеле, ырыуы менән ҡыҙыҡһыныу, ата-бабаларын хөрмәтләү тойғоһо уянды. Иң мөһиме - кешеләр боронғо быуындарын белеп, тормошоноң мәғәнәһен, маҡсатын аңлап, киләһе быуынға тормош тәжрибәһен, донъяға ҡарашын, нәҫел тарихын ҡалдырыуҙы үҙ бурысы һанай.
Мин үҙем дә 2010 йылда нәҫел шәжәрәмде өйрәнә башланым. Шәүҡәт ағай (ул беҙгә туған да) асыҡлауынса, нәҫелебеҙ 20-се быуынға тиклем өйрәнелгән, Майҡы бейгә барып тоташа. Был әле 16 быуын документтар менән раҫланған. Нәҫелебеҙ - бай тарихлы, ғорурланырлыҡ арҙаҡлы шәхестәребеҙ күп. Мәҫәлән, 1812 йылдағы Ватан һуғышында Зәғәфуран Ибраһимов Парижға тиклем барып еткән, ул йөҙ башы булған. Рус армияһына аттар илткән. Тағы ла ҡарт ҡартатайым Хөснийәр хәҙрәт заманына күрә бик күренекле шәхес булған. Ул Күскилде ауылынан, Солтанбәк ауылына эшкә ебәрелгән. 19-сы быуат аҙағында ауылда ике ҡатлы мәҙрәсә төҙөткән. 50 генә йәшендә мәрхүм булған, беҙ уның бик күп ҡулъяҙмаларын, сәйәхәтнамәһен таптыҡ. Филология фәндәре докторы, ғалим Миңлеғәле Нәҙерғолов был ҡағыҙҙарҙы тәржемә итеп бирҙе. Үҙ ҡулдары менән шәжәрәбеҙҙе яҙып ҡалдырған. Беҙ архив документтары менән сағыштырҙыҡ, мәғлүмәттәр тап килә.
Беҙҙең Асҡын районында шулай уҡ Танып һәм Унлар ырыуҙары вәкилдәре йәшәй. Улар бер-береһенән һөйләштәре, кейемдәре менән айырыла. Хатта бер үк Балыҡсы ырыуына ҡараған ауылдарҙа ла һөйләш бер иш түгел.
Кейемдәргә килгәндә, ҡатын-ҡыҙҙар балитәкле күлдәк кейгән, ир-егеттәр ҡыҙыл, һары төҫтәрҙе айырыуса үҙ иткән. Йөҙ йылдан ашыу элек тегелгән күлдәктәрҙе таптыҡ, улар музейҙа һаҡлана. Ошо кейемдәргә ҡарап, тергеҙеп, бөгөн дә шундай күлдәктәр кейеп йөрөй алабыҙ. Ағинәйҙәребеҙ быны ғәмәлгә ашырып та ҡуйҙы инде.
Ҡайһы берәүҙәр: "Шәжәрәләрҙе өйрәнеү нимәгә кәрәк ул һиңә?" - тип һорай. Ә ул миңә рухи көс бирә. Шәжәрәне өйрәнгәндә ата-бабаларыбыҙҙы иҫкә алабыҙ, доғалар ҡылабыҙ, яҡшы яҡтан телгә алабыҙ бит инде - улар һөйөнөп яталарҙыр. Үткәндәрҙе өйрәнергә ата-бабалар тауышы саҡыра. Ерҙә ныҡлы баҫып торор өсөн тамырҙарыңды белеү мотлаҡ...

"Киске Өфө" гәзите, №44, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.10.21 | Ҡаралған: 305

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru