«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕР ҺАПҠА ҺАПЛАНЫП...
+  - 


Бер танышымдың әйткәне гел иҫемә төшә: "Әсәйем мине шулай өйрәтте, - тине ул, - шундай кеше булып үҫ, кешеләр һинең менән бер табында булырға ашҡынып торһон, һинең менән табындаш булыуын бер дан тип һөйләһен".

Күптән түгел Стәрлетамаҡ ҡалаһында йыраусы Мәрйәм апай Солтанова, уҡытыусы Вәсилә Халиҡова һәм ҡурайсы Фуат Юнысбаев менән табындаш булдым. Ошо өс исемде генә әйткәндә лә бик күп нәмә аңлашыла торғандыр аңларға теләгәндәргә. Аллаһыға шөкөр, дан итеп һөйләрлек ҡыуаныс кисерҙем. Стәрлетамаҡ ҡалаһы ағинәйҙәре йыл һайын үткәрә торған Балан байрамында булдым мин. Улар өсөнсө мәртәбә генә йыйылһалар ҙа, үҙҙәрен тулыһынса "балан батшалары" кеүек тоя: балан ашайҙар, балан эсәләр, баланды ҡушып йырлайҙар һәм шиғыр һөйләйҙәр, хатта балан ҡалпағы кейеп бейеп күрһәттеләр...
Байрам уртаһында йөрөгән өс хөрмәт эйәһенең иң олоһо Мәрйәм апай Солтанованың илһамлы сығышын тамам күккә сөйөп, уның бик популяр "Бәхет бит ул" тигән йыры яңғыраны. "Бәхет бит ул" нимә бөгөн? Әлбиттә, тыныслыҡ. Әлбиттә, иман байлығы. Әлбиттә, һаулыҡ. Йәғни йәнә бер донъя һабағы иҫкә төшә: "Яғымлы булһаң - тыныслыҡ, тыныс булһаң - һаулыҡ, һау булһаң - бәхет табырһың". Балан байрамына йыйылған мөләйем ҡатындарҙан ҙа шундай яғымлылыҡ, бер-береһенә ихтирам һәм ышаныс бөркөлә.
Ҡайһы бер йортто ҡотло тиҙәр, ҡайһыһын һис улай тип әйтеп булмай. Стәрлетамаҡ ҡалаһы уртаһындағы "Аҡ ҡайын" кафеһына бик күп ҡунаҡтар йыйған "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Вәсилә Мөхәррәм ҡыҙы Халиҡова үҙ тирәһенә әхирәттәрен шундай татыулыҡ һәм йылылыҡ менән туплай, күрәһең. Ҡотло уның тирә-яғы. Ана бит! Байрамда күбәләктәй осоп-ҡунып йөрөгән Гөлшат Кәлимуллина әле бейей, әле көлә, әле шиғыр уҡый. Ыңғайында үҙ хәлен һөйләп үтә: "Ошо Стәрлелә Ленин исемендәге мәктәптә ҡырҡ бер йыл уҡыттым, үҙем Ғафури районы Имәндәш ауылында тыуғанмын, ана ултыра минең ауылдаштарым! - тип гөр килеп өҫтәл уратып ултырған төркөмгә күрһәтә. - Ҡайҙан ҡайҙа Стәрлегә килгәндәр бит әле! Ҡырҡ саҡрымдан килгән яҡташтарым!" Боронғо сама менән самалап әйткәндә, "ҡырҡ саҡрымдан"- ул "бик алыҫтан", тигәнде аңлата шикелле. Шаяртыуы, яратыуы бергәлер инде. Ысынлап та, Ғафури районы Имәндәш ауылынан китапханасы Айгөл Түҙбәкова етәкселегендә Рәмилә Мәхмүтова, Резеда Ишемйәрова, Гүзәл Хисаметдинова, Миләүшә Мостафиналар күңелле ҡор булып сәхнә майҙансығына сығыр әле. Бар халыҡтың күҙ майын иретеп ҡыуандырып, Миләүшә Мостафина бейеп китер. Мин дә, уның бейеүен тағы бер күрер өсөн әллә ҡайҙа барыр инем, тигән булайым әле. Шулай хупларлыҡ, шулай һоҡланырлыҡ итеп бейей ҙә ул! Әллә тымыҡ күлдә аҡҡош булып йөҙә, әллә гөлдәр араһынан болон гиҙә... Ҡыҫҡаһы, йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер күрергә кәрәк. Әллә ҡурайсыһы ла килешә микән: Фуат Юнысбаев һәр бер сығышты зыңғыр көйҙәре менән биҙәп тора. Шуғалыр ҙа, бөтә Балан байрамы туған моңдарға күмелә.
Вәсилә Мөхәррәм ҡыҙы Стәрлетамаҡта халыҡ һәүәҫкәрҙәрен "Ҡомартҡы" ансамбленә туплап, заманында "Ашҡаҙар таңдары" төбәк-ара оло башҡорт фестивалдәрен гөрләткәйне, бер нисә мәртәбә еңеүсе дипломын алдылар. Бигерәк тәрән йөкмәткеле темалар күтәргәйне стәрлеләр ("Француз яуы", "Ҡоҙа ҡаршылау", "Батырҙарҙы данлау"). "Ҡомартҡы" республикабыҙҙың тәүге баш ҡалаһында, ағыулы газ таратыусы завод-фабрикалар ҡамауындағы боронғо ҡалала йәшәгән милләттәштәрҙең һәләтле йәшен-ҡартын, бала-сағаһын бергә дәртле сәхнә ҡошона әйләндереп, бик матур тамашалар күрһәтте. Уларҙың махсус музыкаль белемле өйрәтеүселәргә эйәргәне күренеп тора. Фәнүзә Юнысова, Рәмилә Заһиҙуллина, Гөлсөм Иралина, Роза Ҡобағошова, Гөлсирә Әбдрәхимова, Жәүфирә Нәжметдинова, Миңнифа Сәйфуллина, Нажиә Харисова, Юнира Исхаҡова, Гөлүзә Әхмәҙиева (думбырасы), Фуат Юнысбаев (йыраусы һәм ҡурайсы), Әлиә Нурмөхәмәтова (бейеүсе), "Ағинәйҙәр" гимны авторы, шағир Хәниф Нәжметдинов.
Стәрлеләр өҫтәлдәргә баландан бешерелгән һый-хөрмәт теҙгән. Мин үҙемдең алдымда торған бер телем балан бәлешен ашап, телемде йоттом. Нишләп был хәтле тәмле икән, тип, янында ятҡан рецебын уҡырға тотондом. Уны һеҙгә лә еткерәйем: "Балан бәлеше өсөн баланды әҙерләгәндә эслегенә арыш оно ҡушаһың. Арышты тәүҙә бүрттерәһең, шунан киптерәһең, онтайһың, сей баланды шул онға ҡуша бутап, суйын көршәккә һалаһың. Әҙ генә һыу, шәкәр өҫтәп, өҫтөн ҡалын таба менән ҡаплап, икмәк бешерлек ҡыҙыу мейескә ҡуяһың. Ул унда төнө буйы тора. Хуш еҫле, телеңде йоторлоҡ тәмле балан ҡатығы бешеп сыға. Ошо ҡатыҡты эслек итеп һалып бешергәс, бәлеш тә тәмле була. Арыш онон ҡыҙҙырып йә кеүәҫ онон да ҡушырға мөмкин". Бына бит ниҙә эш! Йүкәлә икән сәтләүек, тигәндәй, арыш оно ҡушылғанға балан тәмләнгән, имеш! Бына шундай "серен белгәс", тынысландым. Шунан бер стакан әскелтем генә балан һыуы эсеп алғас, тағы телем асылды. Кисәне алып барыусы һөйкөмлө һөйәк - Гөлсөм Иралина юрматы ырыуының йәшел күҙле һылыуы, Айыусы ауылыныҡы икән. "Баланбикә" булып ҡалпаҡ кейеп, йомаҡ та ҡойҙо, әллә нисә мәртәбә төшөп тә бейене - нишләһә лә уға килешеп тора. Етмәһә, тоғро йәмәғәте - иптәше лә видеоға-фотоға төшөрөп кенә йөрөй. Нисек кенә булмаһын, стәрлетамаҡтарҙа үҙҙәрен "провинция" тип түгел, "почти баш ҡала" тип тойоу бик ныҡ һиҙелә. Күрәһең, был тойғо әлеге лә баяғы ҡотто тотоусы шәхестәргә - ҡалалағы етәкселәргә, өйрәтеүселәргә, ойоштороусыларға бәйле. Вәсилә Мөхәррәм ҡыҙы Халиҡова, гүйә, һәммә кешегә ҡот тәңкәһе тарата - ул тынысланыу, донъянан риза булыу, башҡаларға киң күңел менән ҡарау. Ҡырмыҫҡалы районы Олокүл ауылынан Флүрә Самиҡова менән Фәймә Сөләймәнова байрамға етәкләшеп килгән, етәкләшеп уртаға сыҡтылар. Уларға Әлфиә Ирмәкова ла эйәргән. Береһенән-береһе ихлас ҡатындар үҙҙәренең яғында ла балан менән бик дуҫ булыуҙарын һөйләне. Ағиҙел туғайҙары йәйелеп ятҡан яҡтарҙа ниндәй генә ниғмәттәр үҫмәй: иң тәмле һәм шифалы гөлйемеш тә йыйып килтергән улар. Балан һуты менән ҡушып бик тәмле эсемлек яһап була икән. Мин дә өйҙә эшләп ҡараным аҙаҡ...
Стәрленең Балан байрамына мәләүездәр ҙә килгәйне: Смаҡ ауылынан Гөлмиҙан Таштимерова, Таңһылыу Мәжитова Юлдаш ауылынан һәм Асия Латипова Первомайск ҡасабаһынан икән. Улар ҙа ғәм алдына сығып, үҙ Нөгөш буйы емешен - үҙ баланын маҡтаны. Шунда әбйәлилдәрҙең лаҡапҡа әйләнгән бер һүҙе иҫкә төштө: "Беҙ баланды боронғоса быҡтырыуҙы тергеҙҙек!" Был хәбәр тәүҙә көлкө булып тойолһа ла, мәләүездәр бәйән иткән быҡтырыу ысулын тыңлағас, әллә Әбйәлилгә барып етергә лә, "боронғоса балан быҡтырырға" өйрәнеп ҡайтырға микән, тип ҡуйҙым. Сөнки мәләүездәр нимә ти: "Ҡамыр баҫып, йәймә йәйәһең, йәймәне суйын төбөнә үк төшөрөп һалып, эсенә балан тултыраһың, төйөнсөк бәйләгәндәй йәймәне бөрөштөрөп томалайһың да, суйынды эҫе мейескә ҡуяһың. Икмәк бешергән ҡайнарлыҡтағы мейестә өс сәғәттәй тотаһың. Ана шул ҡамыр эсендә үҙ алдына бығып бешә балан! Бешкән баланды эҫеләй генә алып, аҡ май, яңы ҡаймаҡ ҡушып ашайһың. Ғәжәп дауа - бөтә сирҙе ҡыуа!" Һе, быны ғына эшләп ҡарарға кәрәк әле...
Федоровка районынан килгән ағинәйҙәр һынсыл ғына ҡарап ултырҙылар, был стәрлеләр Балан байрамында ни менән һыйлар икән, гел балан булыр микән, тинеләрме, әммә алға сығып үҙҙәренең яғындағы ашамлыҡ төрҙәрен һанап торманылар, бик тырышып таҡмаҡ әйттеләр. Миңлесара Иҫәнғолова, Гөлкәй Исмәғилева, Зилиә Ташбулатова, Рузиҙә Исмәғилева, Гөлимә Кинйәбулатова, Әлфиә Юлғотлиналар Федоровкаларҙың таҡмаҡтары менән үҙҙәренең "Бауырһаҡ" байрамын данланы. Улар менән бергә Стәрлебаш районы "Ағинәй" ойошмаһы етәксеһе Миңнехәнә Баһаутдинова ла сығыш яһаны. Миңнехәнә ханым, билдәле ғалимә булараҡ, бик фәһемле итеп халыҡ медицинаһы буйынса белгәндәре менән уртаҡлашты. Артабан Стәрлетамаҡ районы Күсәрбай ауылынан килгән Аҡсулпан тархан килендәре һүҙ алды. Флүрә Зәйнулла ҡыҙы менән Фәүзиә Дауыт ҡыҙы Аҡсулпановалар ауылдарында ағинәйҙәр башҡарған эштәрҙе барлап китте, иң яҡшыһы - ҡаты ауырыуҙан кешене иҫкәртеү, һаулығын һаҡлау, тинеләр. "Был яҡтан беҙгә тәбиғәт биргән ризыҡтар - илаһи таяныстыр, тик ҡәҙерен белеп бөтмәйбеҙ..."
Стәрлетамаҡ бик ҙур ҡала, боронғо һәм яңы биҫтәләре бар, бер осонан икенсеһенә еткәнсе кәм тигәндә ярты сәғәт елдерәһең. Шуға ла "Хазина" тип аталған тағы ла бер Ағинәйҙәр ҡоро ла эшләй, етәксеһе Ибраҡова Земфира Раил ҡыҙы, яҡын арала беҙ ҙә йыйын йыябыҙ, тип иғлан итте. Балан байрамының дауамы түгелме, тигән һорауға "Сер!" тип яуапланы. Хәҙер ул "сер"ҙе ҡасан беләбеҙ, тип төн йоҡламай ятылыр микән, тиеште йәмәғәт. Юҡтыр, йоҡларбыҙ, сөнки уларҙың төркөмөндә бик дәртле бейеүселәр бөтә халыҡты аяҡтан ҡалғансы әйләндереп бейетте. Әсмә Яхина, Миңзәлә Шаһиморатова, Лира Яппарова, Гәүһәр Мирхәйҙәрова, Хәлиҙә Ҡотлошина, Фәриҙә Мортазина, Фәниә Фәйзуллина, Тәнзилә Арыҫланова һәм Илсөйәр Йосоповалар - "беренсе баш ҡалаға" бөтә йәшлектәрен биргән эшсе һәм зыялылар быуыны. Улар төрлө райондарҙан сығышлы.
Беҙ йыйындарҙа ла кемдең ҡайһы тарафтан килгәнен белешеп, ниндәй һыуҙы һыулағанын һорашып алғас, уның кейеменә иғтибар итәбеҙ, был ғәҙәт - ул элекке замандан килгән халыҡсан ҡыҙыҡһыныу, тием. Был турала байрамдың ҡунағы, "Ашҡаҙар" гәзите вәкиле Роза Сафина ла уйлап ултырғандыр. Ни өсөн тигәндә, борон булһа, ағинәйҙәрҙең өҫ кейемендә беҙ йомран-табын, кесе-табын, юрматы, меңле, бөрйән, тамъян ырыуҙарының үҙенсәлектәрен күрер инек. Һунарсылыҡ менән йәшәгәне бүре теше, айыу тырнағы ла тағып алған, тегеп ҡуйған, төлкө яғаһы, бүре туны булыр ине. Ҡунаҡҡа килгәндә сана шалы - һуҡҡан шәл дә бөркәнгән, суҡлы-сәсәкле шәлен дә ябынған улар. Еләндәре тәңкәһе нисек баҫылғаны, мөһөрө нисек сигелгәне менән айырылып, мин шул яҡтыҡы, тип ҡысҡырып торған. Камзулдары менән баш кейеме, һарауыстар, таҫтарҙары, бүрек һәм ҡалпаҡтары - һәр ҡайһыһы эйәһенән алда "хәбәр биреп", тарих һөйләп торған. Бөгөн беҙ бөтә донъяла кейелгән әйберҙәрҙе кейәбеҙ, был үҙгәреш ("бөйөк, мәшһүр, дәһшәтле, түңкәрешле", кеүек ҙур эпитеттар менән һанлап тормайым, улар береһе лә тура килмәй) беҙгә уңайлы. Ләкин беҙ үҙ милли кейемебеҙгә сат йәбешеп, тергеҙергә ынтылабыҙ. Ни өсөн? Батып барғанда һаламға йәбешкән һымаҡмы? Түгел. Беҙ Аллаһы Тәғәлә ҡушыуы менән йәмғиәт эсендә, дәүләт аҫтында йәшәйбеҙ. Унда ниндәй закон-ҡанун сыға, шуға буйһонабыҙ һәм шуны үтәйбеҙ. Шулай тейеш, шулай уңайлы. Йәғни барыбыҙ ҙа бер һапҡа һапланабыҙ. Башҡортостанда ағинәйҙәр төптән ҡуҙғалып башлаған ошо "тергеҙеү" эшмәкәрлеге лә баяғы йәмәғәтселек теләге, быныһы ла заман һәм күңел талабы менән "бер һапҡа һапланыу". Дәррәү ҡуҙғалып, үҙ кейемдәребеҙҙе онотолоу-юғалыу һаҙлығынан йолоп алырға һәм кейенеп йөрөргә теләйбеҙ. Был - күңел ҡушыуы. Милли кейем кейгән ҡатын-ҡыҙ үҙен бер башҡа үҫеп киткәндәй тоя - инсафлы, аҡыллы, уңған һәм бәхетле булыу яғына күтәрелә ул. Беҙ бына ошо "һапҡа һапланабыҙ".
Өфөгә ҡайтҡас та интернет биттәрендә яңылыҡ балҡып китте: "Бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһында шаулап-гөрләп, уйын-көлкө менән йырлы-моңло Балан байрамы уҙҙы. Уны өсөнсө йыл рәттән Вәсилә Мөхәррәм ҡыҙы Халиҡова етәкселегендәге Стәрлетамаҡ ҡалаһы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы үткәрә. Стәрлетамаҡ ҡоролтайы ағзалары киләсәктә был сараға ярҙам ҡулын һуҙып, уны тағы ла көсәйтеп ебәреүгә ышаныс белдерҙе. Йолалар тергеҙеү сараһы - "Балан байрамы" - Башҡорт тарихы йылына арналды..." Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Ләйсән Йәркәй ҡыҙы Йосопованың ошо ҡыҫҡаса ғына яҙмаһында минең дә "дан итеп һөйләрлек табындаштарым янында үткән бер мәлем" сағыла.

Сәрүәр СУРИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.03.21 | Ҡаралған: 431

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru