«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АҠМУЛЛАНЫҢ ТУРА ҺҮҘЕ БЕРӘҮГӘ ИМ, БЕРӘҮГӘ ЫУ
+  - 



Аҡмулланың исеме һәм шиғырҙары әүәлдән халыҡ телендә тирбәлгән булһа ла, тыуыуына 150 йыл тулыу уңайынан, 1981 йылда уның шиғри йыйынтығы донъя күргәс, бөтә Башҡортостан тетрәнде. Бындай бүләк, асыш, табыш - күк ҡабағы асылыу менән бер ине.

"Аҡмулла. Шиғырҙар" китабының төҙөүсеһе, аңлатмалар һәм баш һүҙ авторы Әхәт Ханнан улы Вилданов үҙенең ғалимлыҡ яҙмышында ифрат бәхетле, ҡатмарлы һәм яуаплы эш башҡарғанын бик тә белгәндер. Хәтеремдә, беҙ ҡәҙерле китапты ныҡ тулҡынланып, "бисмилла" тип ҡулға алдыҡ, тәүге биттәге портретын - ҡама бүрекле, йыйнаҡ һаҡал-мыйыҡлы, галстуклы сибәр ир-егет рәсемен дә, икенсе биттәге графика менән төшөрөлгән сәлләле һәм китаплы кеше ҡиәфәтен дә - һис шикһеҙ шағирҙың һүрәттәре тип ҡабул иттек. Халыҡтың рухы һәм аңы Аҡмулланы һағынған, сарсаған, эҙләгән саҡта Әхәт Вилданов әҙерләгән йыйынтыҡ бик ваҡытлы булды, ул, гүйә, Аҡмулланың ижадын ҡаплап торған ҡоршауҙы алып ташланы. Ошо 1981 йылда Аҡмулланың яҡташтары оло ҡунаҡтар саҡырып, шағирҙың ижадына һәм тормошона арналған тәүге йыйындарҙы үткәрә башланы. Беренсе лауреат ғалим һәм шағир Рәшит Закир улы Шәкүров булды. Ул 1980 йылда Мифтахетдин Аҡмуллланың шағирлыҡ һәм мәғрифәтселек юлын яҡтыртҡан "Шәреҡ йондоҙо" һәм "Быуат аша артылыу" тигән фәнни монографиялар яҙып, донъяға сығарҙы. Был ентекле ғилми хеҙмәт Аҡмулла йондоҙон яңынан ҡабыҙҙы, тиергә була. Аҡмулланы халыҡҡа кире ҡайтарыу - тау аҡтарып Йәншишмә һыуына юл асыуға тиң шул. Бынан ары Йәншишмәне уртлаған һәр кемдең теле асыла, күҙе асыла, йөрәге асыла башлай...
Ни өсөн ул маҡтаулы исем район кимәлендә генә бирелә, ниңә республика һәм дәүләт премияһы булараҡ күтәрелмәй, тигән аптырашлы һорауҙарға миәкәләр яуап эҙләп йәки көтөп торманы. Район етәкселеге арҙаҡлы яҡташтарының исемен ауыҙ тултырып әйтә алыуға ла шөкөр итеп, гөрләтеп Аҡмулла көндәрен йыл һайын үткәрҙе һәм үткәрә бирә. Ул байрамға яҙыусылар, артистар, композиторҙар, рәссамдар, ғалимдар, журналистар саҡырыла. Аҡмулла премияһы лауреаты исемен йөрөтөүгә башлыса сәнғәт, мәҙәниәт һәм әҙәбиәт өлкәһендә Аҡмулла ижадын өйрәнеүсе, пропагандалаусы, үҫтереүсе кешеләр лайыҡ була.
Һуңғы йылдарҙа Миәкә районы етәкселеге һәм лауреаттарҙы билдәләү комиссияһы үҙҙәренең тыуған төбәге өсөн хәйерле һәм әһәмиәтле эштәр башҡарған яҡташтарына иғтибар йүнәлтә. 2016 йылда улар Аҡмулланың тыуған ауылы Туҡһанбайҙа уның музейын төҙөүгә ҙур өлөш индергән Вәсил Ғарип улы Хәсәновты лауреат исеме биреп ҙурланы. Элекке "Большевик" колхозы етәксеһе Вәсил Ғарип улы ысын мәғәнәһендә Миәкә патриоты - асфальт юлдар, күперҙәр, мәктәптәр һәм мәҙәни усаҡтар - тормош гөрләп торһон өсөн яҡташтарына бөтә шарттар булдырырға тырышҡан хужаларса төплө һәм алдынғы ҡарашлы ил ағаһы ул. Ғөмүмән, Аҡмулла бүләге лауреаттары араһында ун ике кеше - Дим, Өршәк, Өйәҙе йылғаларын һыулап үҫкән һәм тыуған ерен, республиканы үҙенең һәләте, ижады, хеҙмәте менән һоҡландырған шәхестәр. Уларҙы бөйөк Аҡмулла менән йәнәш ҡуйған миәкәлеләр Рәхмәт һәм Хөрмәт кисәләрен ошо арҙаҡлы яҡташтарына арнап үткәрә. Ысынлап та, тыуған ер фатихаһы - иң юғары баһа һәм ҡыуаныс.
Быйыл 2018 йылғы дәрәжәле исемгә хаҡлы рәүештә лайыҡ булыусы кеше шулай уҡ миәкәләрҙең "үҙ геройы". 1980 йылдарҙа, бөйөк мәғрифәтсенең тыуыуына 150 йыл тулған ваҡытта, Миәкә районы тарафынан "Аҡмулла исемендәге премия булдырыу" ҡарарына ҡул ҡуя ул. Был легендар шәхес - Хәбир Хәләф улы Мусин. "Мин бөтә белемемде, йәшлегемде, иң фиҙаҡәр хеҙмәтемде тыуған яғыма бирҙем, шуның менән бәхетлемен - тыуған төйәгемә, кешеләренә хеҙмәт иттем", - ти ике тиҫтә йыл буйы район етәксеһе булып эшләгән уҙаман. Яҡташтары, замандаштары алдында йөҙө яҡты Хәбир Хәләф улының, был йылдарҙа төбәктә ауыл хужалығы, төҙөлөш һәм мәҙәни тормош алға китеүен кешеләр әле лә хәтерләй.Уның етәксе булараҡ эшмәкәрлеген дауыл ҡупҡан диңгеҙ буйлап барған карап капитанының сая һәм аҡыллы идара итеүе менән сағыштырып булыр ине. Советтар Союзы тигән оло ил тарҡалып, үҙгәртеп ҡороу һәм яңы иҡтисади мөнәсәбәттәр ваҡытында миәкәләрҙе замана ауырлыҡтарына бирешмәй алға - етеш һәм тыныс тормошҡа әйҙәүсе булды ул.
Аҡмулла көндәрендә Миәкә районы тағы ла элекке лауреаттарҙы ихлас ҡаршыланы. Улар тәүҙә Туҡһанбайға ашыҡты. Аҡмулла музейына ингән ҡапҡа алдында килеүселәрҙе ҡаршылап торған шағир бюсы янына сәскәләр һалыу - традицион, ләкин тулҡынландырғыс күренеш. Музейҙағы тәүге этнографик бүлек һәр ваҡыт ҡыҙыҡһыныу менән ҡарала. Музей эшен етәкләүсе Фәнис Янышев иң тәүҙә М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество-графика бүлеге студенттары эшләгән панноны ҡарарға саҡыра: ул башҡорт тамғалары менән биҙәлгән, яңы тыуған сабыйына эйелгән йәш ғаиләнең ошо милли биҙәктәр аша бала тәрбиәләүе, уға донъя танырға, кешелек ҡиммәттәрен аңларға өйрәтеүе тасуирлана, тип бирелеп аңлата ул тыңлаусыларға. Үҙ эшенә мөкиббән бирелгән музей мөдиренең мәғлүмәте күңелгә уйыла. Икенсе залда ҡуйылған картиналарҙа, китаптарҙа, макеттарҙа, ҡул эштәрендә Аҡмулланың ижади дуҫтары, яҙмышындағы хәл иткес боролоштар, һынауҙар сағыла. Ғөмүмән, һәр экспонат тәрән йөкмәткеле тарихҡа тоташа.
Артабан ҡунаҡтарҙы Сәфәр мәктәбендә көтәләр. Аҫалы балаҫтар эленгән, бәйләм оҫталары эше теҙелгән күргәҙмә буйлап Рузимә Иркәбаева ҡыҙыҡлы сәхифәләр һөйләп бара. Клубтағы бай китапхана уның тырышлығы менән әүҙем эшләп тора икән. Уҡыусы балалар күңелле йыр менән сәләмләй. Уңайлы тамаша залының сәхнәһендә быйылғы лауреат Хәбир Мусин менән бергә район хакимиәте башлығы Ришат Ғәбдрәшит улы Аҡтуғанов, ауыл биләмәһе етәксеһе Тимерйән Лотфуллин урын ала. Иң ныҡ хәтерҙә ҡалғаны - ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары башҡарыуында көйлө нәсихәттәр, мөнәжәттәр. Уларҙың һүҙҙәре, әлбиттә, Аҡмулланыҡы. Урындағы халыҡтың күңелендә һаҡланған был милли хазина бер кемде лә битараф ҡалдырмай. "Барлығы бер йөҙ утыҙ ғына кеше йәшәгән, ун өс кенә йорт булған Туҡһанбай ауылынан бөйөк шағир - ил мәғрифәтсеһе үҫеп сығыр тип кем уйлаған? - тип башлай һүҙен тантаналы кисәне алып барыусы уҡытыусы Фәйрүзә Абдулова. - Аҡмулла шиғриәте - ваҡыт сиктәрен белмәҫ ғәжәйеп аһәңле заң, рух шишмәһе. Үҙенән ҡалған ижад емештәренең ҡөҙрәтле көсөн белгән Аҡмулла һәм былай тип әйтеп ҡалдырған:

Ҡараһаң, Аҡмулланың шиғыры был,
Эсендә - һыуһағанға шәрбәтле һыу;
Битенең береһе көлөр, береһе һүгер,
Тура һүҙе - берәүгә им, берәүгә ыу!

Аҡмулла шиғриәте бөгөн дә беҙҙең өсөн зиһен-күңелдәребеҙгә шәрбәтле һыу ҙа, наҙан менән аңһыҙҙы һүгер үткер һүҙ ҙә, уйлы-эшлеклеләребеҙҙе алға әйҙәр хитап та, икеләнгән-ҡаушаған йәндәргә им булыр хикмәтле һүҙ ҙә... Киләсәктә лә шулай буласаҡ. Аҡмуллабыҙ үҙ туған башҡорт халҡының ғына түгел, бик күп туғандаш халыҡтарҙың оло ихтирамына, ихлас һөйөүенә һәм рәхмәтенә лайыҡ даукәр шәхес булып ҡаласаҡ!" Шулай тип ҙурлай шағирҙы Миәкә халҡы. Район үҙәге Ҡырғыҙ-Миәкәләге мәҙәниәт һарайында үткән тантанала хакимиәт башлығы Ришат Аҡтуғанов сираттағы Аҡмулла премияһы лауреатын иғлан иткәс, бөтә зал дәррәү аяғүрә баҫып, оҙаҡ алҡыштарға күмде был яҡты мәлде! Хәбир Хәләф улы хәҙер ун йылға яҡын хаҡлы ялда, үҙенең тыуған ауылы Күл-Ҡаранда донъя көтә. Уның менән иңгә-иң бергә эшләгән ҡорҙаштары зал тулып ултыра. Был тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына ҡиәфәтле кешенең кем икәнен улар бик яҡшы белә. Бер ниндәй замана болғаныуына ҡарамай, "ил таянысы - намыҫлы ир" тип, Аҡмуллалай тоғролоҡ һәм ҡәтғилек менән илгә хеҙмәт иткән саф күңелле, аҡ уйлы етәксе ул.
Миәкәләге Аҡмулла байрамы - үҙ балаңды, шәхесеңде, тырыш һәм уңған яҡташыңды ололау һәм хуплау көндәре ул. Хөрмәт һәм Рәхмәт кисәһенә әүерелгән тантана ун ике йәшлек йырсы Искәндәр Тазетдиновтың "Тыуған ерем" тигән сағыу йыры менән тамамланды - республика йыр бәйгеләренә уның илһамлы тауышы иң юғары баһа алып ҡайтҡан. Тамашасылар ошо йәш һәм саф тауышлы баланы данлай, уға бәхетле ижади үрҙәр юрай... Халыҡ борондан әйткән: "Булыр илдең балаһы бер-береһенә батыр, тиер, матур, тиер, ҡотло, тиер!" Аҡмулланың яҡташтары ла был йәһәттән күптәргә өлгө.

Сәрүәр СУРИНА,
М. Аҡмулла исемендәге премия лауреаты.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.01.19 | Ҡаралған: 737

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru