«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЫЛ БЕРЛӘШЕҮ ҠАТЫН-ҠЫҘҘЫ ҮҘ АСЫЛЫНА ӘЙҘӘНЕ
+  - 


Республикабыҙҙа иң йәш, шул уҡ ваҡытта иң әүҙем ағзалар тупланған йәмәғәт ойошмаһы бар. "Ағинәй" тип ҙурлап исем ҡушылған уға. Ағинәй вазифалылар күп булмай, әммә һәр башҡорт ҡатын-ҡыҙы шул Ағинәй дәрәжәһендәге инәйҙәре, өләсәй-әсәйҙәре тирәләй тупланып, уларға арҡа терәп, уларҙа күргән сифаттарҙы аңына, буйына һеңдерә ала. Шундай юҫыҡта, шундай маҡсатта ойошҡан булған борон халҡыбыҙҙағы аҡһаҡалдар мәктәбе лә, ағинәйҙәр ҡорҙары ла. Шул традиция-йолаларҙы тергеҙеү, дауам итеү бурысын бөгөн үҙ иңенә йөкмәгән республика райондарында, ҡалаларында ҡорға тупланған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ. Һүҙ - Учалы районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Мәрзиә Сәғит ҡыҙы СОЛТАНБАЕВАға.

Һеҙ Учалы районында "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһын тәүге көндәрҙән етәкләйһегеҙ. Ошо йылдар эсендә эшләнгән эшегеҙҙең һөҙөмтәһен нисегерәк баһалар инегеҙ?

- Йорт ҡапҡалары ғына түгел, кешеләрҙең күңел ҡапҡалары ла бикләнеп, тормош ниндәйҙер һоро төҫкә ингән саҡ ине. "Ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы булдырайыҡ, бергә ойошайыҡ, милләт киләсәген ҡайғыртыу менән булышайыҡ. Ойошмабыҙҙың исеме "Ағинәй" булыр", - тигән саҡырыу менән Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева шәхсән һәр районға барып етеп, ойошмаға етәкселәр һайлатып, эште ойоштороп ебәреүенә күп тә түгел, аҙ ҙа түгел, 10 йыл да булып китте. Бөгөн беҙ республикабыҙҙа яҡшы танылған йәмәғәт ойошмаһы. Эшебеҙҙе халыҡ та, етәкселәр ҙә баһалай. Тимәк, ошо йылдар эсендә башҡарған эштәребеҙгә "яҡшы" билдәһен тартынмай ҡуйырға була.
Тормошобоҙға бермә-бер йәм өҫтәне, күңелдәргә дәрт һәм ғәм һалды был берләшеү. Беренсенән, йорттарына бикләнеп, сараһыҙлыҡтан ни эшләргә белмәй баҙап ҡалғандарҙы бергә тупланы. Уртаҡ фекерҙәр, матур уй-маҡсаттар барлыҡҡа килде. Икенсенән, ҡыҫҡартыу салғыһы аҫтында китапханаһыҙ, мәктәпһеҙ ҡалған ауылдарҙа ла тормош йәнләнеп китте. Ҡул эштәренә лә тотондоҡ, тарихыбыҙҙы өйрәнәбеҙ. Йола тотҡан яҙлыҡмаҫ, тигәндән, аңыбыҙ төбөндә бикләнеп ҡалған күпме матур йола тергеҙелде ошо осор эсендә. Уны беҙ сәхнә өсөн, йә берәй конкурста ҡатнашыу өсөн түгел, ауыл халҡы менән бергә йолалау өсөн файҙаланабыҙ. Күренекле шәхестәребеҙҙе, батырҙарыбыҙҙы тел осонан да төшөрмәй балаларыбыҙға һөйләп торайыҡ, башҡорт тамырын ҡоротмайыҡ, тип тә көс һалабыҙ. Ошо йылдар эсендә ауылды, ауылдаштарҙы күҙ менән ҡаш араһында тоторға, ҡайһы тәңгәлдә ярҙамыбыҙ кәрәк, шунда йүгереп барырға, үҙебеҙҙе бер нәмәгә лә битараф булмаған, милләттең рух сығанағын һаҡлаусылар итеп тойорға, эшләргә өйрәндек. Ҡайҙалыр махсус теркәлмәһәк тә, баштан уҡ волонтер ролен дә үҙебеҙгә алғанбыҙ икән. Һәр ауылда тиерлек ҡараусыһыҙ ҡалған ҡарт-ҡоро бар. Уларҙы тәрбиә ҡылыу ҙа беҙҙең иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Өсөнсөнән, район эсендә лә, райондар араһында ла аралашыу беҙҙе берләштерә, үҫтерә, яңы матур эштәргә ылыҡтыра. "Ағинәй" ойошмаһындағы ҡатын-ҡыҙҙарға "мүкләнеп" ятырға һис тә форсат юҡ.

Бер район хакимиәте башлығының ағинәйҙәр эшен күҙәтеүҙән һуң ошондай һығымта яһауы тураһында әйткәйнеләр: "Һеҙ ағинәйҙәр башҡаларҙы тәрбиәләй-тәрбиәләй үҙегеҙҙе лә тәрбиәләйһегеҙ, шулаймы?" - тигән ул. Ойошма ағзаларының хәҡиҡәте ошомо? Үҙегеҙҙә, башҡаларҙа ниндәй үҙгәрештәр тояһығыҙ?

- "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы халҡыбыҙ яңы заманға яраҡлаша алмай ҡаңғырған, күңелде туҡландырыусы рухи аҙыҡ тураһында ҡайғыртыу артҡы планға күскән бер мәлдә бик ваҡытлы барлыҡҡа килде. Әммә йәмғиәттә ошо атама төрлө ҡараштар ҙа тыуҙырҙы: 30 ғына йәште ашатлаған ҡатын-ҡыҙ ағинәй була аламы, йә булмаһа, оло йәштәге әбейҙәр генә был исемгә лайыҡмы. Хатта бер саҡ юлдаш радиоһынан танылған ғына журналисыбыҙ ауыҙынан да ошо ойошмаға ҡарата ризаһыҙлыҡ билдәләре сығып ысҡынды. Йәнәһе лә, боронғоға ҡайтыу бөгөнгө көн талабы түгел, артҡа ҡарау үҫеште туҡтата. Бөгөн килеп мин шуға инандым: ағинәйлек, аҡһаҡал аҡылы ул беҙҙең ҡаныбыҙға һалынған. Ул - беҙҙең асылыбыҙ икән. Тик тормош мәшәҡәттәре күмеп киткән бер мәлдә ошо холоҡ-фиғелебеҙгә хас матур һыҙат та аңыбыҙ төпкөлөнә күскән. Бөгөнгө бай рухи хазинабыҙ, тәрбиә мәктәбе, тулыһынса булмаһа ла, ағинәй, аҡһаҡалдар һүҙе менән быуындан-быуынға мотлаҡ тапшырылып килеп еткән бит. Уларҙың оло бурысы булған ул. Был матур сифат та барыһында ла бер тигеҙ кимәлдә лә булмайҙыр ул. Яуаплылыҡ тойғоһо юғары булғандары ил инәһе, ағинәй, аҡһаҡал дәрәжәһенә еткән дә инде.
Эйе, ошо ойошмаға ағза булып ингән һәр кем үҙен лайыҡлы тоторға тырыша. Бер ауылда матур ғына сара ҡарап ҡайтып киләбеҙ. Беҙҙең менән бер машинала барған баянсы юл ыңғайында: "Район ауылдарындағы ағинәйҙәр үҙ-ара аралашҡанда нисектер үҙгәреп киттеләр, үтә сәсрәп торғандары баҫалҡыланыбыраҡ ҡалды. Магазинда булһынмы, почтала булһынмы, һүҙҙәрен үлсәп кенә һөйләйҙәр. Тәрбиәле генә апайҙарға ҡарап тороуы күңелле", - тип баһа бирҙе.
Икенсе бер ауылда төп ағинәй: "Йәй кис булһа, эш-көш бөткәс, рейдҡа сыға башланыҡ. Урамға сығарып түгелгән сүп-сарға ла, артыҡ ныҡ шау-шыуға ла иғтибар итәбеҙ. Ҡыйыш ятҡан бер нәмә лә күҙ уңынан ысҡынмай. Ауыл халҡы тиҙ иғтибар итте быға. Ағинәйҙәр күреп ҡалмаһын, тип, берен-бере үҙе үк тыя башланы. Абруйыбыҙ бар икән дәһә", - тип һөйләне. Бындай миҫалдарҙы бик күп килтерергә була. Эйе, ҡаныбыҙҙа булып та, инде ойоп ятҡан ағинәйлек сифаттары, уңайлы мәле еткәс, аңыбыҙ төпкөлөнән шифалы бер шишмә булып килеп сыҡты. Уны бер нисек тә кире ҡағып булмай. Бына шуға күрә бөтә республикаға таралды ошо шауҡым, һәр районда гөрләтеп эшләй бит ағинәйҙәр.
Ҡайһы бер ауылдарҙа йәшен дә, олоһон да үҙ янына туплаған урта йәштәрҙәге ҡатын-ҡыҙ етәкләй ағинәй ойошмаһын. Инде 10 йыллап эш алып барған бындай ойошма етәксеһе, һис һүҙһеҙ, тәрбиәле, тотанаҡлы, сабыр, эскерһеҙ булыуы менән үҙенә ылыҡтырып, тартып тора бит башҡаларҙы. Уға ылыҡҡандар ҙа унан өлгө ала, үҙен тәрбиәләй. Беҙҙең Ҡунаҡбай, Юлдаш, Көсөк-Маяҡ, Килмәк, Мәҫкәү, Мансур, Бөйҙө, Иҫке Байрамғол, Илсе, Зәйнәкәй, Сораман ауылдарындағы ойошмалар ағзалары һәр кемде һоҡландырырлыҡ. Тимәк, кешене йәше түгел, ә йәмғиәттә үҙен тотоуы, аҡылы, аң кимәле ағинәй дәрәжәһенә күтәрә.
Үткәргән сараларыбыҙ ҙа тәрбиәләй беҙҙе. "Өләсәйҙең күңел һандығы", "Әсәйем нәсихәттәре", "Атай абруйы - алдан", "Яулыҡ - ҡатын-ҡыҙ биҙәге", "Һаулығың үҙ ҡулыңда", "Хәмер эскән - хур булған", "Эсһәң шарап - булырһың харап" кеүек саралар үҙе тәрбиәүи маҡсатты күҙ уңында тота. Был саралар барыһы ла балалар менән берлектә үткәрелә. Ошондайыраҡ сараларҙа мин уҡыусыларҙы, уларҙың ҡарашын күҙәтергә яратам. Өләсәйҙәр, олатайҙарын тыңлағанда күрһәгеҙ ине уларҙың осҡонланып янған күҙҙәрен. Бына шулай әкренләп асылыбыҙға ҡайтабыҙ, Аллаға шөкөр.

Заман халҡыбыҙҙың бик күп йолаларын, йәшәйеш ҡағиҙәләрен, хатта үҙ асылын оноттора яҙғайны. Ошо ҡиммәттәрҙең күпмеһендер ҡайтарыуға ағинәйҙәр үҙ өлөшөн индереүен күреп, белеп торабыҙ. Хатта һеҙ барлыҡ ошо бурыстарҙы үтәргә тейешле ойошмаларға, мәҫәлән, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә өлгө күрһәттегеҙ...

- Беҙ, Учалы районы ағинәйҙәре, мәшһүр эпосыбыҙҙың алтын юлдарын үҙебеҙгә девиз итеп алғанбыҙ: "Донъяла мәңге ҡалыр эш - ул да булһа яҡшылыҡ". Бөгөн башҡорт халҡына ҡағылған һәр нәмәне һаҡлап, яҡлап ҡалыу өсөн тырышлыҡ һалабыҙ. Юғиһә, Ғайса Хөсәйенов әйтмешләй, был китабыбыҙ ҙа, йылдар дауамында биттәре төшөп, тәләфләнеп йоҡарып бара ине.
Иң тәүҙә милли кейемгә иғтибар йүнәлде. Сәхнә кейеменән айырылып торған, һәр элементына башҡорттоң аҡылы, фәлсәфәһе, зауҡы һалынған бай, затлы кейемде тергеҙәбеҙ. Яғабыҙ үҙе генә ни тора! Республикала "селтәр" һүҙе менән генә таралып китә яҙған был биҙәүесебеҙ әкренләп һәр төбәктә үҙ атамаһы менән атала башланы. Тел байлығын да һаҡлап ҡалдыҡ. Сигеүле алъяпҡыс, күлдәктәр аңыбыҙҙа татар халҡыныҡы ғына булып ҡалып килә ине. Баҡтиһәң, башҡорт ҡатын-ҡыҙы ла матур итеп сигеп, ҡайып кейгән кейемде. Учалы яғы күлдәктәре бер нисә итәкле булып, элмәле сигеү һалғанда, биҙәк эсе тултырып сигелмәй икәнен белдек. Тәбиғи туҡымаға ошондай сигеү һалып тегелгән күлдәкле ағинәйҙәр үҙе бер йәм. Флүр яулыҡ, ҡушъяулыҡ ябынабыҙ хәҙер. Яулыҡ флүр йә ҡуш булһын өсөн дә үҙ сере бар уның: таҫмаһын дөрөҫ баҫырға, инесен һалырға, эйәк бауын да шартына килтереп бәйләргә кәрәк. Кейемгә, уның эшләнеү алымдарын өйрәнеүгә баш көллө сумдыҡ тип әйтә алабыҙ. Аяҡ кейемебеҙ - сарыҡ, ҡатаны эшләргә лә йәһәт кенә өйрәнә һалдыҡ. Шартына килтереп, тулаһын һуғып, уны баҫып алғас, үксә бороу эшенә тотонаһың. Ҡысмауын ишеп, бер нисә төҫтән суғын ҡуйып ебәрһәң, күнгә ултыртылған был аяҡ кейеме ифрат шәп килеп сыға. Ваҡытыңды йәлләмәй, күҙ нуры түгелгән, байтаҡ ҡына сығым талап иткән бындай кейем балаларыбыҙға иҫ киткес бай ҡомартҡы. Эш барышында халҡыбыҙҙың шул тиклем матурлыҡты, нәфислекте яратыуын, һәр нәмәне күңел һалып башҡарыуын төшөнөү ҙә ҙур кинәнес. Ә күпме тел байлығы ҡайтанан телмәргә күсте! Был өлкәлә беҙ мәҙәниәт ойошмалары менән бергә эшләйбеҙ. Улар иғлан иткән сараларҙа һуңғы йылдарҙа төбәккә ярашлы кейем әҙерләп ҡатнашыу ҙа эште йәнләндерҙе. Үкенес, тажлы вирус бер ни тиклем эште туҡтатты.
Үрҙә әйтеп киткәнсә, йолаларҙы беҙ ауыл халҡы тормошонда ҡулланыу өсөн тергеҙәбеҙ. Районда мәсеттәрҙә никах уҡытыуҙа, балаға исем аҙанлатҡанда ағинәйҙәребеҙ ҙә ҡатнаша. Мәҫкәү ағинәйҙәре башлап ебәргән ине, башҡалар ҙа күтәрмәләп алды был йоланы. Халыҡҡа, йәштәргә бик оҡшай. Наурыз ағинәйҙәре Ризаитдин Фәхретдиндың нәсихәттәрен шиғыр юлдарына һалып алып, никахта бик оҫта файҙаланалар. Килен төшөрөү, һандыҡ асыу, һыу башлау, килен сәйе кеүектәренә лә ағинәйҙәрҙе саҡырып ҡына торалар. Үҙебеҙҙең башҡорт туйының һәр элементын тәфсирләп йыйыу өҫтөндә лә эшләйбеҙ. Бәлки, мөмкинлек тапһаҡ, йыйынтыҡ итеп баҫтырып алырға ла ниәтебеҙ бар. Халҡыбыҙ им-томға ла маһир булған бит. Беҙҙең ошо байлығыбыҙ ҙа юғалыу өҫтөндә. Был өлкәлә лә эш башланған. Мансур, Бөйҙө, Көҙөй ауылы ағинәйҙәре күпмелер белешмә йыйып, оҫталыҡ дәрестәренә лә саҡырҙы инде. Арала ҡулы им-томға килешкәндәр булһа, асылып китерҙәр, тигәндән эшләйбеҙ быны.
Артҡа әйләнеп ҡараһаң, үҙебеҙ өсөн дә, халыҡыбыҙ мәнфәғәтендә лә байтаҡ эш башҡарылған. Милли кейемебеҙ менән ҡыҙыҡһынып, оҫталар дәрәжәһенә күтәрелгәндәр ҙә бөгөн ағинәйҙәргә рәхмәт әйтерлектәре бар. Милли кейемгә ихтыяжды ағинәйҙәр тыуҙырҙы, улар башланы был эште.

Милләт бишеген тирбәтер йәш ҡыҙҙарыбыҙға ағинәйҙәр нәсихәте ниндәй булыр?

- Милләт бишеген тибрәтер ҡыҙҙарыбыҙ һәр яҡтан да үҫешкән, белемле булырға, заман менән бергә атларға тейеш тип уйлайым. Ғәмле, сәмле башҡорт ҡыҙы мотлаҡ башҡорт ғаиләһе ҡорһон, көйләп кенә торған туған телдә бишек бәүетһен, ил ҡото, милләт ҡото булырҙай балалар үҫтерһен. Илһөйәр, телһөйәр, эшһөйәр, затлы-бәҫле тоҡом әсәһе булып, ил инәһе дәрәжәһенә етергә яҙһын ҡыҙҙарыбыҙға. Форсаттан файҙаланып, "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһында торған бар ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы байрам менән ихлас ҡотлайым. Һаулыҡ-сәләмәтлектә донъя йәме, милләт ҡото булып, эшегеҙҙән кинәнес алып йәшәргә яҙһын һәр берегеҙгә.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.03.21 | Ҡаралған: 769

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru