«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӘЙКӘЛДӘРГӘ ЛАЙЫҠ ШӘХЕС
+  - 

Башҡорт әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусы, республикала беренселәрҙән булып матбуғат эшмәкәрлеген ойоштороусы был шәхес милли мәҙәниәттә лә тәрән эҙ ҡалдыра. Уның яҙыусылыҡ һәм шағирлыҡ һәләте иһә бөйөк бишйыллыҡтар төҙөлөшө барған мәлдә асыла һәм нығына. Көрәшкә һәм хеҙмәткә дәрләндергән поэмалары ошо ваҡытта яҙыла. Ҡыҫҡаһы, ул ил яҙмышында әүҙем ҡатнаша, битарафлыҡ уның өсөн ят сифат була. "Ҡабаттан йәнләнгән фотоһүрәттәр" проектында шәхестәрҙең тарих архивтарынан, фәнни хеҙмәттәрҙән, музейҙарҙан тупланған фотолары һәм костюмдар буйынса рәссам Әлиә Байрамғолованың кинорежиссер Булат Йосоповтың "Беренсе Республика" тип аталған тулы метрлы тарихи нәфис фильмын төшөрөү майҙансығынан яһаған фотолары тәҡдим ителә.

Дауыт Исхаҡ улы ЮЛТЫЕВ (актер Рәмзил Сәлмәнов уйнай) - 1893 йылдың 18 апрелендә Ырымбур губернаһының Юлтый ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килгән. Уҡыу өсөн аҡса табыу маҡсатынан төрлө эшкә ялланып эшләй. Һуңғараҡ үҙ ауылында балалар уҡыта. Беренсе Донъя һәм Граждандар һуғышы яландарында ҡорал менән дә, һүҙ менән дә, ҡаурый менән дә һуғыша. Был йылдарҙа ул "Ҡыҙыл йондоҙ" гәзите мөхәррире, Туҡсоран кантонында партия секретары вазифаларын башҡара. Мәскәүҙә ҡыҙыл профессура институтында уҡый, "Октябрь" журналын, "Әҙәби удар" гәзитен мөхәррирләй, милли мәҙәниәт ғилми-тикшеренеү институтында эшләй, Башҡортостан Яҙыусылар союзын булдырыуҙа ҡатнаша. Яҙыусы һәм йәш Башҡорт республикаһының йәмәғәт эшмәкәре 1921 йылда "Башҡортостан" гәзитенең мөхәррире булып эш башлай. Ошо уҡ йылдың аҙағында В. Ленин менән осраша. Ленин йәмәғәт тормошоноң ҡатмарлы яҡтарын баҫма матбуғатта яҡтыртыу үҙенсәлектәре буйынса кәңәштәр бирә, "Башҡортостан" гәзитенә ҡағыҙ менән ярҙам итә. Уның биографияһы биттәрен һанап сыҡҡандан ғына ла беҙҙең алдыбыҙға дарманы ташып торған һәләтле һәм үҙ эшенә мөкиббән киткән шәхес баҫа. 1938 йылдың 10 июлендә, хөкөм ҡарары тормошҡа ашырылған ваҡытта, Дауыт Юлтыйға 45 йәш кенә була.
Прозаик булараҡ, "Ҡан" автобиографик романы, "Бәләкәй Ҡотош", "Камилә" һәм башҡа хикәйәләре аша асыла. Ул бик шәп драматург та була. 1920 йылда яҙылған "Ҡарағол" пьесаһынан башлап, башҡа әҫәрҙәре лә театрҙар сәхнәһендә ҡуйыла. Башҡорт әҙәбиәте һәм халыҡ ижады тарихы, теорияһы мәсьәләләре буйынса күп кенә фәнни мәҡәләләр баҫтыра.
Юлтыевтар ғаиләһенең тормошонда иң сағыу ҙа, иң аяныслы ла ваҡиғалар тап Өфөлә була. Шуға ла баш ҡалабыҙҙа Дауыт Исхаҡ улы хөрмәтенә обелиск йәки һәйкәл ҡуйыу күптән хәл ителә торған мәсьәлә. Әлегә Ленин урамындағы 2-се йортҡа ҡуйылған мемориаль таҡта ғына беҙгә ошо шәхесебеҙ тураһында һөйләй. Тап ошо йорттоң 7-се фатирында ҡасандыр бәхетле ғаилә йәшәй һәм бер төндә тап ошонан тәүҙә һөйөклө ир һәм атай, һуңғараҡ ике бәләкәй бала әсәһе лә ҡулға алына.

Гөлнара ЯРУЛЛИНА,
тарих фәндәре кандидаты,
проект авторы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.04.19 | Ҡаралған: 653

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru