«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТӨРКИ ДОНЪЯҺЫНДА ҺАМАН ДА УНАН ОЛО ҒАЛИМ ЮҠ
+  - 



Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған баҫмаларҙың иң сағыуҙарының береһе ул - "Шаҡай бураны". Күренекле яҙыусыбыҙ Ғәлим Афзал улы Хисамовтың хеҙмәт емеше. Тарих биттәрендәге башҡорт халҡының азатлыҡ өсөн көрәшенең бер этабы, милләткә әллә күпме яңылыҡтар һәм юғалтыуҙар алып килгән яңы башланғыс, беҙҙең өсөн быуаттар буйына актуаль булған мәсьәләләр, проблемалар тураһындағы әҫәр. Рух һәм милли характер тураһындағы, идеялар һәм шәһитлек тураһындағы, батыр психологияһы һәм илһөйәрлек фәлсәфәһе тураһындағы... Бына ошоларҙы еткерергә теләй уҡыусыларына Ғәлим ХИСАМОВ.

Иң тәүҙә әҫәрҙең атамаһын асыҡлап китәйек әле: нимә аңлата ул "Шаҡай бураны"?

- Шаҡай - ул боронғо төрки календары буйынса ҡыштың иң һыуыҡ айы февралгә тура килә. Йәғни, "шаҡылдап" торған туң, һалҡын, ыжғыр ай. 23 февралдә иһә бөтә Рәсәй буйынса революция тоҡанып китә һәм был хәл-ваҡиғалар образлы ла, ысын мәғәнәһендәге лә буран була. Рәсәй эсенә ингән барлыҡ милләттәргә лә ҡағыла ул, ә инде беҙҙең тормошҡа айырыуса көслөрәк булып килеп инә. Әҫәрем был бурандың нисек итеп кешеләрҙең мейеһенә үтеп инеүе, нисек итеп күңелдәрҙе йылытыуы һәм йән аямай алға ынтылырға мәжбүр итеүе тураһында.

Әҫәрҙә барған хәл-ваҡиғаларҙы һеҙ шул заман кешеһе күҙлегенән анализлайһығыҙмы, әллә автор бөтөн шул тарихтың ағышын белгән бөгөнгө кешеме?

- Ҡатмарлы һорау... Был тәңгәлдә беҙ үҙ-үҙебеҙ менән намыҫлы булырға бурыслы һәм шунлыҡтан әҫәрҙе мин шул заман күҙлегенән генә яҙҙым, тип раҫлау ҙа дөрөҫ булмаҫ. Нисек кенә әйләндерһәк тә, беҙ ул тарихтың ҡайһылай башланғанын һәм ни рәүешле бөтәсәген беләбеҙ. Әлбиттә, мин геройҙарымдың уй-фекерен һәм уларҙың ваҡиғалар ағышына ҡарата мөнәсәбәттәрен шул мәл һәм шул заман күҙлеге аша бирергә тырыштым. Шулай уҡ бер нәмәне лә биҙәмәнем дә, үҙгәртмәнем дә, арттырманым да, кәметмәнем дә. Берәүҙе лә аҡларға ла, ҡараларға ла ынтылманым. Ысынында, тарих беҙҙән аҡлау ҙа, аңлау ҙа талап итмәй ул. Ул нисек булған - шулай булған. Мин бары тик ҡайһы бер идеяларҙы ғына аңлатып китергә теләнем. Мәҫәлән, башҡорттоң шул Шаҡай буранына ҡалҡыныуы, 1557 йылдан алып иҫәпләгәндә, 89-сы күтәрелеше була! Бер генә милләт өсөн был бик, бик күп.

Ғәлим Афзал улы, һеҙ тарихты төплө белгән, ихтилалдар мәсьәләһен сәйәси генә түгел, ә фәлсәфәүи яҡтан да өйрәнгән кеше. Бына, башҡорт батша власына ҡаршы 89 тапҡыр баш күтәргән, тинегеҙ. Баш күтәргән һайын улар аҙаҡтан баҫтырылған, карателдәр тарафынан ҡырылған, ҡанға батырылған. Әммә нисәлер йылдан шул уҡ юлды яңынан ҡабатлаған. Һәм тағы... Һәм тағы. Был инде ниндәйҙер идея сиктәренән сығып, үҙ-үҙеңде юҡҡа сығарыу уҡ булып китмәйме?

- Беҙ бик уникаль милләт. Был бер генә лә арттырыу түгел. 89-сы тапҡыр баҫтырылғас, 20-се йылда тағы бер күтәрелеш була (90-сы), унан 30-сы йылдағыһында ла ҡорбандар аҙ түгел (91-сеһе). Беҙ бына шундайбыҙ. Был үҙенсәлек башҡорттарҙа һәм Кавказдың бер-ике халҡында ғына бар. Бөйөк рус халҡында ла, туғандаш халыҡтарыбыҙҙа ла, ҡайһы бер яуҙарҙа беҙҙең менән булған фин-уғырҙарҙа ла әлеге үҙаллы йыйналып яуға күтәрелеү, бер орандан ҡапыл күтәрелеп ҡуба алыу сифаты юҡ. Был характер һыҙаты хаҡында минең дә күп уйланғаным булды. Халыҡ бит наҙан булмаған, хәтерһеҙ булмаған, аҙағынан ни булырға мөмкинлеген дә аңлаған, әммә һаман-һаман шул аҙымға барған. Тимәк, беҙҙең милләт ҡанында ул шәһитлек.

Нисәнсе йылдарға тиклем Әхмәтзәки Вәлиди исеме беҙҙә тыйылған тема булды?

- Туҡһанынсы йылдарға тиклем. Башҡорт халҡында тыйылған исемдәр һәм темалар аҙ булмай ул. Мәҫәлән, Салауат Юлаев кеүек ихтилал башлыҡтары, батырҙар һәм уларға бәйле тарихтар, йырҙар, риүәйәттәр - улар барыһы ла үҙ заманында тыйылған була. Тыйылып ҡына ҡалмай, уларҙың ваҡиғаһы кәрәкле юҫыҡҡа үҙгәртелеп, яңылыш мәғлүмәтле булып китә. Тик халыҡ хәтере бит йыуып уңдырыла торған әйбер түгел. Ул нисек кенә күнгән төҫ яһаһа ла, үҙ хәҡиҡәтен белә һәм иҫләй. Шуның кеүек, беҙҙең атай-әсәйҙәр ҙә Әхмәтзәки Вәлидиҙең кемлеген белде һәм хәтерләне. Улар уны бер ваҡытта ла ләғнәт менән телгә алманы. Өндәшмәне, исемен йәшерҙе, әммә әрләмәне, ғәйепләмәне. Әгәр ысынлап насар уйҙа булһалар, бер әйтмәһәләр, бер әйтерҙәр ине бит. Ниндәйҙер гәзиттә ил сәйәсәте ағымында булған әҙәмдәр уны һүгә, ә ябай халыҡ шуны уҡый ҙа ситкә һала, тик был әргә ҡушылмай. Сөнки уның үҙ фекере, үҙ уйы бар. Һәм был бөгөн дә шулай бит, халыҡтың ниәте ил өҫтөндә осоп йөрөгән сәйәсәт менән бер нисек тә тап килмәй.

Был оло шәхестең иҫтәлектәрен, яҙмаларын өйрәнгән ваҡытта уның хис-тойғоларын һиҙҙегеҙме? Нисек итеп тойҙоғоҙ уның булмышын? Ниндәйерәк кеше итеп ҡабул иттегеҙ?

- Уңайһыҙ булһа ла әйтәйем, яҙған ваҡытта әллә нисә ултырып иланым... Уның идеялары менән ярһыу ҙа, һоҡланыу ҙа, ҡуша һыҙланыу ҙа, йәлләү ҙә, һағыштарын бүлешеү ҙә тыныс ҡына ҡалдыра алмай ине. Бик оло ғалим була ул. Һәм төрки донъяһында бөгөн дә тарих өлкәһендә унан бөйөгөрәк белем эйәһе юҡ әле. Быны беҙ түгел, ә төрки донъяһы танып тора. Иран, Германия илдәре һаман да уның хеҙмәттәрен беренсе урында тота. Шулай итеп, ғилем киңлегендә уны танымау мөмкин түгел.
Кеше булараҡ мин уны бик көслө ихтыярлы, әхлаҡлы ир итеп тойҙом. Һүҙен һәр ваҡыт тотҡан һәм үтәгән. Миҫал итеп әйткәндә, ул Төркиәгә килгәс, егерме йыл буйына Башҡортостанда ҡалған ҡатынын көтә. Уға биргән вәғәҙәһен боҙа алмай. Һөйләшеүҙәре буйынса, ҡатыны ла ниндәйҙер арауыҡтан һуң юлға сығырға тейеш була. Тик бында хәлдәр бөтөнләй мөшкөлләнеп китә. Был осраҡта Вәлиди көрәште тик ирҙәр араһында ғына тип яңылыша, репрессиялар ҡатындарҙы ла, балаларҙы ла, ҡарт-ҡороно ла аяп тормай. Аҙаҡ ҡына, инде барлыҡ өмөттәре өҙөлгәс, олоғайып ҡына өйләнеп ҡуя.

"Шаҡай бураны"н яҙғанда һеҙ ошо ваҡиғаларға бәйле барлыҡ документтарҙы ла өйрәнгәнһегеҙ бит инде. Әхмәтзәки Вәлиди тураһындағы ниндәй уйҙырмаларҙы кире ҡаға алаһығыҙ?

- Мәҫәлән, Вәлиди халыҡтан йыйылған алтын менән сит илгә ҡаса, тигәнде. Эйе, алтын йыйыла, Башҡорт хөкүмәтенең алтыны була. Әммә ул алтын тулыһынса ғәскәр туплауға һәм уны ҡоралландырыуға, аҫрауға китә. Ғәскәр һынлы ғәскәрҙе буштан барлыҡҡа килтереп ҡарағыҙ һеҙ! Һуғыш ул, ғөмүмән, аҡсаһыҙ алып барып булмай торған нәмә. Һәр хәлдә, сит илгә Вәлиди бер ниндәй ҙә алтын менән сыҡмай.
Мулла ҡыҙын ҡурҡытып ала ла, аҙаҡ ташлап китә, тип тә яҙҙылар. Был уйҙарманы ла кире ҡағам. Хажмөхәмәт хәҙрәттең ҡыҙы Нәфисә менән Әхмәтзәкиҙе 1905 йылда уҡ йәрәштерәләр. Ләкин уларҙың өйләнешеп ҡуйыуы бик оҙаҡҡа һуҙыла. Төрлө сәбәптәр сығып, Әхмәтзәки уҡырға китеп һәм беҙгә билдәле башҡа сәбәптәр менән улар бары тик ун туғыҙынсы йылда ғына ҡауыша ала. Әхмәтзәки ҡырҙа саҡта Нәфисәне һоратып килеүселәр була, әммә ул барыһын да кире ҡаға. Аҙаҡ бергә йәшәй башлағас, ҡатынын ул Мәскәүгә лә, Баку ҡалаһына ла, Урта Азияға ла бергә алып китә. Шул яҡта бер балалары тыуып үлә. Үҙенә шул яҡтан сит илгә китергә кәрәк булғас, Нәфисәне хәүефһеҙерәк урынға - тыуған яғына ҡайтарып торорға булып ҡына яңылыша ул...
Өсөнсө бер ялған - Вәлиди фашистик Германияға хеҙмәт иткән, тигән һүҙ. Һуғыш мәлендә Германияла башҡорт һәм татар әсирҙәре бик күп була һәм Вәлидигә бына ошо халыҡ менән эшләргә тәҡдим итәләр. Әсирҙәрҙе өгөтләп, аңлатып баш һалдырыу була уның бурысы. Әммә ул яҙма рәүештә был тәҡдимдән баш тарта, был документ архивта һаҡлана. Ул был документта "минең ҡулымдан килмәй торған, мөмкин булмаған хәл" тип яҙа. Һәм был эште Рәсәй-ҙең Хәүефһеҙлек буйынса федераль советы (ФСБ) ағзалары ла тикшереп, ыңғай ҡарар сығарған.

Бөгөн беҙҙең халыҡ Вәлиди кеүек шәхестәрен баһалап етәме, нисек уйлайһығыҙ?

- Ошо урында хатта Вәлидиҙең яҙмышының шулай булыуы, уға ситтә йәшәп ижад итергә тура килеүе лә беҙҙең милләт өсөн тик файҙаға ғыналыр тием. Нисек кенә ҡаты булмаһын был фекер, бөгөнгө күҙлектән ул дөрөҫ. Бында ҡалһа, ул сама белемле ғалимыбыҙҙы оҙаҡ йәшәтмәҫтәр ине, ә сит илдә ул башҡорт халҡы һәм башҡа төрки халыҡтар өсөн хеҙмәт итеп, оло ҡомартҡылар ҡалдыра.

Һеҙҙең әҙәби хеҙмәт башлыса тарихҡа бәйле. Ни өсөн ижадтың был ауыр өлөшөн һайланығыҙ?

- Тарихҡа һөйөү миңә атайымдан бирелгән. Ул егерме өсөнсө йылдарҙа Юныс байҙың ҡыҙына - әсәйемә өйләнә. Унан Ырымбурҙа башҡорт йәштәрен уҡыталар, имеш, тип ишетеп, шунда уҡырға барырға теләй. Тик атаһы ҡаршы төшә. Шунда ул ҡатыны менән генә килешә лә, төндә тәҙрә аша ҡасып сығып, уҡырға юллана. Тик уҡыуын тамамлай алмай, ауылда ҡалған ҡатыны, атаһы уға был ниәтен осларға бирмәйҙәр. Шулай ҙа алып өлгөргән белеме менән ауылда ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләй, һуғышҡа барып биш йыл хеҙмәт итеп ҡайта. Шул атайым мине ҡайҙа алып йөрөһә лә, ер-һыу атамаларын аңлатып, уларға бәйле тарихтарҙы һөйләп, риүәйәттәр бәйән итеп, минең күңелемдә халыҡ тарихына ҡарата һөйөү, хөрмәт тәрбиәләне.
Әлеге китабымда һөйләнгән хәлдәр минең тыуған районым Көйөргәҙе районының эсендә бара. Әсәй әйтә торғайны: әле ҡыҙылдары, әле аҡтары, әле йәшелдәре килеп баҫа. "Кем икән ул йәшелдәр?" тип уйлайым шул саҡта. Граждандар һуғышының ваҡиғалары тураһында бала саҡтан белеп үҫтем. Ауыл тирәһендә окоптар һаҡлана ине әле. Беҙ шунда уйнай инек. Тик Әхмәтзәки Вәлидиҙең кемлеген белмәнем. Был тыйылған тема булды. Унынсыны тамамлағас, райондың башҡорт гәзитендә эшләнем. Шунда саҡта архивта соҡоноп ултырғанда латинса сыҡҡан гәзиттәргә юлыҡтым һәм шунда Әхмәтзәки Вәлидиҙең исемен уҡыным. Унда уны нисек кенә һүкмәйҙәр, нисек кенә хурламайҙар ине. Кемдәрҙер хаҡында "Зәкиҙең хеҙмәткәре, Зәкиҙең йомошсоһо, Зәкиҙең эйәрсәне" тип тә яҙалар ине. Бик аптырап, бергә эшләгән Солтанов тигән ағайҙан "Кем ул Зәки?" тип һораным. Шунда ул миңә ипләп кенә аңлатып бирҙе. Шунан алып минең был шәхескә ҡарата ҡыҙыҡһыныуым бермә-бер артты. Университетта уҡығанда ғәрәп графикаһын өйрәнгәс, ғәрәп телендә сыҡҡан баҫмаларҙы аңлап уҡый, материалдар туплай башланым. Ә инде бынан егерме йылдар әүәлерәк был эшкә ныҡлап тотондом, төрлө ҡала һәм илдәрҙәге архив документтарына, китаптарына мөрәжәғәт иттем. Партия комитетында эшләгән осорҙа беҙҙең өсөн ябыҡ архив мәғлүмәт булманы тиерлек һәм ошонан файҙаланып, мин Вәлиди һәм башҡа шәхестәребеҙ тураһында байтаҡ материалдар тупланым. Күреүегеҙсә, китап - алдығыҙҙа. Уның дауамы булған "Шаҡай бураны - 2" романы йәки "Башкирпомощь" "Ағиҙел" журналында донъя күрҙе. Тик Вәлиди яҙмышы бының менән генә тамамланмай әле. Уның тураһында яҙырлыҡ мәғлүмәттәр ҙә, ҡыҙыҡлы яңылыҡтар ҙа, сәбәптәр ҙә бик күп.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.08.19 | Ҡаралған: 721

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru