«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БӘХЕТЛЕЛӘРГӘ ЕЛ ДӘ ЫҢҒАЙ ИҪӘ
+  - 


"Татыу ғаилә - ил күрке" тигән әйтем бар халҡыбыҙҙа. Был тапҡыр һүҙҙәр Мәләүез районы Бәләкәй Шәрип ауылында йәшәгән Айгөл һәм Сәлих Байгилдиндарға ҡарап әйтелгән, тиерһең. Йәшәү рәүештәре, ғаилә традициялары менән, ысынлап та, улар тораҡ пунктҡа йәм, ҡот өҫтәй: ҡорған йылы ояларында татлы һөйөү емеше булып тыуған биш балаһы бер-береһенең үксәһенә баҫып үҫеп килә. Матур итеп яңы йорт һалып ингәндәр. Һарай тултырып мал тоталар, баҡса үҫтерәләр. Шул уҡ ваҡытта фермерлыҡ эшмәкәрлеген дә уңышлы алып баралар. Йәшлек таңында ҡабынған һөйөү хистәрен һүрелтмәй, замандаштарына матур өлгө күрһәтәләр. Бер-береһенә исем менән түгел, ә "йәнем" тип кенә өндәшеүҙәренә ауылда бер кем дә ғәжәпләнмәй. Үҙ-ара ихлас мөнәсәбәттәрен уларҙың йылы күҙ ҡарашынан да танырға, белергә мөмкин.

Уттай ҡыҙҙы уттан ҡурҡмағандар ала...

Йәшлек хистәрен һаҡлап, мөхәббәттәренең ныҡлығын һынап ғаилә ҡорған ваҡытта Айгөлгә - 21, Сәлихҡа 25 йәш тулған була. "Айгөлдөң артынан биш йыл йөрөнөм дә ҡуйҙым", - тип шаярта ғаилә башлығы. Әммә уйынлы-ысынлы әйтелгән был һүҙҙәрҙә хаҡлыҡ та бар. Бер-береһен үҫмер генә осорҙа район һабантуйында осрата улар. Көләс йөҙлө, баҫҡан ерендә бейеп торған Айгөлдө тәү күреүҙә үк оҡшата егет. "Уттай ҡыҙҙы уттан ҡурҡмағандар ғына ала" тиҙәр. Хәйер, егет тә төшөп ҡалғандарҙан түгел, дөрөҫөрәге, үҙ-үҙенә ышанған, маҡсатҡа ынтылышлы, ҡыйыу булып сыға. Тап ошо сифаттары уны ниәттәренә өлгәшергә ярҙам итә лә инде.
- Уйҙар, әйткән һүҙҙәр матдиләшә, бойомға аша, тигәндәре бик тә дөрөҫ, - тип дауам итә Сәлих. - Быны мин үҙ тормошомда бер нисә тапҡыр һынаным. Шуның береһен генә әйтеп үтәм: бала саҡта ололар шаяртып һораһа, гел "Кәләште Ҡаманан алам", тип йөрөгәнмен. Күрше Ҡотлобулат ауылын халыҡ шулай тип йөрөтә. Мин өйләнгәндә ҡала ҡыҙы иҫәпләнһә лә, Айгөл сығышы менән Ҡаманыҡы, шунда тыуған, тәпәй баҫҡан. Аҙаҡ яҙмыш елдәре уны Мәләүез ҡалаһына алып киткән булып сыҡты...
Йәмәғәте һөйләгәндә Айгөл һүҙ ҡыҫтырмай, әле бер, әле икенсе балаһының янына килеп, дәресен ҡараша, бер туҡтауһыҙ һорау биргән кинйәләре Ирхандың һорауҙарына сабыр ғына яуап бирергә лә өлгөрә. Үрҙә әйтеп китеүебеҙсә, Байгилдиндарҙың татыу ғаиләһендә биш бала үҫә. Тәүге дүртәүһе - Динис Бүләков исемендәге Смаҡ урта мәктәбе уҡыусылары. Балаларының барыһына ла, тормош юлдары яҡты, ҡотло, оҙон ғүмерле булһын, тип, матур исемдәр һайлап ҡушҡандар. Баш балалары Зөлхизәгә - 12 йәш. Олимпиадаларҙа, конкурстарҙа, белем биреү учреждениеһының йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашып, былтыр ул мәктәптең Динис Бүләков исемендәге премияһына лайыҡ булған. 11 йәшлек Наҙгөлдө шиғыр һөйләү конкурстарында йыш осратырға мөмкин. Гагарин кубогына олимпиадаларҙағы уңышы үткән уҡыу йылында махсус значок менән билдәләнгән. 3-сө класта уҡыған Асия һүрәт төшөрөүгә әүәҫ. Ҙур-ҙур күләмле әҫәрҙәрҙе илай-илай ятлаһа ла, апайҙарына оҡшап, көлә-көлә, йырлай-йырлай оҫта һөйләүе менән иғтибарҙы йәлеп итә. Малик быйыл 1-се класҡа барған. Яңы ғына уҡый башлаһа ла, дәрестән ҡайтып, бер аҙ ял итеп алғас та, өйгә бирелгән эште башҡарыу, аҙаҡ ҡустыһы менән уйнау, йорт эштәрендә ярҙамлашыу кеүек матур ғәҙәттәре барлыҡҡа килгән.
- Ир менән ҡатын бер-береһенә түгел, ә бер йүнәлештә ҡарарға тейеш. Берҙәм маҡсат менән янһаң ғына ғаилә берҙәм, балалар бәхетле була һәм эшең алға бара, - ти йорт хужаһы. - Айгөл һәр башланғысымды хуплап, дәртләндереп тора. Ҡалала үҫһә лә, ауыл тормошо уны ҡурҡытманы, киреһенсә, һәр эшкә ең һыҙғанып тотона. Тәүге осорҙа күпләп ҡош-ҡорт аҫраныҡ. Һуңынан бергә кәңәшләштек тә, малды ишәйтергә булдыҡ...

Уңыш уңғандарға йылмая

Ҙур йылғалар кескәй инештән хасил була. Байгилдиндарҙың йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүе лә бер баш ҡолондан башланған. Уны ла кешенән бурысҡа алған аҡсаға һатып алалар. Ҡолонҡайҙы тәрбиәләп үҫтереп ҡолонлаталар. Артабан аҙ ғына килем ҡулдарына эләкһә лә, йылҡы көтөүен ишәйтергә тырышалар. 2015 йылда крәҫтиән-фермер хужалығы булып теркәлеп, ҡуртымға ер алғандар. Әле хужалыҡтарында ҡолон-тайҙары менән бөтәһе бергә етмеш баш йылҡыһы бар, шуның утыҙҙан ашыуы - бейә.
-Ҡымыҙ етештереү тураһында хыялланабыҙ ғына әле. Был шөғөл айырым сығымдар талап итә. Һауын бейәләрен айырым көтөүҙе лә хәстәрләргә кәрәк була. Был, тимәк, көтөүсегә ихтыяж буласаҡ тигән һүҙ. Әлегә ит һәм ҡаҙыға һорау ҙур. Баҙар-йәрминкәләргә барып еткәнебеҙ юҡ, өйҙән генә килеп алалар. Элекке һымаҡ, ботлап, түшкәләп түгел, хәҙер кеше күберәк яңы һуйылған иткә өҫтөнлөк бирә, шуға аҙлап һәм йыш алалар, - ти хужабикә. Беҙ барғанда Айгөл ҡаланан ике аҙнаға бер тапҡыр килгән библиобустан, йәғни күсмә китапхананан китаптар йөкмәп ҡайтып тора ине. Улар араһында Хисмәт Юлдашев, Фәтҡулла Комиссаров һәм Әхмәр Үтәбайҙың шиғри йыйынтыҡтары ла бар. - Китап миңә ял итергә, һүҙ байлығымды арттырырға, телемде шымартырға ярҙам итә, - ти Айгөл. Әйткәндәй, ул үҙе лә шиғыр яҙа, тәбиғәт күренештәрен, ғаиләһен, балаларын фотоға төшөрөргә ярата. Күп балалы әсәгә "Китап уҡырға, ижад итергә нисек ваҡыт табаһың?" тигән һорауҙы бирмәй булдыра алманым.
- Ауыл халҡының күпселеге кеүек, ярты эшемде иртәнге сәғәттәрҙә эшләйем, - тип яуап бирҙе ул. - Шәхси хужалыҡта мәшәҡәт бөтәме ни инде, китапты ла эш араһында ғына тоторға тура килә, әммә өҫтән-мөҫтән генә ҡарап сыҡмайым, төбөнә төшөп, хатта төп ролдәргә инеп китәм. Былтыр Таңсулпан Ғарипованың "Бөйрәкәй"ен, Гүзәл Яхинаның "Зөләйха күҙҙәрен аса"һын шулай илай-илай уҡыным. Һәр уҡыған әҫәрҙән тормош һабағы, тәрбиә, фәһем, ғибрәт алам. Балалары бәләкәй булһа ла, атай-әсәйенең төп ярҙамсылары. Йәшенә ҡарап, бөтә эш бүленеп бирелмәһә лә, барыһы ла үҙе белеп эшләй. Кемдер атаһы менән малға һыу эсерә, икенсеһе бәләкәй туғандарын ҡарай, өсөнсөһө аш-һыу тирәһендә әсәһенә булыша. Гел генә эш менән дә булмай, барыһы ла тәртипкә, билдәле бер системаға һалынғас, хужалыҡ ҙур булһа ла, бергәләп ял итеүгә лә ваҡыттары ҡала. Сит тарафтарға барып, донъя күреү, туристар һуҡмағынан йөрөү әлегә эләккәне юҡ, әммә форсат сыҡҡан һайын тыуған ауылдарының матур урындарына, Нөгөш буйына сығып, ғаилә ялы ойошторалар.
- Йәм тапмайынса ҡалаға киткәндәрҙе аңламайым. Ауылда ла бынамын тигән итеп йәшәргә була бит. Беҙҙә бына йәшелсә үҫтереү, малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнеү өсөн бөтә шарттар бар. Бер нисә кеше берләшеп эшләргә лә мөмкин. Байлыҡтың өҫтөндә йәшәйбеҙ бит. Нимә сәсһәң, шул уңа. Һәр ғаилә хәҙер бишәр һыйыр тота ала. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы осорҙа кеше йылдан-йыл малын кәметә бара. Нимәгә ышаналарҙыр улар? Күптәр табыш, килем алыу юлдарын белмәй, өйрәнергә лә теләмәй. Артабан да шулай дауам итһә, йөҙәрләгән, меңәрләгән баш йылҡы иңләр икһеҙ-сикһеҙ ерҙәребеҙгә башҡалар эйә булырға яҫҡынмаҫмы икән? Еребеҙгә үҙебеҙгә хужа булырға ваҡыт бит, - ти Сәлих.

Ҡул һелтәп ҡуймаҫҡа

Байгилдиндар ҙа нимәгә тотонһа ла, ахыры хәйерле тамамлана. "Бәхетлеләргә ел һәр ваҡыт ыңғай" тигәндәре тап уларға тап килеп тора һымаҡ.
- Тормошобоҙҙа барыһы ла ыңғай ғына булды. Хөкүмәтебеҙҙән дә беҙгә нимә тейешле, барыһын да алдыҡ. Ауыл ерендә төпләнгән йәштәргә йорт төҙөүгә тәғәйенләнгән сертификат, икенсе балаға Әсәлек капиталын, өсөнсөһөнә йорт төҙөү өсөн участка алдыҡ. Бишенсе бала тыуғас, Айгөл "Әсәлек даны" миҙалына лайыҡ булды, - ти ғаилә башлығы.
- Ыңғай ғына барһа ла, береһе лә еңел генә бирелмәне. Алма беш, ауыҙыма төш, тигән кеүек, береһе лә үҙе килеп ҡапманы. Аҙым артынан аҙым эшләп, йөрөп, өйрәнеп, кәңәшләшеп эшләнелде. Торлаҡ төҙөүгә сертификат алыу өсөн әллә күпме белешмә, документ йыйырға кәрәк булды. Быларҙың барыһы ла сабырлыҡ, шулай уҡ юлға сығымдар ҙа талап итә. Ҡул һелтәп, ярты юлда ҡалмаҫ өсөн бер-беребеҙҙе дәртләндереп, хуплап, ярҙам итеп эшләнек инде. Күптәр, иренеп, тейешле ведомстволарға йөрөмәй, үҙҙәренә тейешлене лә алмай бит. Үҙҙәренең хоҡуғын белмәгәндәр ҙә, белергә теләмәгәндәр ҙә күп. Ә бит ауыл йәштәренә, йәш ғаиләләргә, белгестәргә ярҙам итеү маҡсатында төрлө программалар бойомға ашырыла. Шуларҙың барыһын да файҙаланып ҡалырға кәрәк.

Тормош йәме - балаларҙа

Һәр ғаилә - бер дәүләт, тибеҙ. Ул, ысынлап та, үҙ ҡануны, ҡағиҙәләре, йәшәү рәүеше, тормош ҡиммәттәре булған ил ул. Байгилдиндарҙың үҙ дәүләте барлыҡҡа килеүгә күп ваҡыт үтмәһә лә, матур ғаилә традициялары бар. Әсә ҡыҙҙарына милли ризыҡтар бешерергә, ә атай улдарын йорт-хужалыҡ эштәренә, шулай уҡ ололарға кешелекле, бәләкәйҙәргә кеселекле булырға, хеҙмәт һөйөргә өйрәтә.
- Ғаиләле булып йәшәү, бала тәрбиәләү - тауға менеү кеүек. Бер бейеклекте менһәң, уның артынан икенсе артылыш булыуы асыҡлана. Фермерлыҡ эшмәкәрлегебеҙ бер ҡолондан башланған кеүек, беҙҙең ғаилә тарихы ла бер һуҡмаҡтан баш алғайны. Бына яйлап оло юлға сығып киләбеҙ. Бар тырышлығыбыҙ балаларға матур тәрбиә биреп, уҡытып, оло тормош юлына сығарыуға йүнәлтелгән. Уларҙың шат тауышын ишетһәң, мәктәптәге уңыштарын күрһәң, йоҡоһоҙ төндәр ҙә, башҡа мең төрлө мәшәҡәттәр ҙә онотола, - ти Байгилдиндар.

Лена АБДРАХМАНОВА.
Мәләүез районы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.11.20 | Ҡаралған: 591

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru