«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ГӘЗИТ КЕМДЕКЕ ҺУҢ УЛ, ЙӘКИ ҠАҒЫҘ БАҪМАЛАРҘЫ УҠЫМАҒАНДАР НИҘӘН МӘХРҮМ?
+  - 


Бөгөн һәммәһе: ултырғаны, шыуғаны, имгәкләгәне - кескәйҙәрҙән алып йәше-ҡартына тиклем интернет донъяһына ябырылды. Сүллектә килеп, ниһайәт, ҡоҙоҡҡа юлыҡҡан юлаусылар каруаны кеүек. Нимәләр генә яҙышмайҙар бында: булғанын-юҡ-барын, ғәжәбен-ғибрәттәрен-ғәйбәттәрен: кемдең кемде һөйөүен, кемдәрҙең айырылышыу-талашыуын, кемгә ниндәй үсе барын - барыһын һыйҙыра, үҙенә йота төпһөҙ ҡойо.

Был юҫыҡта "Бәйләнештә" селтәре күҙҙә тотолоуын төшөнөргә булалыр. Ә ғөмүмән, интернеттың теге йә был өлкә, тема буйынса белешмә туплау,махсус материалдар, мәҡәлә һәм монографиялар менән танышыу, белем алыу һәм донъяға ҡарашыңды киңәйтеү буйынса алыштырғыһыҙ мәғлүмәт һәм белем сығанағы, глобаль портал икәнлеген һәм әһәмиәтен бер кем дә инҡар итмәй. Ләкин әлеге һүҙгә, хәбәр тейешеүгә һыуһаған обыватель әҙәмдәр мәғлүмәт-белем порталдарын асып та ҡарамауы ихтимал. Уларға аралашыу - бәйләнеш кәрәк, улар күберәк гәп һатыу, бәхәсләшеү, ил-йорт хәлдәрен белеп тороу һәм һәр нәмәгә үҙ ҡарашын белдереү өсөн файҙалана интернетты. Һәм әйҙә, яҙыша, аралаша бирһендәр, тик йыш ҡына (ошо урында ғәфү үтенергә кәрәктер) йыуынты һыуҙы хәтерләтеп ҡуйған ҡайһы бер тәрбиәһеҙ, шаҡшы телле постар, комменттарҙан үҙҙәре үк ҡасандыр бер бүгеп, туйыуҙары ихтималлығын да онотмаһындар. Бөтөн көтөүҙе буяу өсөн бер шаҡшылыҡ та етә бит, ә бында ундайҙар берәү-икәү генә лә түгел һәм башына нимә тура килә, шуны яҙып, көн үткәреп, даими "штатта" ултырыусылар төркөмө барлыҡҡа килгән. Үкенескә, ҡайһы саҡ теләһәң-теләмәһәң дә бына ошо мөхиткә сумып сығырға тура килгеләй: журналист ғәҙәте - кәрәккән-кәрәкмәгән менән ҡыҙыҡһынып, юҡ-бар ергә танау тығып йөрөү. Икенсе яҡтан, сер түгел: гәзит-журналдарыбыҙҙың потенциаль уҡыусылары, штаттан тыш хәбәрселәребеҙ - барыһы ла ошо виртуаль донъяға күсеп бөттө. Шулар араһынан хәҙер эҙләп ултыр инде "алтын" бөртөктәрҙе. Ә ундайҙар байтаҡ был донъяла: ҡыҙыҡлы һәм төплө фекер әйтеп, уйындағыһын саф туған телебеҙҙә матур итеп яҙа, еткерә белгәндәр. Уларҙың үҙ төркөмдәре, үҙ уҡыусылары тупланып өлгөргән. Тик шулай ҙа бына ошондай яҙышырға һәләтле авторҙарҙың фекерҙәрен, энергияһын виртуаль бушлыҡ йотоп тормаһын ине лә бит. Юғиһә күңелде һыҙлатҡан теге йә был мәсьәлә хаҡында бәйләнештәге төркөмдәр, серҙәштәр, әхирәттәр, фекерҙәштәр ағас ҡыуышына башын тығып:"Хандың маңлайында мөгөҙө бар!"- тип ҡысҡырған әкиәт геройын хәтерләтеп ҡуя.
Үпкәләштән булмаһын, интернет мөмкинлектәрен яҙма матбуғаттан айырып ҡарап, уның әһәмиәтен кәмләргә йыйынған юҡ. Аш - ашҡа, урыны башҡа, тигәндәй, һәр икеһенең үҙ урыны, үҙ тәғәйенләнеше, үҙ уҡыусылары һәм авторҙары. Һуңғыларының исемдәрен матбуғат баҫмаларында ла күрге, мәҡәләләренең ташҡа баҫылғанын уҡығы килә. Шул ыңғайҙан бәйләнеш төркөмдәрендә сығыш яһаусылар иғтибарын әсә телебеҙҙә нәшер ителгән гәзит-журнал эшенә йәлеп итеү теләге ҡайһы саҡ тупаҫ агрессия тулҡынына осрап та ҡуя. Был әлеге виртуаль төркөмсөләрҙең, ни әйтһәм дә хаҡым бар, тигән ҡараштан сығып, интернет иреклегенән файҙаланыу ләззәтен тойоуымы әллә аноним-псевдонимдар артына йәшеренеп, ҡурҡыу тойғоһонан азат булыуымы, бәйһеҙлегеме - һәр хәлдә бер ниндәй әҙәп һаҡлау ҡағиҙәләрен һанламай, гәзитең-ниең менән һине бер ултырыуҙа күмәк өйөр менән ботарлап ташлауҙары бар. Фекерен әйтергә һәр кем хаҡлы, тик ниңә шул ҡәҙәре агрессия, кәмһетеү, тупаҫлыҡ? Ҡайҙан килә ул? Бер нәмә аңлашыла шулай ҙа - ирекле донъяның да хатта үҙ сиктәре, үҙ ҡағиҙәләре була, тик уны аңлау кимәле төрлө кешелә төрлөсә. Ә әлегә ул күпселектә юҡ кимәлендә: тәбиғи тәрбиәһеҙлек касафаты. Ә шулай ҙа, нимә генә тимәһендәр, ташҡа баҫылған - ул инде тере тарих сағылышы, ул йәмәғәтселек фекерен туплаусы, халҡыбыҙҙың рухи һәм мәҙәни кимәле күрһәткесе һәм туған телебеҙҙе рәсми йәшәтеү сараһы. Дөрөҫ, әлеге виртуаль баҫмалар һәм сама тойғоһон юғалтҡан авторҙар һымаҡ, рәсми яҙма баҫмалар башына ни тура килә, шуны яҙып, ысынбарлығыбыҙға фәҡәт ҡоро тәнҡит һәм бөтөн яҡшы нәмәне инҡар итеү аша ҡарап, йыш ҡына кемделер кәмһетеү, яла яғыу юлы менән арзан популярлыҡ яулай, батыр булып күренә алмай, сөнки был беҙҙең юл һәм бигерәк тә маҡсат түгел, сөнки баҫма матбуғат - яңғыҙ бүре олоуы түгел, ә коллектив хеҙмәт емеше, ул объектив ысынбарлыҡ яҡлы. Эйе, беҙҙең ойоштороусыларыбыҙ бар, уларһыҙ гәзит тә йәшәмәйәсәк, сөнки нисек кенә һауаға талпынма - матди сынйыр ергә тарта, хаттин ашыуға юл ҡуймай. Шулай итеп, ойоштороусы күрһәтмәһенә буйһонорға ла тура килә, сөнки ҡыйыу күренәйек тип, үҙебеҙ ултырған ботаҡҡа үҙебеҙ балта саба алмайбыҙ. Ахыр сиктә, быларҙың бөтәһен дә үҙ телебеҙҙә сыҡҡан гәзитте рәсми йәшәтеү хаҡына ниндәйҙер компромисҡа барыу тип тә аңлатырға булалыр. Был бая әйткәнсә, кемдәргәлер батырлыҡ, ҡыйыулыҡ булып күренмәһә лә, һәр хәлдә башыңа ни тура килә, шуны ҡылыу түгел, ә һалҡын ҡанлылыҡ һәм күмәк аҡылды туплап эш итеү, яҙма телебеҙҙе һаҡлау, мәгәр бушлыҡҡа "ҡыйыу" хәбәрҙәр һатып ултырыу түгел. Үкенескә, юҡ-юҡта виртуаль төркөмдәрҙә яҙма матбуғат баҫмалары хаҡында һүҙ сығып киткеләй һәм шунда ултырған бәғзе милләттәштәребеҙ үҙ телебеҙҙәге гәзит-журналдар хаҡында бөтөнләй сит-ят кешеләр кеүек битараф һәм хатта юғарынан түбәнгә ҡарабыраҡ фәлсәфә һата, кәмһетә башлай.
Әйткәндәй, яңыраҡ тап ана шундай гәп ояһына тап булынды. Оппозицион рухлы билдәле генә бер мөхтәрәм шәхесебеҙ (сәйәси-иҡтисади-хоҡуҡи ҡараштарының ихтирамға лайыҡ булыуын инҡар итмәйем) власть баҫымынан ҡурҡып, мәҡәләләремде баҫмайҙар, ғөмүмән, урындағы матбуғат республикалағы хәлде дөрөҫ яҡтыртмай тигән үпкә белдереп, киләһе йылға башҡортса гәзит-журналға яҙылмаясағын хәбәр итеүе булды, ошо хаҡта бәйләнештә гәп ҡуйырҙы. Кемдер үҙенең башҡорт баҫмаларын бөтөнләй уҡымауы менән маҡтанды: уныңса, матбуғат телевидениенан күрһәтелгәнде генә ҡабатлап яҙа, имеш. Икенсе бер маңҡорт гәзит-журналдарҙың киләсәге юҡ, тип, тулайым интернетҡа ҡапланырға кәңәш бирә. Сөнки, ти ул, гәзиттәр берәй мохтажды яҡлап, бер проблеманы ла хәл иткәндәре юҡ, йәнәһе. Был тәңгәлдә шул да мәғлүм булһын ки: мохтаждарға беҙҙә дәүләт, уның социаль яҡлау органдары ярҙам итә, ә гәзиттәр үҙҙәре ярҙамға мохтаж, хәйерсе хәлендә көн күрә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, власть органдарына ярайыҡ, тип түгел, ә туған телебеҙҙе йәшәтәйек, тарихыбыҙҙың онотолоуына юл ҡуймайыҡ, рухиәтебеҙ һәм мәҙәниәтебеҙҙе күтәрәйек тип тырышҡан көнөбөҙ. Ә бына ошо йәһәттән ярҙам итеү урынына ярҙан этеүселәр - гәзит-журналдарыбыҙ билдәле ҡатмарлыҡтарға, ауырлыҡтарға дусар ителеп, тираждарыбыҙ кәмей барыуына үҙебеҙҙекеләрҙән үк ҡул сабып, тамаша ҡылып тороусылар барҙа, әлбиттә, башҡорт теленә лә һан бөтә бара. Ваҡ-төйәк үпкә-дәғүәләр менән мауығып, урынлы-урынһыҙ ғәйеп ташлап, иң мөһим нәмәне күрмәй ундайҙар: бөгөн беҙгә тарҡалыш, тырым-тырағайлыҡ түгел, ә берҙәмлек кәрәк. Беҙ уның туплаусы, йәшәтеүсе көсөн тойҙоҡ, күрҙек инде, шөкөр. Тимәк, ҡалған бурыстарҙы атҡарыуҙа ла шул юлдан яҙлыҡмау фарыз - берҙәмлек юлынан барырға. Йәл, ләкин әлегә хәүеф-хәтәр һуңғы сиккә килтереп терәмәйенсә, беҙ күбеһенсә тырым-тырағай.
Ғөмүмән, бөгөн үҙ телебеҙҙәге гәзит-журналдарға яҙылыу мәсьәләһе журналистарҙан башҡа бер кемде лә борсомай. Бар,әлбиттә, йыл һайын гәзит алдырып уҡыусы тоғро дуҫтарыбыҙ ҙа, ләкин уларҙың сафы ла һирәгәйә бара: матбуғат баҫмаларына хаҡтар йыллап түгел, айлап үҫә, ә ябай халыҡтың килеме кәмей, эшһеҙлек арта. Ә инде ике ҡулыңа бер эш тә булмағанда, тыныс күңел менән гәзит уҡып ултырып та булмайҙыр. Аҙ килемле ғаиләләр, яңғыҙаҡ өлкәндәр - ветерандарҙы бушлай гәзиткә яҙҙырыу урындарҙағы бизнесмен-эшҡыуарҙар ҡулынан да килерлек, тик был хаҡта уйлаусы ғына юҡ. Матбуғат баҫмаларының ойоштороусылары була тороап та, хатта был хаҡта дәүләт органдарының да уйына ла инеп сыҡмай. Ә бит туған телебеҙҙе һаҡлау, үҫтереү, йәшәтеү бурысы иң тәүҙә дәүләт кимәлендәге мәсьәлә. Билдәле халыҡ мәҡәлен ил ҡаҡҡанды мир ҡаға тип боробораҡ әйткәндә, гәзит-журналдарыбыҙҙың бөгөн тап ошо хәлдә - дәүләт тарафынан да, әүҙем йәмәғәтселегебеҙ тарафынан да ситкә ҡағылыуын, онотола барыуын күрербеҙ. Тик был осраҡта кем отор ҙа, кем отолор икән?..

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.11.20 | Ҡаралған: 354

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru