«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КЕМ ҠАЙЫҒАН ҮРӘНӘГЕН, ҠОТЛО БУЛҺЫН КҮЛДӘГЕҢ!
+  - 


Исеменән үк күренеүенсә, "Тамбур" халыҡ клубы төньяҡ-көнсығыш яҡта киң таралған ҡул эше кәсебен - тамбурлап-элмәләп ҡайый белгән оҫталарҙы берләштерҙе. Етәкселәре Сәйҙә Әхтәмова менән Венера Ғәлиәкбәрова тотона был эшкә - Билән ауыл Советы биләмәһендәге элекке ҡайыусыларҙы һәм уларҙың балаларын, һатылмай йә туҙмай ҡалған ҡайыулы әйберҙәрҙе эҙләп табып, онотолоп ҡалған һөнәрҙе яңынан тергеҙергә була. Әйтергә кәрәк, был эште ҡулына алған ҡатындарҙың күбеһе хаҡлы ялға сыҡҡан, улар төрлө һөнәрҙә эшләгән, балалар үҫтереп өлгөргән, ләкин тәү башлап дамберэнәгә (тамбурлап ҡайыу энәһе) тотонған тәүәккәлдәр була. Һәр кемеһенең әсәһе йә ҡартинәһе билдәле ҡайыусы булған, йорттарында, һандыҡ төптәрендә берәр ҡайылған алъяпҡыс йә ҡулъяулыҡ хәлендә генә булһа ла бер мираҫ һаҡланып, дөрөҫөрәге, "иҫән" ҡалған. Унан һуң, улар был яҡтарҙа иң оҫта ҡайыусы һаналған Мәликә, Сабира, Зарифа, Хәсәнә инәйҙәрҙең ҡул эштәрен хәтерләй һәм уларҙың - Билән, Кәркәй, Ҡайып, Әшәй, Иҫке Маҫҡара ауылдарында йәшәгән дамберэнә оҫтаһы булған инәй-ҡәртнәйҙәренең Билән мәҙәниәт йортондағы ҡайыулы күлдәк, алъяпҡыс, ҡалпаҡ, эскәтер, тәҙрә ҡормалары, киндерҙән һуғылған мейес таҫтамалдары, ашъяулыҡтары һәм башҡа ҡул эштәрен үҙҙәренә өлгө итеп йөрөтә. Шулай итеп "Тамбур" халыҡ клубы иң ҡәҙерле ҡомартҡылар һаҡланған ошо музей-кабинетта ойоша ла инде.

Төньяҡ-көнсығыш райондарҙа йәшәгән ҡатай, балаҡатай, дыуан, әйле, ҡошсо, терһәк, танып, көҙәй һәм шайтан-көҙәй ырыуҙарының милли башҡорт кейеме элмә-тамбур ҡайыуы менән биҙәлеүе хаҡында рус ғалимдары XIX-XX быуаттарҙа уҡ яҙа. Мәҫәлән, С.В. Руденко башҡорт ҡатындары кейемендә - күлдәк-ҡалпаҡтар, таҫтар-яулыҡтар - үлән-үҫемлек үрмәләре һәм ырыу тамғалары сигелеүен билдәләй, ә башҡорт этнографтары Светлана Шитова, Альмира Янбухтина, Елена Нечвалода башҡорт ҡайыу-сигеү һәм нағыш оҫталығын тикшерә, 1960-70-се йылдарҙа әллә нисә фәнни экспедиция үткәрә, монографиялар һәм каталогтар ижад итә.

Роза Юлдашбаева - юғары баһа билдәһе

Япон халыҡ рәссамдарының тәжрибәһе нимә ти? "Халыҡ биҙәк-орнаменттарын ун йыл буйы тәфсирләп өйрәнмәйенсә тороп, рәссам үҙ биҙәктәрен кешегә күрһәтергә тейеш түгел!" Күренекле рәссам-дизайнер Роза Рафиҡ ҡыҙы Юлдашбаева башҡорт декоратив-биҙәү әйберҙәренә һәм милли кейеменә халыҡсан ҡайыу үрнәктәрен индереү буйынса бик күптән эшләгән шәхес. Ул 1965 йылда Мәскәү художество училищеһын, декоратив сәнғәт институтын тамамлай, ҡайыу-сигеү һәм декоратив биҙәү өлгөләре буйынса махсус белгес булып Башҡортостанға эшкә ҡайта. Өфөлә "Моделдәр йорто", "Ағиҙел" производство берекмәһе һәм "Салауат" күн-тире кейемдәр ательеһында рәссам-модельер хеҙмәтен атҡара. Халыҡ һөнәр-кәсептәрен тергеҙеүгә ҡоролған "Ағиҙел" художество-сәнәғәт комбинатында ике тиҫтәгә яҡын йыл баш рәссам булып эшләй. Уның талапсан һәм ентекле ҡарашы комбинат сығарған бер генә биҙәкте лә башҡорт милли зауҡынан һәм үҙенсәлектәренән ситкә ебәрмәй, был йылдар - үҙе тотош бер эҙләнеү, даулашыу һәм еңеүҙәр яулау дәүере. "Ағиҙел"дә Роза Рафиҡ ҡыҙы һәм махсус белемле дизайнер-модельерҙар бергә башҡорт милли орнаменты менән биҙәлгән яңы кейем коллекцияларын ижад итә, был уникаль эштәре һәр ваҡыт уңышлы килеп сыға. Роза Юлдашбаева коллекциялары "Ағиҙел" производство берекмәһенең данын күтәреп, башҡорт модельерҙарын илгә танытып, халыҡ-ара мода фестивалдәрендә һәм Бөтә Союз, Бөтә Рәсәй халыҡ-ара кейем конкурстарында еңә. Уның эшкә талапсанлығы һәм таланты хаҡында Башҡортостан Милли музейы фондына алынған, Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында ҡуйылған эштәре асыҡ һөйләй.
Роза Рафиҡ ҡыҙы ғүмере буйы башҡорт милли кейемен художестволы-нәфис зауыҡ менән тергеҙеү өҫтөндә эшләй. Сигеү оҫталары араһында легендар шәхес булһа ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул Рәссамдар союзы ағзаһы ла түгел, атҡаҙанған исемдәре лә юҡ. Роза Юлдашбаева башкөллө эшкә күмелгән бер фиҙакәр йән булып ҡала: берҙән-бер оло мастерыбыҙ һаман да мәҙәни эштең алдында, конкурс-дефилеләрҙә төп баһаман һәм һөнәрмән һабағы бирерҙәй төп остаз.
Ҡайыулы кейемдең уңышлы моделдәрен ҙур производствоға ҡуйып, уларҙы теләгән бер кешегә һатып алырға мөмкинлек булырға тейеш, тип ҡайғырта ул бөгөн. Ҡасандыр 1980 йылдарҙа "Ағиҙел" производство берекмәһе етештергән ҡайыулы биҙәкле күлдәктәр, блузка-итәктәр һ.б. бик популяр була, ҙур һорау менән халыҡҡа магазин-йәрминкәләр аша барып етә. Әгәр ҙә бөтә ҡатын-ҡыҙҙар ҙа тамбурлап ҡайылған кейемле булырға теләһә, уларға быны тәҡдим итергә, үрнәктәр эшләп бирергә кәрәк, ти оҫта.
Башҡортостан Халыҡ-ара Фольклориадаға әҙерләнгән мәлдә Роза Рафиҡ ҡыҙына йәнә бер идея тынғы бирмәй. "Боронғо ҡайыулы күлдәктәрҙе һандыҡта ятҡан йәки музейҙа торған өлгөләрҙән күсереп, яңы күлдәк-алъяпҡыс-ҡалпаҡ ҡайып кейҙеләр ҡатын-ҡыҙҙар, хуш, бик мәслихәт булды. Һәммә халыҡ уларҙың оҫталығын күрҙе, башҡорт ҡайыулы күлдәктәре милли байлыҡ икәнен белде, быныһы өсөн ҡайыусыларға мең рәхмәт. Ләкин эш артты! Беҙгә хәҙер артабан эшләргә, яңы заман кейемдәрен дә тамбур һәм башҡа сигеү-ҡайыу өлгөләре менән биҙәп өйрәнергә кәрәк. Беҙҙең башҡорт ҡайыусылары электән дә төрлө яҡлап өлгөргән, хәҙер бигерәк тә ижади эшләргә тейеш", - ти ул.
Баш ҡалала "Оҫталар мәктәбе" асырға, бөтә башҡорт сигеү-ҡайыу ысулдарын өйрәтергә хыяллана роза Рафиҡ ҡыҙы. Теләүселәр ҙә етерлек бит! "Ошоға саҡлы республикала бер генә уҡыу йортонда ла башҡорт сигеү-ҡайыу техникаһы өйрәнелмәне. Был - һуш китмәле вайымһыҙлыҡ, яман ҡыҙғаныс хәл, - тип борсола Роза Юлдашбаева. - Уйлап-һанап ҡына ҡарағыҙ! Беҙҙең халыҡ оҫталары бик күп яҡлы, ғәжәп ябай һәм ифрат зауыҡлы нағыш, сигеү, ҡайыуҙар белгән һәм эшләгән. Тамбур-элмәнең генә дүрт-биш төрө бар, улары "ҡайыу" тип йөрөтөлә. Унан тыш, тағы ла башҡорт сигеүҙәре бар: ҡыя сәнсеү, саталау, ҡаҙ теше, семәрләү - бындайҙары "сигеү" төрҙәре. Ә инде ярым саталау (тәре түгел), сатрашлау, кәкерсәкләү бергә туплау "нағыш" тип йөрөтөлә. Һәм башҡа сигеү-нағыш та осрай: мәрйен-бисер менән сигеү, таҫма йәки шнур ҡушып сигеү, күпертеп йәки күтәрмәләп, сүпләп йә суҡлап сигеү төрҙәре менән байытылғандары ла була. Төрлө төбәктә йә ҡайыу, йә сигеү, йә нағыш тип әйтелһә лә, энә йә ырғаҡ менән төҫлө ептәрҙән биҙәк ҡоршап тегә торған боронғо кәсеп икәнен кеше аңлай".
Роза Рафиҡ ҡыҙы ҡул эше һөнәрмәндәре күргәҙмәләренән ҡалмай йөрөй, һәр ерҙә сигеү оҫталарын эҙләй. Комбинатта, ательеларҙа эшләгәндә лә сигеүсенең йәки машинаның эшен тикшереп, браклы-сифатһыҙ булмаһын, тип көйәләнеп үткән бит инде уның төп хеҙмәт дәүере. 2010 йылдарҙан ул Балаҡатай районы Билән ауылынан "Тамбур" халыҡ клубы ҡайыусыларының эшен айырыуса диҡҡәт менән күҙәтә башлай. "Балаҡатайҙа бик яҡшы оҫталар бар бит, тел тейгеһеҙ эштәре. Ләкин ниңә улар заманса кейемдәр ҡайыуҙы ла уйламай икән? Әгәр ҙә яҡшы дизайн, уңышлы модель менән тейешле туҡымала сигелһә, бындай кейемдәр бик тә кәрәк, барыһы ла һатып алыр ине", - тип тә борсола. Һәм үҙе балаҡатайҙарға тамбурлап ҡайылған заманса кейемдәр уйлап табырға тәҡдим итә, ҡайыулы модалы кейем барлыҡҡа килтерергә хыяллана. Оҫтаның ниәте тормошҡа аша. Бер аҙҙан ул Рәсәй дизайнерҙар берекмәһе ағзаһы Александр Анатольевич Кирдякин менән бергә Балаҡатай ҡайыусылары янына юлға сыға.

"Ете елән" һәм "Ханымдар"

2016 йылда "Берҙәмлек"-"Содружество" халыҡ-ара фольклор фестивале ҡунаҡтарын Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондары ҡабул итте, төп тантаналы осрашыуҙар Мәсетле районында үтте. Егермеләп илдән килгән аллы-гөллө төркөмдәр бөгөнгө көн башҡорт милли кейем үрнәктәре менән дә танышты. Байрамға бер дан булған "Һомай"фестивале - башҡорт милли кейеме һәм оҫталар күргәҙмәһе бар кешене хайран итте. Рәссам-модельер Роза Юлдашбаева, дизайнер-модельер Александр Данилович Кирдякин "Тамбур" халыҡ клубы оҫталары менән бергә ижад иткән "Ете елән" коллекцияһы фестивалдә бик яҡшы баһа алды, гран-при яуланы. Музейҙарҙа ғына һаҡланған боронғо еләндәр араһында үҙенсәлекле елферҙәк итәклеләре осрай. "Ете елән" өсөн тап шул фасон һайлана, киң итәкле еләндәр төрлөсә үҫемлек һүрәттәре менән ҡайыла. Был үрнәктәрҙе Роза Юлдашбаева тәҡдим итә, ә ҡайыусылары "Тамбур" клубы оҫталары Сәйҙә Әхтәмова, Рәғиҙә Хафизова, Венера Ғәлиәкбәрова була.
"Һомай" фестивале ниндәй яңылыҡ менән мәҙәни көндәлеккә уйылды һуң? Уны ойоштороусы Кәримә Кайдалова фекеренсә: "Тәүәккәл һәм маһир оҫталар үтә ялтырауыҡлы сәхнә кейеменә әйләнеп барған башҡорт милли кейемен сәхнәнән кире халыҡ араһына һөйрәп төшөрҙө, йәғни көндәлек урамда, эштә, байрамда кейерлек зауыҡлы башҡорт кейемдәрен әҙерләне".
Бына ошондай "түңкәрелештәр" барған "сепрәк донъяһы" - кейем моделдәре эсендә ҡайнаған дизайнерҙар "Һомай"ҙан һуң яңы ҡарашҡа күсте. Сигеү оҫтаһы һәм башҡорт кейеме белгесе Роза Рафиҡ ҡыҙы Юлдашбаева "Ханымдар" коллекцияһына ихлас тотондо: тәжрибәле дизайнер Александр Кирдякин менән бергә яңы кейемдәрҙең конструкцияһын төҙөнө, үҙенең элекке уңышлы проекттарын тәҡдим итте, ни тиһәң дә, ҡасандыр ил күләмендә еңеп сыҡҡан моделдәр бит әле улар. Ҡайылған камзул, елән, сапан, алъяпҡыстар ҙа шулай уҡ элегерәк һыналған һәм танылған моделдәрҙән алынды. Был коллекция йәш ҡыҙҙар өсөн генә түгел, бөтә ҡатын-ҡыҙҙарға ла тәҡдим итерлек булырға тейеш, ти ул. Коллекциялағы һәр штрих, һәр композиция ҡоролошо, һәр деталдең буйы-арҡырыһы, ҡыҫҡалығы-оҙонлоғо, кейемдең туҡымаһы, уны бесеү лекалоһы - ентекләп тикшерелде. Хатта был күлдәктәрҙе кейәсәк ҡатын-ҡыҙҙың йәше, 170 сантиметр буйы (180 см түгел!), тән тулылығы - барыһы ла иҫәпкә алынды. Балаҡатай район мәҙәниәт йортона урта йәштәге зифа буйлы ҡатын-ҡыҙҙар саҡырылды. Улар ошо төбәктә уҡытыусы, адвокат, һатыусы, хужабикә, врач булып эшләүселәр.
"Ханымдар" коллекцияһы моделдәрен тантаналы күрһәтеү-дефиле Билән ауыл мәҙәниәт йортонда булды. Ҡатмарлы осорға ярашлы, залда тамашасы бик аҙ - ҡырҡ биш кешенән артмай. Композитор Урал Иҙелбаев көйө ағыла, талғын ғына атлап бер-бер артлы моделдәр сәхнәнән төшә һәм халыҡ алдына килә. Кешеләр һоҡланыуҙан башта аптырап ҡала, тора-бара һәр моделде көслө алҡыштар тулҡыны оҙата. Дефиле сабыр һәм тыйнаҡ, аҡыллы һәм тыныс темпта бара. Ҡыҙҙар бик килешле итеп башҡорт халыҡ бейеү хәрәкәттәренә эйәреп һәм үҙ дәрәжәләрен белеп кенә коллекция моделдәрен тәҡдим итә. Уларҙа һәр аҙым һәм хәрәкәт һәлмәк һәм баҙыҡ. Шулай итеп, "Ханымдар" коллекцияһын Балаҡатай һылыуҙары асыҡ күрһәтә белде: өр-яңы һәм боронғоса тамбур ҡайыулы биҙәктәр, уларҙың Билән үрнәктәренә хас үҙенсәлеге, фасон-формаларҙағы традиция һәм яңы һыҙаттар... Бер биҙәк-форма ла ситтә ҡалманы. Шулай булмай ни! Балаҡатай район мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Әлфиә Ғабдулбарый ҡыҙы Баһаутдинова менән хореограф Нина Васильевна Рябчик был һомғол буйлы һөйкөмлө йәш ҡатындар менән бер ай буйы репетиция үткәрә. Һөнәрҙәре төрлө, теләктәре бер була тәүбашлап модель бурысын алған һылыуҡайҙарҙың: Эльвина Жәлил ҡыҙы Хөснуллина (бьюти-индустрия оҫтаһы), Лиана Владик ҡыҙы Рәхмәтуллина (инфраструктура белгесе), Гөлназ Фларид ҡыҙы Литвинова (район гәзите хеҙмәткәре), Луиза Мансур ҡыҙы Хурамшина (медицина университеты студенты), Айһылыу Рәйес ҡыҙы Талибова (МЧС диспетчеры), Диана Ишбулат ҡыҙы Хажина (мәҙәниәт йорто методисы), Лилиә Рифат ҡыҙы Рахманғолова (тәрбиәсе). Мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Ковалева Татьяна Александровна, мәғлүмәт-методика бүлеге мөдире Кәримова Гөлназ Әнүәр ҡыҙы, күмәк саралар үткәреү режиссеры Драгунова Наталья Александровна һәм бөтә район өсөн ҙур ваҡиға була был эш.
Тырышлыҡ бушҡа китмәй, "Ханымдар" коллекцияһын күрһәтеүсе ханымдарға халыҡ аяғүрә баҫып ҡул саба, "афарин, рәхмәт" яуҙыра. Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Рәйес улы Алтынбаев, Балаҡатай район хакимиәте башлығы Мәсғүт Рәшит улы Миңлеғәлин, уның урынбаҫары Лилиә Рәмил ҡыҙы Мулланурова, Билән муниципаль ауыл Советы рәйесе Альберт Миңлеғәли улы Абдуллин, Билән фермер хужалығы етәксеһе Әнүәр Жәлил улы Ғәлиәкбәров, телевидение дикторы, РФ-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Флүрә Ишбулат ҡыҙы Мурзина, ҡайыусы оҫталар, уҡытыусылар һәм хеҙмәт ветерандары - һәммәһе лә коллекцияны ижад иткән остазды - Роза Рафиҡ ҡыҙы Юлдашбаеваны дәррәү ҡотланы. Ул - идея авторы, нисәмә йылдар буйы хыялланған эшен алға сығарыусы бәхет ҡошоноң эйәһе булды был мәлдә.

Ҡайыусының эше - үҙе бер дан

Билән йыйыны һәр ваҡыт яңы тарихи китап, табыш-асыштар менән ҡыуандыра, ғалимдар сығышы һәм бәхәсе гөрләп торған фәнни-ғәмәли конференциялар ҙа үтеп тора. Быйыл иһә, бишенсе тапҡыр үткәрелгән сара яңыса төрләнде, ул заман ҡушҡанса "битлек кейеп", тарихсылар һәм крайҙы өйрәнеүсе һәүәҫкәр эҙәрмәндәр урынына ҡайыу оҫталарының асыҡ төбәк-ара конкурсын һәм оҫталыҡ дәрестәрен иғлан итте.
Билән йыйынына баш һалыусы уҙаман Әнүәр Ғәлиәкбәров әйтеүенсә, "ҡайыу-тамбур биҙәктәре бөтә Өфө йылғаһы буйлап, башынан тамағына хәтле нисәмә быуаттар йәшәгән һәм йәшәйәсәк. Биҙәктәр беҙҙе табыштыра, тоташтыра, берләштерә". Был көндө Билән мәҙәниәт йортонда иртә таңдан үҙенсәлекле конкурс - "Тамбур ҡайыуы - төбәк-ара аралашыу билдәһе" регион-ара этнофорум да үтте. Ҡайыусылар төрлө яҡтан саҡырылды: Сәйҙә Әхтәмова (Билән ауылы), Камилла Сабирова (Ҡайып ауылы), Лиана Ғафарова (Кәркәй ауылы), Рәғиҙә Хафизова (Ҡайып ауылы), Светлана Мелика (Билән ауылы), Рәмзилә Шабанова (Яңыбай ауылы), Гүзәлиә Ишкинина (Дыуан районы Мөлкәт ауылы), Тәнзилә Ғәйнетдинова (Мәсетле районы Яңы Яуыш ауылы), Шәрғиә Яҡшыдәүләтова (Белорет районы Инйәр ауылы), Рәғинә Ғиниәтуллина (Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылы), Һандуғас Ҡаландарова (Свердловск өлкәһе, Түбәнге Серге районы Өфө Шигере ауылы), Филүзә Хөснөтдинова (Салауат районы Ахун ауылы), Эльза Максиева (Пермь крайы, Барҙым районы Төндөк ауылы). Иң юғары оҫталыҡ, әлбиттә, "Тамбур" халыҡ клубы ҡайыусылары Сәйҙә Әхтәмова менән Рәғиҙә Хафизоваларҙа. Был һәр кемгә асыҡ. "Тамбур" халыҡ клубы ағзалары бөтә этнофорумды сағыу милли йола сығышы менән биҙәне. Улар еңеүселәргә ҡайыулы таҫтамал һәм башҡа бүләктәр әҙерләп, йыйынға барыу йолаһын күрһәтте. Мәҙәниәт йортон биҙәгән тамбурлы ҡул эштәре байрамса балҡып торһа ла, ауыл биләмәһе башлығы Альберт Абдуллин бик күптәрҙең теләге булып та шундай үҙенсәлекле һәм күптән көтөлгән сараны күрә алмауы өсөн көйөндө. "Өфө буйы башҡорттары һәм уларҙың тамбур үрәнәктәре" фольклор байрамына, йәғни "Билән йыйыны"на бөтә төньяҡ-көнсығыш Башҡортостанда, Силәбе һәм Свердловск өлкәләрендә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе йыйып байрамдар үткәреүҙе башлаған Әнүәр Ғәлиәкбәров, Биләндә үҙ аҡсаһына ауыл тарихы музейын төҙөгән Жәүриә Ҡәйүмова был эштәре тураһында: "Бер ғорурлыҡ беҙҙе күтәрә: биләндәр элмә-тамбур ҡайыулы башҡорт милли кейемен оло сәхнәгә сығарҙы, халыҡ байрамдарына, фестиваль һәм форумдарға, каталогтарға һәм күргәҙмәләргә индерҙе. Ҡайыулы башҡорт кейемен бөгөн һәр кем таный һәм кейеп йөрөргә теләй. Оҫталарыбыҙ модельер, дизайнер, рәссамдар менән бергә яңы кейемдәр ҡайып бирә, был - беҙҙең еңеү", - ти.

Ҡунаҡтар - Ҡатай ырыуы йәштәре

2020 йылғы Билән йыйынында ҡатай ырыуы йәштәре ҡатнашты. Боронғо башҡорт ырыуы булған ҡатайҙар быйыл туғыҙынсы мәртәбә ырыу-ара ҡәүемдәрен барлай: тауҡатай, инйәрҡатай, яланҡатай, олоҡатай, балаҡатай, ҡоҙғонҡатай, урманҡатай, иҙелҡатай тигән тоҡомдары Оло Башҡортостандың биләмәләрендә әле лә донъя көтә. "Ҡатай" йәки "ҡидан" тип тарихта яңғыраған ырыу ике мең йыл әүәл үк Уралтау буйында билдәле булған. "Ҡатай" һүҙенең "ҡытай" менән, ҡояш сығышындағы Ҡытай иле донъяһы менән бер ниндәй ҙә бәйләнеше юҡлығын ғалимдар күптән иҫбат итте. Һуңғы осорҙағы гаплотөркөмдәрҙе тикшереү һөҙәмтәһе лә бөтә фәнни даирәне шаҡ ҡатырҙы: ҡатай ырыуына ингән был ҡәүемдәр Уралда бик борондан төпләнгән бер халыҡ, төп башҡорт халҡы икән. Ошондай ғилми һабаҡтар алып, уйын-көлкө менән байып, этнография, фольклор хазиналарын барлауҙы ҡатайҙар быйылғы шарттарҙа ла туҡтатмай - интернет аша йыйын үткәрә. 2012 йылдағы тәүге Билән йыйынына Ҡыйғы районы Абзай ауылы йәштәре килгәйне, төркөм башлығы: "Беҙ - оло ҡатайҙар, беҙҙең ауылда быйыл ҡатай ырыуы йәштәре йыйылды, ете райондан, ситтә ҡалған өлкәләрҙән күптәр килде. Үҙебеҙҙә ат сабышы-бәйге, йүгереш, көрәш, һылыуҙар майҙаны ҡорҙоҡ, ә бында иң шәп көрәшсебеҙҙе алып килдек, һәм балаҡатайҙарҙың тамбурлы кейем байрамына ихлас ҡушылабыҙ", - тип сәләмләп торҙо. Быйылғы онлайн ярышта еңеүсе булған егеттәр Билән ерендә уҡ атыуҙа уҙышты, һылыу ҡыҙҙар йыр-бейеүҙә гөрләште. Бергәләшеп төбәктә таралған "Сүрәкә" уйынын шаулаттылар.

Шулай итеп, Балаҡатай районы Билән ауыл мәҙәниәт йортонда һәм "Тамбур" халыҡ клубы оҫталары янында үткән был көн бик күп төрлө яҡты уй-тәьҫораттарға, асыштарға бай мәл булды. Халыҡ үҙ асылын һәм тарихын, үҙенең киләсәк юлын һәм эштәрен асыҡ күргәндә генә шулай күк ҡабығы асылғандай һәр бер күңелде яҡтыртып китә торғандыр.

Сәрүәр СУРИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.10.20 | Ҡаралған: 698

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru