«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТОСТАН - ГӨЛБОСТАН
+  - 

Һәйбәт рубрика булды был. Һәр хәлдә, тыуа-тыуғандан ҡабатлап, ҡәлбебеҙгә һеңгән, һыу һәм һауа кеүек көн дә кәрәк ҡәҙерле һүҙҙәребеҙҙе тағы бер күҙҙән үткәреү уның бәҫен тағы ла нығыраҡ тойорға ярҙам итә, мәғәнәһенә, яңғырашына, яҙылышына һоҡланаһың: әсәй, атай, бала, ватан, ҡояш, солох, бәхет, ҡот, бәрәкәт, йөрәк, һылыу, батыр... Барыһын да һанап бөтөрөп буламы һуң - тел байлығыбыҙҙың, камиллығының сигенә сығырлыҡ түгел. Ҡәҙерен генә беләйек тә танһыҡҡа, "һыуһынға" ғына - баһаһын, урынын белеп ҡулланайыҡ.

Иң матур һүҙҙәр исемлегендә тәүге рәттәрҙә торған ҡеүәтле, яғымлы, яңғырашлы, бөтәбеҙ өсөн дә сикһеҙ ҡәҙерле тағы бер һүҙ бар: Башҡортостан. Башҡортостан! Ҡояш нурҙары балҡып, ҡурай моңо яңғырап киткәндәй был һүҙҙән. Башҡортостан - кесе ватаныбыҙ, башҡорттоң әлимсаҡтан үҙ иткән боронғо төйәгенең атамаһы.
"Маҡтап ҡурай уйнаһам,
Бөтмәй ҙә торған көй булыр.
Данлап йырым йырлаһам,
Бөтмәй ҙә торған йыр булыр", - тип данлаған бит башҡорт илен - тыуған төйәген Салауат батырыбыҙ ҙа. Ә Бабич ниндәй матур ынйы-мәрйендәй аҫыл һүҙҙәр менән яратҡан ватаныбыҙҙы: Башҡортостан - гөлбостан, сөмбөлостан, нурбостан, былбылстан, рәйхәаностан...
Үкенескә, ошо гүзәл гөлдәр баҡсаһына бәғзе бер һөмһөҙҙәр үҙ "уставы" менән "Башкирия" тип килеп инәләр, сәскәләрҙе тапайҙар, сөнки күрмәй, баһаламай улар матурлыҡты һәм һүҙ ҡәҙерен. Туң бәғер, минеңсә, ундайҙар. Әлбиттә, "Башкирия" тип әйтеү тыйылмай, ғәйеп тә түгелдер, ләкин уны күңел ҡабул итмәй. Ғәҙәттә, уны Башҡортостан тип әйтергә ҡыйынһынған кешеләрҙән ишетәһең. Ә инде урыҫса атама һөйләм һайын ҡабатлана башлаһа, ҡаным ҡайнап, радионы һүндереп үк ҡуям. Эйе, шундайҙар ҙа бар. Ҡыҙыҡ өсөн "Бизнес FM - Өфө" радиоканалы сығарылышын тыңлап ҡарағыҙ әле. Һөйләмдәре һайын "Башкирия" һүҙе ҡолаҡты ярып килә, күңел өсөн бер тапҡыр "Башҡортостан" тип әйтһәләрсе. Йылдан ашыу улар менән ҡайышып, өйрәтә алманым был канал хеҙмәткәрҙәрен. Нимәләр генә ишетмәнем, хатта махсус рәүештә студияға юрист саҡыртып, "Башкирия" тип әйтеүҙең закон боҙоу түгеллеген иҫбатларға маташтылар, "Башҡортостан" тип әйтергә телдәре әйләнмәүенә зарландылар... Тимәк, ағас тел былар, тип хәл иттем үҙемсә. Улай ғына ла түгел, сәйәси күрәғаралыҡ та был. Батша заманында әйткәндәр һәм яҙғандар ул "Башкирия" тип, тик хәҙер заман икенсе. Белмәгәндәр белеп ҡуйһын: Башҡорт Совет Социалистик Республикаһы Юғары Советының ҡарары менән 1992 йылдың 25 февралендә ул саҡ БАССР-ҙан һуң БССР тип бер-ике йыл ғына йөрөтөлгән республикабыҙҙың атамаһын Башҡортостан Республикаһы тип үҙгәртеү тураһында Законға Мортаза Рәхимов тарафынан ҡул ҡуйылды. "Бынан ары БССР-ҙы Башҡортостан Республикаһы тип атарға", тип әйтелә уның тәүге статьяһында. Әйткәндәй, унда бер ниндәй ҙә "Башкирия" варианты хаҡында һүҙ юҡ. Башҡортостан Республикаһының Төп Законы - Конституцияла ла шулай уҡ.
Ләкин әйткәндәр әйтә инде, ауыҙҙарын ябып булмай. Бәлки, был әллә ни ҙур мәсьәлә лә түгелдер, ләкин улар шуны белһен: юғары мәҙәниле, республикабыҙ менән ғорурланған, уны яратҡан һәм ихтирам иткән грамоталы кеше (һынағаным бар) теле әйләнмәгәндә лә барыбер Башҡортостан тип әйтә. Бер ҙә телдәре лә, тештәре лә һынмай, шөкөр. Башҡортостан - иң матур һүҙҙәребеҙҙең береһе ул. Был атаманың асылын, ҡеүәтен, аһәңен, ҡәҙерен белгән кешеләр өсөн ул фәҡәт Башҡортостан булып ҡаласаҡ!

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.04.21 | Ҡаралған: 331

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru