«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӘШӘЙЕМ, ТИҺӘҢ, ФЕКЕРЛӘ...
+  - 

Бынан быуат ярым элегерәк рус физиологы Михаил Сеченов кешенең мейе эшмәкәрлеге хаҡында тәүге ғилми хеҙмәттәрен баҫтырып, антропология фәненең өр-яңы өлкәһенә нигеҙ һала. Бөгөн, XXI быуатта, шәхестең аң-белем даирәһе, фекерләү ҡеүәһе, ижади һәләттәре үҫеше хаҡындағы заманса тәғлимәтте нейрофизиологтар һәм нейропсихологтар алып барған тикшеренеүҙәр ҙә тулыландырып тора. Ябайыраҡ әйткәндә, тап юғары мейе эшмәкәрлегенең әүҙемлеге һөҙөмтәһендә кеше аңлы тормош алып бара, төрлө һөнәрҙәргә эйә була, асыш-табыштарға өлгәшә, ижад итә алыу кимәленә етә.

Кеше мейеһе, уның менән бәйле ҡатмарлы нервы системаһы - иҫ китмәле тәбиғи ағза, уның камиллығын һәм мөмкинлектәрен хатта иң ҡеүәтле компьютер технологиялары ла ҡабатлай алмай. Баш мейеһендә барлығы 86 миллиард нейрон (мейе ҡабығында - 16 миллиард) булып, улар мейе эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә бер-береһе менән бәйләнеш сылбырҙарын барлыҡҡа килтерә. Бала тыуғанда улар үтә ябай һәм һаны буйынса ла аҙ булып, миллиардлаған башҡа бәйләнештәр кешенең барса ғүмере буйынса формалаша. Тимәк, һәр бер әҙәми зат, тыуған ваҡытынан башлап, иҫ китмәле үҫеш мөмкинлектәренә эйә. Әммә күптәребеҙ ошо мөмкинлектәрҙе тейешенсә файҙаланырға өйрәнмәгән, ғүмерен үҙ мейеһенең интеллектуаль йәиһә башҡа төрлө потенциалын тулы кимәлендә ғәмәлгә ашыра алмай уҙғара. Ни өсөн шулай?
Әйтәйек, кешенең физик үҫеше өсөн тейешлесә туҡланыу һәм хәрәкәт итеү мөһим. Шул уҡ спортсмендар тик туҡтауһыҙ күнегеүҙәр аша оло ҡаҙаныштарға өлгәшә. Кеше мейеһе лә тап туҡтауһыҙ дауам иткән нервы эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә уға тәбиғәт тарафынан һалынған потенциалды ғәмәлгә ашыра. Мейе аҙығы - яңы мәғлүмәт, уны эшкәртеү, анализлау, проблемаларҙы ҡуйыу һәм хәл итеү, һығымталар эшләү. Мәғариф һәм профессиональ белем биреү системаһының төп бурысы - һәр бер уҡыусының, талиптың мейе эшмәкәрлеген үҫтереү өсөн шарттар булдырыу. Тик шуныһы: йәш кеше мейеһенең тик әҙерҙе ҡабул итеүсе һәм ҡабатлаусы роленән үҙаллы фекер йөрөтөүсе, интеллектуаль продукт етештереүсе ағза кимәленә күтәрелеүе фарыз. Ҡыҙғанысҡа күрә, мәктәптәребеҙ әлегә барса уҡыусыны ла фекер тыуҙыра алыусы кимәленә еткерә алмай әле.
Йәнә шул: баш мейеһендәге нейрон бәйләнештәр, ғилми телдә аталғанса, икенсе сигналдар системаһы, йәғни, һүҙ-төшөнсәләр аша барлыҡҡа килә. Тап шуның өсөн дә һәр кешенең икенсе сигналдар менән бәйле миллиондарҙан алып миллиардтарға тиклем юғары нейрон бәйләнештәре уҡыу, яңы төшөнсәләр үҙләштереү, телдәр өйрәнеү процесында хасил була. Тик бер телдә генә аралашҡан кешенең нейрон бәйләнештәр системаһы ике һәм унан да күберәк телдәрҙе белеүсенекенә ҡарағанда бик күпкә ярлыраҡ була. Һәр яңы телде өйрәнеү үҙе үк балаларҙың ғына түгел, оло йәштәге кешенең дә мейе эшмәкәрлеген бермә-бер әүҙемләштерә, был процесты мейе тренингы тип атап та булыр ине. Ғөмүмән, кеше мейеһендә, уның эшмәкәрлеге йөкмәткеһенә ярашлы, өр-яңы нейролингвистик программалар (НЛП) барлыҡҡа килә, улар шәхестең фекерләү ҡеүәһен бермә-бер үҫтерә барып, автоматлаштырыу кимәленә тиклем еткерә ала. Ошо йәһәттән ҡайһы бер башҡа милләт вәкилдәренең балаларына башҡорт телен уҡытыуҙы зыянлы итеп ҡарауҙарын нейропсихология ҡанундарын инҡар итеүгә тиңдер, тип уйлайым.
"Хәрәкәттә - бәрәкәт", тигән боронғолар. Аяҡ-ҡулдары кеүек, кеше мейеһе лә хәрәкәтһеҙ ҡалһа, шиңә, ойой һәм үҙ функцияларын теүәл үтәй алмай. Әлбиттә, мейе хәрәкәте - уның эске әүҙемлеге, нейрондар эшмәкәрлеге. Ошо эшмәкәрлек һүнмәһен тиһәгеҙ - китаптан айырылмағыҙ, гәзит-журналдар алдырып уҡығыҙ, яңы һүҙ-тел үҙләштерегеҙ, хәтерегеҙҙе лә яңыртып тороуҙан ваз кисмәгеҙ. "Фекерләйем икән - тимәк, мин йәшәйем" - XVII быуат философы Рене Декарттың ошо һүҙҙәрен тап үҙегеҙгә төбәлгән итеп ҡабул итегеҙ.

Бәҙри ӘХМӘТОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.05.19 | Ҡаралған: 694

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru