«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИЖАДТА ЛА ШУЛАЙ: КЕМ ЭШЛӘМӘЙ, ШУЛ АШАМАЙ
+  - 


Башҡорт прозаһы даими эшләгән, ижад иткән һәм китап магазины кәштәләрен әленән-әле яңы баҫмалары менән байытҡан яҙыусылар менән баһалана. Шундайҙарҙың береһе - Хәйҙәр Тапаҡов. Ул үҙен егәрле, эшмәкәр һәм заман проблемаларын тоя белеүсе ҡәләм оҫтаһы итеп танытҡан инде. Ошо көндәрҙә әҙип абруйлы юбилейын - 65 йәшен билдәләй. Ошо айҡанлы уҡыусыларыбыҙға Хәйҙәр Тапаҡов менән ойошторолған әңгәмәне тәҡдим итәбеҙ.

Хәйҙәр ағай, һәр яҙыусының ижади башланғысы бер хәтирә булып йәшәй, һеҙ бына тәүге яҙмаларығыҙҙы иҫләй алаһығыҙмы?

- Ҡәләмгә ҡасан тотондом икән? Хәтерләмәйем. Яҙа белмәгәндә әле, таҡмаҡ сығарып, өлкәнерәк малайҙарҙан туҡмалғаным хәтерҙә, ике апайым да минең әсе теллелекте, телдәрлекте өнәп еткермәй ине. Шунан мәктәпкә барҙым. Унда ла дәрес барышында дәфтәр мөйөшөн күргән-белгәндәрем менән сыбарларға яраттым. Бишенсе класта география дәресе бара. Ул фәндән үтә лә ҡырыҫ холоҡло Булат ағай Бүләков уҡытты. Ә мин шул мәлдә мауығып китеп шиғыр яҙып аҙапланам. Ижадҡа бирелеп, яныма килеп баҫҡан уҡытыусыны ла абайламағанмын. Бына ул ҡағыҙ киҫәген тартып алып, таҡта яғына китте. "Бөттө баш, - мин әйтәм, - хәҙер йә дәрестән ҡыуылып сығам, йә насар билдә алам…" Шунан бер мәл Булат ағай класс уртаһында аяҡтарын киреп баҫты ла минең шиғыр йоратын уҡып ебәрмәһенме! Уҡып бөттө лә журнал битенә ҙур итеп "бишле" ҡуйғас, былай тине: "Хәйҙәр, һин бер ҡасан да шиғыр яҙыуыңды ташлама, йәме, тик уның яҙа торған урыны һәм мәле була…" Әгәр шул ваҡытта Булат ағай мине тиргәп ташлаһа, ҡулыма һуҡһа, кәмһетһә, бөгөн ҡәләмле булыр инемме икән? Икеле.

Ҡәләм тирбәтеү күңелегеҙгә ятһа ла, һөнәр алыуға медучилищеға юл тотҡанһығыҙ. Нисек булды был хәл?

- Унынсы класты тамамлағас, Сибай медицина училищеһына алып барып документтарымды тапшырҙым. Унда уҡырға теләүҙең сере лә ябай - әсәйем йыш сырхай ине, уны дауаларға, сәләмәтләндерергә теләнем. Элеваторға иген ташыған машинаның башына ятып алып, киттем Сибайға. Медицина училищеһына документтарымды тапшырҙым, ятаҡхананан бер бүлмә лә биреп ҡуйған булдылар. Беренсе имтихан химия фәненән икән. Киттем билдәләнгән ваҡытта. Барһам, кабинеттың ишек ауыҙында тиҫтәгә яҡын ҡыҙ-ҡырҡын йыйылған. Бына бер мәл эске яҡтан "Инегеҙ!" тигән уҫал саҡырыу ишетелде. Шуны ғына көткәндәр, тиерһең, теге ҡыҙҙар ишекте асып, эске яҡҡа мине этә төртөп индереп ебәрҙеләр. Иҙән уртаһына һөрлөгөп барып яттым да шул килеш башымды ҡалҡыта биреп: "Здрасьте!" - тигән булдым. Ир кеше һорай ҡуйҙы: "Вы готовы сдавать экзамен?" "Кәнишне!" "Тогда берите билет!" Алғы партаға барып ултырҙым. Һорауҙарҙы беләм һымаҡ, тик ҡайһылайтып яуап бирергә, тип аптыранам, урыҫса ла икмәк-тоҙлоҡ ҡына бит әле. Ултыра бирҙем дә билетты өҫтәл ситенә алып барып һалып ишек яғына йүнәлдем: "До свидания!" "Подожди, парень, ты куда?" - ти ир. "Куда-куда, домой!" "А отвечать кто будет?" "У меня с русским языком очень плохо, хорошо понимаю, без ошибок пишу, а разговаривать не могу". "Тогда, давайте договоримся так, вы чисто на башкирском языке отвечаете. В ходе ответа за каждое добавленное русское слово снижаю балл. Идет?" "Согласен!" Саф башҡортсанан һалдырып яуап бирә башланым. Уҡытыусы иғтибар менән тыңлап бөткәс, былай тине: "Признаюсь, мне очень стыдно, что я не знаю своего родного языка. Сегодня вы мне преподали важный урок, не вы сдали экзамен, а я. Спасибо Вам." Ошо һүҙҙәрҙән аҙаҡ имтихандан ҙур итеп "бишле" ҡуйҙы... Училищены тамамлағас, үҙемдең Йылайыр районында Сәлим тигән бәләкәй генә ауылда мунса ҙурлыҡ медпунктта хеҙмәт юлымды башланым. Ай ярым да эшләп өлгөрмәнем, армия сафына алдылар. Сик буйы ғәскәрҙәре сафында хеҙмәт итеп, старшина булып ҡайттым. Ҡайтҡас, Ейәнсура районында "Тиҙ ярҙам" станцияһында эшләп алдым, шунан тыуған ауылымда яңы ғына асылған табип амбулаторияһына мөдир итеп саҡырттылар. Коллегалар медицина институтына инергә димләнеләр, әммә яңғыҙ әсәйҙе ҡалдырып ҡайҙа ғына бараһың инде?..

Шулай ҙа беҙ һеҙҙе бөгөн башҡорт прозаигы итеп беләбеҙ...

- Аҡ халатлылар мөхите, әлбиттә, ижадымда эҙһеҙ үтмәне, беренсе сыҡҡан китабым "Ғүмер бүләк итәм" тип юҡҡа ғына аталмай бит. Шунан көтмәгәндә бирелеп китеп шиғырҙар яҙырға тотондом. Һирәкләп хикәйәләр ҙә яҙыштырам. Беренсе хикәйәм - "Тоҙло перәниктәр". Ул "Йәшлек" гәзитендә донъя күрҙе. Әммә яҙыусы булғы килмәй шыпа ла, яҙыусы булһаң, сәхнәгә сығып шиғыр уҡып булмай ҙаһа! Бер саҡ шиғырҙарымды бер папкаға тултырып алдым да Өфөгә юлландым, "Йәшлек" мөхәрририәтенә барып индем дә Хәсән ағай Назарҙы эҙләп таптым. Ул ҡабаланмай ғына яҙмаларымды уҡып сыҡҡас, һәр һүҙен кәлепләп үлсәп былай тине: "Мыртый, шиғырҙарың урта сама. Шәп тә түгел, насар ҙа. Әммә һинең ише имгәк шағирҙар беҙҙә быуа быуырлыҡ, йөрөрһөң инде шуларҙың араһында буталып. Мин бит һинең хикәйәләреңде уҡып күҙәтеп барам, арыу яҙаһың. Бар әле "Ағиҙел"дә ултырған Рәшит Солтангәрәйгә, минеңсә, һин уның кешеһе…" Рәшит ағай барып инеү менән былай тине: "Әле генә Хәсән шылтыратты, нишләп йөрөйһөң унда аҙашып?.."
Тағы ла ике йылдан республикала уҙғарылған йәш ижадсылар конференцияһында ҡатнаштым. Мостай ағай ҙа килгәйне. Ул сығышында Александр Твардовскийҙың "Топи котят пока слепые" тип ҡасандыр әйткән һүҙҙәрен дә иҫләп алды. Уның хаҡлы икәнен бөгөн килеп белдем - ҡулыңдан килмәһә, һәләтең булмаһа, ижад менән шөғөлләнмә икән ул, Хәсән ағай әйтмешләй, ниңә йөрөргә һалыҡ булып, үҙең йонсоп, башҡаларҙы этләндереп. Хәсән ағайға теге саҡ тәҡдим иткән шиғырҙар һаман да ята бер сумаҙан булып, ташларға ҡул бармай нишләптер, ни тиһәң дә, минең күҙ нурҙары тамған бит уларға, ихласлығым, тырышлығым һалынған.
Шулай итеп, ижад минең матур, ҡәҙерле донъяма, Мостай ағай әйтмешләй, тормошомдоң ҡояшлы яғына әйләнде. Туҡтауһыҙ тын алырға кәрәк булған кеүек, яҙмайынса йәшәй алмайым. Яҙмышымды яҙам. Күргән-кисергәнемде яҙам. Яҙыу аша тирә-яғыма шәхсән мөнәсәбәтемде белдерәм, әле булған, булып ятҡан, булырға тейеште күҙаллап яҙам. Йәштәр уҡыуҙан биҙҙе, тигәнде күҙҙә тотоп, уларға ҡулайлашып алып, уймаҡ хикәйәләр яҙа башланым. Яҙам да интернеттағы битемә ҡуям. Нимәһе ғәжәп, уҡыйҙар бит, үҙҙәренең теләктәрен һәм ҡараштарын белдерәләр. Хәҙер уймаҡ хикәйәләрҙән торған ҙур бер йыйынтыҡ әүәләп тә бөттөм инде, уның ҡасан донъя күререн бер Хоҙай белә. Шулай булмай тағы, "Китап" нәшриәтендәге сират биш йылға бер тапҡыр ғына бит. Ошо сиратты боҙорға, алдан ынтылырға, әрһеҙләшергә ярамай. Ә бит боҙорға ине. Кем ижад итә, кем эшләмәй, шул ашамай, принцибына таянып баҫһындар, әйҙә. Юғиһә, әллә ҡасан сыҡҡан әйберҙәрҙе ҡабаттан туплап, "Һайланма әҫәрҙәр" баҫыу модаға инеп китте, ә йәш кеше беренсе китабын сығара алмай көтөп йөрөй. Һайланма әҫәрҙәр, уйлап ҡараһаң, кисәге көн, ә бит урамда бөгөн икенсе мөхит, икенсе мөнәсәбәттәр, ана шул хаҡта яҙырға, ана шуларҙы яҡтыртырға кәрәк.
Элек әҙәби осрашыуҙар бик йыш була торғайны, яҙыусылар халыҡ араһына йыш сыға ине. Бына ошо матур күренеш тә юҡҡа сыҡты. Аралашыу, фекер алышыу юҡ. Үҙ донъябыҙға бикләндек. Яҙырға ла мөмкин, яҙмаһаң да һине борсоусы юҡ, йәғни үҙеңә-үҙең хужа. Был бик насар, үтә лә насар. Аралашҡанда ғына кешенең күңеле байый, бер-береңә яҡын булғанда ғына яңы фекер, идея тыуа.
Кеше китаптан биҙҙе, уҡыуҙан ситләште, тинем. Шулай булһа ла ижад итәм. Мине бер кеше генә уҡыған хәлдә лә яҙыр инем. Уҡымаһалар ҙа иҫем китә һалып бармай, тимәк, мин уның яҙыусыһы түгелмен, юғиһә, ҡайһы бер ҡәләмдәштәр, мине уҡымайһығыҙ, тип үпкәләй һалып бара. Уҡыу өсөн дә үҙәккә үткәреп, урын-еренә еткереп яҙа белергә кәрәк бит әле. Бөгөн "яҙыусылар", "шағирҙар" үтә лә үрсеп китте, теге саҡта Хәсән ағай әйтмешләй, улар эт тубығынан. Яҙа-йоҙа яҙалар ҙа аҡсаһын, яйын табып, үҙнәшер юлы менән китап итеп тә сығаралар. Ә унда йә хикәйә юҡ, йә шиғыр тигәндәй. Әүәле күҙәтеп барыу бар ине, контроль бар ине. Хәҙер ауыҙ тултырып яҙыусы, йә шағир тип иғлан итәләр, оятыма ҡаршы мин ул кешене белмәйем дә, уҡымағанмын да. Китаптың ҡәҙере китеп бара, һүҙҙең бәҫе, ҡеүәте кәмене, шуны ғына әйтмәксемен.
Шулай ҙа бөгөнгө йәштәргә өмөтөм ҙур. Шағирҙарҙан Салауат Әбүзәрҙе, Зөлфиә Ханнанованы яратып уҡыйым, сәсмә әҫәрҙәр йәһәтенән Мөнир Ҡунафинды, Миләүшә Ҡаһарманованы. Уларҙың ижадын күҙәтеп барам, яҡшы әйберҙәрен уҡыһам, ҡыуанып шылтырата һалам. Алай ҙа ошондай йәштәребеҙ бар. Тимәк, әҙәбиәтебеҙ йәшәне һәм йәшәйәсәк! Ай, Аллам, йәштәр, тим тағы, уларым бөгөн ҡырҡ-илле йәшлектәр икән дә баһа! Ә ҡайҙа 20-25 йәшлектәр? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юҡ. Бәлки, барҙыр ҙа. Эҙләһәң, табып та булалыр. Был теләгем - Яҙыусылар берлегенә.
Әҙәм балаһын өмөт йәшәтә, тиҙәр, әйҙәгеҙ, бөгөнгө көндө яманламай яҡты киләсәккә өмөт итәйек. Матурлыҡты күрәйек, матур булырға тырышайыҡ. Ижадтың асылы ла бит - яҡтылыҡ, нур!

Әлиә СӘЙҒӘФӘРОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.02.20 | Ҡаралған: 551

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru