«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КӨТӨҮҘӘРГӘ КӨТӨҮСЕ КӘРӘК!
+  - 

Ауылдарҙа шәхси хужалыҡтарҙағы малға көтөүсе табыу мәсьәләһе йылдан-йыл ауырлаша бара. Малдар көтөүсеһеҙ йөрөгәнлектән, ауыл хужалығы культуралары сәселгән баҫыуҙар, бесәнлектәр, ултыртылған урман үҫентеләре тапалып һәм ҡышҡылыҡҡа әҙерләнгән бесән эҫкерттәре тәләфләнеп, ҙур зыян килә. Көтөүһеҙ йөрөгән һыйыр-аттар арҡаһында юл-транспорт фажиғәләре лә булып тора. Малдың юғалған саҡтары ла булғылай.

Көтөүсе эше еңел түгел. Уның эш ваҡыты иртә таңдан кискә тиклем яҡынса 14 сәғәткә һуҙыла. Етмәһә, һауа торошоноң да төрлө сағы була. Ямғыр, рашҡы, ел-дауыл, үҙәккә үтерлек һалҡынға ҡарамай, күҙ яҙлыҡтырмай, малдарҙы көнө буйы көтөргә кәрәк. Был эш һәр кемдең дә ҡулынан килмәй. Шуға күрә көтөүсе эшенә тотоноп та, уны аҙағына тиклем еткермәйенсә ташлап ҡуйыусылар ҙа бар. Күп кенә ауылдарҙа, көтөүсе таба алмағас, малдарҙы сиратлап көтөргә мәжбүрҙәр. Ҡайһы берәүҙәр малын бөтөнләй иреккә сығарып ебәрә. Әлбиттә, сиратлап көтөү тәғәйен көтөүсене алыштыра алмай. "Осраҡлы" көтөүселәр, көтөү урындарын белеп етмәгәнлектән, ҡайҙа етте, шунда йөрөтә малдарҙы. Тәжрибәләре булмағанлыҡтан, эшкә яуаплы ҡарамағанлыҡтан, малдарҙың һыуға, батҡыл урындарҙа батып, зыян күреү осраҡтары ла булып тора. Көтөүлектәр ҙә рациональ файҙаланылмай, был үҙ сиратында малдың көндәлек артымы, һөтө кәмеүгә килтерә. Етмәһә, күптәр сиратлап көткәндә "ҡорос ат"тарға атлана. Еңел машиналар үткән урындарҙа үлән үҫмәй, юлдар барлыҡҡа килә. Шуныһы көн кеүек асыҡ: көтөүҙе сиратлап, йәйәү йәки машина ярҙамында көткәндә малдарҙы сәсеүлектәргә, бесәнлектәргә зыян килтермәй көтөү мөмкин түгел. Күптәр нисек булһа ла сиратты үткәреп ебәреү яғын ғына ҡарай. Иртә менән көтөүгә сығарған малды кискә тиклем көтөп, ауылдарға имен-аман алып ҡайтыу эйәрле ат менгән махсус көтөүселәрҙең генә хәленән килерлек эш.
Эйе, таң һарыһынан алып ҡараңғыға тиклем алһыҙ-ялһыҙ эшләүсе көтөүсе эшен беҙҙә етди һөнәр тип түгел, ваҡытлы, миҙгелле кәсеп тип кенә һынайҙар. Шуға ла, көтөүсе эшен йыл әйләнәһенә алып барылған хеҙмәт төрө тип, хеҙмәт кенәгәһенә теркәү урынлы булыр ине. Ғөмүмән, көтөүсе һөнәренең абруйын күтәреү тураһында уйларға кәрәк беҙгә. Әлбиттә, бер үк ваҡытта был һөнәр кешеләре өсөн тейешле шарттар ҙа тыуҙырыу фарыз. Мәҫәлән, малды һыбай йөрөп көтөү өсөн эйәр кәрәк, ә ул хәҙер ауылдарҙа юҡ кимәлендә. Хәрбиҙәр өсөн яһалған эйәр бик уңайлы буласаҡ. Ул аттың арҡаһын баҫмай, оҙаҡ йөрөгәндә лә йәрәхәтләмәй. Ундай эйәрҙәр ауылдарҙа һаҡланып ҡалған, күсермәләрен алып, шуларҙы республикала етештереүҙе яйға һалырға мөмкин булыр ине. Егеттәр тотонһон ине шул эшкә лә. Тағы шуны ла иҫәпкә алырға кәрәк: көтөүсегә атын ҡышлатып сығарыр өсөн генә 4 тонна самаһы бесән әҙерләргә һәм фураж һатып алырға кәрәк. Етмәһә, йәйге осорҙа ла аҙыҡ талап ителә, сөнки көтөүҙе иртәнге сәғәт алтынан да ҡалмай сығарырға кәрәк, шуға күрә, атты төнгөлөккә аҙбарҙа әҙер тотоу зарур.
Һуңғы йылдарҙа шәхси хужалыҡтарҙа малдарҙы кәметеү, бөтөнләйгә бөтөрөү күренештәре йышайҙы. Сөнки малдарҙы көтөү өсөн кеше таба алмау, яғыулыҡҡа бер туҡтауһыҙ хаҡтар артыуы, етештергән ит-һөттө, нигеҙҙә, алыпһатарҙарға осһоҙ ғына хаҡҡа һатырға мәжбүр булыуҙары халыҡты ошо аҙымға этәрә лә инде. Фермер һәм башҡа төрлө ауыл хужалығы аҙыҡ-түлеге етештергән хужалыҡтарға хөкүмәттән субсидия, яғыулыҡҡа хаҡ кәметеү, башҡа төрлө ярҙамдар булып тора. Ә шәхси хужалыҡтар булған проблемалары менән япа-яңғыҙ тороп ҡала. Күрше Татарстанда шәхси хужалыҡтарға ла хөкүмәттән ярҙам күрһәтелә. Былтыр һәр хужалыҡтағы һауын һыйыр һанынан сығып, бер башҡа - ике меңдән дүрт меңгә тиклем, бер һауын кәзәгә бер мең субсидия бирелде. Уның дөйөм күләме 360 миллион һум тәшкил итте. Мин был өлгөнө беҙҙең республикала ла ҡулланайыҡ, тип әйтергә теләмәйем. Ә шулай ҙа шәхси хужалыҡтарҙағы малды көтөү миҙгелен намыҫлы үткәргән көтөүселәргә ҡышҡы айҙарға эшһеҙлек буйынса пособие тәғәйенләп, минималь эш хаҡына еткереп, өҫтәп субсидия түләү ҙур сара булыр, шул уҡ ваҡытта көтөүсе эшенә ҡарата ниндәйҙер кимәлдә дәғүәселек тыуыр ине. Бындай пособие, субсидия түләүгә киткән сығымдар сәселгән баҫыуҙарҙы, бесәнлектәрҙе көтөүһеҙ йөрөгән малдарҙан тапаттырыуға сик ҡуйып, уңдырышлылыҡты күтәреү иҫәбенә генә унлата, хатта унан да күберәккә кире ҡайтыр ине.
Көтөүсегә эш хаҡын өй һайын йыйып түгел, ауыл хакимиәттәрендә йәки икенсе юл менән үҙәкләштереп, билдәле бер өлөшөн Пенсия фондына күсереп түләү маҡсатҡа ярашлы буласаҡ. Ул ваҡытта көтөүсенең дөйөм хеҙмәт стажы йыйылып барасаҡ. Икенсе яҡтан ҡарағанда, Пенсия фондының тупланма өлөшө лә отасаҡ. Өсөнсөнән, эш хаҡы урынына көтөүсегә спиртлы эсемлек тоттороп ебәреү күренештәренә юл ябыласаҡ.
Шәхси хужалыҡтарҙағы малды көтөүҙе махсус көтөүселәр ҡарамағына тапшырыу ауылдарҙа киҫкен торған эшһеҙлек һәм эскелек проблемаһын да ниндәйҙер кимәлдә хәл итеүгә булышлыҡ итәсәк.
Сираттағы көтөү миҙгеле лә килеп етер. Был проблеманы тик ауыл хакимиәттәре иңенә генә һалыу һынылыш бирмәйәсәк. Был юҫыҡта төрлө кимәлдәге депутаттар, республика хөкүмәте менән бер төптән эш итеү генә үҙ һөҙөмтәһен бирәсәк.

Азамат КҮСӘЙЕВ.
Учалы районы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.03.19 | Ҡаралған: 725

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru