«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДАЛА УЛДАРЫ - ҠЫПСАҠТАР БЕҘ!
+  - 

XIII-XIV быуаттарҙа ҡыпсаҡтар Урал алды территорияһының ғәйәт ҙур киңлектәрендә, Волга һәм Яйыҡ йылғалары арауығындағы далаларҙа күсенеп йөрөй. Йәйҙәрен уларҙың көтөүлектәре Ыҡ һәм Ағиҙел йылғалары араһындағы ерҙәрҙә була. Әммә монгол баҫҡынсылығы арҡаһында арта барған миграцион ҡыҫым уларҙы төньяҡҡа һәм көнсығышҡа табан күсеп китергә мәжбүр итә. Ҡыпсаҡ ырыуына ҡараған риүәйәттәрҙә ата-бабаларының Кинель йылғаһы үҙәненән, Туҡ һәм Соран йылғалары буйҙарынан, Һамар үренән әлеге йәшәгән ерҙәренә күсеп килеүҙәре хаҡында һөйләнелә.
Ҡыпсаҡтар Ағиҙел йылғаһының уң яғы буйлап уның урта һәм үрге ағымы тарафтарынаса килеп етә, унан Дим йылғаһының түбәнге ағымы буйҙарындағы ерҙәрҙе, Ағиҙелдең һул яҡ ярын һәм Елем үҙәнен биләй. Ҡыпсаҡтарҙың ҙур өлөшө Ыҡ бассейнына ыңғайлай. XVIII быуатҡа ҡараған документтарҙа Ыҡ һәм Сөн буйында "Сарыш-Ҡыпсаҡ олоҫо", ә Ағиҙел йылғаһының түбәнге ағымында, Камаға ҡойған еренә тиклем ике яры буйында "Гәрәй олоҫо" булыуы теркәлгән. Бөгөлмә ҡалҡыулығының көнсығышында, Асылыкүлгә яҡын ерҙәрҙә аслы-ҡыпсаҡтар йәшәй, Ыҡ йылғаһынан көнбайышҡараҡ төркмән-ҡыпсаҡтар биләмәләре була. Гәрәй-ҡыпсаҡтар Елем йылғаһы буйҙарында көн итә, унан көнсығышҡа, таулы зонаға күсенә. Ҡарағай-ҡыпсаҡтар тау араларындағы үҙәндәрҙе биләй. Ҡара ҡыпсаҡтар, сәнкем-, һыуын-, бошман-ҡыпсаҡтар Ағиҙел йылғаһының көньяҡ бөгөлөнән Һаҡмар йылғаһының түбәнге ағымы тарафтарына тиклем ерҙәрҙе биләй, XV-XVI быуаттарҙа Нөгөш йылғаһы буйлап төньяҡҡа йүнәлә, Оло Ыҡ йылғаһының һул ҡушылдыҡтары буйындағы урманлы ерҙәрҙә көн итә. XVI-XIX быуаттарҙа ҡарағай-ҡыпсаҡтар бөрйәндәр һәм түңгәүерҙәр менән бер ваҡытта Урал аръяғындағы ерҙәргә үтеп инә. XVII-XVIII быуаттарҙа, нуғайҙарҙың ошо ерҙәрҙән күсеп китеүе менән, ҡыпсаҡтар Һамар йылғаһының уң ҡушылдыҡтары, Оло һәм Кесе Үҙән йылғалары үҙәндәрендәге ерҙәрҙе биләй. XIX быуаттың икенсе яртыһында улар башҡа бер башҡорт ырыуҙары вәкилдәре менән Оло Ырғыҙ буйҙарына күсеп китә.
Хәҙерге ваҡытта ҡыпсаҡ ырыуы вариҫтары Башҡортостандың Күгәрсен, Көйөргәҙе, Ейәнсура, Йылайыр, Ишембай, Белорет, Бөрйән, Баймаҡ, Әбйәлил, Әлшәй, Мәләүез райондарында, Ырымбур, Һарытау һәм Һамар өлкәләренең байтаҡ ҡына башҡорт ауылдарында йәшәй.
Ҡыпсаҡ ырыуы генофондында R1a1-M198 гаплотөркөмө вәкилдәре өҫтөнлөк итә (54%). Шулай уҡ күп һанда булмаған башҡа гаплотөркөм кешеләре лә бар: N1b-P43 (6%), N1c1-M178 (6%), R1b-M73 (5%), R1b-M269 (3%), C-M130 (3%), E1b1-M35 (2%) һәм J2-M172 (2%). Был тикшеренеүҙәр ҡыпсаҡтарҙың ата-бабаларының төп өлөшө боронғо һинд-европа (һинд-иран) ҡәүемдәренән булып, I мең йыллыҡ урталарында Үҙәк Азия күскенселәре мөхитендә төркиләшеүен фараз итергә мөмкинлек бирә. Ҡыпсаҡ ырыуы башҡорттары дөйөм башҡорт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, баҫҡынсыларға ҡаршы ҡыйыу көрәшә, ер һәм рух азатлығы өсөн күтәрелгән ихтилалдарҙа мөһим роль уйнай. Һыуын-Ҡыпсаҡ олоҫо старшинаһы Яманһары Яппаров беренселәрҙән булып Пугачев лагерына килеп етә, ә Бошман-Ҡыпсаҡ олоҫо старшинаһы Кинйә Арыҫланов 1773-1775 йылдарҙа барған пугачевсылар хәрәкәтендә баш күтәргән башҡорттарҙың идеологы булып таныла. Поход старшинаһы Аҡмәмбәт Ураҙғолов етәкселегендә 9-сы башҡорт полкы яугирҙары рус армияһы составында Парижды алыуҙа ҡатнаша. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ҡыпсаҡ ырыуының аҫыл ир-егеттәре Ғәфиәтулла Арыҫланов, уның ауылдашы Сәлмән Биктимиров, Ҡара-Ҡужаҡ бей тоҡомо Морат Ҡужаҡов, Садыҡ Сайранов, Әбдерәүеф Дәүләтов, Зөбәй Үтәғоловтар Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.
Башҡорт автономияһы өсөн барған милли хәрәкәт башында барыусылар араһында бер туған Ғабдулла һәм Хөрмәтулла Иҙелбаевтар була, ә башҡорттар араһынан тәүге композитор булып танылыу табасаҡ Ғәзиз Әлмөхәмәтов ҡыҙылдарға ҡаршы күтәрелгән Ҡыпсаҡ доброволецтары отрядын төҙөүҙә әүҙем ҡатнаша. Совет Башҡортостаны тарихында Бәхтегәрәй Шәфиев һәм Шәһит Хоҙайбирҙиндар лайыҡлы урын биләй. Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов СССР тарҡалғандан һуң 20 йыл буйына Башҡортостан Республикаһының арҙаҡлы етәксеһе, уның Беренсе Президенты булды, Рәсәй етәкселеге хөрмәт иткән федераль кимәлдәге сәйәсмән булып танылды.
Республикабыҙҙа танылыу тапҡан байтаҡ ҡына хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәрҙәре, билдәле яҙыусылар, шағирҙар, ғалимдар, табиптар, сәнғәт әһелдәре, Башҡортостандың социаль-иҡтисади һәм рухи үҫешенә тос өлөш индерә алған арҙаҡлы шәхестәр ҡыпсаҡ ырыуы ауылдарында тыуып үҫкән. Билдәле башҡорт шағирҙары һәм яҙыусылары Ғабдулла Амантай, Баязит Бикбай, Рауил Бикбаев, Марат Кәримов, Гөлфиә Юнысова, Ноғоман Мусин, Динис Бүләков, Тамара Ғәниева, Сабир Шәрипов, Рәмил Йәнбәков, Ғәлим Хисамов, ғалимдар Мөхтәр Сәғитов, Зиннур Ураҡсин, Әхмәт Сөләймәнов, Ғәли Сәйетбатталов, Марат Зәйнуллин, Вәли Псәнчин, Марат Ҡолшәрипов, артистар Вәлиулла Мортазин, Ғиниәт Ушанов, Ғәшиә Абызгилдина, Тамара Хоҙайбирҙина, Муллаян Сөйәрғолов, Заһир Вәлитов, Римма Амангилдина, Минзәлә Хәйруллина, композитор Ғәзиз Дәүләтбирҙин, табиптар Венер Сәхәүетдинов, Марат Аҙнабаев, Сәлиә Мырҙабаева һәм башҡа арҙаҡлы ҡыпсаҡ ул-ҡыҙҙары менән ырыуҙаштары хаҡлы рәүештә ғорурлана.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әҙерләне.
(Аҙағы. Башы 49-51-се һандарҙа).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.01.20 | Ҡаралған: 528

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru