«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КЕМ БУШЛАЙ ТИКШЕРЕЛӘ?
+  - 

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирустан бушлай анализдың кемдәргә тейешлеге хаҡында мәғлүмәт бирҙе. Мотлаҡ медицина страховкаһы иҫәбенә ПЦР ысулы менән тикшерелеүгә түбәндәге категория граждандар хоҡуҡлы:

- "Дауахананан тыш пневмония" диагнозы ҡуйылған кешеләр;
- яңы коронавирус инфекцияһын дауалау өсөн госпиталь базаға үҙгәртеп ҡоролған медицина ойошмаларынан сығарыуға әҙерләнгән пациенттар - тәүлек аша ике тапҡыр;
- стационарға ашығыс килтерелгән пациенттар - бер тапҡыр.
Мотлаҡ медицина страховкаһы иҫәбенә амбулатор-поликлиника хеҙмәте ойошмаларында медицина ярҙамы сиктәрендә ПЦР ысулы менән тикшереләләр:
- үҙҙәренең һөнәри эшмәкәрлегенә бәйле COVID-19 сирен йоҡтороу хәүефенә эйә медицина ойошмалары хеҙмәткәрҙәре;
- ОРВИ-ны еңелсә кисереүсе һәм тәү тапҡыр табип ҡарауы үткән пациенттар - мөрәжәғәт иткән көнөндә;
- планлы рәүештә дауаханаға ятырға тейешле пациенттар, 7 календарь көн элгәре мөрәжәғәт иткән хәлдә - бер тапҡыр;
- COVID-19 диагнозы ҡуйылған һәм амбулатория шарттарында дауаланыусы пациенттар диагноз ҡуйғандың 10-сы һәм 12-се көндәрендә;
- дауаханаға ятырға тейешле 0 - 4 йәшлек балаларҙың законлы вәкилдәре - 7 көн алдан, бер тапҡыр;
- COVID-19 сирлеләр менән аралашҡан кешеләр, әгәр шул уҡ сир билдәләре һиҙелһә - тәү тапҡыр табип ҡарауы үткән кешеләр, мөрәжәғәт иткән көнөндә;
- йоғошло сир билдәләре менән Рәсәй Федерацияһына килгән мотлаҡ медицина страховкаһына эйә РФ граждандары, әгәр сир билдәләре беленһә;
- тын юлдары сирҙәре менән медицина ярҙамына мөрәжәғәт иткән 65 йәштән өлкәндәр;
- асыҡ типтағы ойошҡан коллективтарҙағы балалар, әгәр уларҙа COVID-тан тыш тын юлдары сирҙәре билдәләре булһа;
- интернаттарҙа, өлкәндәр өсөн пансионаттарҙа, ябыҡ типтағы уҡыу-тәрбиә учреждениеларында, кадет корпустарында, интернат-йорттарҙа һәм башҡа даими режимдағы учреждениелар ҡарамағында булған һәм ошо ойошмаларҙа эшләүсе хеҙмәткәрҙәр - тын юлдары сирҙәре билдәләре булғанда.
Амбулатория-поликлиника шарттарында медицина ярҙамы күрһәтеү сиктәрендә Башҡортостан бюджеты иҫәбенә ПЦР ысулы менән тикшерелеүгә рөхсәт ителә:
- мотлаҡ медицина страховкаһының территориаль программаһының нигеҙ өлөшөнә индерелмәгән осраҡтарҙа медицина ярҙамы күрһәтеүсе медицина ойошмаларына планлы рәүештә ҡабул ителер алдынан 7 көн элек мөрәжәғәт итһә;
- COVID-19 сирлеләр менән аралашҡан кешеләр, әгәр шул көндән алып 8-10 көн буйына медицина күҙәтеүе үткәндә сирҙең клиник күрһәткестәре булмаһа;
- дәүләт ҡарамағындағы махсуслашҡан йорттарға ебәрелеүсе балалар;
- йоғошло сир билдәләре менән Рәсәйгә килгән РФ граждандары булмаған кешеләр;
- халыҡты социаль хеҙмәтләндереүсе стационар ойошма эшселәре - вахта ысулы менән ошо ойошмала эш башлар алдынан COVID-19 сире йоҡтороуҙы иҫкәртеү маҡсатында;
- коммерцияла булмаған һәм дәүләттеке иҫәпләнмәгән ойошмалар эшсәндәре, шулай уҡ физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр, инвалид балалар;
- һөнәри эшмәкәрлектәре сир йоҡтороу хәүефе менән бәйле хеҙмәткәрҙәр (ашығыс ярҙам персоналы), аҙнаға бер тапҡыр.
ИФА ысулы буйынса бушлай анализ эшләнә:
- коронавирус инфекцияһын дауалаусы госпиталь итеп үҙгәртелгән медицина ойошмалары персоналына ҡайтанан үҙ профиле буйынса эш башларҙан алда - көн һайын;
- һөнәри эшмәкәрлеге буйынса сир йоҡтороу хәүефе булған медицина ойошмалары хеҙмәткәрҙәренә;
- балалар өсөн ял һәм һауыҡтырыу (йәйге лагерҙар) стационар медицина ойошмалары хеҙмәткәрҙәренә эш башларҙан 72 сәғәттән дә һуңламайынса мөрәжәғәт иткәндә.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.09.20 | Ҡаралған: 548

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru