«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
РЕСПУБЛИКА МЕНӘН БЕРГӘ ҮҪӘЙЕК!
+  - 


Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров юғары вазифаға һайланып ҡуйылғандан һуң беренсе тапҡыр Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһап, уҙған йыл һөҙөмтәләрен барланы һәм алдағыһына бурыстар билдәләне. "Бер йыл элек республикаға ҡайтҡас, хәл-торошто баһаланым һәм проблемаларҙың торлаҡ-коммуналь хужалыҡта, медицинала йәки мәғарифта ғына түгеллеген аңланым, - тип башлап китте сығышын Радий Фәрит улы. - Ата-бабаларыбыҙҙың бөтөн эште бергә хәл итеү ғәҙәте булыуға ҡарамаҫтан, идара итеү вертикалендә лә, айырым коллективтарҙа ла берҙәмлек булмауын күрҙем. Ниндәйҙер пессимизм, үҙ көсөңә, республиканың киләсәгенә ышанмаусылыҡ бар ине һәм ул бөгөн дә бар. Шуға күрә мин идара итеү командаһы алдына берҙәмлеккә өлгәштерер маҡсаттар ҡуйҙым..." Түбәндә Мөрәжәғәтнамәнең төп мәлдәренә туҡталып, өлгәшелгән маҡсаттарҙың ҡайһы берҙәрен барлап үтәбеҙ.

Инвестициялар һәм яңы производстволар. Быйыл Башҡортостан иҡтисадына инвестициялар күләме 15 процентҡа артҡан. Һуңғы йылдарҙа бындай күрһәткес нолгә тигеҙ булған. "Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, әлеге ваҡытта күптәр насар, ярлы йәшәй. Күптәрҙең йәшәү шарттары ауыр. Улар яҡшыраҡ йәшәһен өсөн көслө бюджет, ҡеүәтле иҡтисад, ауылдарҙа һәм ҡалаларҙа тәртип кәрәк. Был мәсьәләләр берҙәмлек булғанда, клан, сәйәси, этник һәм башҡа уйлап сығарылған сәбәптәр ҡамасауламағанда ғына хәл ителә", - тип Радий Фәрит улы дөйөм алғанда 100 инновацион проектты тормошҡа ашырыу планы менән уртаҡлашты һәм быйыл инвестицияларҙың артыуының яҡшы һөҙөмтә булыуын, Башҡортостан өсөн бының алдынғы эшлекле үҙәк, эшҡыуарҙар өсөн иң яҡшы төбәк булыуға тәүге аҙым икәнлеген билдәләп, йыл һөҙөмтәләре буйынса республиканың Рәсәйҙең иң һөҙөмтәле төбәктәр иҫәбенә инеүен һәм 1,3 миллиард күләмендә РФ Хөкүмәте грантына лайыҡ булыуын белдерҙе.
Бюджетты урлау. Радий Фәрит улы белдереүенсә, элекке 37 юғары вазифалы кешегә коррупция енәйәте хөкөмө сығарылған, тағы 42-һенә ҡарата енәйәт эше асылған. "Беҙ дәүләт кеҫәһенә ҡул тығыусыларҙың исемдәрен асыҡтан-асыҡ атаясаҡбыҙ, сөнки юлдар төҙөлөшөнән, подъездарҙы һәм ихаталарҙы ремонтлауҙан ғына түгел, хатта мәктәп ашханаларында балаларҙың ризығын да урлайҙар", - тине ул.
Инцидент һәм социаль селтәрҙәр мониторингы. "Командамдағы һәр кемдән кешеләрҙең проблемаһының айышына төшөнөүҙәрен, уларҙы хәл итеү юлдарын табыуҙы, уларҙың мөрәжәғәтен ишетә белеүҙе талап итәм. Бында бер йыл элек индергән "Инцидент менеджмент" системаһы төп ҡорал булып тора. Һөҙөмтәлә власть халыҡҡа йөҙ борҙо. Киләһе йылдан иһә республикала Төбәк менән идара итеү үҙәге ойоштороласаҡ", - тине Радий Хәбиров.
Төҙөкләндереү һәм дөйөм эштәр. Бында республика Башлығы тормошобоҙға үтеп ингән вандаллыҡҡа иғтибар йүнәлтте. Ысынлап та, бөгөн генә ремонтланған, төҙөкләндерелгән урындар иртәгәһенә ҡыйратыла, емерелә икәненә шаһит булып торабыҙ. "Үҙ йортоңда, ихатаңда, республикаңда тәртип булдырыу - һәр ҡайһыбыҙҙың эше икәнлеген аңлатырға, бер-беребеҙҙең ихтыяжын иҫәпкә алып, килешеп эшләргә, халыҡты яңырыу энергетикаһы менән зарядларға, уларҙы уртаҡ төҙөкләндереү эше менән берләштерергә, подъездарҙың, ихаталарҙың, лифттарҙың ремонтланған, матур булыуы фатир хаҡтарын һиҙелерлек арттыра икәнлеген аңлатырға кәрәк", - тине ул. Әйткәндәй, быйыл 400 ихата, 3 мең подъезд ремонтланһа, 700 километрҙан ашыу урамға яҡтылыҡ ҡуйылһа, киләһе биш йылда 3000 күп фатирлы йорт, 15 мең подъезд ремонтланасаҡ, йыл һайын 400 ихата төҙөкләндереләсәк.
Торлаҡ төҙөлөшө. Йыл дауамында 2 мең ғаилә үҙ фатирының ишеген асып ингән. Алдағы йылдарҙа башҡалар ҙа бәхетле мәлдәрен кисерәсәк. Ғөмүмән, йыл башынан алып 2 миллион квадрат метр самаһы торлаҡ төҙөлгән. Подряд эштәрен башҡарыусы компаниялар бер үк ваҡытта социаль объекттар төҙөй, территорияны төҙөкләндерә. Балалар баҡсалары, мәктәптәр, поликлиникалар төҙөргә риза булмай тороп, төҙөлөшкә ризалыҡ бирелмәй.
Уңайлы мөхит. Республикала уңайлы ҡала мөхите булдырыу, парктарҙы һәм скверҙарҙы ремонтлау буйынса ҙур күләмле программа эшләй. Баш ҡалала "Беренсе Май" паркы яңыртылған да инде. Тиҙҙән "Ҡашҡаҙан" паркы, Бейеүсе торналар фонтаны торған "Дубки" скверы йөҙөн үҙгәртәсәк. Совет майҙаны ла танымаҫлыҡ булып үҙгәрәсәк, унда халыҡ йыйған аҡсаға генерал Шайморатов һәйкәле урынлаштырыласаҡ. Ағиҙел һәм Ҡариҙел йылғаларының яр буйы икенсе төҫ аласаҡ, Өфөнөң тарихи үҙәген реконструкциялау буйынса ҙур проект тормошҡа ашырыла башлаясаҡ.
Йәмәғәт транспорты. "Башавтотранс"ҡа баш ҡаланы барлыҡ район үҙәктәре, ә барлыҡ район үҙәктәрен һәр бер ауыл менән бәйләүсе даими транспорт хәрәкәте булдырыу бурысы ҡуйылған. Республикала был тармаҡ илдә иң яҡшыһы булырға тейеш. Юлдар. Үтеп барған йылда 1,5 мең километр самаһы юл ремонтланған, 900 километрына ҡом-таш түшәлгән, 50 километр юл һалынған һәм 5 күпер төҙөлгән. 2024 йылға барлыҡ проблемалы күперҙәр ҙә тәртипкә килтереләсәк. Медицина хеҙмәте. "Беҙ ҡыҫҡа ваҡытта дауаханаларға һәм поликлиникаларға 660 медицина хеҙмәткәре йәлеп итеүгә өлгәштек. Халыҡты беренсел ярҙам менән тәьмин иттек. Сираттарҙа тороу ваҡытын кәметтек. Табипҡа яҙылыуҙы ябайлаштырҙыҡ... Был өлкәлә барлыҡ проблемаларҙы ла хәл иттекме? Юҡ, әлбиттә. Әммә ошо тема буйынса граждандарҙың мөрәжәғәттәре күпкә кәмене, тимәк, беҙ дөрөҫ юлдан барабыҙ", - тине республика Башлығы. Билдәләнеүенсә, йыл башынан йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙарынан, яман шештән вафат булыусылар, юл-транспорт фажиғәләре, үҙ-үҙеңә ҡул һалыу, алкоголь менән ағыуланыу һөҙөмтәһендә яҡты донъя менән хушлашыусылар һаны кәмегән.
Еңеү көнө тураһында. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршылағанда ветерандар барыһы ла торлаҡ менән тәьмин ителергә, фронтта булыусыларға һәм тыл хеҙмәткәрҙәренә ярҙам күрһәтелергә, барлыҡ хәрби мемориалдар һәм стелалар тәртипкә килтерелергә тейеш. Шулай уҡ ул юбилей йылында "Патриот" хәрби-патриотик паркы төҙөлөшөн башлау хаҡында ла белдерелде.
Атай-әсәй булыу - бәхет. "Беҙ матди байлыҡ, карьера, аҡса эшләү менән артыҡ мауығып, иң мөһиме - атай-әсәй бәхете икәнлеген онотоп ебәрҙек. Яңы машина, фатирҙағы ремонт, турсәйәхәт бала йылмайыуынан да мөһимерәк була аламы? Тормошобоҙҙа шунан да ҡиммәтерәк тағы нимә бар?" - тип һорау ҡуйҙы республика Башлығы һәм йәштәргә мөрәжәғәт итеп, хөкүмәттең һәр бала өсөн ҡыуанғанын, дәүләт тә, хөкүмәт тә ярҙам итергә әҙерлеген белдерҙе. Билдәләнеүенсә, граждандарҙың яуаплылыҡтан ҡурҡыуы һөҙөмтәһендә республикала йыл һайын 10 мең сабый тыумай ҡала...
Тәбиғәт байлыҡтары. Радий Хәбиров үҙенең сығышында төбәктә тәбиғәт байлыҡтарын урлауға, урмандарҙы ҡырҡыуға нөктә ҡуясағын белдерҙе: "Ҡайһы бер эшмәкәрҙәр мине ишетмәне, беҙ һаман да тәбиғәт байлыҡтарын юғалтыуҙы дауам итәбеҙ. Мин был проблеманы мотлаҡ ослап ҡуясаҡмын".
Фәнни белем биреү үҙәге. "Беҙ был үҙәк сиктәрендә дүрт: химия, энергетика, медицина, аҡыллы машиналар һәм авиация йүнәлештәренә иғтибар туплаясаҡбыҙ, - тине республика Башлығы. - Ошо тармаҡтарҙа технологик лидерҙар булдырырға тырышасаҡбыҙ. Яңы перспективалы һөнәрҙәр асасаҡбыҙ, абруйлы ғалимдарҙы саҡырасаҡбыҙ. Беҙҙә 150 вуз-ара кафедра, яҡшы йыһазландырылған лабораториялар барлыҡҡа киләсәк. 5 мең урынлыҡ заманса вуз-ара студенттар кампусы төҙөйәсәкбеҙ". Шулай уҡ республикала Евразия федераль университеты ла ойоштороласаҡ. Киләһе йылда Өфөлә математика һәм IT-технологиялар буйынса һәләтле балалар өсөн республика лицей-интернаты асыласаҡ.

Шулай итеп...
Республика Башлығы сығышының һуңында былтыр алынған йүнәлештәр һәм эшмәкәрлек буйынса фекеренең үҙгәрмәүен һәм артабан да ошо юҫыҡта эш алып барырға кәрәклеген белдерҙе. Шулай ҙа йәштәргә айырым мөрәжәғәт итте: "Йәштәр һәр саҡ яҡшы тормош эҙләп сығып китә, икенсе кемдер булдырған мөхиткә инеп китә ала. Әммә был осраҡта улар үҙҙәре булдырғандың түгел, кемдеңдер уйының бер өлөшө генә булыуын аңларға тейеш. Бында, тыуған ереңдә, ауырлыҡтарҙы - бюрократияны, юҡлыҡты, аңлашмаусанлыҡты һ.б. еңеп, үҙегеҙҙең тарихығыҙҙы яҙаһығыҙ! Уны үҙегеҙ эшләйһегеҙ! Ул һеҙҙең идея һәм проект, һеҙҙең ижад, һеҙҙең республикағыҙ буласаҡ". "Беҙҙең бай тарихыбыҙ, ҡеүәтле иҡтисадыбыҙ, үҫешкән мәҙәниәтебеҙ һәм иҫ киткес тәбиғәтебеҙ бар. Әммә улар беҙҙең ҡаҙаныш түгел. Улар барыһы ла Аллаһы Тәғәлә һәм беҙҙең бөйөк ата-бабаларыбыҙ тарафынан булдырылған. Ә мин үҙебеҙҙең ҡаҙаныштар, үҙебеҙ булдырғандар, үҙебеҙ төҙөгәндәр менән ғорурланыуыбыҙҙы, бүлә-бүләсәрҙәребеҙҙең "рәхмәт" тип әйтеүен теләйем, - тине йомғаҡлау һүҙе итеп республика Башлығы. - Әйҙәгеҙ, республика менән бергә үҫәйек, уны көн һайын матурыраҡ, яҡшыраҡ, байыраҡ итергә тырышайыҡ. Һәм үҙебеҙ ҙә яҡшыраҡ булайыҡ. Был беҙҙең ҡулдан килә. Бергәләп алға, Башҡортостан!"

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.12.19 | Ҡаралған: 391

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru