«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХӘЙЕР ҺОРАШЫУСЫЛАР ЯРҘАМДАН БАШ ТАРТА
+  - 

Өфөлә даими рәүештә урамдарҙа хәйер һорашып ултырған йәки йөрөгән инвалидтарҙы, оло йәштәге граждандарҙы, шулай уҡ асарбаҡтарҙы йыш күрергә тура килә. Асыҡлай башлаһаң, уларҙы йә фатирҙарынан туғандары ҡыуып сығарған, йә бәғзеләрҙең мәкерле ауына эләгеп, фатирынан ҡолаҡ ҡаҡҡан була. Граждандар был әҙәмдәрҙе йәлләп, нисек тә булһа ярҙам күрһәтергә тырыша, әммә ҡайһы бер осраҡта уларҙың тарихы кешеләрҙә йәлләү тыуҙырыу өсөн уйлап сығарылған матур хикәйәләү генә булып ҡуя.

Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Социаль инфраструктураны үҫтереү һәм инвалидтарҙы интеграциялау идаралығы начальнигы Булат Дәүләтханов "Башинформ" мәғлүмәт агентлығына социаль хеҙмәттәрҙең аныҡ бәхетһеҙлеккә тарыған кешеләргә ниндәй ярҙам күрһәтә алыуҙары менән таныштыра. "Төрлө хәлдәр булыуы мөмкин. Һәр мәлде айырым ҡарарға кәрәк, әммә бында иң мөһиме - кеше үҙе уға ярҙам итеүҙәренә әҙерме? Һуңғы ваҡытта йәмғиәттә "изгелек эшләргә теләүселәр" күбәйҙе. Улар хәйер һорашыусы берәй ҡартты күрә лә, социаль селтәрҙәрҙә: "Ярҙам кәрәк! Ҡайҙа социаль хеҙмәткәрҙәр?" - тип саң ҡаға башлай. Беҙ мотлаҡ ошо урынға сығып, ошо кешене табабыҙ, ярҙам тәҡдим итәбеҙ, әммә улар йыш ҡына: "Рәхмәт, миңә һеҙҙең хеҙмәтегеҙ кәрәкмәй!" - тип баш тарта. Бик йыш бындай хәлдәр граждандарҙың ярҙамдан баш тартыуы менән тамамлана", - ти ул. Ғәмәлдә иһә, һәр сигнал буйынса эш алып барыла: мохтажлыҡты асыҡлау буйынса хеҙмәт урынға бара, кешене таба, уны ошондай хәл-торошта күрһәтелгән ярҙам ысулдары менән таныштыра. "Өфөлә Колгуевский урамында Йәшәү урыны билдәле булмағандар өсөн ярҙам үҙәге эшләй. Ул республика статусындағы учреждение, күп асарбаҡтар был урынды белә. Бында кешеләрҙе документтары, теркәлеүҙәре булмаған осраҡта ла ҡабул итәләр. Учреждениела йоҡлау урыны, ашарға ҡоро паек бирелә. Бынан тыш, үҙәк белгестәре кешенең ауыр хәлгә тарыуының сәбәптәрен асыҡлай, уларҙы хәл итергә ярҙамлаша: документтарын тергеҙергә булыша (күп осраҡта бер нисә тапҡыр - Ред.), пенсия, инвалидлыҡ юллаша, туғандарын таба йәки мөмкин булһа, туғанлыҡ ептәрен эҙләп табыуҙа ярҙам итә. Яҙмыш һынауы һөҙөмтәһендә урамда ҡалған хеҙмәткә яраҡлылыҡ ваҡытынан олораҡ йәштәгеләргә үҙәк белгестәре документтар тултырырға һәм медицина тикшереүе үтеп, артабан интернаттарға урынлашырға ярҙам итә", - ти Булат Дәүләтханов.
Социаль хеҙмәтләндереүгә мохтажлыҡты таныу мәсьәләләре менән республикала "Ғаилә" үҙәктәре, уларҙың бүлексәләре, шулай уҡ Халыҡты социаль яҡлау хеҙмәтләндереү республика үҙәге шөғөлләнә. Өйҙә, стационарҙа һәм ярымстационар формаларҙа социаль хеҙмәтләндереү тәҡдим ителә. "Бик йыш хәйер һорашыусылар ярҙамдан баш тарта һәм үҙҙәрен барыһы ла ҡәнәғәтләндереүен, шулай итеп өҫтәмә аҡса эшләүҙәрен таный. Беҙ Ленин урамында хәйер һорашыусыларға йоҡлау урыны, продукция, башҡа ярҙам тәҡдим иттек, әммә улар, "аҡса бирегеҙ, ҡалғанын мин үҙем...", тип яуаплай. Әгәр кешене кемдер хәйер һорашырға мәжбүр итһә, был инде беҙҙең яуаплылыҡ зонаһына инмәй. Сөнки ҙур ҡалаларҙа хәйер һорашыусылар кураторҙарының ҡара баҙары булыуы бер кемгә лә сер түгел. Ул Өфөлә лә бар икән, быны ведомство-ара кимәлдә хәл итергә кәрәк. Бында граждандарҙың хоҡуғы боҙола, хатта мәжбүр итеү ҙә булыуы мөмкин. Әлегә: "Миңә ярҙам итегеҙ, мине ошонан тартып сығарығыҙ!" - тигән бер генә осраҡты ла иҫләмәйем, - ти министрлыҡ вәкиле. - Баш ҡалала ярҙам алырға теләгән кешеләр өсөн проблемалар юҡ. Урындар ҙа бар, сират та юҡ. Һәр кемдең яҙмышын тамырынан үҙгәртеү өсөн мөмкинлеге бар, ә беҙ уларға ярҙам итергә әҙер".

ӘЙТКӘНДӘЙ...
Әгәр гражданин кешегә хоҡуҡ һаҡлау органдарының түгел, ысынлап та социаль хеҙмәткәрҙәрҙең ярҙамы кәрәк тип иҫәпләй икән, ул +7 (347) 286-51-06 йәки +7 (347) 286-51-05 телефондары буйынса Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү республика үҙәгенә шылтыратып хәбәр итә ала. БР Хеҙмәт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, былтыр 9 айҙа 63 йортһоҙ граждандың документтары тергеҙелгән, 34 кеше эшкә урынлаштырылған, оло йәштәге ете кеше халыҡты социаль хеҙмәтләндереү учреждениеларына урынлаштырылған, 14 кешегә пенсия тәғәйенләнгән, 21 асарбаҡҡа инвалидлыҡ юллауҙа ярҙам күрһәтелгән. Ә инде хәйер һорашыуға килгәндә, бындай "эшмәкәрлек" - "урамда йәки башҡа йәмәғәт урындарында граждандарға күрәҙәлек итеү, теләнселәү уларҙың ихтыярынан тыш (ҡулдарынан тотоу, кейеменән эләктереп алыу, шәхси әйберҙәренә ҡағылыу һ.б.) кеүек ҡылыҡтар, әгәр был Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтендә ҡаралған хоҡуҡ боҙоуҙар тыуҙырмаһа" БР административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 13.3 статьяһына ярашлы баһаланыуы мөмкин. Статья буйынса граждандарға 500-1000 һум күләмендә штраф һалыу ҡарала. Яуаплылыҡҡа тарттырыу тураһында республика ҡала һәм райондарының административ комиссиялары ҡарар сығара.

Ксения КАЛИНИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.01.21 | Ҡаралған: 675

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru