«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
НИМӘ ҠИММӘТКӘ ТӨШӘ: КЕШЕ ҒҮМЕРЕМЕ, ӘЛЛӘ БЕЛЕШМӘМЕ?
+  - 

Ошо йылдың 1 июленән водителдәрҙең алкоголгә бәйлелеген асыҡлаусы яңы ҡағиҙәләр үҙ көсөнә инергә тейеш ине. Һуңғы осорҙағы иҫерек водителдәр ғәйебе менән кеше бәрҙереп үлтереү осраҡтары йышайып киткән мәлдә был ҡағиҙәләрҙең айырыуса кәрәкле һәм көнүҙәк булыуын иҫбатлап тороу ҙа артыҡтыр.

Тормош закондарын депутаттар ҙа, юғары власть әһелдәре лә яҙмай, ул йәшәйешебеҙҙең тәбиғи логик ағышы. Һәм, әгәр ҙә ана шул тәбиғи йүнәлеш боҙола йә норманан тайпыла икән, уның сәбәп-эҙемтәһе булараҡ, күңелһеҙ йә фажиғәле хәлдәр килеп тыуа һәм был үҙенә күрә "норма"ға әүерелә башлай. Артабан бындай хәлдәрҙе тыйыу, һис юғы сикләү, тормошобоҙҙо үҙ яйына көйләү, уны мөмкин тиклем хәүефһеҙерәк итеү маҡсатында яҙыла ла инде власть закондары. Үкенескә, ҡайһы саҡ ниндәйҙер сәбәптәр йә ҡаршылыҡтар арҡаһында был закондарҙы ҡабул итеү оҙаҡҡа, хатта йылдарға һуҙылыуы ихтимал. Әлеге үлемесле автоһәләкәттәр һәм киләсәктә уларҙы иҫкәртеү, тимәк, тормошобоҙҙо хәүефһеҙерәк итеү өсөн күрелергә тейешле саралар менән дә тап шулайыраҡ килеп сыҡты. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 2019 йылдың 22 ноябрендә үк водителдәргә һәм тәүгә таныҡлыҡ алырға йыйынған курсанттарға ғәмәлдәге мотлаҡ медицина тикшереүе үтеү тәртибенә үҙгәрештәр индерергә ниәтләгәйне. Яңы положениеға ярашлы, водитель таныҡлығы алыу йә уның ғәмәлдә булыу ваҡытын оҙайтыу өсөн автоһәүәҫкәрҙәргә алкоголь, наркотик һәм психотроп матдәләр ҡулланыуҙы асыҡлаусы өҫтәмә анализ - ҡан һәм кесе ярау тапшырыу кәрәклеге килеп тыуҙы. Был ябай анализ түгел, ул тикшерелеүсенең алкоголгә һәм наркотик ҡулланыуға бәйлелеген раҫлаусы биомаркерҙы күрһәтәсәк ине. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының ошо турала бойороғо сыҡҡас, бындай ҡатмарлы анализ өсөн хаҡтарҙың байтаҡҡа ҡиммәткә төшәсәге асыҡланды. Был иһә халыҡ араһында ығы-зығы тыуҙырҙы: наркологтар кабинеттары, медицина үҙәктәре, психоневрология диспансерҙары ишектәре янында саҡрымдарға һуҙылған сираттар хасил булды - бөтәһе лә хаҡтар артмаҫ борон медицина белешмәһе алып ҡалырға ябырылды. Шул саҡ РФ Президенты В.Путин Һаулыҡ һаҡлау министрлығының әлеге ҡарарын, "был ниндәйҙер чушь" тип ҡырҡа тәнҡитләп сыҡты: "Әлбиттә, алкоголь һәм наркотик ҡулланыуға тикшерелеү үткәрергә кәрәк, - тине ул, - ләкин был эште аҡыл менән, этаплап башҡарырға була бит..."
Шулай итеп, артабан ана шул "этаплау" башланды ла инде. Дөрөҫ, әлеге көндә уның ҡайһы, нисәнсе этабы баралыр - бер кем белмәй, ә шул арала күҙҙәренә аҡ-ҡара күренмәгән иҫерек водителдәр көнө-төнө машиналарында үҙ эштәрен дауам итә. Улар машинаһының аяуһыҙ тәгәрмәстәре аҫтында йөҙәрләгән кеше ғүмерҙәре өҙөлә: ата-әсәләр - балаһыҙ, бала-саға ата-әсәһеҙ етем ҡала. Шуға ҡарамаҫтан, интернет сығанаҡтар, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы медицина белешмәһе юллау өсөн водителдәргә ҡиммәткә төшәсәк тикшереүҙәрҙе үткәрмәҫкә ҡарар итте, тигән ҡолаҡҡа ятмаған хәбәрҙәр менән тулды. Ҡолаҡҡа ла, йөрәккә лә ятмай был хәбәр: водителдәр өсөн мотлаҡ булған медицина тикшереүҙәре "ҡиммәткә" төшә, ә эскән килеш улар тапатып үлтергән кеше ғүмерҙәре ҡиммәте ниндәй үлсәүҙәргә һыя, был ҡиммәттәрҙе кем үлсәр?..
Эскесе һәм наркоман водителдәрҙе хәҙер нарколог-психиатр ҡәҙимге, арзан, анализдар буйынса асыҡларға тырышасаҡ: ябай анализ һөҙөмтәләрендә әлеге симптомды күрһә - күрә, күрмәһә - юҡ, сөнки бындай водитель һәр хәлдә анализ биргән ваҡытта иҫеткес-илерткестәрен ҡулланмай торорға ғына булдыра алалыр. Йәғни, тейһә - тейенгә, теймәһә - ботаҡҡа, тигәндәй килеп сыға инде. Бына был, ысынлап та, кем әйтмешләй, "чушь"! Водитель хәҙер алкоголь һәм наркотикка бәйлелекте күрһәтеүсе ҡатмарлы, махсус анализдар урынына ябай, дөйөм күрһәткестәргә ҡан-һейҙек тапшыра ла - вәссәләм, ҡалғаны тураһында нарколог баш ватһын әйҙә. Хәйер, бөгөн беҙҙә бындай эштәрҙе баш ватмай ғына ла хәл итәләр түгелме әле күптән? Коррупцияның берәү ҙә башына етмәгән. Башҡа күпселек илдәрҙә иһә иҫерек килеш кеше тапатып үлтергәндәрҙе таяҡ менән дә һуҡтыралар, машиналарын да тартып алалар, төрмәгә лә ултырталар, штрафты ла мул ғына сәпәйҙәр. Хатта ки шундай тәрбиәүи сараға ла баралар: иҫерек хәлдә машинала йөрөп тотолған билдәле кешеләрҙең яза сараһын үтәп, ҡайҙалыр бысраҡ таҙартып йә урам һепереп йөрөгән мәлдәрен гәзит биттәрендә сағылдырып та рисуай итәләр - һәр хәлдә, беҙҙәге кеүек уларҙың "баштарынан һыйпау" юҡ...

ӘЙТКӘНДӘЙ...
Эскән килеш рулгә ултырып, автоинспекторҙарға эләккән водителдәрҙе урындағы телеканалдарҙан күрһәтәләр. Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Алан Марзаев хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә ошондай тәьҫир итеү сараһын ҡулланырға тәҡдим итте. Радий Хәбиров был тәҡдимде хупланы: "Бәлки, был тәьҫир итер, бәлки, ҡайһы берәүҙәр оятҡа ҡалырға теләмәҫ..." - тине ул. Әле Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы республика Башлығы ҡушыуы буйынса эскән килеш машина йөрөтөүгә ҡаршы көсәйтелгән эш башланы. 778 иҫерек һәм медицина тикшереүенән баш тартҡан водитель асыҡланған (10 көн эсендә). Тикшереүҙәрҙең күбеһе Туймазы һәм Иглин райондарында уҙғарылған.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.07.20 | Ҡаралған: 441

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru