«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДОН ДАЛАҺЫНДА
+  - 


VII. БАШҠОРТ ЕГЕТЕ АТ ЭСЕРӘ

Ҡояш Хопер йылғаһының һул яҡ ярындағы оҙон тирәктәргә ышыҡланды. Уның япраҡтары ҡойолған ағастар араһынан төшкән нурҙары тыныс һәм ғорурланып аҡҡан йылғаның өҫтөнә тере көмөш булып йүгерә.
Хоперҙың был тәңгәлдәге күренештәре миңә беҙҙең Ҡариҙелдең Ҡыҙыл Яр ауылы янындағы күренештәрен хәтергә төшөрҙө. Уң яҡта - урыны менән текә, урыны менән һөҙәк яр. Һул яҡта - күгелйем тирәктәр. Улар, штормдан һуң ярһыуынан тыныслана алмай тулҡынланған диңгеҙ һымаҡ, көндөҙгө елдең сайҡауынан айный алмай, аҫтыртын ғына геүләп ултыра.
Бер боец ат эсерергә төштө. Уның аты сирҡанып торманы, хужаһы мөмкинлек биреү менән шамбырҙап һыуға инеп тә китте. Егеттең һыҙғырғанын да көтмәй, ябай һәм үҙләшкән ҡунаҡ кеүек, ҡыҫтатмайынса уҡ эсергә тотондо. Ә егет тыныс тормош төҫлө һалмаҡ һәм тымыҙыҡ аҡҡан һыуға ҡарап уйға сумды.
Белмәйем, ул ошо минутта әллә Урал йылғаларының береһе буйында үткән матур бала сағын уйлағандыр. Әллә таштан ташҡа бәрелеп, ярһып аҡҡан шарлауыҡлы тау йылғаһындай йәшлеген хәтерләгәндер, йәки ошолай ат эсергән саҡта, үҙенең һөйгән ҡыҙы менән осрашып шаярыуын һағынғандыр? Уның аты һыу эсеп ҡанды ла, ярға сығып һелкенде һәм бышҡырып ҡуйҙы. Ә егет үҙен биләгән уйҙарынан һаман айырылманы. Ат, хужаһының хәлен һәм кисерештәрен аңлаған кеүек, уның эргәһендә туҡталып ҡалды. Егет тәмәке яһап тоҡандырҙы. Янып торған шырпыны һыуға ташланы. Ул, үҙендәге бөтә йәшлек дәрте бөткәнсе яна алмайынса тынып, һыуынып ҡалған йөрәк һымаҡ, һүнде лә, ағып китте. Егет һаман һыу ситендә баҫып тора. Бер күрергә зар булып, һағынған кешеһен көткәндәй булып тора ул.
Ихтимал, ул әле күптән түгел генә шундай бер йылға буйында булған һуғыш эпизодын күҙ алдына килтереп, үҙенең аты өҫтөндә йылға аша йөҙөп сыҡҡанын уйлағандыр. Ихтимал, быларҙың береһе лә түгелдер. Бәлки, башҡорт аты һыу эскән һәм киләсәктә эсәсәк йылғаларҙы һанағандыр ул. Ә бит әле алда уның аты һыу эсергә тейеш булған йылғалар бик күп. Уның аты тиҙ көндә Дон йылғаһының, унан Днепрҙың һыуын эсәсәк. Ә унан һуң бер ваҡыт бабалары Сена йылғаһынан һыу эскән башҡорт аты алда тағы ла бик күп йылғанан барып һыу эсер. Егеттең башындағы уйҙар тәүҙә уны һыҙғырырға, унан һуң йырларға мәжбүр итте.
- Ирәндеккәй тауҙың ай башынан
Шылтырап-шылтырап аға ҡар һыуы,
Дошмандарҙы еңеп бөтөрмәйсә
Баҫылмай ҙа йөрәк ярһыуы.
Ирәндеккәй тауҙың эй ҡылғаны
Ҡиблаларға ҡарап эйелһен.
Сап саптарым алға, ҡарап таңға,
Зарыҡҡан да ерҙәр һөйөнһөн!
Уның саф һәм моңло тауышы, йылға аръяғында ҡалын тирәктәргә бәрелеп, ҡабатлап яңғыраны. Ул, сабырһыҙлана башлаған атын етәкләп, йырлай-йырлай һыу буйлатып алға атланы.

IX. ТАНТАНАЛЫ ВӘҒӘҘӘЛӘР

Дүртенсе ноябрь. Бөгөн беҙ башлап командиры Сәйетов, политик эш буйынса урынбаҫары Ш. Закиров булған дивизияның бер часында булдыҡ. Боецтар, политработниктар һәм командирҙар менән осрашып, митинг уҙҙырҙыҡ. Был осрашыу, бер яҡтан, боецтарға тыуған ерҙең сәләмен тапшырыу, воиндарҙың Башҡортостан халҡы вәкилдәренә үҙҙәренең боевой уңыштарынан рапорт биреү осрашыуы булһа, икенсе яҡтан, фронт менән тылдың социалистик ярыш договоры төҙөү өсөн булған осрашыуына әйләнде.
Митингыла һүҙ һөйләгән делегация члены Ғәтиәт иптәш Рәхмәтуллин үҙе эшләгән заводтың уңыштары менән боецтарҙы таныштырғандан һуң:
- Мин үҙем производствола эш нормаһын 2500 процентҡа еткереп үтәп киләм, ә бынан ҡайтҡас 3000 процентҡа еткерергә вәғәҙә бирәм, - тине һәм боецтарҙы дошманды аяуһыҙ ҡырырға саҡырҙы.
Частың боецтары исеменән һүҙ һөйләгән Сәйетов, Ғилманов һәм Гәрәев иптәштәрҙән һуң ҡарт тирәк төбөнә боец Вәлиев Шакир килеп баҫты. Ул үҙенең һүҙҙәрен Рәхмәтуллин Ғәтиәттең телмәре тулҡынландырыуы аҫтында һөйләне:
- Минең бер иптәшем һуғышҡа инеү менән бер генә немецты ла үлтерә алмайынса, үлеп ҡалды. Был, әлбиттә, бик үкенесле үлем ине. Шунан һуң кемдер миңә: "Шакир, һин хәҙер дошмандан был иптәшеңдең үсен алырға һәм уның өсөн дә немецты үлтерергә тейешһең", - тине. Был минең намыҫым тауышы ине. Мин әлегә тиклем намыҫымдың шул ҡушҡанын хыянатһыҙ үтәп киләм. Үҙем өсөн дә, иптәшем өсөн дә дошманды үлтерәм. Мин үҙем артиллерист һәм, шуның менән бергә, "һунарға" ла йөрөнөм. Үткән боевой хәрәкәттәр ваҡытында биш көн "һунарға" йөрөп, мин ун бер немецты үлтерҙем. Шуның яртыһын иптәшем өсөн үлтергәнгә иҫәпләйем. Иптәш Рәхмәтуллиндың саҡырыуын ҡабул итәм. Киләсәк һуғыштарҙа немецтарҙы тағы ла күберәк ҡырырға вәғәҙә бирәм, - тине ул. Башҡа боецтар, алҡышлап, уның вәғәҙәһенә ҡушылғанлыҡтарын белдерҙе.
Митингынан һуң ҡайҙандыр ҡурай һәм гармун килеп сыҡты. Боецтар һәм күп ҡунаҡтар ергә түгелгән алтын кеүек һары япраҡ өҫтөндә хушлашыу бейеүен бейене. Беҙ ни тиклем ашыҡһаҡ та, Сәйетов һәм Закиров иптәштәр, беҙҙең ай-байға ҡарамайынса, тәмле ҡыҙыл армеец ашы менән һыйланы. Унан һуң беҙ Ғайсин иптәш командирлыҡ иткән часҡа туҡтап, осрашыу уҙғарҙыҡ та, штабҡа ҡайтып киттек. Иптәштәр, беҙҙең машина күҙҙән юғалғансы, яулыҡ болғап, оҙатып ҡалды.

Х. ҺУҢҒЫ СӘЛӘМ

Ҡайтып төшөүгә, М. М. Шайморатов иптәш беҙҙе үҙе сығып ҡаршы алды. Беҙ инде, күп булһа бер сәғәттән һуң, дивизия менән хушлашырға, илгә ҡайтыу өсөн юлға сығырға тейеш инек. Иптәштәр беҙҙе һис бер ебәрергә теләмәй. Тағы ла бер көн, тағы ла бер генә көн торорға димләйҙәр. Беҙ ҙә быға ҡаршы түгелбеҙ. Тыуған илен һағынған, тиҙ көндә дошманға ҡаршы һөжүмгә китәсәк воиндарҙың янында оҙағыраҡ булғы, рухтарын тағы ла күтәрге килә ине. Ләкин беҙ унда оҙаҡ ҡалып, алдында бик ҙур һәм яуаплы бурыстар торған дивизияның һәм уның етәкселәренең ваҡытын һәм иғтибарын үҙебеҙгә биләп, әрәм итеүгә борсола инек. Шуға күрә лә беҙ, дивизияның бай, ҡыҙыҡлы һәм, шуның менән бергә, иҫ киткес тәртипле тормошонан айырылырға теләмәһәк тә, уларҙы үҙ эштәренә төбәлдереп, ҡайтып китергә ашыҡтыҡ. Беҙ был хаҡта генерал-майор М. М. Шайморатов иптәшкә бер нисә тапҡыр әйттек. Ләкин һәр береһендә ул: - Һеҙ беҙҙең эшебеҙгә аҙ ғына ла яйһыҙламайһығыҙ. Беҙҙең эштәр үҙ тәртиптәрендә үтәлә бара. Бәлки һеҙ, үҙегеҙҙең боецтар араһында йөрөүегеҙ менән уларҙың боевой рухтарын ғына күтәрәһегеҙ, - тип тынысландырҙы беҙҙе. Беҙҙе генерал-майор М. М. Шайморатовтың квартираһына һуңғы, һаубуллашыу мәжлесенә саҡырҙылар. Мин был мәжлестә иптәш Шайморатовты тағы ла уйсан, тағы ла серьёз, шуның менән бергә, әлегә тиклем булғанға ҡарағанда ла ябайыраҡ итеп күрҙем.
Мәжлес нисек кенә күңелле һәм шатлыҡлы булмаһын, уның айырылышыу ултырышы икәнен йөрәктәр ҙә, йөҙҙәр ҙә, күҙҙәр ҙә йәшерә алмай ине. Был һуңғы осрашыуҙа мин ни өсөндөр тағы ла иптәш Шайморатовты күҙәтеү менән ҡыҙыҡһындым. Бер сирек быуат буйына Ҡыҙыл Армияла командир булған һәм күкрәге ярты тиҫтә орден менән биҙәлгән был кешенең йөҙөндә дивизияның политик йөҙөн һәм боевой рухын күрҙем мин.
Ни тиклем оҙаҡҡа һуҙырға тырышылһа ла, мәжлестең ғүмерен сәғәт минуттары хәл итте. Генерал-майор оҙатыу мәжлесен ябыу өсөн аяҡҡа ҡалҡты.
- Минең ҡәҙерле дуҫтарым, туған халҡымдың вәкилдәре, бында бик оҙон телмәр һөйләргә, бик күп вәғәҙәләр бирергә мөмкин. Ләкин ул һүҙҙәр, ни тиклем ура-тып йөрөмәһен, барыбер төп мәғәнәлә ҡыҫҡарырға мәжбүр. Иптәштәр, беҙ ҡаты һуғышырбыҙ. Кәрәк булһа, ҡаныбыҙҙы, йәнебеҙҙе биреп, халыҡтың һәм иптәш Сталиндың ышанысын намыҫ менән аҡларбыҙ. Беҙгә сәғәт һайын, минут һайын ярҙам итегеҙ. Беҙ һеҙгә данлыҡлы еңеү менән ҡайтырбыҙ! - тине. Генерал-майор М. М. Шайморатов иптәш беҙҙе ҡосаҡлап үпте һәм ҡулдарыбыҙҙы ҡыҫты. Беҙ уның менән хушлашҡанда үҙебеҙҙе бөтә дивизия менән һаубуллашҡан кеүек итеп һиҙҙек. Машина беҙҙе, яҡын иптәштәрҙән айырып, саңлы юл менән станицаның ситенә алып китте. Шул ваҡыт беҙ, машина артынан йомғаҡтай тәгәрәп, сабып килгән бер һыбайлыны күрҙек һәм, берәй нәмә онотолоп ҡалған икән, шуны килтерәлер, тип уйланыҡ. Ләкин беҙ машинаны аҡрынайтырға өлгөрмәнек, ул беҙҙе ҡыуып етте лә, машинаның йәнәшәһенә үк килеп, өҙәңгеһенә баҫып, бөтә тауышы менән:
-Тыуған илгә сәләм әйтегеҙ! - тип ҡысҡырҙы. Үҙе, атының сабыуын аҙ ғына ла туҡтатмаҫтан, уң яҡ урам менән Хопер буйына төшөп китте. Был сәләм беҙгә тапшырылған меңләгән сәләмдең иң һуңғыһы ине. Беҙ, ул сәләмдең ялҡынын йөрәктәргә алып, ҡайтыр юл менән алға киттек.

(Аҙағы. Башы 19-21-се һандарҙа).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.05.21 | Ҡаралған: 310

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru